Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
дипломка2.06.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
162 Кб
Скачать
☆

Рәүештәрҙең лексик-синтаксик юл менән яһалышы

  1. Исемдәр нигеҙендә:быуындан быуынға, йылдан йыл, көндән көн, өйҙән өйгә, тауҙан тауға, ялан аяҡ, баш түбән, йөҙ түбән һ.б. Миҫалдар. Шунан, уянып китеп, ҡурғаштай ауыр ҡараңғылыҡҡа төбәлеп, төндәр буйы ҡабат йоҡлай алмай ята. Үҙең көнө буйына ошо тиклем ерҙә яңғыҙ йөрөргә ҡурҡмайһыңмы һуң (Н.Мусин)?

  2. Сифаттар нигеҙендә:ҡоро көйөнсә, еүеш көйөнсә, эҫе көйө, юл ыңғайы, йомшаҡ көйө, бер туҡтауһыҙ, бер талай һ.б. Миҫалдар. Ғәйсәр бая Зөбәржәтте үҙенә ҡаратыр өсөн шартлатып һындырған таяҡ киҫәктәрен шапылдатҡансы һыуға бәрҙе, ике ырғыуҙа арғы ярға сыҡты ла, донъяны түңкәрергә әҙерләнгәндәй ғәйрәт менән, ҡаршы тауға менеп китте (Н.Мусин). Һеҙҙеңсә, илле километрҙан машина ҡыуалап, буш көйө ҡайтып китергәме (Н.Мусин)? Тәүге мәлдә ниндәйҙер  вайымһыҙлыҡ  менән йөрөгәйне Төлкөсура (Н.Мусин).

  3. Алмаштар нигеҙендә:теләһә ҡайҙағы, теләһә нисек, теләһә ҡайһылай, шул көйө, был көйө һ.б. Миҫалдар. Был юлы ла ябыҡ  сырайлы, һепертке  тотҡан  ир  уны күреү менән эргәһенә йүгереп килде, эйелеп-бөгөлөп иҫәнләште, “И-и, абый, сезнең яҡты йөзләрегезне күрәсе көннәр бар икән”, — тип һайраны, бер нисә тин өмөт итеп, атын туғарышырға тотондо (Н.Мусин). Ҡаршыла, йылға аръяғында, — киң ялан, унан ары — тағы ҡараһыу йәшел урман, алыҫҡараҡ ҡараһаң, — аҡһыл зәңгәр монарға төрөнөп ятҡан ҡарталы тауҙар (Н.Мусин).

  4. Ҡылымдар нигеҙендә:белә тороп, күрә тора, ауыҙ йырып, йән көйҙәрөп, ут йотоп, кис булғансы, ҡараңғы төшкәнсе, төш еткәс, яҙ еткәс, кем еңәрҙән, кем уҙарҙан һ.б. Миҫалдар. Ятыуҙың упҡын ерҙәрен, ғүмер юлының хәтәр боролоштарын алдан күреп, белеп бөтөп буламы ла кеше күңеленең төбөнә төшөү мөмкинме (Н.Мусин)? Ана, Зөбәржәт ихаталарына барып инде, өҙә баҫып солан һикәлтәләренә күтәрелде... (Н.Мусин). Иҫ керә башлағаны бирле уға ҡурҡыу ҡатыш асыу менән ҡарап йөрөһә лә, балалығына барып, старшинаның ҡармағына тиҙ ҡапты: герман һуғышы башланып, ауылда ир-ат кәмегәндән аҙаҡ, Уйылданға тамаҡ байына эшләгән кеше кәрәк ине, малайҙы ҡулға төшөрөү өсөн, йомшаҡ һүҙен йәлләмәне (Н.Мусин). Илһамдың иһә осон осҡа саҡ ялғап йәшәгән Бикморат ағаһына артыҡ тамаҡ булып ятҡыһы килмәй, үҙ йүнен үҙе күргеһе килеп йөрөгән сағы ине (Н.Мусин).

  5. Рәүештәр нигеҙендә: бер аҙ, бер килке, һәр йылдағыса, һәр ваҡыттағыса, тәүлек элек, көн элек, йыл элек, өй беренсә һ.б. Миҫалдар. Биленә балта ҡыҫтырған, ҡулына обрез тотҡан берәү кискә табан төбөмә килеп ултырҙы (Н.Мусин). Хәҙерҙән үк ятып йоҡлап булмай бит инде (Н.Мусин). Хәҙер, балалар, беҙҙең мәктәптең элекке уҡытыусыһы, бөгөнгө көндә беҙҙең ауыл советына етәкселек итеүсе, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Имәнҡул район Советы депутаты Ханов ағайығыҙға һүҙ бирәбеҙ (Н.Мусин).

  6. Модаль һүҙҙәр нигеҙендә: бер ҙә юҡтан, һис юҡҡа, төптө юҡҡа, ерле юҡтан, һис юҡтан һ.б. Миҫалдар. Ҡайһы бер көндәрҙә Гөлзөһрә килмәһә, Илһам моңая, Гөлзөһрәнең килер юлына төбәлеп, моңайып, төбөмдә шым ғына ултыра йә, ерле юҡҡа асыуланып, бөтә донъяны яра һуғырға теләгәндәй, оҙон сыбыртҡыһын болғай-болғай ҙа урманды яңғыратҡансы шартлатып ебәрә (Н.Мусин).

Рәүеш башҡа һүҙ төркөмдәре урынында ҡулланылып, үҙе бүтән һүҙ төркөмдәре иҫәбенә үҫә бара. Башҡа һүҙ төркөмдәренең рәүеш булып ҡулланылыуы йәки рәүешкә күсеүе рәүешләшеү йәки адвербиализация тип ата­ла. Рәүешләшеү ике төрлө була: ваҡытлыса рәүешләшеү һәм тулыһынса рәүешләшеү. Башҡа һүҙ төркөмдәренән булған һүҙҙәрҙең рәүеш функцияһында ҡулланылыуы ваҡытлыса булһа, ә инде ундай һүҙҙәрҙең рәүешкә бөтөнләй күсеүе тулыһынса рәүешләшеү тип атала. Йыш ҡына сифаттар ваҡыт­лыса рәүешләшеп киләләр (яҡшы уҡый). Әммә сифаттарҙы тик рәүеш урынында килеү нигеҙендә генә рәүешкә күсә тип ҡарарға ярамай. Был хаҡта Н.К.Дмитриев: “Яҡшы һүҙе ниндәй генә синтаксик функцияла килһә лә, башҡорт теле өсөн сифат һанала һәм сифат булып ҡала”, ‒ тип яҙа36.

Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында тамыр (аҙ, күп, алыҫ, яҡын, оҙаҡ), яһалма (кисен, кешеләрсә, йөҙтүбән, ялан аяҡ) рәүештәр ҡулланылған.