Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
дипломка2.06.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
162 Кб
Скачать
☆

Өсөнсө бүлек. Башҡорт теле дәрестәрендә рәүеш һүҙ төркөмөн өйренеү методтары

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға рәүеш тураһында мәғлүмәттәр биргәндә түбәндәге методтарҙы ҡулланырға мөмкин.

Сағыштырыу методы. Үҙләштергән белемде хәтерҙә оҙағыраҡ һаҡлауҙа сағыштырыу тағы ла отошлораҡ. Билдәле булыуынса, тел күренештәре бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә, шуның менән бергә уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары ла була. Ошо үҙенсәлектәрҙе танытыу өсөн тел күренештәрен бер-береһе менән сағыштырп ҡарар кәрәк, шул саҡта материал еңелерәк һәм тәрәнерәк үҙләштерелә. Был турала К.Д. Ушинский баланың бер тапҡыр ғына күҙәтеүе уның зиһенендә ныҡлы ҡалмауын, белем хәтерҙә оҙаҡ һаҡланһын өсөн, сағыштырыу методын да ҡулланыу кәрәклеген әйткән. Мәҫәлән, сифат менән рәүеште сағыштырып ҡарау, уларҙың айырмалы һәм оҡшаш яҡтарын асырға ярҙам итә. Уҡытыусы балаларға рәүештәр һәм сифаттар әйтергә, улар араһында ниндәй айырма һәм оҡшаш билдәләр барлығын асыҡларға ҡуша. Был эш төрө уҡытыусының логик фекерләүен үҫтерә, төрлө күренештәрҙе анализлай белергә өйрәтә. Сағыштыру ‒ фекерләү һәм төшөнсә алыуҙың нигеҙе. Донъяла бөтә нәмә сағыштырыу һөҙөмтәһендә генә танып беленә. Сағыштырыу методы уҡыусыларҙың материалды тәрән һәм ныҡлы үҙләштереүенә ярҙам итә, белемде системалаштырырға, тел күренештәрен анализларға өйрәтә. Был иһә уларҙың танып белеү әүҙемлеген, бәйләнешле телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Әңгәмә методы. Был метод айырым уҡыусыларҙы ғына йәлеп итмәйенсә, бөтә класты әүҙемләштерерҙәй итеп ойошторолоуы менән отошло. Әңгәмә методына ошондай педагогик талаптар ҡуйыла: һорауҙарҙың асыҡ, аныҡ, аңлайышлы булыуы, тулы яуап алырҙай итеп бирелеүе, баланың үҙ аллы эшмәкәрлеген үҫтерерҙәй, ынтылышлы, ҡыҙыҡһыныуын уятырҙай һәм тулы яуап бирергә булышлыҡ итеүе мөһим. Мәҫәлән, «Рәүеш» темаһын өйрәнгәндә, һүҙ төркөмдәре тураһында әъгәмә ҡорорға, исем, ҡылым, алмаш, сифат кеүек үк рәүештең дә үҙ аллы һүҙ төркөмө икәнен әйтергә мөмкин. Шулай итеп, дөрөҫ ойошторолған әңгәмә генә уҡыусының танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә, яңыса фекерләргә булышлыҡ итә.

Уҡытыусы һүҙе. Был метод төрлө формалағы дәрестәрҙә яңы материалды аңлатҡанда, ҙур бүлекте башлағанда йә уны йомғаҡлағанда ҡулланыла. Был метод һүҙ төркөмдәрен аңлатҡанда, ҡабатлағанда отошло ҡулланылыуы мөмкин. Мәҫәлән, «Рәүеш» темаһын өйрәнә башлауҙан алда, уҡытыусы «Рәүеш» төркөмөнә ҡағылған дөйөм төшөнсәләр менән таныштыра. Ә аҙаҡ уҡыусылар теманы күнегеүҙәр менән нығытыуҙары мөмкин.

Лекция методы һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү дәрестәрендә һирәгерәк ҡулланыла38.

