Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
festival_idej.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
2 Мб
Скачать
☆

Интервизия – заман талаптарына ярашлы интерактив технология.

Интервизия (инглиз теленән, интер» − «бер йүнәлешле аралашыу” тигән мәғәнәлә, һәм » vision» − «виденье» ), һүҙмә - һүҙ тәржемә иткәндә “взгляд в середину, проникновение в суть”, “теманың төп асылына инеү”.

Интервизия функциялары

  • Информация – мәғлүмәт менән профессиональ рәүештә бүлешеү (эш тәжрибәһе,, яңы технологиялар ҡулланыу буйынса эш үҙенсәлектәре һ.б.).

  • Коллегалар тарафынан ярҙам алыу (йәш белгестәргә ярҙам, проблемаларҙы сисеү һ.б.).

Интервизияға характеристика

  • Интервизия үткәреү өсөн ҡабул ителгән ҡағиҙәләр бөтәһе өсөн дә мотлаҡ

  • Интервизияла ҡатнашыу ирекле булырға тейеш. (ҡатнашыусыларҙы дөйөм тема берләштерә)

  • Педагогтар ҡәтғи рәүештә расписание буйынса эшләйҙәр (мәҫәлән, аҙнаһына 1 тапҡыр, 1 сәғәт)

  • бөтә ҡатнашыусыларға ла бер үк төрлө мөрәжәғәт итеү (субординация һаҡланмай, исем менән мөрәжәғәт итергә мөмкин)

  • Материал буйынса интервизиянан тыш һөйләшеү тыйыла.

  • Яңы ҡатнашыусылар интервизия ҡағиҙәһен үтәһәләр генә индерелә

Интервизия үткәреү методикаһы

Интервизия йәш төркөмдәре өсөн конкрет темаға арналған йәки бөтәһе өсөн дә дөйөм темаға арналған булыуы мөмкин.

Интервизия аныҡ планға ярашлы алып барыла:

1. Интервизияла ҡатнашыусылар ( интервизия темаһына ярашлы ҡатнашыусы 5 — 6 педагог). Интервизияла башҡалар ҙа ҡатнаша алалар.

Бөгөнгө дөйөм тема “Сулпылар” балалар баҡсаһында ҡулланылған инновациялы технологиялар үҙенсәлектәре”

2. Модератор һайланыла, ул интервизияны алып барыусы була. Бөгөн модератор ролендә мин.

3. Интервизия ҡағиҙәләрен билдәләйҙәр (беҙ һеҙҙең ваҡытығыҙҙы алмаҫ өсөн ҡағиҙәләр алдан әҙерләнек):

  • тема буйынса һәр ҡарашты иҫәпкә алырға

  • ысын күңел түренән сыҡҡан фекерҙәр генә әйтергә

  • һәр ҡатнашыусыға исеме менән өндәшергә

  • бер – береңә ҡамасауламаҫҡа.

4. Һәр ҡатнашыусы үҙенең темаһын (проблемаһын) әйтә.

5. Фекер алыша торған темалалар араһынан бер проблема ғына ҡаралыуы мөмкин.

6. Интервизияла ҡатнашыусы үҙ темаһына ярашлы сығыш яһай. Модератор һөйләүсене һорауҙар менән бүлдермәүҙе күҙәтә.Был ваҡытта тыңлаусылар үҙҙәренең дәфтәрҙәрендә кәрәкле тип һанаған мөғлүмәттәрҙе яҙып баралар.

7. Һәр ҡатнашыусы сиратлап сығыш яһаусыға аныҡлап һорауҙар бирә ала.

8. Эштең ыңғай һәм кире яҡтары баһалана.

9. Сығыш яһаусы башҡаларҙың фекерен иҫәпкә ала .

10. Башҡа ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн нимә алғандар, шуны һөйләйҙәр.

