- •Беренсе бүлек. Башҡорт телендә рәүеш һүҙ төркөмө
- •Төрки һәм башҡорт тел ғилемендә рәүеште өйрәнеү тарихы
- •Рәүеш һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә
- •Икенсе бүлек. Ноғман мусиндың “мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең функциональ-семантик үҙенсәлектәре
- •2.1. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең семантик төркөмсәләре
- •Аныҡлаусы рәүештәр
- •2.2. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең яһалыш үҙенсәлектәре
- •Рәүештәрҙең лексик-грамматик юл менән яһалышы
- •Рәүештәрҙең лексик-синтаксик юл менән яһалышы
- •2.3. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең дәрәжәләре
- •2.4. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙәң синтаксик функциялары
- •Өсөнсө бүлек. Башҡорт теле дәрестәрендә рәүеш һүҙ төркөмөн өйренеү методтары
- •Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
Рәүеш һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә
Рәүеш хәҙерге башҡорт телендә лексик яҡтан да, формаль яҡтан да дифференциялашҡан үҙаллы һүҙ төркөмө. Рәүеш хәрәкәт менән бәйләнгән. Уның төп асылы хәрәкәттең төрлө билдәләрен күрһәтеүҙә тора. -са, -сә аффиксы ярҙамында халыҡтар исемен аңлатыусы һүҙҙәрҙән яһалған башҡортса, татарса тибындағы рәүештәрҙән башҡа, рәүеш бер ваҡытта ла предметты белдереүсе һүҙҙәр алдында тороп, уға аныҡлаусы булып килә алмай. Рәүеш ‒ ул төрки телдәре өсөн исемдәрҙең һәм ҡылымдың төрлө проекциялары киҫешә торған фокус булып тора, һәм уға асыҡ характеристика биреү мотлаҡ рәүештә һүҙ төркөмдәре тураһындағы бөтә проблемаға асыҡлыҡ индерергә тейеш18.
Профессор Н.К. Дмитриев рәүеште хәрәкәттең һәм билдәнең билдәһен белдереүсе грамматик категория тип күрһәтә19.
Шулай итеп, рәүеш ‒ эш-хәрәкәт йәки эш-хәл билдәһен йәки билдәнең билдәһен белдерә торған һүҙ төркөмө. Башҡорт теленең синтаксисы аспектында ҡарағанда рәүеш ул ‒ хәрәкәт билдәһе булыу яғынан ҡылымға бәйләнеп килергә мөмкин, был формуланы башҡорт теленең синтаксисы планында ҡарағанда, рәүеш ҡылым алдында торорға, йәғни ҡылымдан алда килергә тейеш. Билдәнең билдәһе булыу яғынан рәүеш сифат һүҙгә бәйләнеп килергә мөмкин, йәғни, башҡорт теленең синтаксисы нормаһы буйынса сифат һүҙҙең алдында торорға мөмкин.
Рәүеш шулай уҡ исемгә лә бәйләнеп килә ала. Рус грамматикалары шундай бәйләнешкә юл ҡуялар: (мәҫәлән, борщ по-украински, битки по- казацки, лекарь поневоле, вдвойне молодец Һ.б.), был бәйләнештең генезисын улар, йәғни рус грамматикалары, рәүештең башҡа һүҙ төркөмдәре иҫәбенә барлыҡҡа килеүсе күсмә категория булыу яғынан исем категорияһы менән ниндәйҙер бер бәйләнеш һаҡлауынан күрәләр. Икенсе төрлө әйткәндә, рәүеш, билдәле хәлдәрҙә, сифаттың алмашы булып, исем янында туранан-тура аныҡлаусы хеҙмәтен үтәргә мөмкин. Әгәр ҙә рәүеш менән сифаттың формаль сиктәре яҡшы уҡ асыҡ һыҙылған рус телендә эш шулай торһа, был сиктәр бушаҡ булған башҡорт телендә инде рәүештәрҙе исемдәрҙең суррогаты итеп йөрөтөү, йәғни рәүештәрҙе исем алдына ҡуйыу киңерәк ҡулланыла. Бындай хәлгә асык миҫал итеп -са/-сә аффикстарына бөткән рәүештәрҙе килтерергә мөмкин (башҡортса, һинеңсә), бындай формалар исем алдында аныҡлаусы булып бик йыш киләләр. Мәҫәлән: татарса китап. Был осраҡта сифат булып килә. Әгәр ҙә инде татарса тигән һүҙ ҡылым алдында торһа, уп инде рәүеш була: татарса яҙа20.