Мәктәптә рәүешкә ҡараған темалар синтаксик нигеҙҙә өйрәнелә. Был һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙең грамматик билдәләрен, уларҙың мәғәнә биҙәктәрен, телмәр төҙөүҙәе ролен бары тик һүҙбәйләнештә, һөйләмдә һәм текста ғына күҙәтеп була. Рәүеште синтаксик нигеҙҙә өйрәнеү баланың телмәрен, телмәр эшмәкәрлеген үҫтерә.

Башта уҡ уҡыусылар рәүештең үҙ аллы һүҙ төркөмөнә ҡарағанын аңлатыу мөһим. Рәүештең үҙ аллы һүҙ төркөмө булыуын аңлатыу өсөн тәүҙә уҡыусылар үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен ҡабатлап китергә тейеш. Бының өсөн алдан таҡтаға яҙылған, йә булмаһа, башҡортса русса, орфографик, аңлатмалы һүҙлектән айырым һүҙҙәргә класс менән һорау биреп ҡарарға кәрәк. Шул саҡта уҡыусылар һорауға яуап була алған һүҙҙәр лексик мәғәнә белдәрә, ә һорауға яуап була алмаған һүҙҙәр лексик мәғәнә аңлатмай тигән һығымтаға килә. Был һығымта фәҡәт балаларҙың үҙҙәренән яһатырға кәрәк. Сөнки һәр асышҡа, һәр проблеманы хәл итеүгә уҡыусыны йәлеп итеү уның актив танып белеү эшмәкәрлеген үҫтерә.

Рәүеш – эш хәрәкәт йәки эш-хәл билдәһен йәки билдәнең билдәһен белдерә торған һүҙ төркөмө тип аңлатылып үтелә. Күберәк рәүештәрҙең ҡылымдарҙың билдәһен асыҡлап килгәнен дә әйтергә кәрәк. Әйтелгән һүҙҙәрҙе миҫалдар менән раҫлар ҡуйыу мөһим. Мәҫәлән:

Рәүештәрҙең төрлө эш-хәлдәрҙең билдәһе булып килеүнә уҡыусыларҙы төшөндөрөү өсөн, контекст эсендә һәм контекстан тыш рәүештәр биреп, уларҙың нимәнең билдәһе булыуын билдәләтеү күнегеүҙәре эшләргә кәрәк.

Рәүештең грамматик билдәләрен аңлатҡанда, текст эсендәге рәүештәр менән эш итеү кәрәк. Тәүҙә текст уҡытып, уны уҡығанда күҙ алдына килгән картинаны һөйләтеү, һуңынан рәүештәрҙе таптырып, уларҙың лексик мәғәнәһен, синтаксик үҙгәрешен, һөйләмдәге ролен билдәләтеү эштәре ойошторола. Билдәләмәнең йөкмәткеһен сағылдырған схема төҙөтөргә мөмкин. Рәүештәрҙең лексик мәғәнәләрен, грамматик билдәләрен әйттереү, яҙҙырыу, уларҙың ошо үҙенсәлектәренән сығып билдәләтеү күнегеүҙәрен эшләтеү систематик рәүештә ойошторолорға тейеш. Артабан текстағы рәүештәрҙә үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың булмауы билдәләтелә. Шунда уҡ ул рәүештәрҙе үҙҙәре эйәреп килгән һүҙҙәр менән һайлап алып һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәртереп ҡарау, уларға эйәреп килгән рәүештәрҙең үҙгәрмәүен билдәләтеү аша рәүеш һүҙ төркөмөнә инеүсе һүҙҙәрҙең грамматик (синтаксик) категориялар менән үҙгәрмәүе тураһында һөҙөмтәне уҡыусыларҙың үҙҙәренән әйттерергә кәрәк. Шул уҡ текста йәки икенсе яңы текста рәүештәрҙең һөйләмдәге ролен билдәләтеү аша, уларҙың һөйләмдә хәл булып килеүе тураһындағы рәүеш билдәләмәһенең өсөнсө өлөшө әйтелә. Рәүештең билдәләмһен аңлатыу, уның компоненттарын астырыу процессында был өс һөҙөмтә күсмә йәки уҡыусыларҙың дәфтәренә яҙҙырыла килһә, билдәләмәнең бөтөн формулировкаһын уҡыусыларҙан төҙөтөү еңел башҡарыла.

