- •Рәсәй федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы
- •Р.Х. Ғизәтуллина йәншишмә ҡайҙан башлана?
- •2.1.Буй етмәгән ергә уй, ҡорал етмәгән ергә хыял етә
- •2.2. Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа
- •Муладһара
- •Свадистана
- •Манипура
- •Анахата
- •Вишудда
- •Сахасрара
- •Ил тигәндең кеме юҡ
- •2.6.Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
- •1.Донъя алмаш килә26
- •2. Оҡшаш оҡшағанын табыр28
- •3. Донъя - алдаҡ29 Улай тиеп кем әйтә,
- •4. Донъя – ғазап 30
- •2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ
- •2.3. “Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
- •2.4.“Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
- •2.5. Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер
- •4. Ҡулланылған әҙәбиәт
- •Гизатуллина Рашида Хаевна,
- •Откуда начинается Родник Духовности?
4. Донъя – ғазап 30
Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Ел өрмәй ҙә томан асылмай.
Иртә лә генә хәсрәт, кисен ҡайғы, Бер йырламай йөрәгем баҫылмай.
(Башҡорт халыҡ йыры “Ҡалды”)
Был донъяға килгән йән эйәләре кисерер ыҙа- яфаларҙың бөтәhенә лә тигеҙ тейерҙәре бар: тыуым, сир, ҡартлыҡ, үлем. Унан башҡа ярлылыҡ, ҡоллоҡ, аслыҡ, етемлек, яңғыҙлыҡ, дошманлыҡ, ғәҙелhеҙлек, айырылышыу, төрлө юғалтыуҙар кеүектәре лә hағалай әҙәм балаhын. Был турала Ризаитдин Фәхретдин: “Донъя наҙандарҙы алдай, уҡымышлыларҙы ла рәхәтләндермәй. Уға әҙәм балалары илап килеп керhәләр, олоғайып, михнәт күреп, яфа-ғазап сигеп, зарланып үләләр”, – тигән. Башҡорт халыҡ йырҙарынан миҫалдарҙа ла ошо фекерҙе күҙәтеп була:
Йүгереп тә барып һыуҙар эстем,
Ниңә генә кистем, ниңә эстем?
Был донъяҡайҙарҙы күрер өсөн
Ниңә генә тыуҙым, ниңә генә үҫтем?
(“Урал”)
Һикереп тә генә төштөм гөл баҡсаға,
Гөл мамыҡҡайына ла уралдым.
Ни булыр ҙа икән был башыма,
Йоҡоларымдан илап уяндым?
(“Сәфәр көйө”)
Ҡараңғы ла урман, ҡараңғы төн,
Яҡшы аттар кәрәк бит үтергә.
Заманалар ауыр, михнәттәр күп,
Дуҫ-иш кәрәк донъялар көтөргә.
(“Ҡара урман”)
Соран да ғына буйы, эй, ҡылғанлыҡ,
Бүҙәнәләр йүгерә төбөндә.
Фәҡир ҙә генә булып, етем ҡалһаң,
Башҡынайың тормай илеңдә.
(“Соран буйы”)
Әй, арлы ғына бирле көй көйләйем
Аҡ күрнисәләрҙең эсендә.
Әй, һин белмәйһең, янышым, хәлгенәмде,
Уттар яна минең эсемдә.
(“Юныс”)
Үтер микән ғүмерем был зинданда,
Һүнер микән йөрәк ялҡыны?
Ялҡындары һүнмәй гүргә керһәм,
Баҫыр микән ҡәберем һалҡыны?
(“Яуымбай”)
Ошондай ыҙа-яфаларҙың йән эйәhенә хата-гoнаhтарҙан үкенес кисереп, тәүбәгә килеү, рухи таҙарыныу өсөн бирелгәнен тойғанда ғына кеше hынып-бөгөлөп төшмәй, киреhенсә, мин-минлеге менән көрәшеп, үҙ етешhеҙлектәренән арына, кәмселектәрен еңеп сыға. Тормош, шулай, үҙе өйрәтер өгөт-нәсихәткә битараф булыр бәндәне:
Башҡа бәлә килде тип, башты ташҡа ормайҙар.
Бурыс ашағансы, борос аша.
Бурысhыҙ ярлылыҡ – үҙе байлыҡ.
