Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
festival_idej.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
2 Мб
Скачать
☆

II. “Ҡулдар хоры”

2015 йылдан башлап яңы музыкаль-педагогик технологияһын үҙемдең эшемдә ҡуллана башланым. «Ҡулдар хоры» – яңы инновацион музыкаль-педагогик технологияларҙың береһе. Ул Татьяна Анатольевна Боровиктың авторлык методикаларының бер тармағы. Балалар төрлө йәштә булыуға ҡармаҫтан, уларҙың бөтәһенә лә был методика оҡшай, шунлыҡтан был эште мин артабан да дауам итәсәкмен. Был эш төрө иртәлектәрҙә эстетик яктан уңышлы.

Был төр балаларға ике тауышҡа хәрәкәтләнеүҙе аңларға ярҙам итеүе менән ҡызыклы. Был эш ваҡытында ҡатнашыусылар ике тауышлы хор һәм ике дирижер – алып барыусыларға бүленә. Беренсе хәрәкәтле партияны беренсе төркөм балалары ҡулдары менән башҡарһа (ултырғыстарҙа ултырыусылар), улар «дирижер» – алып барыусы ҡулдарының хәрәкәтен көҙгөләгесә сағылдыралар; икенсе партияны ултырғыс артында баҫып тороусы балалар үҙҙәренең «дирижер» – алып барыусы хәрәкәттәрен ҡабатлап башҡаралар. Тәүҙәрәк «дирижер» – алып барыусы ролен өлкәндәр башҡарһа, аҙаҡ кәрәкле күнекмәләр нығытылғас, был ролде балалар үҙҙәре үк башҡара башлайҙар. Был өҫтәлмә атрибут – бирсәткә ҡулланыуҙы талап итә. «Бирсәткә» – япраҡтар, ҡар бөртөктәре, йәшелсәләр, емеш-еләк, һауыт-һаба, сәскәләр, күбәләктәр һәм башҡалар.

Тема, сюжет, сезонғана ҡарап характеры һәм кәйефе төрлөсә булған композициялар барлыҡҡа килә («Көзгө урман», «Ҡарҙар вальсы» һәм башҡалар). Был һәр кемдең фантазияһына бәйле, әлбиттә.

Был эш алымы нимәне үҫтерә?

1) Иркен хәрәкәт итеү координацияһын;

2) Ритм тойоуҙы;

3) Иғтибарҙы;

4) Хәрәкәтле импровизация эшләй алыу һәләтен.

4. “Ҡулдар хоры ” технологияһының үҙенсәлектәре :

1. Баҙнатһыҙ, ояалсан, инициативаһыҙ балаларҙы йәлеп итеү өсөн уңайлы алым. Эш төрөнөң башҡарыу ябайлығы һәр балаға үҙен лидер ролендә һынап ҡарау өсөн мөмкинлек бирә.

2. Алымды төрлө ситуацияларҙа ҡулланырға мөмкин: ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәренән алып концерт номерҙарын башҡарыуға тиклем.

3. Музыка менән пластик рәүештә ҡатнашыу уны уңышлы отоп алыу һәм башҡарыу өсөн ҡулайлы. Музыкаль материал, кәрәкле пластик хәрәкәттәр менән образды үҫтереү – бала организмының психологик функцияларында гармонизация булдыра, уны тәртипкә килтерә.

4. Балаға үҙен ағас япрағы, ҡар бөртөгө, сәскә, күбәләк һәм башҡа әйберҙәр ролендә булып ҡарау мөмкинлеге бирә, оло сәнғәт тормошона сумыу өсөн тулы комплекс тыуҙыра, уға үҙен тормоштоң гүзәл һәм айырылғыһыҙ бер өлөшө икәнен тойорға ярҙам итә.

5. Арттерапия, артпедагогика, музыкаль терапия һәм әүҙем релаксия төрө һанала.

6. Балаларҙың хәрәкәтләнеү фантазияһын үҫтереүҙә йүнәлтелгән.

7. Ритм тойоу эшмәкәрлеген үҫтерә.

