Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
festival_idej.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
2 Мб
Скачать
☆

Морфологик анализ технологияһында «Тылсымлы юл” ҡулланмаһы.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың күҙ алдына килтереүҙәрен, хыял итеүҙәрен үҫтереү буйынса ҡыҙыҡлы алымдарҙың береһе булып морфологик анализ тора. Морфологик анализ алымын 20 быуаттың 30 йылдарында швейцар астрофизигы Фриц Цвикки уйлап сығарған.

Морфологик таблицалар менән һеҙҙе минең коллегам Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы таныштырҙы. Ә мин төркөмөмдә морфологик юлдар менән эш итәм.

Морфологик анализ алымын ҡулланыу тәрбиәсегә кескәй генә балаларға аңлайышлы итеп донъялағы тирә – яҡтың үҙгәрештәрен күрһәтергә ярҙам итә.

  • Морфоанализ алымы арҡаһында бала кесе йәштән донъяны уның билдәләре, формалары, үлсәме, төҫө буйынса танып белә. Ошо билдәләр ярҙамында бала уларҙы бер – береһе менән аралаштыра, алмаштыра. Алым буйынса эш эҙмә – эҙлекле һәм һәр ваҡыт барырға тейеш.

  • Морфоанализ буйынса танышыуҙы ябай бер юллы -“Тылсымлы юл” таблицаһы менән башларға кәрәк. Эшмәкәрлек маҡсатына ҡарап, юлда төрлө күрһәткестәр ҡуйырға була: төҫ, форма, күләм, материал һәм башҡалар. Ошо юл буйлап берәй персонаж сәйәхәт ҡыла, уның менән ғәҙәти булмаған үҙгәрештәр барлыҡҡа килә.

“Тыңлауһыҙ Йомро икмәк”

Мәҫәлән, беҙ кескәйҙәр төркөмөндә «Тылсымлы юл” ҡулланмаһы буйынса хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы “Тыңлауһыҙ Йомро икмәк” уйынын уйнайбыҙ. Ҡулланманы пластик материалдан эшләттек. Бер юлда өс бер размерлы үтә күренмәле кеҫәләр беркетелә.

Б ыл юлда беҙ светофорға ярашлы төҫтәр урынлаштырҙыҡ. Ә хәҙер мин һеҙгә ошо юл буйлап “Тыңлауһыҙ Йомро икмәк” исемле уйын тәҡдим итәм. Рәхим итеп ҡарағыҙ.

Видеоөҙөк ҡарау.

Балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа ҡасып Йомро Икмәк килгән. Ул кемдән ҡасып киткән әле? Әйтегеҙ әле, балалар, ата – әсәйҙән һорамайынса тышҡа сығырға яраймы? Ә ни өсөн? (Аҙашырға була, машина тапай, ят кеше алып китә). Йомро икмәк аңлағандыр инде, өлкәндәрҙән рөхсәт һорап ҡына йөрөргә кәрәклеген. Балалар, ул ниндәй? (Түңәрәк, һары, йомшаҡ, күңелле, тыңлауһыҙ...) Йомро икмәк тураһында әкиәт тыңлағығыҙ киләме? Улай булғас тыңлағыҙ. Йомро икмәк тылсымлы юл буйлап йөрөп килергә булған. Йомро икмәк ниндәй юлға килеп сыҡҡан?

 

Б ына Йомро икмәк ҡыҙыл юл буйлап тәгәрәп китеп бара. Ул ниндәйгә әйләнде? (Ҡыҙылға). Хәҙер нимәгә оҡшап ҡалды? ( Помидорға, ҡыҙыл ҡояшҡа, светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә, ҡыҙыл тупҡа һ.б.) Әйҙәгеҙ беҙ тылсымлы быяла аша ҡарайыҡ әле. Нимә күрәһегеҙ? (Бөтә нимә ҡып – ҡыҙыл: өҫтәл, ултырғыс...) Был йомро икмәккә оҡшанымы икән? (Юҡ оҡшаманы)

 Йомро икмәк тылсымлы ҡыҙыл юлдан ҡыҙыл ҡәләм алған да артабан тәгәрәп киткән.

Ошо рәүештә беҙ һары, йәшел юл буйлап сәйәхәт итәбеҙ.

Йомро икмәк ниндәй юлға килеп сыҡҡан? Ә хәҙер ул ниндәй төҫкә инде? Ә һары тағы нимә була? Афарин! Әйҙәгеҙ беҙ ошо тылсымлы быяла аша ҡарайыҡ әле. Нимә күрәһегеҙ? (Бөтә нимә һап – һары: һары бала...)