Башҡа үҙ аллы һүҙ төркөмдәре араһында рәүештәр морфологик категориялар буйынса үҙгәрмәүе менән айырылып тора.
Башҡорт телендәге рәүештәр ‒ сығышы һәм структураһы йәһәтенән шаҡтай ҡатмарлы категорияларҙың береһе. Тарихи үҫеше яғынан улар бүтән һүҙ төркөмдәре ‒ исемдәр, сифаттар, һандар, алмаштар һәм ҡылымдар менән морфологик бәйләнгән: йылдан йыл, һүҙмә-һүҙ,баштаһ. б. исемдәргә мөнәсәбәттәш; яңынан, үрле-түбәнле һ. б. сифаттарға бәйле; шунан, ошоғаса, бығаса‒ алмаштарға, ҡайта, ҡырҡа, ҡутарғансы ‒ ҡылымдарға мөнәсәбәтле (йәғни ҡылым сығанаҡлы) рәүештәр.
Синтаксик яҡтан рәүештәр Һөйләмдә күбеһенсә хәл функцияһын үтәй. Йәғни улар үҙҙәренең семантикаһына ҡарап, хәлдең төрлө төрҙәре функцияһында килә ала21.
Рәүештәр шулай уҡ сифаттарҙы, рәүештәрҙең үҙҙәрен асыҡлап, улар янында аныҡлаусы булып килергә мөмкин. Миҫалдар: ифрат ҙур, зәрә һыуыҡ, үтә тиҙ һ.б.
Рәүештәр, һөйләмдең аҙағында тороп, үҙ аллыраҡ килһә, хәбәр ҙә була22: Халыҡ бик күп.
Башҡорт телендәге рәүештәрҙе семантика һәм синтаксис күҙлегенән ҡарап, был билдәләүҙәрҙең шартлы булыуын һәм, рәүешкә тулы характеристика биреү өсөн, уларҙы тағы бер күҙлектән ‒ морфологик формалашыу күҙлегенән тикшереп ҡарау кәрәклеген күрәләр. Рәүеш үҙе ‒ нигеҙҙә морфологик категория, ә ундай һәр бер категорияның башҡорт телендә аффикстар менән специфик формалашыуы булырға тейеш.
Ләкин башҡорт телендәге рәүештең аффиксацияһы мәсьәләһенә күсмәҫ борон, рәүештең бер үк ваҡытта семантик характеристикаһына ла, синтаксик характеристикаһына ла ҡағылған бер моменты бар. Билдәле булыуынса, синтаксик планда рәүеш хәл ролен үтәй (урын хәле, ваҡыт хәле, сәбәп хәле, маҡсат хәле, рәүеш хәле һәм башҡалар). Хәлдең шул уҡ ролендә башҡа һүҙ төркөмдәре лә, мәҫәлән, төп килештән башҡа килештәрҙә тороусы исем дә ҡулланыла. Был күҙлектән ҡарағанда бында, был бүлмәлә тигән һүҙҙәр һөйләмдә икеһе лә урын хәле була. Ләкин семантик яҡтан был ике урын хәле араһында билдәле айырма барлығы күренә. Аныҡлаусы был һүҙе булған хәл ‒ исем конкретыраҡ, ә бында һүҙе инде абстрагыраҡ, сөнки хәрәкәттең урынын асыҡ күрһәтмәй, ә был урындың һөйләүсегә бер ни тиклем яҡынлығын күрһәтеү менән генә сикләнә23.
Башҡорт телендәге рәүеш проблемаһында иң ҡыйыны булып рәүештәрҙең генетик классификацияһы һанала. Башҡорттеле грамматикаларында,ғәҙәттә, рәүештәрҙең мәғәнәһе буйынса классификацияһы менән шөғөлләнәләр, сөнки рус грамматикаларыныңәҙер схемаһы бар. Башҡорт телендәге рәүештәргә уларҙың формалашыу яғына ҡарап тарихи обзор яһау мөһим.
Башҡорт телендәге рәүештәр генетик яҡтан түбәндәге группаларға бүленәләр:
1) формаль күрһәткестәре булған рәүештәр;
2) морфологик яҡтан айырылған рәүештәр;
3) семантик һәм лексик яҡтан айырылған рәүештәр24.