Ә хәҙер һүҙҙе  сығыш яһаусыларға бирәйек

Алып барыусы: Телмәр – төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы телмәр үҫтереү айырым өлкә булып хеҙмәт итә һәм телмәр үҫтереү бурыстарын да билдәләй. Телмәр үҫтереүҙә заманса технологиялар ҡулланып эш итеү оҫтаһы Танһыҡҡужина З.Ғ. һүҙ бирелә. Ул ҡыҫҡаса үҙе ҡулланған технологияларҙың балаларҙың телмәрен үҫтереүҙәге файҙаһы тураһында әйтеп үтәсәк. Рәхим ит, Земфира Ғәлийән ҡыҙы!

Интервизияла тәҡдим ителгән тема “Телмәр үҫтереүҙә ҡулланылған инновациялы технологиялар ”

Хөрмәтле коллегалар !

Балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн бөгөнгө заманда айырыуса һәр балаға ҙур иғтибар ваҡыт талап ителә . Хәҙерге ваҡытта баланың телмәрен үҫтереү актуаль проблемаларҙан һанала , шуның өсөн бәйләнешле телмәрҙе үҫтереү бик мөһим . Традицион методика педагогтың һүҙ телмәрен өлгө итеп ҡуя ,ләкин тәжрибәләр күрһәтеүе буйынса балалар өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәйҙәр , һүҙбәйләнештәр ,һөйләмдәр ,хикәйә төҙөй алмайҙар . Был мәсьәләне хәл итер өсөн тәрбиәсе яңы инновациялы алымдар ,технологиялар аша баланың телмәрен үҫтерергә бурыслы . Был мөһим уҡытыу -тәрбиәүи бурысты башҡарыуҙа телмәр үҫтереү буйынса бик күп төрлө инновациялы технологиялар ярҙамға килә. Мин түбәндәге технологиялар ҡулланам:

Пропп карталары

Дидактик синквейн

Метафора төҙөү

Ребус алымы

1. Мин ҡулланған карталарҙы Владимр Яковлевич Пропп уйлап сығарған . Ул бик күренекле филолог ,фольклорист . Уның бөтәһе егерме функцияны билдәләй торған карталары бар . Карталар ярҙамында балалар әкиәт йөкмәткеһен еңел үҙләштерә , әкиәтте һөйләй ала ,ә артабан бала үҙе әкиәт төҙөү һәләтенә эйә була.

1.Тыйыу

2 .Тыйыуҙы боҙоу

3 .Боҙоҡлоҡ эшләү

4 .Геройҙың китеүе

5.Бурыс

6Тылсымсы менән осрашыу

7 .Тылсымлы әйбер

8. Геройҙың килеп сығыуы

9 .Боҙоҡлоҡ эшләүсе йәки кире герой

10. Һуғышыу

11. Еңеү

.Өйгә ҡайтыу

.Өйгә килеп етеү

Алдаҡсы герой

15Ауыр һынауҙар

.Бәләнән ҡотолоу

Геройҙы таныу

Алдаҡсы батырҙы таныу

Алдаҡсы батырға яза биреү

20.Туй йәки бәхетле тамамланыу Пропп карталарын өйрәнеү өсөн бер нисә этаптар үтергә кәрәк .

Беренсе этапта балаларҙы әҫәби әҫәрҙең төрө әкиәт жанры менән таныштырыу . Уның икенсе жанр менән айырмалыҡтарын асыҡларға һәм әкиәт төҙөлөшөн билдәләргә була . Балалар менән бергәләп пропп карталарын эшләргә була . Балалар менән бергәләшеп эштәрҙе башҡарыу әкиәт функцияларын иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә . Икенсе этапта карталарҙы өйрәнер өсөн уйындар ойошторорға була . Мәҫәлән : “Тылсымлы исемдәр “ - Тылсымлы геройҙар исемдәрен һанап сығырға Һәм ни өсөн уға шундай аталыуын бирелеүен асыҡлау . Мәҫәлән ,Золушка ,Үлмәҫйән , Ҡыҙыл кәпәс ,Мәскәй Әбей . “Юлда нимә кәрәк ?” ( Балаҫ , ал сәсәкә ,йөҙөк , ҡылыс , йомғаҡ , тылсымлы таяҡ )