 

Йомро икмәк тылсымлы һары юлдан һары ҡәләм алған да артабан тәгәрәп киткән Ниндәй юлға килеп сыҡҡан? (Йәшел). Ниндәйгә әйләнгән? Хәҙер ул нимәгә оҡшап ҡалған? Афарин! Әйҙәгеҙ беҙ ошо тылсымлы быяла аша ҡарайыҡ әле. Нимә күрәһегеҙ? (Бөтә нимә йәшел : йәшел тәҙрә...)

Ә хәҙер мин уйындың аҙағын видеояҙманан ҡарап үтергә тәҡдим итәм.

Видеоөҙөк ҡарау.

Афарин балалар!  Йомро икмәккә һеҙҙең менән тылсымлы юл буйлап йөрөүе бик күңелле булды. Ул тылсымлы юл буйлап йөрөгәндә ниндәй ҡәләмдәр алды әле? Йомро икмәк һеҙгә төҫлө ҡәләмдәрен бүләк итә һәм ошо түңәрәктәрҙе буярға тәҡдим итә.

Балалар, беҙҙең һүрәтебеҙ нимәгә оҡшап ҡалды? (Светофорға). Светофор нисә төҫтән тора? Бына беҙ Йомро икмәккә ярҙам иттек. Ул светофор һүрәтен алып тағы ла сәйәхәткә сығып киткән.

Видео тамамлана.

  • Киләһе шөғөлләнеүҙәрҙә морфотаблица менән эш яйлап ҡатмарлаша бара. Яңы күрһәткестәр индерергә һәм уларҙы күбәйтергә була. Мәҫәлән, төҫ урынына форма, үлсәм алырға була, һуңғараҡ уларҙы аралаштырып ҡуйырға мөмкин.

  • Морфотаблица ярҙамында ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеген ойоштороп була.

Тағы ла беҙҙең балалар Йомро Икмәк менән «Тән өлөштәре буйлап сәйәхәт” итәләр. Баш, ҡулдар, аяҡтар төшөрөлгән юл буйлап йөрөйҙәр. Уйын аҙағында Йомро Икмәк бүләк иткән ҡырҡылған һүрәттәрҙе йыялар.

«Тән өлөштәре буйлап сәйәхәт”

Балалар, бер көнө Йомро икмәк китаптан кешенең тән өлөштәрен ҡарап ултырған да, Тылсымлы юл буйлап йөрөп килергә булған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Йомро икмәк менән йөрөп киләйек. Ул ниндәй? (Түңәрәк, һары) Йомро икмәк ҡайҙа килеп сыҡты? Баш төшөрөлгән юлға килеп сыҡты. Хәҙер ул ниндәй булды? ( Күк күҙле, ҡыҙыл иренле, ҡара сәсле, ҡолағы, танауы бар) Уға хәҙер нисек?(Күрә, ишетә, ашай ала, йылмая, йырлай). Беҙ күҙебеҙ менән нимә күрәбеҙ? Был юлдан ул ҡырҡылған һүрәт алған да, артабан юлын дауам иткән.

Йомро икмәк ҡулдар төшөрөлгән юлға төштө. Хәҙер ул ниндәй булды? (Ҡуллы булды) Ул хәҙер нимә эшләй?(Туп тота, һүрәт төшөрә). Әйҙәгеҙ беҙ ҡулдар менән сәпәкәй итәйек. Был юлдан да ул ҡырҡылған һүрәт алған да, артабан юлын дауам иткән.

Йомро икмәк аяҡтар төшөрөлгән юлға төштө. Хәҙер ул ниндәй булды? (Аяҡлы булды) Ул хәҙер нимә эшләй?(Югерә, һикерә). Беҙ ҙә һикерәйек әле. Был юлдан да ул ҡырҡылған һүрәт алған.

 Йомро икмәккә һеҙҙең менән тылсымлы юл буйлап йөрөүе бик күңелле булды. Ул һеҙгә ҡырҡылған һүрәттәрен бүләк итә, әйҙәгеҙ бергәләп һүрәттәрҙе йыяйыҡ.

Шулай итеп, «Тылсымлы юл” ҡулланмаһы ярҙамында балаларҙың танып – белеү, уйлау һәләттәре арта, телмәрҙәре лә үҫешә. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса тәү төшөнсәләр алалар.