- •Рәсәй федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы
- •Р.Х. Ғизәтуллина йәншишмә ҡайҙан башлана?
- •2.1.Буй етмәгән ергә уй, ҡорал етмәгән ергә хыял етә
- •2.2. Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа
- •Муладһара
- •Свадистана
- •Манипура
- •Анахата
- •Вишудда
- •Сахасрара
- •Ил тигәндең кеме юҡ
- •2.6.Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
- •1.Донъя алмаш килә26
- •2. Оҡшаш оҡшағанын табыр28
- •3. Донъя - алдаҡ29 Улай тиеп кем әйтә,
- •4. Донъя – ғазап 30
- •2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ
- •2.3. “Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
- •2.4.“Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
- •2.5. Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер
- •4. Ҡулланылған әҙәбиәт
- •Гизатуллина Рашида Хаевна,
- •Откуда начинается Родник Духовности?
3. Донъя - алдаҡ29 Улай тиеп кем әйтә,
Былай тиеп кем әйтә?
Ышанмағыҙ был донъяға –
Был донъялар hемәйтә.
( Халыҡ йырынан)
Йога аңлатыуынса, hәр беребеҙ, хис-тойғоноң алдауы нигеҙендә, ысынбарлыҡты боҙоп күҙ алдына килтерә. Шуға күрә hәр бер быуын, ололарҙың киҫәтеүенә ҡарамай, hанап бөтөргөhөҙ күп хаталар ҡыла. Абынғас-hөрөнгәс, арҡаға туҡмаҡтар, башҡа бәләләр төшкәс, бик булмаhа, көс-кәр китеп, түшәккә йығылғас ҡына, hиҫкәнә әҙәм балаhы – hәм был бөтә кешелек тарихына хас. Халыҡ был әсе хәҡиҡәтте ябай ғына итеп йырға hалып әйтә:
Урал ғына тауҙың көн битендә
Турсанай ҙа аттың саңдауы.
Улай ҙа тиеп, былай тиеп,
Ах, шул донъяларҙың алдауы.
(“Турсанай”)
Ошондай уҡ киҫәтеү-иҫкәртеүҙәрҙе башҡорт халыҡ йырҙарында тағы ла осратып булыр:
Ағиҙелкәйҙәрҙе үрләп бара
Аҡ сабаҡҡай менән күк бәрҙе.
Хайран ғына булам был донъяға:
Һемәйтә бит донъя күптәрҙе.
(“Ир-егет”)
Халыҡ йырҙарының ҡайһы берҙәрендә донъяның алдаҡлығына туранан-тура күрһәтмә булмаһа ла, ул күсмә мәғәнәле төрлө сағыштырыуҙар аша (мәҫәлән, эстә ут яныу, тоноҡ һыуҙағы шәүлә, томан, күҙ алдына килеү һ.б.) төҫмөрләнә:
Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош,
Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала.
Эскенәйем тулып, ай, ут яна,
Һүнһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?
(“Шәүрә”)
Таштуғайҡай, һинең йылғаҡайың
Тоноп ҡына аҡҡан һыу икән.
Тоноҡ ҡына һыуҙа шәүлә сағыла,
Байғүбәгем иҫән-һау микән?
(“Таштуғай”)
Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.
(“Томан”)
Ирәндеккәй тауы, ай, зәңгәр күк,
Ҡырҡты ла ғына тауы тома күк, бөйрәкәй.
Күҙ күрмәгән ерҙә йөрөһә лә,
Күҙ алдымда баҫып тора күк, бөйрәкәй.
(“Бөйрәкәй”)
Ағиҙелкәйҙәге, ай, ҡамыштар
Шаулашалар, ғүмер үтә, тип.
Күңелкәйем йәшәй өмөт менән,
Алда рәхәт ғүмер көтә, тип.
(“Һыу өҫтө”)
Донъяның күҙгә күренгән, ҡолаҡҡа ишетелгән, тәме тойолған ләззәттәре менән мауығыу эске донъяңдың эйәhе – йән талап итер рухи ҡиммәттәрҙән буш ҡалдырып, үкенес кисертәсәк. Түбәндә килтерелгән өгөт-нәсихәттәр, буш шалтырауыҡ-ялтырауыҡтарға ымhынып, яңынан-яңы ҡармаҡҡа эләкмәҫкә өйрәтә, эшкә ашмаҫ хыялдарҙан арынып, донъяға айныҡ ҡарашта булырға саҡыра:
Айыуҙан ҡастым, бүрегә юлыҡтым.