1. Формаль күрһәткесе (адвербиаль аффикстары) булған рәүештәргә бер нисә төр инә:
- -са/-сә аффикстары менән яһалған рәүештәр. Миҫалдар: башҡорт-са,һеҙҙең-сә, артистар-са, айырым-са, боронғо-са. Төрки леш тип һанап булмай. Быға түбәндәге хәл нигеҙ була ала. Беренсенән, был форманы һәр бер исемгә ялғап булмай, ә килеш күрһәткестәре һәр бер исемгә ҡушыла алалар. Икенсенән, миҫалдарҙан күренеүенсә, -са/-сә аффиксы башҡа бер килештең (ғәҙәттә, эйәлек килештең) аффиксы булғандан аҙаҡ ҡына килә ала. Өсөнсөнән, -са/-сә аффиксы күп ваҡыт фәҡәт күплек аффикстары ‒лар/-ләр һ.б.ялғауҙарҙан һуң ғына ҡулланыла, ә башҡа килеш күрһәткестәре шикелле берлектәге нигеҙҙән һуң ҡулланылмай. -са/-сә аффикстарының күплек аффикстарынан һуң ҡулланылышына хәҙерге башҡорт теленән күп миҫалдар килтереп була: большевиктар-са, коммунистар-са, геройҙар-са, артистар-са. Дүртенсенән, хәҙерге башҡорт телендәге килеш аффикстарының бөтәһе лә баҫым ҡабул итәләр, ә -са/-сә аффиксы баҫымһыҙ. Миҫалдар: башҡорт-са, башҡорт-са түгел, минең-сә, минең-сә түгел. -сә/-сә аффиксының килеп сығыуын билдәләү сағыштырмаса еңел. Дөйөм фекер буйынса, ул аффикс саҡ (русса: время, пора, момент) тигән айырым һүҙҙән килеп сыҡҡан. Был һүҙ әле лә айырым һүҙ булып ҡулланыла, мәҫәлән, беҙ бала сакта, йәғни беҙ бала ваҡытта, ул килгән саҡта, йәғни ул килгән вакытта һ.б.
Шулай итеп, башҡорт-са тигән һүҙ башҡорт + саҡ тигән форманан килеп сыҡҡан (асылда: башҡорт төҫлө, башҡорт ҡылыҡлы >башҡорт төҫлө > башҡортса). Шуның һымаҡ һүҙбәйләнештәрҙә саҡ һүҙе, үҙенең тәүге мәғәнәһен юғалтып, ярҙамсы грамматик элемент булып танылғас, үҙенең стандарт формаһын да юғалтҡан. Аҙаҡтағы төрөнөң төшөп ҡалыуы менән бергә, аффикстың һуҙынҡылары ла үҙгәргән: берҙәм тамыр урынына сингармонизм ҡалыбына индерелгән ‒са/-сә формаһындағы өн варианттары килеп сыҡҡан һәм тәүбаштағы айырым һүҙ урынына, ғәҙәттә, төрки телдәрендә була торған формат барлыҡҡа килгән. -са/-сә элементының башҡорт теленең ғәҙәттәге аффиксы стадияһына әле булһа барып етмәгәнлеген күрһәтә торған берҙән-бер момент булып баҫым һанала. Юғарыла әйткәнсә, был рәүеш аффиксы -са/-сә баҫым ҡабул итмәй һәм ул -са/-сә аффиксына бөткән иҫемдәрҙән шуның менән айырыла ла (аҡ-са, тәү башта күрәһең, һәр бер аҡсаға әйтелмәгән, ә аҡ аҡсаға йәки көмөшкә ҡарата әйтелгән)25.