Өсөнсө этапта Әкиәтте уҡыу барышында карталарҙы һалып сығабыҙ . Дүртенсе этапта инде Пропп карталары ярҙамында әкиәттең йөкмәткеһен өйрәтергә була . Бишенсе этапта инде иң ҡыҙыҡлы эш алына - балалар ошо карталар ярҙамында үҙҙәре әкиәт уйлап сығара алалар . Пропп карталарының әһәмиәте - Балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтерә - Һүҙлек запасын байыта - Хәтерен ,абстрактлы ,логикалы фекерләүен яҡшырта - эҙләнеү әүҙемлелеген арттыра

2. Синквейн - мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә бик кәрәкле алым һынала . Синквейн - француз һүҙе , биш тигәнде аңлата ,йәки биш юллыҡ шиғыр . Уны Аделанда Крэпси уйлап сығарған . Беренсе юл бер һүҙҙе тәшкил ,исем йөкмәткеһен билдәләүсе һүҙ Икенсе юл - ике һүҙҙән тора ,был әйберҙең йәки күренештең үҙенсәлеген ,сифатын асыҡлаусы һүҙҙәр булырға мөмкин . Әсәнсә юлда - төп темаға ҡағылышлы эшхәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәр . Дүртенсе юлда бала билдәләнгән темаға ҡағылышлы һөйләмдәр төҙөй .. Бишенсе юлда бер генә һүҙ йәки һүҙбәйләнеш тәшкил итә . Был һүҙ ,һүҙбәйләнеш бирелгән теманың төп йөкмәткеһен асыҡлай . Дидактик синквейнды төрлө лексик темаларға буйынса төҙөргә мөмкин Синквейн нимә бирә?

- Балаларҙың һүҙ байлығын арттыра - Төп фекерҙе билдәләргә өйрәтә . Синквейн ҡулланып үтелгән темаларҙы йомғаҡлап ҡуябыҙ .

3. Киләһе ҡулланылған технология метафоралар төҙөү. Метафора төшөнсәһенә аңлатма бирәйек . Метафора - бер объекттың (предметтың, күренештең) үҙенсәлеген икенсеһенә күсереү . Тәрбиәсенең төп маҡсаты булып метафора алгоритм ын төҙөү өсөн шартттар булдырыу һәм схемаларын үҙләштереү . Әгәр ҙә бала метафора төҙөү схемаһын үҙләштерһә ,үҙ аллы метафоралы һөйләмдәр төҙөй ала .

Балаларҙы метафора төҙөү технологияһына өйрәтеү алгоритмы -Иң беренсе обьект һайлана . Ошо обьектҡа ҡарата метафорик фраза төҙөлә. Объекттың сифатын белдергән һүҙ уйлайбыҙ. -Икенсе обьект һайлайбыҙ . ( беренсе обьект менән сифаты яғынан оҡшаш булырға тейеш ) -Беренсе обьекттың урынын билдәләйбеҙ . Метафоралы фраза төҙөр өсөн икенсе обьект алына һәм беренсе обьекттың урынлашҡан урыны билдәләнә .

һөйләм төҙөлә.

1 – се миҫал

Йәйғор - 1 объект

Төрлө төҫтә - сифаты

Сәскәле ялан - 2 объект

Ямғырҙан һуңғы күк йөҙө- 1 объекттың урынлашҡан урыны

Сәскәле ялан - ямғырҙан һуңғы күк йөҙө

Ямғырҙан һуң сәскәле ялан йәмләнеп китте .

2 – се миҫал

ҡар бөртөгө

биҙәкле

яулыҡ

ерҙә

ерҙәге биҙәкле яулыҡ

3 – сө миҫал

ҡар бабай

йомшаҡ

ҡуян

ихатала

ихаталағы йомшаҡ ҡуян

4 – се миҫал

юл

оҙон

таҫма

урманда

урмандағы оҙон таҫма

Метафора төҙөү балаларҙың һүҙ байлығын байытыу бәйләнешле телмәрен үҫтереү , фекрләү ҡеүәһен һәм ижады әүҙемлелеген үҫтереү кеүек белем биреү бурыстарын үтәй һәм тиңдәштәре менән берҙәм берҙәм эшмәкәрлеге формалашыуына юл аса .

