- •(Йәки тәүге һөйөү тураһында әкиәт.)
- •24 Июнь 2009 йыл
- •25 Июнь 2009 йыл
- •26 Июнь 2009 йыл
- •29 Июнь 2009 йыл
- •02 Июль 2009 йыл
- •03 Июль 2009 йыл
- •11 Июль 2009 йыл
- •13 Июль 2009 йыл
- •16 Июль 2009 йыл
- •26 Июль 2009 йыл
- •30 Август 2009 йыл
- •31 Август 2009 йыл
- •13 Октябрь 2009 йыл
- •22 Ноябрь 2009 йыл
- •1 Декабрь 2009 йыл
- •11 Октябрь 2014йыл
16 Июль 2009 йыл
Илнур килде минең янға. Бер нисә сәғәт булды ла, кире Өфөгә ҡайтып китте. Мәңгелек ут янында көтөп торған уны күргәс быуындар йомшап киткәндәй булды. Кескәй генә ҡаламды арҡыры ла, буй ҙа йөрөп сыҡтыҡ. Минең туғандар күренһә, боролоп китеп, йә тиҙ генә ҡулдарҙы ысҡындырып, етди йөҙ менән былай ғына, әйҙәүсе менән тәрбиәләнеүсе булып “һөйләшеп” китеп барған булып ҡыландыҡ. Парктағы кескәй генә фонтан янында күгәрсендәр ашатып, һыу һибешеп шаштыҡ. Байтаҡ йөрөгәс: -Мин был айҙа бүтән килә алмаҫмын ахыры. Августа ла ваҡыт тарыраҡ...- мине ҡосаҡланы ла,- тик һин ҡайғырма. Беренсе мөмкинлектә үк һинең янға ашығырмын. Көтөрһөң бит? Өндәшмәнем. Көҙгә тиклем күрмәйем тигән уйҙан йөрәктең ниндәйҙер алыҫ бер мөйөшө ауырттырып сәнсеп ҡуйҙы. Нығыраҡ ҡосаҡланым. Ай йәки ай ярым. Түҙермен. Мин бит... яратам... Оҙаттым да, донъям тағын ярым-ярыҡ ҡалды.
26 Июль 2009 йыл
Теге китеүенән һуң Илнур нисектер ситләшкән кеүек. Һирәк яҙа, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана, ике-өс көнгә бер генә шылтырата. Ҡыйын булһа ла, йонсотмайым тип, үҙем дә шылтыратып бармайым. Гел күңелһеҙ йөрөгәнде күреп әсәй барыһын да һөйләттерҙе. Әрләне. Тапҡанһың кемгә ғашиҡ булырға, ти. Атыу иҫәр икәнемде белмәй инем. Ҡыҙҙар, Илдар менән көн дә һөйләшәбеҙ, һағынабыҙ бер-беребеҙҙе. Йәмилә апай, Камил ағай- һәммәһе лә һағындыра, әлбиттә. Тик Илнур ғына бигерәк тә йөрәккә ҡара ҡан һауҙырып, һағышҡа һала. Илдар, онотһаң, яҡшыраҡ булыр, ти. Аңлайым да бит! Йәйҙәге әкиәт йәйҙә ҡалһын ине лә ... Бөгөн ҡыҙҙар бәйләнешкә фотоһүрәттәрҙе ырғытҡандар. Хәтирәләргә бирелеп илап алырға тағы бер һылтау. Бына Илдар менән яңы-яңы аралаша башлаған саҡ. Бүлмәләге ҡыҙҙар менән бөтмәҫ алйотланыуҙар. Ә быныһы Илнур менән... Оҙаҡ ҡарап ултырҙым ошо фотоға. Аҙаҡ барыһын да флешкаға һелтәнем дә, фотосалонға киттем. Кискә инде бар стеналар, бар рамкалар, хатта түбә лә йәйләү, Илнур тураһында үҙенә күрә бер музей ине.
30 Август 2009 йыл
Бер ай буйы өләсәйҙә ҡунаҡта яттым.Ә көндәлекте ҡалала онотоп ҡалдырғанмын. Шул инде, йоҡо аралаш алып сығып киттеләр ауылға. Өләсәй менән баҡса ҡараныҡ, еләккә йөрөнөк. Баласаҡ әхирәт менән муйылға тип киткәйнек, күп ашап, муйыл эскә тейеп яттыҡ. Көн дә һыу инергә йөрөнөк, сәс китте оҙонайып туҡтауһыҙ һыу булғанға. Кис етһә инде элекке кеүек урамға ашығып барманым. Кино ҡарап өйҙә ҡалыуҙы хуп күрҙем. Ҡаймаҡ ашап, һөт эсеп таҙарынып киттем. Ҡайтҡас, салбырамдың шелтәүен көскә элдем. Ауылда интернет юҡ, кеҫә телефоны ла тотмай. Шуға күрә йөрәк яныуҙары аҙмы-күпме баҫылып килде. Компьютерҙы ла, телефонды ла ҡабыҙырға ҡурҡып ултырам әле. Илнурҙың мине эҙләгән-эҙләмәгәнен белергә ҡурҡам.
31 Август 2009 йыл
Ауылдан күңелем тынысланып килгәйне инде. Ошо тыныслыҡ ҡалаға килеп, икенсе көндә үк юҡҡа сыҡты. Иртәнсәк подъздан сыҡһам, Илнур тора. Миңә ҡараған да, йылмая. Мин битараф йөҙ менән үҙ юлыма киттем. Ул ҡыуып етте лә: - Үҫеп кикәнһең әллә,- тине. - Һин дә үҙгәргәнһең,- тинем уға ҡарамай ғына. Мине ҡапыл ҡулымдан тотоп туҡтатты ла: - Ниңә ундай һыуыҡһың, Сабира? Һағынманыңмы әллә? – минең һарыуым ҡайнаны. - Илнур! Минең инде тынысланған тормошома килеп инеп, тағын баштан-аяҡ боларып сығырға килдеңме? Теләһәң килеп, теләмәһәң юғалып йөрөргә һин кем ул шул тиклем? Киттең, юғалдың, һағындым, оноттом- бөттө! Нимә кәрәк һиңә минән?! - Йәйен бөтөнләй ундай түгел инең, Сабира, -тине Илнур ипләп кенә. - Йәйен беҙ икебеҙ ҙә ундай түгел инек. Һин дә, мин дә! Бер-беребеҙ өсөн . Ауыр тынлыҡ урынлашты. - Аңла, зинһар, һин әле шундай бәләкәйһең... - Йәйләүҙә булғанда мин ике айға бәләкәйерәк инем, Илнур,- мин уға һөйләп бөтөргә ирек бирмәнем. Битен ҡапыл ҡапланы ла, Илнур киләһе секундта мине ҡосаҡлап та алды: - Ғәфү ит мине, Сабира. Юғалһам, һин оноторһоң тип өмөтләнгәйнем. Тик үҙем онота алманым...