- -дай/-дәй, -тай/-тәй, -ҙай/-ҙәй, -лай/-ләй аффикстарына бөткән рәүештәр. Миҫалдар: ҡош-тай, сәсән-дәй, ҡыҙ-ҙай, бала-лай. -са/-сә аффиксына бөткән рәүеш үҙенең төп мәғәнәһе менән ысулды, манераны аңлатһа, -дай/-дәй аффиксына бөткән рәүеш оҡшашлыҡты йәки сағыштырыуҙы аңлата. -са/-сә-гә бөткән рәүештәр һымаҡ -дай/-дәй-гә бөткән рәүештәр ҙә шундай уҡ дәрәжәлә исемдәргә ҡушылырға мөмкин: айыу-ҙай кеше йәки: айыу һымаҡ көслө, уҫал, ҙур кеше. Был аффикс тейеү мәғәнәһендәге ҡылым нигеҙенә барып тоташыусы -дек формаһынан килеп сыҡҡан, -дек формаһынан -дәй һәм артабан уның бөтә өн варианттары килеп сыҡҡан. Тәү башта, күрәһең, тикле (русса: до, вплоть до) тигән мәғәнәлә йөрөтөлгән һәм, артабан, һан яғынан сағыштырыу мәғәнәһендә йөрөгән (тау-ҙай, русса: с ropy), ә аҙаҡта инде сағыштырыу мәғәнәһен һәм һәр төрлө оҡшатыу мәғәнәһен алған. -лай/-ләй варианты (башҡортса төп форма -дәй-ҙең бер варианты (татар телендә, татар фонетикаһының нормалары буйынса -лый/-лей формаһын ҡабул иткән һәм семантик яктан -дәй (-дай) формаһынан айырылған: ҡоры-лый (русса: всухую) буш-лый (русса: впустую) һ.б.
- -лай/-ләй аффиксының башҡорт телендәге варианты рәүеш билдәһе булыуынан сығып, былай һәм шулай формаларын беҙ алмаштар бүлегенән (мәктәп грамматикалары уларҙы шунда индереп йөрөтәләр) рәүештәр бүлегенә күсерергә тейешбеҙ. Шуныһы характерлы: былай, шулай һ.б. исемдәр менән килмәй (мәҫәлән, былай ат, шулай кеше, тип әйтергә ярамай), тимәк, был яктан ҡарағанда ла улар рәүештәргә индерелергә тейеш, ә инде бындай, шундай формалары исемдәр алдында килә ала (бындай кеше, шундай ат) һәм, шулай булғас, улар алмаш-сифаттар бүлегенә инәләр.
- -ын/-ен аффиксына бөткән рәүештәр. Миҫалдар: ҡыш-ын, яҙ-ын, йәй-ен, көҙ-өн. Тарихи яҡтан ул форма боронғо (архаичный) сығанаҡкилеш аффиксы. Хәҙерге телдә ул боронғолоктоң ҡалдығы рәүешендә һаҡланып, бик аҙ тамырҙарҙан ғына, бигерәк тә йыл ваҡыттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙән генә рәүештәр яһай.Ҡай-са-ғын (һүҙмә-һүҙ: ҡайһы ваҡытта) формаһына барып тоташҡан ҡасан һүҙенең килеп сығыуы ла шулай тора, шуның өсөн уны мәктәп грамматикалары шикелле алмаштар бүлегенә индерергә ярамай, ә һорау рәүештәре бүлегенә индерергә кәрәк26.
- -тын/-тен аффиксына бөткән рәүештәр. Әҙәби телдән быға берҙән-бер миҫал итеп аҫтыртын тигән һүҙҙе килтерергә мөмкин. Бының тамыры аҫ(т) һүҙенә барып тоташа, башҡорт (һәм шулай ук татар) диалекттарында йәшертен һәм әкертен формаларын да осратып була. Шулай итеп, был аффикс һөйләп үткән -ын/-ен аффиксына ҡарағанда ла һирәгерәк ҡулланыла, һәм, билдәле, бер ниндәй яңы һүҙ яһай алмай. Был аффикс һирәкләп башҡа төрки телдәрендә лә осрай. Был аффикстың килеп сығыуы әле етерлек дәрәжәлә асыҡланмаған. Уны -ын/-ен аффиксының айырым бер төрө тип ҡарау ҙа мөмкин түгелдер, сөнки ул ваҡытта т элементының нимә икәнлеген аңлатып биреүе ҡыйын. Дөрөҫөрәге, ул боронғо уйғыр-сығатай телендә -дын/-дин аффиксына бөткән сығанаҡ килештең ҡалдығы булырға тейеш, ул иҫкелек ҡалдығы булып, башҡорт һәм бигерәк тә татар фольклорының революцияға тиклемге өлгөләрендә һаҡланған (аҡ күгәрчен бадайдин, Ҡазандин, Мәскәүдин һ.б.).