8. Алым буйынса ике тауышҡа хәрәкәтләнеү иғтибарҙы үҫтерә, отоп алыу һәм ҡабатлау эшмәкәрлеген көйләй.

9. Сәнғәт-пластик, хәрәкәтләнеү күнекмәләрен һайлап алыу һәм туплау уның универсаль алым булыуына килтерә.

10. Башҡарылған жесттарҙың мәғәнәһе аңлатыла барыуы һөҙөмтәһендә, ул образлы-ассоциатив фекерләүҙе үҫтереү алымы булып тора.

11. Дөйөм хәрәкәтте дөрөҫ булдырыу ансамбль тойғоһон үҫтерә.

12. Төрлө йәштәге балалар менән эшләргә мөмкинлек бирә.

13. Педагог күрһәтеүе һәм аңлатыуы, аҙаҡ балаларҙың алып барыусы ролендә булырға теләк һәм инициатива күрһәтеүҙәре уларҙың әхлаҡи кешелек сифаттарын үҫтерә. Музыка белгесенән башҡа алып барыусы ролен өлкән кеше, йә булмаһа икенсе өлкәнән белгес тә башҡарырға мөмкин.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Боровик Т.А. «Хор рук». «Пути педагогического творчества»

2. Ветлугина Н.А., Кенемен А.В., Теория и методика музыкального воспитания в детском саду.

3. Буренина А. Коммуникативные игры для детей. С.П: Ленинградский областной институт развития образования, 2004 г.

4. Богодяж О. Инновационные технологии в развитии музыкальности дошкольников.

Алып барыусы (модератор): Тимәк, эвритмия кешенең тән хәрәкәте үҫешенә булышлыҡ итеүсе нәфис хәрәкәт төрө. Музыка етәксеһе педагогик эвритмия ҡулланды. Педагог һеҙгә эвритмия үҙенсәлектәрен аңығыҙға һеңдерә алдымы? Аңлашылмаған урындары бармы? (һорауҙарға яуаптар)

Алып барыусы (модератор): Һеҙ шаһит булған сарала мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Малабаева Н.З. ла ҡатнашты. Ул үҙе ҡулланған технологияның әһәмиәтен ҡыҫҡаса асып китмәксе.

  • Тәрбиәәсе Малабаева Н.З. сығышы.

Тема “Ритмодекламация- телмәр үҫтерү сараһы”

Мин ,Малабаева Нәсимә Зиннур ҡыҙы, быйылғы уҡыу йылында мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә “ритмодекламация” технологияһын ҡуллана башланым.

Беҙ мәктәпкә әҙерлек төркөмө булараҡ ,музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Рәмилә Әбделхәй ҡыҙы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.Музыкаль эшмәкәрлектәрҙә баланың ижади һәләттәрен асып ҡына ҡалмайбыҙ,ә аралашыу кимәлен дә арттырырға тырышабыҙ.Был йәһәттән ритмодекламация технологияһы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың аралашыу үҫешенә булышлыҡ итә.Бынан тыш, ритмодекламация баланың музыкаль һәләттәрен дә үҫтереүсе алым булып хеҙмәт итә.Ул XX быуатта композиторҙар тарафынан ҡулланылған була. Уны «музыкаль телмәр» тип тә йөрөткәндәр.

Мәғлүм булыуынса, тел – донъяны танып белеү сараһы, уның тәрбиәүи көсө иҫ китмәле. “Ритмодекламация “– бирелгән ритмда асыҡ итеп шиғри текстты башҡарыу тигән һүҙ,йәки икенсе төрлө әйткәндә, музыка менән шиғриәттең

( поэзияның ) берләшмәһе. Балаларға телмәр үҫтереү күнегеүҙәре бик кәрәк, сөнки музыкаль ишетеү һәләте телмәрҙе ишетеү менән берлектә тығыҙ үҫеш.

