- •(Йәки тәүге һөйөү тураһында әкиәт.)
- •24 Июнь 2009 йыл
- •25 Июнь 2009 йыл
- •26 Июнь 2009 йыл
- •29 Июнь 2009 йыл
- •02 Июль 2009 йыл
- •03 Июль 2009 йыл
- •11 Июль 2009 йыл
- •13 Июль 2009 йыл
- •16 Июль 2009 йыл
- •26 Июль 2009 йыл
- •30 Август 2009 йыл
- •31 Август 2009 йыл
- •13 Октябрь 2009 йыл
- •22 Ноябрь 2009 йыл
- •1 Декабрь 2009 йыл
- •11 Октябрь 2014йыл
02 Июль 2009 йыл
Кисә мине туғандарым ҡунаҡҡа алып ҡайтҡайнылар. Бөгөн кире килгәс... Тәсфирләп яҙайым барыһын да. Мин бүлмәгә килеп инеү менән ҡыҙҙар аптырашып, хатта ҡурҡып бер-береһенә ҡараштылар. Мине күреүгә артыҡ ҡыуанмауҙары аптыратты. -Нимә булды?- тураһын һораным. Ләйсән( ул беҙҙең спортсмен ҡыҙ, бөтөн ярыштарҙа алдынғы урындарға сыға) яныма килде лә: -Ултыр,- тине. Һын-ҡмәфәте менән малайҙы хәтерләткән был ҡыҙҙы тыңламау хәйерлегә килтермәй. Ултырҙым.Барыһы ла минең янға йыйылды. -Бик ауыр, Сабира, беҙ үҙебеҙ нисек әйтергә белмәйбеҙ. Ләкин һин белергә тейешһең. Кисә һине туғандарың алып киткәс, йәйләүгә Илнур ағайҙың кәләше килде. Улар кис буйы ҡултыҡлашып йөрөнөләр, бергә бейенеләр... Әгәр һин уның менән аралашыуыңды туҡтатһаң, яҡшыраҡ булыр. Мин үҙемә төбәлгән 7 пар күҙгә ҡарап сыҡтым да, көлөп ебәрҙем: -Һеҙ нимә, беҙ бит бары тик дуҫтарса ғына аралашабыҙ. Һеҙ мине ғашиҡ булған тип уйланығыҙмы?- йылмайып бөтәһен дә яңынан ҡарап сыҡтым.Ҡайһы ҡыҙҙар еңел тын алды, ҡайһылары ышанмай, һынап ҡарауҙарын дауам иттеләр. Мды, сығырға кәрәк тиҙ генә... -Мин бәҙрәфкә барып киләм,- тинем дә, сығып тайҙым. Коридорға сығыу менән ырыуҙағы Илдар исемле малайҙы күреп ҡалдым. Ҡаршыһына йүгереп барҙым да, ҡосаҡлап илап ебәрҙем. Уның мине аңларына ни өсөндөр иманым камил ине. -Танауың шәмәргәнен күреп ҡалмаһындар, әйҙә сәңгелдәктәргә,- тип, мине алып сығып китте. Беҙ әҙерәк ултырып та өлгөрмәнек, ямғыр һибәләй башланы. -Яратмайым ямғырҙы,- тинем бөршәйеп. -Ә мин яратам,- тине Илдар,- нисектер еңел булып ҡала ямғыр аҫтында ултырғандан һуң. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Сәңгелдәктәр өҫкә-аҫҡа өйгән һайын үҙәк өҙгөс тауыш сығарып шығырлай, әсе ел битте семетә, ямғыр беҙҙе йәлләмәй һыулай,тамсылырға ҡушылып йөрәкте әсетеп сыҡҡан күҙ йәштәре аға һәм торған һайын тамаҡта торған ниндәйҙер бер төйөр ирей барған кеүек. Мин өйөүҙән туҡтаным да, һулҡылдап илай башланым. Илдар миңә ҡараған да, бер нимә