- -лата/-ләтә аффикстарына бөткән рәүештәр. Миҫалдар: аҡса-лата, он-лата, ашлыҡ-лата, иген- ләтә. Килеп сығыуы яғынан был рәүеш аҡсала, игенлә һ.б. тибындағы нигеҙ ҡылымдарҙан яһалған хәл ҡылым булырға тейеш, йәғни ул, мәҫәлән, эшләтә тигән ғәҙәттәге һүҙ нигеҙенең өлгөһө буйынса төҙөлгән. Бәлки был рәүештәрҙең ҡайһылары ҡылым нигеҙенең этабын аша үтеп, туранан-тура исем нигеҙенән яһалғандарҙыр.-лата, -ләтә аффикстары шулай уҡ һандарға ла ҡушылып йөрөй. Мәҫәлән: бер-ләтә, ике-ләтә, өс-ләтә, биш-ләтә27.
- -ғары/-гәре, -ҡары/-кәре аффикстарына бөткән рәүештәр. Миҫалдар: юғары, эскәре, һуңғы миҫалдан күренеүенсә, бындай яһалыштарҙың нигеҙендә исем категорияһы ята. Аффикс үҙе төбәү килеш аффиксынан тора, төбәү килеш аффиксынан һуң инде -ры/-ре тигән боронғо йүнәлеш аффиксы килә. Шуға күрә тәүбашта был рәүештәр ҡайҙа табан? тигән һорауға яуап булғандар һәм үҙенең тәүбаштағы формаһында хәрәкәтте белдергән ҡылымдар менән йөрөтөлә алғандар: юғары менде, эскәре керҙе. Башҡорт телендәге ары, бире, кире һәм элгәре тигән рәүештәр шул уҡ тип буйынса төҙөлгән, был хәлде төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы менән билдәләргә мөмкин. Айырым алғанда, элгәре һүҙе иҫке эл || ил һүҙенә барып тоташа, һәм тәүбашта ул ана шул «вперед» тигән мәғәнәне аңлатырға тейеш булған, һуңға табан инде ул «прежде» (элек) тигән мәғәнәне алған, сөнки урын категорияһын аңлатҡан рәүештәр аҡрынлап ваҡыт категорияһын да аңлата башлай28.
2. Морфологик яҡтан айырылған рәүештәр. Башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрендә кеүек үк, рәүештәр разряды шулай ук ниндәй ҙә булһа һүҙ төркөмөнөң (бик йыш исемдең һәм ҡылымдың) һүҙ үҙгәрешендәге тулы схемаһынан бүленеп, ҡатып ҡалған йәки иҫкергән формалары иҫәбенә лә яһала. Бында шундай процесты күҙәтергә мөмкин. Ниндәй ҙә булһа исем янында килештәрҙең тулы схемаһы бар һәм уларҙың һәр береһе ана шул исемдең үҙгәреү формаһы булып йөрөй. Семантик-стилистик сәбәптәр арҡаһында ана шул килештәрҙең береһе төп һүҙҙең тамыры менән тик йыраҡлап ҡына бәйләнгән уҙенә башҡа мәғәнә ҡабул итә, һәм, шуның менән ул бөтөн схеманан айырылған төҫлө, унан бүленгән төҫлө була. һөҙөмтәлә нигеҙ исем менән фәҡәт этимологик яҡтан ғына бәйләнгән яңы бер һүҙ килеп сыға.
Башҡорт телендә был көн формаһы менән бер рәттән айырым һүҙ булып бөгөн формаһы ла йөрөй, бында һүҙҙең беренсе өлөшө лә (был урынына бө) һәм икенсе өлөшө лә, үҙҙәренең прототиптары менән сағыштырғанда, үҙгәргән. Былтыр тигән һүҙ тураһында ла шуны әйтергә кәрәк, быны бер йылдыр тигән һүҙҙән яһалған тип аңлаталар.
Тәртип һандары булған беренсе һәм икенсе һүҙҙәренең сығанаҡ килеше инде беренсенән һәм икенсенән формалары рәүештәр мәғәнәһендә айырым һүҙ булып һанала. Йөмлә тигән һүҙҙең сығанаҡ килеше «йөмләнән» формаһы ла рәүеш булып айырылған. Бер тигән һандың төбәү килеше бергә һүҙе һандан айырылып рәүеш мәғәнәһен алған. Көскә һүҙе этимологик яҡтан ҡарағанда көс тигән исемдең төбәү килеше. Унда һәм унан рәүештәре формаль яҡтан ул тигән алмаштың урын-ваҡыт һәм сығанаҡ килештәре булалар. Ҡылым формаларының морфологик изоляцияһы һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан рәүештәр ҙә бар. Бында түбәндәге хәлдәр инә, мәҫәлән: тимәк, был форма ти ҡылымының тамырынан килеп сыҡҡан, үтә‒ формаль яҡтан ҡарағанда үт ҡылымының хәл формаһы, йәйәүләп‒йәйәү һүҙенең, ысынлап‒ формаль яҡтан ҡарағанда ысынла ҡылымының хәл формаһы, тигеҙләп‒ формаль алғанда тиггеҙлә ҡылымының хәл формаһы.