Рәүештәр белдергән билдәләрҙең төрлө булыуын аңлатыу ҙа бик мөһим. Мәҫәлән: эш-хәрәкәттең билдәһен икенсе предмет менән сағыштырыуы – гөлдәй, үҙенсә, беҙҙеңсә; эш-хәлдең башҡарылыу сәбәбен белдерә - мотлаҡтан, буштан бушҡа, бушҡа; эш-хәлдең урынын белдерә - алға, артҡа, өҫкә; эш-хәрәкәттең күләмен белдерә - аҙ-маҙ, икеләтә, байтаҡ. Был турала уҡыусыларҙың белемен тулыландырыу өсөн, уҡыусылар таблицалар, схемалар төҙөтөргә була. Рәүештәрҙең дөйөм төшөнсәһен үрҙәге йөкмәткелә аңлатҡас, уларҙың телмәрҙәге экспрессив-стилистик ролен асыу ҙа мотлаҡ. Уларҙың стилистик ролен белеү уй-фекерҙе тыңлаусыға йәки уҡыусыға аныҡ һәм тулы еткереүҙә иң кәрәкле урын алыуын күрһәтергә кәрәк.

Рәүештең нимә аңлатыу, ниндәй һорауҙарға яуап була алыуҙарын билдәләгәндән һуң уҡыусыларға рәүештәрҙең төркөмсәләрен аңлатыла. Уҡыусыларҙың бында рәүештрәҙең мәғәнәһенә иғтибар иттерергә кәрәк, сөнки рәүештең төркөмсәләре уның лексик-грамматик мәғәнәләренә ҡарап бүленә.

Теманың йөкмәткеһен аңлатыу баштан аҙаҡҡа тиклем рәүештәрҙең ни өсөн төркөмсәләргә классификацияланыуын асыу, иҫбатлау йүнәлешендә барырға тейеш.

Күнегеүҙәрҙе тәүҙә парлап, артабан төркөмләп бирелгән рәүеш төркөмсәләрен үткәрергә кәрәк: ялан баш- ялан баш атлау; күп – күп итеп алып ҡайтты; бер саҡ – бер саҡ күреп ҡалды.

Уҡыусылар ҡағиҙәне тәрәнерәк төшөнһөндәр өсөн, был рәүештең төркөмсәләрен төрлө варианттарҙа (айырым-айырым, һөйләмдә, текста) биреп, уларҙы тәүҙә ваҡыт, урын, күләм-дәрәжә, сәбәп, маҡсат, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәренә төркөмләтеү, бер төркөмгә рәүештәрҙең ни өсөн ваҡыт рәүештәр, икенсе төркөмдәгеләренең ни өсөн урын рәүештәр һәм башҡа төркөмсәләрҙе лә шул рәүешле иҫбатлатыу күнегеүҙәрен күберәк эшләтергә кәрәк.

Рәүештең дөйөм төшөнсәһен аңлатыу, нығытыу күнегеүҙәрен эшләтеү ваҡытында рәүештәрҙең эш йәки хәрәкәт билдәһен белдереүсе һүҙҙәр булыуына уҡыусыларға төшөндөргәс, уларҙың билдәһен дә белдереүҙәрен, сифаттар һәм рәүештәр алдында ҡулланыуҙарын да аңлатырға була. Мәҫәлән: бик ныҡ ҡаршы булды, Ағиҙелдәй оҙон уйҙары һ.б. Артабан текст эсендә алынған рәүештәрҙең үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡабул итеү-итмәүе (үҙгәреү-үҙгәрмәүе), һөйләмдең ҡайһы киҫәге булып килеүе уҡыусыларҙан билдәләтелә. Аҙаҡ рәүештәрҙән асыҡланған бөтә билдәләрен йомғаҡлау, ҡағиҙә формулировкаһын төҙөү миҫалдар килтереү талап ителә. Уҡыусылар йыш ҡына рәүештәр менән сифаттарҙы бутайҙар. Был хәлде иҫкә алып, рәүештәрҙең сифаттар менән оҡшаш яҡтарын һәм улар араһындағы айырманы билдәләтеү, кәрәк булһа, уларға сағыштырма характеристика яһатыу күнегеүҙәре эшләтергә була.