лә өндәшмәй. Күпме илағанмындыр, иҫләмәйем. Һыҡтауҙан туҡтап, башты сәңгелдәктең һыуыҡ тимеренә терәп ултырғанда Илдар торҙо ла: -Ҡайтайыҡ, юғиһә ауырып китербеҙ. Мин күңелемдә тыуған еңеллеккә иҫем китеп, инде әсетеп түгел, ә ипләп, наҙлап яуған тамсыларға йөҙөмдө күтәрҙем. Ямғыр менән дуҫлаштырғаны өсөн Илдарға рәхмәт әйтергә кәрәк, тип уйлай-уйлай, корпус яғына ыңғайланым. Көндөҙгө йоҡоға апаруҡ һуңлағанбыҙ. Минең бүлмә ишеге янында аптыранып ҡалғанды абайлап, Илдар: -Әйҙә беҙгә,- тине. Шәмәргән күҙҙәр үткәнсе тип, мин малайҙарҙың бүлмәһенә йүнәлдем. Малайҙар күптән мышнап-мышнап йоҡлайҙар. Мин буш карауатҡа барып яттым да, уйҙар донъяһына сумдым. Бер талай үткәс, йылы булып киткәнгә күҙҙәремде астым. Ойоп киткән мине Илдар юрған менән яба ине. Мин йылмайҙым да, артабан йоҡлап киттем. Кескәй төркөмдәрҙең: -Ашарға!!!- тип дөбөрләп йүгереп үтеүе мине уятты. Илдар менә корпус алдына сығып үҙебеҙҙең ырыуҙы көтә башланыҡ. Бүлмәләш ҡыҙҙар мине юғалтҡан булғандар икән. Минең күтәреңке кәйефте күреп, еңел тын алыштылар. Киске аштан һуң Илдар менән тағы ла сәңгелдәктәргә киттек. Бер талай ултырғас: -Һөйлә,- тинем. -Нимә тураһында?- Илдар миңә яйлап ҡына күтәрелеп ҡараны. Ҡарашында һынау бар кеүек тойолдо миңә. Мин ауыҙымды ҡыйшайтып йылмайҙым да: -Камила тураһында,- тинем. Илдар өндәшмәне. Аҙаҡ кәҫәһенән туҙа башлаған дәфтәр бите сығарып ҡарап ултырҙы ла, ипләп кенә миңә һуҙҙы. Мин ҡағыҙҙы алдым да, асып уҡый башланым: “Илдар! Минең был хатта нимә тураһында яҙырымды аңлағанһыңдыр инде. Һине шул тиклем хөрмәт итәм! Һин аҡыллы, матур, сабыр, яҡынһың. Тик йөрәк үҙенекен итә. Була ул... әрпеш, үҙ-үҙенә ғашиҡ, ҡаты... Тик мин уны яратам. Кисер. Һине ярата алмағанға. Камила.” Мин уҡып бөттөм дә, Илдарға күтәрелеп ҡарарға ҡыймайыраҡ ултырҙым. Бер талай ваҡыттын һуң хатты кире бөкләп, уға һуҙҙым. -Беҙ Камила менән был йәйләүҙә теге йыл уҡ танышҡайныҡ. Булат та теге йыл уҡ бар ине.- Илдарҙың тауышы тыныс ҡына. Бары тик күҙенә төйөлә башлаған йәштәре генә уның һаман да өҙгөләнеүен һөйләйҙәр. Уны йәлләп, минең дә күҙҙән йәштәр субырлай башланы. Йә Хоҙай, сәбәп сығып ҡына тора бысылдарға! Илдар миңә ҡараны ла: -Илама, апай,- тине. Мин йәштәремде һыпырып йылмайҙым, тороп янына барҙым да: -Ярар, ҡустым- тинем. Илдар иңемдән ҡосаҡланы ла, яңынан тамсылай башлаған ямғырға йөҙөн күтәрҙе.