Алланан ҡасҡан муллаға барып тотолған.
Аллаға ышан, үҙең ҡымшан.
Аллаға тапшырған атhыҙ ҡалған.
Алмаған ерҙә – алтын, бармаған ерҙә – баҡыр, күрмәгән ерҙә көмөш бар. Барhаң, тимер ҙә табылмаҫ.
Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тиер.
Алтын йүгән атты яҡшыртмаҫ.
Алыҫтағы ҡояш нығыраҡ йылыта.
Арыҫландың, айға менәм тип, биле биртенгән.
Аслыҡ ҡапсыҡ аҫтырыр, иманыңды hаттырыр.
Асҡа кәңәш биргәнсе, күмәс бир.
Ат бар – арба юҡ, ҡаҙан ҡайнай – ярма юҡ.
Аты юҡ, кәртә төҙөткән.
Атын алдырғас, ҡапҡаhын йүнәткән.
Аҙбары бар, аты юҡ. Аты булhа, ҡамыты булмай.
Ата алмаған атаhына үпкәләр.
Атай үлде – иркен ҡалды, ҡыҙыл тышлы туны ҡалды.
Атҡа менгәс, атаhын танымаған.
Ауыҙ ашай, күҙ ояла.
Байға ялланма, юҡҡа алданма.
Байҙың юҡмын тигәненә, ярлының туҡмын тигәненә ышанма.
Байҙар күк ат егә тип, мин дә ектем күк бейә.
Байлыҡ – боҙға яҙған.
Беләгенә ҡарама, йөрәгенә ҡара.
Бер юл бар – алыҫ, алыҫта булhа – яҡын, бер юл бар – яҡын, яҡында булhа – алыҫ.
Бер йыландан ҡасып, икенсе йыланға hырынма.
Бөтә донъяны hыу баҫыуҙан өйрәккә ни ҡайғы.
Булмағанға ышанма.
Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай.
Булмаҫ ир буйраҡ hыуҙа балыҡ тота.
Бәхетте сепрәккә төрөп йөрөтмәйҙәр.
Бәхет ҡош түгел, бер ысҡынhа, тотоп булмай.
Диңгеҙ hыуы бик күп тә – эсергә ярамай.
Диңгеҙ төбөндәге ынйынан тау башындағы таш артыҡ.
Донъя рәхәте сабый саҡта.
Дошман ни тимәҫ, төшкә ни кермәҫ.
Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр.
Дуҫтан дошманды айыра бел.
Дуҫың күбәйhә, шуны бел: аранан бере дошмандыр.
Гөлөнә ҡарама, төбөнә ҡара.
Ел сәсhәң, дауыл урырhың.
Ҙурҙы уйлап, әҙҙән ҡалма.
Кеше елкәhе ауыртмай.
Кеше иренә ышанып, түшәк йәймә.
Кеше ауыҙындағы hөйәк ҙур булып күренә.
Кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр.
Күҙгә күренде, ҡулға кермәне.
Күҙ күрмәhә, көйөнөсө юҡ.
Күктән көткән – ерҙә табылған.
Күптең hанын биргәнсе, аҙҙың бәрәкәтен бирhен.
Күпте теләгән – берҙән ҡоро ҡалған.
Күрше тауығы ҡаҙ булып күренeр.
Күршенеке күрекле күренә.
Көн күгендә ҡояш ялтырай, ул да миңә булhасы.
Кәзә – тоҙ, ирҙәр – ҡыҙ тип ҡартайыр.
Ҡабул булмаҫ доғаға амин тотма.
Ҡаҙанға hалмағанды ҡашыҡ менән эҙләмә.
Ҡатындың hүҙенә алданма, йүгерек атыңа таянма.
Ҡолағын ятҡырған аттан hаҡлан.
Ҡошто ем менән алдайҙар.
Ҡурҡҡанға ҡуш күренгән.
Ҡыҙ тип, ҡыҙыҡма, ҡәйнә ҡыҙҙан ярала.