4. Киләһе Штернбергтың ребус алымы тураһында һөйләп үтмәксемен. Иң тәүҙә балаларға күнегеүҙәр үткәрергә була. Балаға бер бөтөн һүҙ әйтелә, ул был һүҙҙең башын ғына әйтергә тейеш .

Бесәй - бе

Сысҡан - сы

Китап - ки

Тейен - те Икенсе алымдың өлөшөндә ,балаға ике һүҙ тәҡдим ителә ,ә бала шул һүҙҙәрҙең башын ғына ҡабатлай .

балыҡ - ҡалаҡ баҡа

бала - тараҡ бата

самауыр- нағыш сана

ҡалаҡ- баҡа ҡаб

Был алымдың өсөнсө өлөшөндә ,балаға өс һүҙ тәҡдим ителә һәм бала һәр һүҙҙең башын генә әйтә .

ҡалаҡ - радио - машина ҡарама

таҡта - малай - шар тамаша

такси- рам - малай тарама

сыр насар - яҡын сынаяҡ

Бирелгән алым барышында билдәле ҡыйынлыҡтар барлыҡҡа килә .

Мәҫәлән ,балалар һүҙҙәрҙе хәтерҙә ҡалдыра алмайҙар ,һүҙҙәрҙә өндәрҙең эҙмә -эҙлелеген дөрөҫ билдәләмәйҙәр .Был хаталарҙың төп сәбәбе - балаларҙың иғтибарһыҙлығы һәм уларҙы үҙ фекерҙәрен дөйөмләштерә алмауы . Маҡсатҡа ирешеү өсөн күргәҙмәлек ҡулланырға була . Мин һеҙгә уҡытыу -тәрбиәүи эшегеҙҙә уңышлы ҡулланыу өсөн телмәр үҫтереү буйынса заманға ярашлы инновацион технологиялар тәҡдим иттем . Был технологиялар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә ,һүҙлек запасын байытыуҙа ,һүҙбәйләнештәр төҙөүҙә ,фекерләү ҡеүәһен ,логик фекерләүен үҫтереүҙә ярҙам итер ,тип ышанам һәм еңел булмаған эшегеҙҙә ҙур ижади уңыштар теләйем .

Алып барыусы (модератор):

Рәхмәт, Земфира Ғәлийән ҡыҙы! Минеңсә, иң мауыҡтырғыс эш – балалар менән метафоралар төҙөү . Сөнки метафоралар төҙөү баланың логик фекерләү ҡеүәһен йылдам үҫтерә, сағыштырыу, уйлап табыу, анализлау операцияларын активлаштыра.

Земфира Ғәлийән ҡыҙына һорауҙар булмаһа, артабан эшебеҙҙе дауам итәйек.

Беҙ белеүебеҙсә, Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында балалар баҡсаһы программаһын үҙләштереүгә ҡарата маҡсатлы ориентирҙарҙың береһе – балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы (любознательность).

Танып белеү эшмәкәрлегендә лә тәрбиәселәр төрлө технологиялар ҡулланалар: ТРИЗ, проектлау технологиялары, эҙләнеү – тикшеренеү технологиялары һ.б. Юғары категориялы тәрбиәсе Ҡәйепҡолова З.Ғ. балаларҙың танып белеү эшмәкәрлегендә ҡулланған технологияларына ҡыҫҡаса хәрәктеристика бирә. Рәхим итеп тыңлағыҙ.

  • З.Ғ.Ҡәйепҡолованың сығышы.

Тема “Балаларҙың танып белеү эшмәкәрлегендә ҡулланылған инновациялы технологиялар”

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар!!!

Минен бөгөнгө темамдың исеме: “Балаларҙың танып белеү эшмәкәрлегендә ҡулланылған инновациялы технологиялар” тип атала.

Ошондай маҡсаттарҙы алдым:

  1. Балаларҙың һүҙ байлығын, телмәрҙәрен, иғтибарҙарын, хәтерҙәрен, уйлау һәләттәрен үҫтереү. Белем алыуға ынтылыш формалаштырыу, модель – схемалар ярҙамында бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү. ТРИЗ элементтарын ҡулланып балаларҙың логик фекерләүҙәрен үҫтереү.