Бәндә hағышлай, хоҙай бағышлай.
Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөр.
Бәлә аяҡ аҫтында.
Бәләне hатып, йә атып алалар.
Етем илаhа, донъя илар.
Ирҙе михнәт еңә алмаҫ.
Ирhеҙ бер илар, ирле мең илар.
Ир ҡайғыhы итәктә, бала ҡайғыhы йөрәктә.
Кешене эш түгел, ҡайғы бөтөрөр.
Килер ҡаза ирҙән аҡыл таптырмаҫ.
Күҙ йәшенә быуа юҡ.
Күл ҡамышhыҙ, бәндә hағышhыҙ булмаҫ.
Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.
Ҡайғы ҡайғыны баҫа.
Ҡайғы юҡта ҡайғы иттем ҡайным ҡарттың үлемен.
Михнәтhеҙ тапҡан мал иҫәпhеҙ китер.
Нужна күрмәй, ир булмай.
Нужна ҡалас ашата.
Сабыр иткән мораҙына еткән.
Сирлегә үлем күрше.
Һәр башҡа бер үлем, яман ҡатын алғанға ике үлем.
Түҙгән – тимер өҙгән.
Тән ҡартая, йән ҡартаймай.
Yлемдән оят көслө.
Әжәл менән бурыстан ҡотола алмаҫhың.
Юл аҙабы – гүр ғазабы.
Яҡшы килен – килем, яман килен – үлем.
Йәшәйештең фәлсәфәhе тип аталасаҡ Будда тәғлимәтенең нигеҙ ташы “Абсолют Хәҡиҡәттең Дүртәүhе”31 тигәне лә шул турала булыр:
1.Тормош – ул, асылда, ғазап;
2. Был ғазаптарҙың сәбәбе – ыҙалы тормоштоң алдаҡтарына, нәфселәнеп, йәбешеп ятыуҙан;
3.Шул нәфсе-теләктәрҙе тыйыу – ыҙа-яфаларҙан арыныуҙың башы;
4.Ҡотолор өсөн Урта Юл яҡшы; ул юлды үтеү түбәндәгеләрҙән ғибәрәт: “Донъяға ысын ҡараштан бағыу”, “Зиhенде зирәк итеү”, “Дөрөҫ телмәр тотоу”, “Әҙәпле ҡылыҡтар ҡылыу”, “Хаҡ йәшәү”, “Хаҡлыҡта ныҡышмаллыҡҡа өлгәшеү”, “Хәтерҙе үҫтереү”, “Нәфсе-теләктәрҙе hүндереү”.
5. Сәбәбенә күрә – эҙемтәhе
Берәү тура юлдан барһа, үҙе өсөн бара, берәү аҙашһа, үҙенә зарарға аҙаша, һис бер йөк күтәреүсе икенсе йәндең йөгөн күтәрмәҫ. [Әл-Исра (Төндә күсереү) доғаһы, 15-се аят]
Карма тураhындағы тәғлимәт булараҡ, йога кешенең был тормоштағы хәл-торошон элекке ҡылған ҡылыҡтарына бәйләп аңлата. Йәғни сауабы ла, язаhы ла hәр кемдең үҙенеке – үҙенә. Был хәҡиҡәт берәүҙәрҙе тормош hынауҙарын аңлы рәүештә күндәм ҡабул итергә, сабыр булырға, башҡаның уңышына көнләшмәҫкә, кеше бәхетенә ымhынмаҫҡа өйрәтә. Икенселәре иhә, уңышҡа өлгәшеп, рәхәтлектә йәшәгәндә тәкәбберлек, hаранлыҡ, ҡомhоҙлоҡ кеүек кире сифаттар булдырмауға ынтылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әлеге бөтә булмышың менән киләсәк өсөн сәбәп тыуҙырыуыңды белеү, үҙ сиратында, маҡсаттарыңды үргә йүнәлтә, йәшәү рәүешең өсөн яуаплылыҡты арттыра. Ошондай идеяны беҙ башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү”ҙә күҙәтәбеҙ:
Иртәнсәккәй томан төшкән саҡта,
Йылҡылар ҙа юшап төшә ул.
Тәфтиләүҙең үҙе күрмәһә лә,
Тоҡомона күҙ-йәш төшөр ул.