Башҡорт телендә бер ни тиклем һүҙҙәрҙең (ҙур, асыҡ, шәп һ. б. ), лексик мәғәнәһенә генә ҡарап, рәүеш йәки сифат булыуын билдәләп булмай; улар сифаттарҙың һәм рәүештәрҙең коммуникатив функцияһын үтәйҙәр. Мәҫәлән: ауыр йылдар – ауыр бара, алыҫ ер – алыҫ йәшәй һ.б.

Аңлатылған төшөнсәләрҙе артабан тәрәнерәк үҙләштереү, рәүештәрҙең телмәрҙге коммуникатив ролен, текста ҡулланыу мотивтарын астырыу күнегеүҙәренә лә һәр ваҡыт иғтибар бирелергә тейеш. Рәүештәр менән һөйләмдәр төҙөтөргә, художествалы әҫәрҙәрҙән төрлө коммуникатив маҡсатта ҡулланылған рәүештәре булған текстар һайлатып яҙҙырырға мөмкин.

Шулай итеп, уҡыусыларға теманы аңлатыу өсөн тейешле метод һайлау мөһим. Тик шул осраҡта ғына бирелгән белем аңлайышлы, һөҙөмтәле буласаҡ.

ЙОМҒАҠЛАУ

Рәүеш ‒ эш-хәлдәрҙең, хәрәкәттең билдәһен йәки билдәнең билдәһен белдерә торған һүҙ төркөмө.

Диплом эшенең инеш өлөшөндә теманың актуаллеген, маҡсатын, бурыстарын, предметын, объектын, ғилми-методологик нигеҙен, яңылығын билдәләнек.

Беренсе бүлектә төрки һәм башҡорт тел ғилемендәге хеҙмәттәргә, рәүеш һүҙ төркөмөнөң тарихына байҡау яһалды. Рәүеш һүҙ төркөмөн Абдурахманов Г.А., Айдаров Г., Аҙнабаев А.М., Дмитриев Н.К., Кейекбаев Ж.Ғ., Зәйнуллин М.В., Ишбулатов Н.Х., Ишбаев К.Ғ., Северотян Э.В., Әбсәләмов З.З. һ.б. телсе-ҡалимдар өйрәнгән. Башҡорт телендә лә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек, рәүештәр үҙҙәренең сығыштары менән айырым билдәле бер һүҙ төркөмөнә барып тоташалар. Улар килеш, ҡылымдың йөкмәтеү йүнәлеше ялғауҙары, алмаштар, ҡушма һүҙ ысулы, һүҙбәйләнеш ҡалыбы менән яһалғандар. Тимәк, рәүештәр башҡа грамматик категорияларҙың ҡалыбы менән барлыҡҡа килгәндәр һәм артабан үҫә торалар.

Икенсе бүлектә Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең функциональ-семантик үҙенсәлектәрен тикшерҙек. Был бүлектәрәүештәрҙең семантик төркөмсәләрен М.В. Зәйнуллиндың биргән бүленешенә таянып, аныҡлаусы рәүештәр һәм хәл рәүештәренә бүлеп анализланыҡ. Аныҡлаусы рәүештәр, билдәне йәки хәрәкәтте асыҡлап, уларға сифат йәки күләм яғынан характеристика бирә.

  1. Аныҡлаусы рәүештәргә төп, оҡшатыу һәм күләм-дәрәжә рәүештәре ҡарай. Улар ҡылым формалары менән дә, сифат һәм рәүештәр менән дә, ә ҡайһы берҙәре исем менән дә бәйләнеп килергә мөмкин.