-лап/-ләп аффиксы ярҙамы менән һандарҙан яһалған рәүештәр төркөмө айырым бер урын алып тора. Миҫалдар: өсләп, бишләп, алтылап һ.б. Формалары буйынса былар ‒ нигеҙ ҡылымдар булған өс-лә, биш-лә һәм алты-ла һүҙҙәренән яһалған хәл ҡылымдар.
Рәүеш мәғәнәһендә бик йыш ҡуш хәл ҡылым айырылып йөрөтөлә: бара-бара, көлә-кәлә, ашыға-ашыға, йырлай-йырлай һ.б.
Бер үк ҡылымдың киләсәк заман формаһынан төҙөлгән барлыҡ һәм юҡлыҡ комбинациялары айырым группа яһайҙар, ундай группалар бик йыш рәүештәр булып айырыла. Миҫалдар: теләр-теләмәҫ, ашар-ашамаҫ, йоҡлар- йокпамаҫ һ.б.
Булып йәки итеп тибындағы хәл ҡылымдар, алда исемдәр килгәндә, специфик адвербиаль төркөм яһайҙар29, мәҫәлән: шулай итеп, күҙ ҡараһы кеүек итеп һ.б.
3. Семантик һәм лексик яҡтан айырылған рәүештәр. Быға фәҡәт рәүеш тип аңланған һәм шул арҡала тик ҡылым йәки сифат алдында ғына килә ала торған һүҙҙәр инә (башҡорт һүҙҙәре һәм сит телдәрҙән алынған һүҙҙәр). Мәҫәлән, шулай әйтергә мөмкин: тиҙ йөрөй , ләкин: тиҙ ат йәки тиҙ ҡош тип әйтеп булмай; бынан шундай һөҙөмтә сығарырға була: тиҙ һүҙе рәүеш, сифат түгел, һәм тиҙ һүҙен рәүештәр сафына беҙ лексик элемент булыу яғынан фәҡәт һүҙҙең семантикаһына ҡарап ҡына индерәбеҙ.
Бик тигән һүҙ тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин, был һүҙ үҙеңең тарихы сығышы менән «крепкий», «прочный» мәғәнәһендә сифат булған (бейек ‒ высокий), ләкин хәҙерге башҡорт телендә сифат мәғәнәһендә бер урында ла ҡулланылмай. Тағы шундай һүҙҙәр бар: түбән, иртән, һүҙе башҡа, шулай ук иң, уның этимологияһы иңсә һүҙенән асыҡлана, бая , бынан баяғы тигән һүҙ яһала, шулай ук көндөҙ, аҡрын, элек, кинәт һ.б.
Ошо ук төркөмгә, тарихи яҡтан бүтән телдәрҙән алынып, хәҙер үҙләшкән һәм башҡорт теленең «үҙ һүҙе» итеп иҫәпләнгән шундай элементтар инә: хәҙер, был әҙер тигән сифат һүҙенән айырыла30.
Шулай итеп, рәүештәрҙе төшөнөр өсөн беҙ иң беренсе рус һәм төрки телдәрендә был категорияға ҡарата бирелгән билдәләүҙәрҙе ҡарап үттек (Н.К. Дмитриев, В.А. Богородицкий, А.М. Пешковский, З.З. Әбсәләмов, М.В. Зәйнуллин, Н.Х. Ишбулатов һ.б.).
Шулай итеп, рәүеш ‒ эш-хәрәкәт йәки эш-хәл билдәһен йәки билдәнең билдәһен белдерә торған үҙаллы һүҙ төркөмө. Башҡа үҙ аллы һүҙ төркөмдәре араһында рәүештәр морфологик категориялар буынса үҙгәрмәүе менән айырыла. Рәүештәрҙең үҙҙәренә генә хас лексик-грамматик үҙенсәлектәре бар. Синтаксик яҡтан рәүештәр һөйләмдә күбеһенсә хәл функцияһын үтәй, ләкин улар, һөйләмдең аҙағында тороп, үҙ аллыраҡ килһә, хәбәр ҙә була.
