- •Педагогик идеялар фестивале “Бөртөкләп йыйыла алтын”
- •Интервизия – заман талаптарына ярашлы интерактив технология.
- •Интервизия функциялары
- •Интервизияға характеристика
- •Интервизия үткәреү методикаһы
- •Морфологик таблицалар
- •Тони Бьюзендың фекерләү карталары ҡулланыу
- •I. Эвритмия
- •II. “Ҡулдар хоры”
- •Морфологик анализ технологияһында «Тылсымлы юл” ҡулланмаһы.
- •«Луллия түңәрәктәре”ҡулланмаһы
- •Уйын “Нимә етмәй?”
- •Уйын “Хатаһын тап”
I. Эвритмия
Нимә ул – эвритмия
Эвритмия йүнәлештәре
Эвритмик гимнастика үтәкреү методикаһы
Эвритмика этаптары
Эвритмик эшмәкәрлек балаларға нимә бирә?
II. “Ҡулдар хоры”
1. Теманың актуаллеге;
2. Технологияға характеристика;
3. Балаларға нимә бирә?
4. “Ҡулдар хоры ” һәм “эвритмия” технологияларының үҙенсәлеге
Эвритмия – ул гармониялы хәрәкәт. Грек теленән тәржемә иткәндә, эвритмия – “ул һоҡланғыс ритм”, “ул һоҡланғыс тауыш”. Эвритмия телмәр ҡулланышы закондарына, музыка һәм ымлау алымдарына нигеҙләнә. Эвритмия ХХ быуатта Швейцарияла барлыҡҡа килә. Уның нигеҙҙәре немец философы һәм аҡыл белгесе Р.Штейнер тарафынан һалынған. Был методика Вальдорф балалар баҡсаларында киң ҡулланыла.
Музыкаль-ритмик уйын эвритмия эшмәкәрлектәренең нигеҙен тәшкил итә. Һуңғы ваҡытта был технологияның традицион булмаған элементтарын, алымдарын мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүсе педагогтар ҙа хәрәкәт культураһын үҫтереү маҡсатында үҙ эштәрендә ҡуллана башлайҙар.
Эвритмия йүңәлештәре: 1) гигиеник эвритмия, һауыҡтырыу эвритмияһы, педагогик эвритмия.
Мин балалар баҡсаһында педагогик эвритмика элементтарын ҡулланам. Эвритмик гимнастика – ул мәктәпкәсе йәштәге балалар менән һаулыҡ нығытыу – үҫтереүсе традицион булмаған эш төрө. Был гимнастика телмәрҙең, музыканың, дөйөм үҫтереүсе күнегеүҙәрҙең, тейешле мәжбүри аҙымдар, аэробика элементтарының ритмик хәрәкәттәренә нигеҙләнә.
Эвритмик гимнастика буйынса әҙер методикалар юҡ. Шул сәбәпттән уның буйынса эшләргә теләүсе педагогтар үҙ эшен уйлап сығарыу оҫталығын, ижади һәлләттәрен эшкә егеп эшләргә бурыслылар. Әммә был технологияның түбәндәге үҙенсәлектәренә иғтибар итмәү мөмкин түгел.Беренсе сиратта балаларҙа ритмды тойоу тойғоһон үҫтереә (сәпәкәй итеү, аяҡтар менән ритм сығарыу, һикереүҙәр). Мәҫәлән: “Минең исемем” тигән күнегеүҙә балалар педагог менән ҡулға-ҡул тотошоп ҙур түңәрәк эшләйҙәр, унан ҡулдарын ебәрәләр һәм иҙәнгә ултыралар. Һәр кем үҙ сиратына исемен әйтә, 2-се тапҡыр ритмлы сәпәкәйҙәр менән был исемдәрҙе һәр ижегенә акцент яһап, әйтергә өйрәнәләр: шым ғына, ҡысҡырып, бәләкәй төркөмсәләргә бүленеп тә әйтәләр.
Ритмик уйын һәм күнегеүҙәр Евгения Владимировна Рабаутың мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Ритмлы телмәр һәм коммуникатив уйындар” методик ҡулланмыһынан алырға була. Күп стажлы өлкән педагогтар уның “Бергә” исемле программаһы барлығы тураһында ла беләләр. Балалар өсөн яҙылған шиғырҙар менән файҙаланып, ябай эвритмик күнегеүҙәрҙе үҙаллы уйлап та сығарырға була. Шиғыр юлдарына ябай ритмик, имитация, бейеү хәрәкәттәрен уйлап табырға була.
Мәҫәлән: (башҡортса шиғыр кәрәк)
Эвритмик күнегеү (атлау)
Минең күңелле яңғырау тубым (сәпәкәйләү)
Һин ҡайҙа һикерҙең? (урында һикерләләр)
Ҡыҙыл, күк, зәңгәр (сиратлап аяк күтәрәләр)
Һине ҡыуып етеп булмай (урында йүгерәләр)
Ябай эвритмик күнегеүҙәрҙе мәктәпкәсә йәштән балаларҙың кескәйҙәр төркөмөндә белем биреү, эшмәкәрлектәрендә физминуткалар рәүешендә ҡулланырға була.
Эвритмик күнегеүҙәр комплексын һынлы сәнғәт композицияһы һымаҡ төҙөргә була: бер күнегеү икенсеһенә еңел генә күсеп китергә тейеш. хәрәкәттәр бер – береһе менән бәйле , өҙлөкһөҙ башҡарыла. Балаларҙың иғтибарын үҫтерергә тейеш эшмәкәрлеккә туплау түңәрәккә теҙелеп тороуҙан башлана. Түңәрәктә балалар бер-береһе менән тағын бер мәртәбә сәләмләшәләр. Эвритмик бармаҡ уйындарын да үткәрергә була.
Унан һуң хәрәкәтләнеү яй ғына темпта башланып китә. Был төрлө хәрәкәттәр яһап атлау булыуы мөмкин. Аҙаҡ темп йә арта, йә кәмей. Хәрәкәттәрҙе музыка аҫтында башҡарыу, әлбиттә, өтошло. Комплекс аҙағына тиклем бер ритм һаҡланһын өсөн кәрәкле аудиояҙмалар табыуы бик ауыр булыу сәбәпле, тере музыка аҫтында башҡарыу күпкә яҡшырак һанала.
Эвритмик эшмәкәрлектәр түбәндәге этаптарға бүленә.
Үткәреү урынын, костюмдарҙы әҙерләү
Тынысландырыу, ышаныслы мөхит булдырыу
Музыкаль-ритмик түңәрәктәр яһау
Эшмәкәрлекте йомғаҡлау
Эвритмия элементтары: бармаҡ уйындары, көлдөргөс уйындары, һүҙҙе хәрәкәтәр менән күрһәтеү күнекмәләре, музыкаль-дидактик уйындар.
Педагогик эвритмия нимә үҫтерә?
Баланың йәшәү көсөн арттыра.
Етеҙлеген үҫтерә
Иғтибарын тотороҡлай
Ваҡ ҡул моториҡаһын яҡшырта
Хәрәкәттәрен төҙөтә
Фекерләүен, телмәрен яйға һала