Төп рәүештәр хәрәкәттең эшләнең рәүешен, манераһын, юлын белдереп, уны сифат яғынан йәки тасуири характерлау өсөн хеҙмәт итә. Был төркөмгә түбәндәге рәүештәр ҡарай: арҡыры, артабан, әкрен, йәһәт, кинәт, ҡапыл, йәйәү, йөҙтүбән, шәп, аҡсалата, дәррәү һ.б. Миҫалдар. Шофер ҡыҙ иһә ҡапыл ҡыҙарынды-бүртенде, күҙҙәренә хатта ҡапыл йәш төйөлгәндәй тойолдо (Н.Мусин).

Оҡшатыу рәүештәре эш-хәлдең башҡарылыу процессын, эш-хәрәкәттең билдәһен ни ҙә булһа икенсе бер процесс, предмет менән сағыштырып ҡарауҙы, оҡшатыуҙы белдерә. Мәҫәлән: айыуҙай көслө, уттай эҫе, ат башындай, батырҙарса, яҙғанса, бүреләй, үҙенсә, беҙҙеңсә, башҡортса һ.б. Миҫалдар. Ҡыҙ, үҙе алдан төшөп, егеттәрсә эре аҙымлап контора яғына атланы (Н.Мусин).

Күләм-дәрәжә рәүештәре үҙҙәренең мәғәнә төҫмөрләнеше яғынан да төрлөсә: уларҙың берәүҙәре эш-хәрәкәттең, билдәнең көсәйеүен, артыҡлығын белдерһә, икенселәре уның кәмеүен, көсһөҙләнеүен аңлатырға мөмкин.Мәҫәлән, әҙ һөйләү, һирәк осрау, йыш булыу, аҙмы-күпме эш эшләү, бер аҙ хәл йыйыу һ.б. Миҫалдар. Саҡ ҡына туҡталып торҙо ла, ҡыйыу ғына атлап, Төлкөсура эргәһенә килде (Н.Мусин).

  1. Хәл рәүештәренә ваҡыт, урын һәм сәбәп-маҡсат рәүештәре ҡарай.

Ваҡыт рәүештәре эш-хәлдәрҙең ваҡиғаларҙың, хәрәкәттәр һәм процестарҙың булыуы, башҡарылыу һәм үтәлеү ваҡытын белдерәләр. Мәҫәлән: бөгөн килде, йәйгеһен ҡышҡыһын, иртәгә, кисә, ваҡыты менән, көн һайын, әле генә, иң элек , мәңгелеккә, оҙаҡҡа һ.б. Миҫалдар. Көн һайын табыла торған донъя мәшәҡәттәре, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уның был сәйер ҙә, татлы ла кисерештәрен онотторған һымаҡ иткәйне (Н.Мусин).

Урын рәүештәре эш-хәлдәрҙең, хәрәкәттәрҙең ваҡиғаларҙыңбулыу, башҡарылыу урынынан күрһәтәләр. Мәҫәлән, унда, ошонда, бында, тегендә, юғары, түбән, ары, бире, алда, аҫҡа, тышҡа, эскә һ.б. Миҫалдар: Бынау Сабирьяновтың ары-бире бәрелеп һөйләүе уның йәнен көйҙөрҙө, ошо арҡала әйтер һүҙҙәре онотолдо, буталды (Н.Мусин). Бына алаңғырт ҡайынлы  артта ҡалды (Н.Мусин).

Сәбәп-маҡсат рәүештәре эш-хәлдәрҙең башҡарылыу сәбәбен һәм маҡсатын белдерәләр. Мәҫәлән, юҡҡа, бушҡа, юҡтан, тиктомалдан, юрамал, юрый, бер ҙә юҡҡа, аңламаҫтан, аңғармаҫтан, мотлаҡтан. Миҫалдар. Мәжлес йәме — ҡурай, ҡыш йәме — буҙ турғай, тип юҡҡа әйтәләрме ни, табын күрке бер юлы күтәрелеп китте (Н.Мусин). «Һин юрамал бикләмәгәнһең!» — тип йәбеште миңә Роман (Н.Мусин).

Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында тамыр рәүештәр (аҙ, күп, алыҫ, яҡын, оҙаҡ), яһалма рәүештәр (кисен, кешеләрсә, йөҙтүбән, ялан аяҡ) киң ҡулланылған.

Рәүештәр, йыш ҡына аффикслашыу ысулы менән яһала. Мәҫәлән: Әле лә Төлкөсура, Сәхиҙең үҙенә килеп бәрелергә батырсылыҡ итмәҫенә ышанғанлыҡтан, көслө кешеләрсә, баҫалҡы йылмайып ҡына ҡуйҙы (Н.Мусин).

Нигеҙҙәр ишләшеү ысулы менән яһалған рәүештәр: тора-бара, ҡаса-боҫа, өҙә-йолҡа, тартып-һуҙып. Миҫалдар. Бына ул үрле-ҡырлы һикергеләне, ахырҙа, иҫәр кешеләй, ҡотороноп бейергә тотондо (Н.Мусин).

Шулай уҡ нигеҙҙәр ҡабатланыу ысулы менән яһалған рәүештәр ҙә киң ҡулланыла: йөрөй-йөрөй, һуҙа-һуҙа, яҙа-йоҙа. Миҫалдар. Үлемдән саҡ-саҡ ҡотолһа ла, хәҙер тәнендә ниндәйҙер еңеллек, рәхәтлек һиҙә һәм, һуҙа баҫып, бер ни булмаған шикелле, Төлкөсура ҡаяһына табан атлай (Н.Мусин).

Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында рәүештәрҙең бөтә дәрәжәләре лә ҡулланыла. Төп дәрәжәнең махсус күрһәткесе булмай: тиҙ, иртә, күп, яй, оҙаҡ. Миҫалдар. Ай-бай, улым, бигерәк ҡаты йоҡлағанһың (Н.Мусин).

Сағыштырыу дәрәжәһе нигеҙгә -раҡ /-рәк, -ыраҡ I-ерәк, -ораҡ I-өрәк аффиксы ҡушылыу ярҙамында яһалған: тиҙерәк, иртәрәк, күберәк, яйыраҡ. Миҫалдар. Ул саҡта ла Рәмиләнең һауыты гел тиерлек ултыра төшә, уға һәйбәт юрау күберәк эләгә ине... (Н.Мусин).

Артыҡлыҡ дәрәжәһе рәүештәргә препозитив киҫәксәләр бик, үтә, көпә-, туп- һ. б.ҡушылыу ярҙамында яһала: бик иртә (тиҙ, һуң, күп), көпә-көндөҙ, үтә яй, бигерәк оҙаҡ. Миҫалдар. Беҙ  бик  алыҫтан килдек (Н.Мусин). Ғилман ҡыҙ кеше менән тәүҙә үтә ҡоро һөйләшеүенә хәҙер үкенә ине (Н.Мусин).

Аҙһытыу дәрәжәһе, ғәҙәттә, рәүештәргә ғына, генә, кына, кенә киҫәксәһе эйәреү юлы менән барлыҡҡа килә: тиҙ генә, яй ғына, оҙаҡҡына һ.б. Миҫалдар. Ә хужаларығыҙҙы аҙ ғына тәртипкә күндереп алаһы бар (Н.Мусин).

Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәр һөйләмдә күбеһенсә хәл функцияһын башҡаралар, уларҙың түбәндәге төрҙәре йыш осрай: күләм-дәрәжә хәле, ваҡыт хәле, урын хәле, сәбәп-маҡсат хәле. Һирәк осраҡта рәүеш хәбәр функцияһын башҡара.

Өсөнсө бүлектә рәүеш һүҙ төркөмөн башҡорт теле дәрестәрендә өйрәнеү мәсьәләләрен, уларҙы өйрәтеү метод һәм алымдарын ҡараныҡ.

Шулай итеп, беҙ сығарылыш эшендә Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙе функциональ-семантик планда, йәғни рәүештәрҙең телдә ҡулланылыу үҙенсәлеген тикшерҙек.