Ҡыҙҙың күҙе ҡыҙылда.
Ҡыҙыл алмаға алданма.
Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма.
Ҡышҡы көндөң йылыныуына, дошмандың йылмайыуына ышанма.
Иҙел менән боҙға таянма.
Ике кәмә ҡойроғон тотҡан – hыуға батыр.
Иҫке өйҙө hүткәнсе, яңыhын hал.
Иҫәпhеҙҙең ҡуйы теүәл.
Йүгерек атҡа менгән тәңреhен онотҡан.
Йоҡлаған йыландың ҡойроғона баҫма.
Йөҙө аҡ тип, алданма, эсе ҡара булмаhын.
Йәйҙең өйө киң.
Йәмhеҙ булhа ла – бай ҡыҙы матур, ярлы ҡыҙы матур булhа ла – йәмhеҙ.
Матур матур түгел, hөйгән матур күренер.
Себенгә суҡмар күтәрмә.
Селләлә берәү өшөп үлгән, байрамда берәү асығып үлгән.
Ситкә ышанған илhеҙ, дошманға ышанған ҡулhыҙ,
Байға ышанған – аш-hыуhыҙ, ҡолға ышанған атhыҙ ҡалған.
Сәскәhенә ҡыҙығып, сәнескеhенә ҡаҙалма.
Һалам ялҡыны тиҙ hүнер.
Һауалағы торна тип, ҡулыңдағы турғайҙы осорма.
Һауанан балыҡ эҙләмәйҙәр.
Һыуға таянма, дуҫҡа инанма.
Һәр hаҡаллы олатайың булмаҫ.
Һәр ялтыраған алтын түгел.
Табағыңда ашың күп булhа, дуҫ-ишең күп була.
Тайға эйәрмә, атҡа эйәр.
Тауға ҡарап, тау булма.
Тауыҡҡа күҙ hалып, hарыҡтан ҡолаҡ ҡаҡма.
Теләк ҡоторта, оят тыя.
Тилегә диңгеҙ тубыҡтан.
Туй ашы менән дуҫ табылмай.
Туйға барhаң, туйып бар.
Туйғас, бал да әсе тойола.
Төлкө тотам тип, ҡуяндан ҡоро ҡалма.
Төлкө артынан йөрөп, көлкөгә ҡалма.
Төлкө төшөнә – тауыҡ, тауыҡ төшөнә тары керә.
Төтөндән ҡурҡҡан утта янған.
Ун икенең бере юҡ.
Yҙ елкәмде күрмәйем, ҡәйнәмдеке – ҡап-ҡара.
Yҙе юҡтың күҙе юҡ.
Уңмағанды ҡыума.
Yлгән hарыҡ бүренән ҡурҡмаҫ.
Yлгән ағайға – юғалған тай.
Ышанған ояла ҡош юҡ, ышанған тауҙа кейек юҡ.
Әсе менән сөсөнө татыған белер, алыҫ менән яҡынды юртҡан белер.
Әҙәмдең күҙе туймай.
Эсе менән тышы булhа, тун тегер инем, энә менән еп булhа.
Эшсән бәхетте эштән, ялҡау ситтән эҙләр.
Юғалған ҡуйҙың ҡойроғо ҙур булыр, үлгән hыйыр hөтлө булыр.
Юҡ аҡсаға ҡапсыҡ текмәйҙәр.
Юҡҡа алданып, барҙан буш ҡалма.
Ямғырҙан ҡасып, буранға эләкмә.
Ямғырҙан ҡасып, даръяға эләкмә.
Яҡшы көндәр, күп булhа ла, аҙ күренер, яман көндәр, аҙ булhа ла, күп күренер.
Шулай итеп, халыҡ ижадының был төрөндә донъяның хәл-ваҡиғаларын айыҡ аҡыл, һиҙгер йөрәк менән ҡабул итергә һәм хис-тойғоларға алданмаҫҡа өйрәтеүҙәр һалынғаны асыҡтан-асыҡ сағыла. Хискә бирелеп, телеңде лә, ҡылыҡ-фиғелеңде лә бәйҙән ысҡындырып ебәрһәң, гонаһтарға батып китеүгә киң юл асыла.