  2. Балаларға, тәбиғәткә ҡарата һөйөү, күҙәтеүсәнлек, ҡош-кейектәргә иғтибарлылыҡ, һөйөү тәрбиәләү.

Мин ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлегендә

  1. Карта буйлап сәйәхәт

  2. “Системалы ау” төҙөү

  3. Морфологик таблицалар

  4. Фекерләү карталары технологияларын ҡулланып балаларҙың белем кимәлдәрен, фекерләү ҡеүәләрен үҫтерәм.

Ә хәҙер ошолар тураһында якынданыраҡ таныштырып үтәм.

1. Карта буйлап сәйәхәт технологияһының актуаллеге.

1. Баланың танып белеү үҫешендә фекерләү ҡеүәһе түбән булғанлыҡтан ҙур иғтибар бирергә кәрәк;

2. Баланың танып белеүҙәге үҫеше төрлө эшмәкәрлектәр аша башҡарылырға тейеш;

3. Бала – белем биреү барышының актив ҡатнашыусыһы булараҡ, уға белем кимәлен арттырырға ярҙам итергә кәрәк.

Методикаһы буйынса һәр сәйәхәттә лә карта, тәбиғәт ландшафтары, төрлө объекттар төшөрөлгөн карточкалар йәки фотоиллюстрациялар, күргәҙмәлек һәм таратма материалдар, тылсымлы рюкзак, тикшеренеү өсөн материалдар (тәжрибәләр) кәрәк буласаҡ.

“Карта буйлап сәйәхәт” итеү алгоритмында

1. Барыу урынын билдәләү.

2. Картанан маршрут билдәләү.

3. Нимә һәм кем тап булыуы мөмкинлеген асыҡлау, юлға нимә кәрәклеген әйтеп китеү.

4. Сәйәхәт итеү. Эҙләнеү – тикшеренеү эшмәкәрлеге, тәжрибәләр үткәреү.

5. Йомғаҡ яһау. Ниндәй яңы белем алдыҡ?

“Карта буйлап сәйәхәт” нимәһе менән балаларҙы ылыҡтыра? Йәки ул алымдың өҫтөнлөгө.

  1. Балаларҙың тирә – йүн һәм унда булған объекттар тураһында белеме формалаша;

  2. Баланың хәтере, фекерләү операциялары йылдам үҫешә;

  3. Бәйләнешле телмәр үҫешә;

  4. Төрлө эшмәкәрлектәр аша баланың танып белеү активлығы формалаша;

  5. Ижади һәләттәр үҫешә, хеҙмәт күнекмәләре нығый һәм хәрәкәт активлығы арҡаһында һаулыҡ та нығый.

“Карта буйлап сәйәхәт” барышында тәжрибә күрһәтелергә тейеш ине. Тәжрибә буйынса һеҙгә видеояҙма тәҡдим итәм. Рәхим итеп ҡарағыҙ.

2. “Системалы ау” төҙөү. (Системная паутинка)

Ниндәй ҙә булһа проектты тормошҡа ашырыу “системалы ау” төҙөү формаһында булыуы мөмкин, йәғни проектты тормошҡа ашырыу планы. “Системалы ау” төҙөгәндә эш йүнәлештәре генә түгел, ә өлкәләр интеграциялары ла бик асыҡ күрһәтелергә тейеш.

Системалы ау (өлкәләр буйынса төҙөлөүе мөмкин)

Танып белеү үҫеше

Төп эшмәкәрлек – эҙләнеү - тикшеренеү,  формалары:

Телмәр үҫеше  төп эшмәкәрлек - коммуникатив,  формалар:

Физик үҫеше  төп эшмәкәрлек -хәрәкәт,  формалары:

Социаль - коммуникатив төп эшмәкәрлек - уйын эшмәкәрлеге,  формалары :

Художестволы – эстетик үҫеш төп эшмәкәрлек - продуктив,  формалары:

Ата – әсәләр һәм социум менән бәйләнеш:  формалары:

Мин бөгөнгө эшмәкәрлектә “Системалы ау” технологияһы менән “Ҡыш” темаһын йомғаҡлауҙы алдым.