Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
дипломка2.06.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
162 Кб
Скачать
☆

Рәүештәрҙең лексик-грамматик юл менән яһалышы

  1. Исемдәр нигеҙендә: көҙ-көҙөн, яҙ-яҙын, таң-таңға, ал-алға, эргә-эргәлә, буй-буйына, иң-иңгә, йыл буйына, иртә менән, көн һайын, минут һайын, көнө буйы, таң менән һ.б. Миҫалдар. Хәҙер ҡырҡып, ярып, бешектерергә һалып ҡуймаһаң, ҡышын туң уҫаҡ, беләһең бит, ярғанда ҡыйпылып сығып тик тора бит ул (Н.Мусин). Уны ипләп кенә сисеп алды, күкрәгенә ҡыҫты, Гөлөм минең, Зөһрәм минең, тип бышылданы (Н.Мусин). Барҙы ла Уйылданда эшләп алды ла китте: ҡышын мал аҙбарҙарын тиҙәктән таҙарта, йәйен байҙың һарыҡтарын көтә (Н.Мусин). Атаһы менән ағаһы күмер тейәп урмандан ҡайтып төшкәс, уларға күмерҙе түбәлек аҫтына бушатышып йөрөп, был хаҡта онотоп торғайны, кискә табан Уйылдандың һүҙҙәре тағы иҫенә төштө (Н.Мусин). Шунан, уянып китеп, ҡурғаштай ауыр ҡараңғылыҡҡа төбәлеп, төндәр буйы ҡабат йоҡлай алмай ята (Н.Мусин).

  2. Сифаттар нигеҙендә: бай кеше-бай йәшәй, йылы көн-йылы ҡаршыланы, матур баҡса-матур йырлай, яңғыҙ ҡатын-яңғыҙ килгән һ.б. Миҫалдар. Шул саҡта мин оҙон ғүмеремдә тәү тапҡыр ун дүрт йәшлек ҡыҙ күҙҙәрендә һүнмәҫ-һүрелмәҫ мөхәббәт сатҡылары күрҙем (Н.Мусин). Иптәштәр, хөрмәтле министрыбыҙ Ғәбит Сәлихович Моратовтың ғәжәп йөкмәткеле телмәрендә беҙҙең алда торған бурыстар бик асыҡ итеп әйтеп бирелде, — тип бик шыма ғына башлап алып китте ул (Н.Мусин).

  3. Һандар нигеҙендә: икәү килделәр, өсәү барҙыҡ, бергә ҡайттылар, бер килмәне, бишәү барҙы һ.б. Миҫалдар. Берҙән-бер көндө улар шулай йөрөнөләр-йөрөнөләр ҙә төбөмә килеп ултырҙылар (Н.Мусин). Бер саҡ шулай иң матур сәскәләрҙе йыйып алды, эргәмә килде, теге ике тамға тәңгәленән бау уратып, сәскәләрен шуға теҙеп ҡыҫтырырға тотондо (Н.Мусин). Зөбәржәт уға һоҡланып-уҡталып тағы бер аҙ ҡарап торҙо ла шым ғына ҡапҡа яғына атланы (Н.Мусин).

  4. Алмаштар нигеҙендә:ул – унда йәшәй, был – бында кил, ошо көйөнсә, шул хәтлем, был тиклем һ.б. Миҫалдар. Шул саҡта һәр төрлө низағ, ығы-зығы килеп тыумаһын, йә берәй яҡ һатыуҙан, икенсе яҡ алыуҙан баш тартҡан осраҡта, алыш-бирештәге һәр төрлө сығымдарҙы ҡаплау өсөн, яҙыласаҡ килешеүҙә һәм мирауай посредник  бирәсәк  танытмала  бына ошолар ап-асыҡ итеп күрһәтелергә тейеш (Н.Мусин). Шул  саҡ  мин  бөгөн  Гөлзөһрәнең үлеүенә тап ун йыл тулыуын хәтерләнем (Н.Мусин). Ошонан аҙаҡ Гөлзөһрә менән осрашҡандарында Илһам гел генә шул көйҙө уйнар булып китте (Н.Мусин).

  5. Ҡылымдар нигеҙендә:башла – башлап, усла – услап, алмашла – алмашлап, ҡарамаҡ- ҡарамаҡҡа, аңғармаҫ – аңғармаҫтан, торған килеш, ултырған килеш һ.б. Миҫалдар. Зөбәржәт услап-услап битенә тағы  һыу сәпәне лә картуф баҡсаларына инеп китте (Н.Мусин).

  6. Модаль һүҙҙәр нигеҙендә: юҡ – юҡҡа, юҡтан һ.б. Миҫалдар. Ҡайһы бер көндәрҙә Гөлзөһрә килмәһә, Илһам моңая, Гөлзөһрәнең килер юлына төбәлеп, моңайып, төбөмдә шым ғына ултыра йә, ерле юҡҡа асыуланып, бөтә донъяны яра һуғырға теләгәндәй, оҙон сыбыртҡыһын болғай-болғай ҙа урманды яңғыратҡансы шартлатып ебәрә (Н.Мусин).