Шулай булғас, ритмодекламация, минеңсә,телмәр үҫтереү сараһы ла булып тора. Ритмодекламация музыкаль тел -ритм аша текстты башҡарып, уның характерын, кәйефен асырға ярҙам итә. Тауышты ритмға ҡуйып, еткерергә теләгән уй-кисерештәрҙе тойорға була.Был балаларҙың иғтибарын тиҙерәк туплау,йыйыу,тауыш һәм хәрәкәттең төҙәйеүенә (координация),ритмды тойоу, ишетеү һәләтен төрлө яҡлап үҫтереүгә килтерә. Мин был технологияны телмәр үҫтереү өлкәһендә киң ҡулланам. Бирелгән материалды иҫтә ҡалдырыу ,нығытыу өҫтөндә эшләргә тура килә бит.

Ритмодекламацияның төп ҡағиҙәһе: һәр һүҙ, һәр ижек, ,өн аңлы рәүештә

әйтелә.

Телмәр һәм музыканың айырылмаҫ өлөшө булып интонация (тасуири итеп һөйләү) тора.Ни хәтлем балалар шиғри образдарҙы күҙаллай алһа, улар өсөн музыкаль әҫәрҙе аңлауы, образды сағылдырыу еңелерәк бирелә. Бала музыка аҫтында шиғырҙың һүҙҙәрен әйтеп,хәрәкәттәр менән сағылдырып бара.Ритмодекламация хәрәкәттәр менән күрһәтелә,музыка ҡоралдары менән алып барыла.

Төркөмдә ритмодекламация буйынса төрлө уйындар үткәрәм.Был уйын күнегеүҙәре ритм тойғоһон үҫтереп кенә ҡалмай, ә терапевтик эффект та бирә,сөнки улар балаларҙың эмоциональ көсөргәнешен сисә,ихтыяр көсөн үҫтерә.

Шулай итеп,ритмодекламация технологияһы мәктәпкә әҙерлек төркөмөндәге балаларҙың телмәр ритмын,темпын тойорға өйрәтә,телмәрҙеңтаҙалығына,асыҡлығына килтерә.Балалар тасуири һөйләргә өйрәнә һәм,әлбиттә,музыкаль ишетеү һәләте лә байый.Былар барыһы ла балаларҙыңижади һәләттәрен үҫтерә,телмәр аша үҙ тойғоһон,хистәрен асырға ярҙам

итә.

Алып барыусы (модератор): Шулай итеп, ритмодекламация – музыка һәм поэзияны берләштергән технология. Баланың тасуири телмәре үҫешә һәм музыкаль ритм, темп төшөнсәләре нығытыла.

Барыһы ла аңлашыламы? (һорауҙарға яуаптар)

Алып барыусы (модератор):

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында уйын балалар менән төп эш формаһы һәм балаларҙың төп эшмәкәрлек төрө булараҡ билдәләнә. Уйын эшмәкәрлеге аша бөтә белем биреү бурыстары ла тормошҡа ашырылырға тейеш.

Кескәйҙәр төркөмөндә Программа үҙләштереүгә ҡоролған маҡсатлы ориентирҙар түбәндәгене күҙаллай:

  • бала тирә - йүндәге предметтар менән ҡыҙыҡһыныу белдерә һәм улар менән актив рәүештә хәрәкәттәр эшләй,

  • өлкәндәр менән аралашырға ынтылыш белдерә,

  • уйындарға ҡарата эмоциональ ҡыҙыҡһыныу күрһәтә.

Баланы ҡыҙыҡһындырыу өсөн төрлө технологиялар ҡулланыу ярайһы уҡ ыңғай уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.

Ә хәҙер һүҙҙе уйын оҫтаһы, иң бәләкәстәр менән эшләүсе тәжрибәле тәрбиәсе Бикбова Светлана Рәшит ҡыҙына бирәйек.

  • Бикбова С.Р. сығышы.

Тема “Кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеген һаҡлауҙа уйын технологиялары”

Хәйерле көн хөрмәтле коллегалар!

Добрый день уважаемые коллеги!

Социаль – коммуникатив үҫеш өлкәһенең төп йүнәлеше - уйын. Бөгөн мин һеҙгә кесе йәштәге балалар өсөн Триз технологиялары буйынса уйындар тәҡдим итәм.