Йыһандың берҙән-бер һәм ғәҙел карма ҡанунына нигеҙләнгән донъяуи ҡарашы, шулай итеп, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында киң сағыла. Халыҡ йырҙарында тормоштоң төрлө хәл-ваҡиғаларына, осраҡтарына тап килеүсе был күренеш фәлсәфә кимәлендә дөйөмләштерелә:
Иртә менән тороп, эшкә лә барҙым,
Ҡулым тотмай ушатты алырға.
Хаҡ Тәғәлә беҙгә лә ҡушҡан икән
Тәрән шахталарҙа ҡалырға.
(“Шәйхетдин шахтер”)
Ашамай ҙа атым ҡыр үләнен,
Ашай атым күлдең күрәнен.
Былай ғына булып йөрөүемде мин
Бәхеткәйем юҡтан күрәмен.
(“Татыу йәшәүҙәр”)
Атай-инәй мине эҙләй микән,
Эсем янып, тышым көйгәнем?
Тәҡдиремдә шулай ҡушҡан микән –
Ят ҡулында ҡалды һөйгәнем.
(“Ят ҡулына ҡалды һөйгәнем”)
Әҙәм балаһын үҙенә тыумыштан бойһондорор был ҡармауҙы төрлөсә атау тәбиғи хәл. Ундай төшөнсәләрҙең төп башҡорт теленә ҡарағандары ла бар: яҙмышыңа яҙылғанды күреү, яҙмышҡа күнеү. Халҡыбыҙҙың ислам динен ҡабул итеү осоронда яңы терминдар үҙләштерелгәнен дә күҙәтеп була халыҡ йырҙарында: хаҡ Тәғәлә ҡушҡанды үтәү, тәҡдиргә бойһоноу, бәхеттең тиң түгеллеген ҡабул итеү һ.б.
Һандуғасҡай меҫкен, һай, ҙур түгел,
Ултырғанҡай ере киң түгел.
Әҙәмдәрҙән әҙәм, ай, кәм түгел,
Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.
(“Барашов”)
Ялан ғына ерҙең дә, әй, үләнен,
Усҡайыма алдым да күрәнен.
Ауырыма ла, башым, түгелмә, йәшем,
Хаҡтың яҙмыштарын да күрерһең.
(“Ялан Йәркәй“)
Артабанғы мәҡәл-әйтемдәр ҙә был дөрөҫлөктө ябай hәм асыҡ итеп ярып hала:
Ағас – емеше менән, кеше эше менән матур.
Ағас тамырына ҡарап үҫә.
Айғыр ҡалдырhаң – йүнлеhен, ҡусҡар ҡалдырhаң – йөнлөhөн ҡалдыр.
Алдын бер уйла, артын биш уйла.
Алдыңа килгән ашты йота бел.
Алтылағы – алтмышта.
Арпа сәсеп, бойҙай үҫмәҫ.
Ат – менгәндеке, тун – кейгәндеке.
Атаhын күр ҙә, улын ҡос, әсәhен күр ҙә, ҡыҙын ҡос.
Атаңа ни ҡылhаң, алдыңа шул килер.
Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.
Аты барҙың – ҡанаты, hыйыры барҙың – hыйы бар.
Ауыр күтәргән – билен hындырған.
Ауыҙы бешкән өрөп ҡабыр.
Ауыҙың ҡыйыш булhа, көҙгөгә үпкәләмә.
Ашаған табағыңа төкөрмә.
Ашланған ер аш бирер.
Баҡырҙы күпме ағартhаң да, көмөш булмаҫ.
Балта оҫтаhы балтаhынан билдәле.
Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе hөҙөргә өйрәтмәйҙәр.
Барманың бар булhа, барhаң, айран эсерhең.
Башыңа төшhә, башлыҡ булырhың.
Бер кеше бәхете икенсегә булмаҫ.
Биш уйла, бер эшлә.
Бирмәҫтең ашы бешмәҫ.
Бирhәң – алырhың, сәсhәң – урырhың.
Буйына күрә күләгәhе.
Булыр бала биләүҙән.
Булырҙың быуынынан билгеле.
Булыр ҡолон бәйҙә уйнар.
Булмаҫ ҡатындан бөкөрө тыуыр.
Бур булдың – хур булдың.
