- •(Йәки тәүге һөйөү тураһында әкиәт.)
- •24 Июнь 2009 йыл
- •25 Июнь 2009 йыл
- •26 Июнь 2009 йыл
- •29 Июнь 2009 йыл
- •02 Июль 2009 йыл
- •03 Июль 2009 йыл
- •11 Июль 2009 йыл
- •13 Июль 2009 йыл
- •16 Июль 2009 йыл
- •26 Июль 2009 йыл
- •30 Август 2009 йыл
- •31 Август 2009 йыл
- •13 Октябрь 2009 йыл
- •22 Ноябрь 2009 йыл
- •1 Декабрь 2009 йыл
- •11 Октябрь 2014йыл
11 Октябрь 2014йыл
Ғәҙәт ҡылыҡтың энеһе, тиҙәр. Күптән көндәлек кеүек нимәләрҙе ҡулға алған юк ине. Бына инде тағын яңыһын башлайым. Нимә этәрҙеме? Ҡасандыр көндәлек алып бара инем. Нисектер күңелһеҙ тамамланғайны ул. Улай булырға тейеш түгел ине. Туҡтауһыҙ шылтыратҡан әхирәтемде тыңлай-тыңлай тынсыу автобусҡа инеп ултырҙым да, еңел һулап ҡуй ҙым. Көнө буйы тыпырсынып йөрөп, арыттырған. - Иртәгә сәғәт туғыҙҙа парикмахер килә, Лилиә менән Зәлиә лә унға килеп етәләр. Прическа һайланыңмы? Әсәйеңә шылтыратып, адресты әйтергә онотоп ҡуйма... Туҡтамай бытырлаған әхирәтемде тыңларға хәл етмәй, телефонды һүндереп ҡуйҙым. Әле уға китеп барам бит инде, килеп еткәнде көтһә булмаймы икән? Ярар, телефондың көсө бөттө, тейермен. Бер аҙ башты ашар ҙа туҡтар. Әхирәтем ҡала янында йәшәй. Автобустан сыҡтым да, тыныслыҡҡа кинәнеп, эңер һиллегенә рәхәтләнеп, күҙемде йомдом. - Сабира?- таныш тауышҡа тертләп киттем. -Таныманыңмы әллә?- мин алдымдағы кешегә күҙҙәремде ҙур асып ҡарауымды белдем. Илнур. Тулыланған. Олоғайған. Кесерәйеп ҡалған кеүек. -Сәләм,- тинем мин йылмайып. -Эх, һаман да шулай иҫ киткес итеп йылмаяһың!- Илнур килеп ҡосаҡлап алды.-Бында нимә эшләп йөрөйһөң? -Әхирәтемә килдем,- тип ипләп кенә уны этәрҙем. -Ҡайһы яҡҡа?- Илнур минән күҙен алмай ине. -Аҫҡа төшәм,- мин кәрәк яҡҡа ҡуҙғала башланым. -Аҫҡа? Йыш киләһеңме әллә бында, исемләп беләһең?- Илнур ҙа минең ыңғайға атлай башланы. -Аҙна һайын тейерлек ялым ошонда үтә минең,- тинем уның аптырауына аптырап. Илнур көлөп ебәреп башын сайҡаны ла: -Сабира. Сабира, Көт әле. Һин Өфөләме ни? – Илнурҙың әллә ҡурҡыуҙан, әллә асыуҙан асылған күҙҙәренә ҡарап, ипләп кенә: -Эйе,- тинем. Илнур ҡулдарын кәҫәһенә бер тыҡты, бер алды, йә битен һыпырҙы, йә уфылданы. -Мине тыңла әле. Сабира. Матурым. Мин һинең Өфөгә уҡырға инереңде ныҡ көттөм. Һин 11 класты бөткән йылы Айҙар һине Мәскәүгә уҡырға инде тине. Минең шундағы төшөнкөлөгөмдө белһәң! Ир-егеттәр бит күңел ауыртыуына сыҙамай, мин дә сыҙаманым. Икенсе бер ҡыҙға йомолдом. Өйләндем. Улым бар. Тик һинең ерән сәстәрең һаман төшөмә инә. Ана. Йәшел ҡапҡалы өйҙә йәшәйем мин. Мин әйләнеп ҡараным. Балҡып торған тәҙрәләргә ҡарап илағы килде. Тамаҡҡа торған төйөрҙө йоттом да: - Мин Айҙар менән инде өс йыллап аралашмайым. Ул ҡайҙан белһен минең ҡайҙа уҡырға ингәнде? Минең үҙемде табыуы, үҙемдән һорауы ҡыйын инеме? Илнур тағы мине ҡосағына ҡыҫты. -Ғәфү ит. Ғәфү ит икебеҙҙе лә бәхетһеҙ иткәнгә. Һағындыңмы мине, Сабира? Мин бит һине көн дә иҫкә төшөрәм! Мин тағын уның ҡосағынан сығыуҙы хуп күрҙем. -Һағындым, Илнур. Ныҡ һағындым. Аҙаҡ өйрәндем. Оноттом. Яңынан ғашиҡ булдым. Тағын өтөлдөм. Бер туҡтауһыҙ. Әле лә яратам. Һин минең өсөн күптәрҙең береһе генә булдың,- йөҙөмдөң битараф икәнен белә инем. Бушҡа актерлыҡ курстарына йөрөмәнем бит. Илнурҙың бер ни аңламаған йөҙөнә ҡараным да: -Әйтеләһе һүҙҙәр әйтелде. Хуш, Илнур. Үтенеп һорайым, бәхетле бул. Мин әхирәтемдең өйө яғына ыңғайланым. Ҡабаланманым, уфтанманым, арҡамды төҙ тотоп, яйлап ҡына атланым. Уның ҡарап ҡалғанын арҡам менән тоя инем, лайыҡлы китергә тырыштым. Хуш, Илнур! Ҡатының, улың хаҡына, мин бит һине һаман яратам! Һәр тыуған көнөм һиңә бәхет теләүҙән башлана. Бәхетең ғаиләңдә булһын. Һис юғында, улыңда. Ә мин... Мин һанайым. Һанайым. Нисәнсе йыл. Һинһеҙ үткән көндәрҙе.
Наҙгөл Ғәлиева