Бүре балаhын бүреккә hалhаң да, урманға ҡарай.
Бүре балаhын тоторға өйрәтhә, hарыҡ бәрәсен ҡасырға өйрәтер.
Бүре бәйләүгә, дуңғыҙ әйҙәүгә күнмәҫ.
Бүрәнәнең йыуан башы кем елкәhендә – шуға ауыр.
Бәйел аҙмай башҡа бәлә килмәй.
Бәхет башы – тәүфиҡ, бәхетhеҙлек башы – ялҡаулыҡ.
Бәхет ерҙән түгел, тирҙән сыға.
Гонаhына күрә язаhы.
Дошманың күп булhа, үҙеңә үпкәлә.
Дуңғыҙға эйәргән батҡаҡта аунар.
Ел иҫмәй, япраҡ hелкенмәй.
Елдән килгән – ергә киткән.
Емеш ашағың килhә, сәскәhен өҙмә.
Егет үлhә – аты, үгеҙ үлhә – ите ҡалыр.
Егеттең үҙе үлhә лә, hүҙе үлмәҫ.
Етеhендә ни булhа, етмешеңдә шул булыр.
Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.
Иҙел күрмәй, итек сисмәйҙәр.
Илар бала атаhының hаҡалы менән булышыр.
Инә ҡаҙ ҡаңҡылдамаhа, ата ҡаҙ бармай.
Ип-яй булhа, ит-май булыр.
Иртә барhаң, ит бешер, кискә ҡалhаң, бит бешер.
Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта.
Исеменә ҡарап – есеме.
Ишәк маҡтанып толпар булмаҫ.
Ишәккә алтын эйәр hалhаң да, hаман ишәк.
Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.
Йөҙөң ниндәй – көҙгө шулай күрhәтер.
Йөрөгән таш шымарыр, ятҡан таш мүкләнер.
Йүнhеҙ бала ата йортон хурлар.
Йүнhеҙҙән йүнhеҙ тыуыр.
Йыланды ҡотҡарhаң, тәүҙә үҙеңде сағыр.
Йыландың балаhы ла йылан.
Йыланға юлдаш булhаң, ҡулың сағыр.
Йәйең рәтле булhа, сәйең шәрбәтле булыр.
Йәрәбә hалынған – яҙмышҡа hалынған.
Кем эшләмәй, шул ашамай.
Кеременә күрә сығымы.
Кеше ҡапҡаhын асhаң аяҡ менән, үҙеңдекен ҡағырҙар таяҡ менән.
Кешеhенә ҡарап, кейемен бес.
Кешенән кеше кәм түгел, тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.
Киндер сәсhәң, күлдәк кейерhең.
Күрекле тыума, бәхетле тыу.
Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.
Ҡабат эшләгән эш hабаҡ булыр.
Ҡаҙан хәлен сүместән hора.
Ҡаҙанда ни булhа, сүместә шул сығыр.
Ҡайҙа барhаң да, ҡара hаҡалың артыңдан ҡалмаҫ.
Ҡанға hеңгәнде йыуып та, юнып та бөтөрөп булмай.
Ҡатын ауырыhа, өйҙөң йәме китер.
Ҡолон аҫыраhаң, ат менерhең.
Ҡулың эшләhә, ауыҙың тешләр.
Ҡумыҙ бейетмәй, моңо бейетә.
Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ.
Ҡыҙ ҙа булhын, быуаҙ ҙа булhын.
Ҡыҙыл телемде тыйманым, ҡыҙым өйөнә hыйманым.
Ҡылыс алғанда ҡулың ҡалтыраhа, башың ерҙә булыр.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан hуң да беленер.
Май сүлмәге тышынан билдәле.
Мал аҫыраған – май сәйнәгән.
Мал көрлөгө көтөүсенән.
Мая башы – бер күкәй.
Ни сәсhәң, шуны урырhың.
Ни ҡысҡырhаң, шуны ишетерhең.
Оло ат менән уйнаған тайҙың аяғы аҡhаған.
Орлоғона күрә емеше.
Осҡондан ялҡын ҡабыныр.
Өйө барҙың көйө бар.
Өлөшөңә төшкән көмөшөң.
Сабыр иткән мораҙына еткән.
Себеште көҙ hанайҙар.
Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ.
Соҡорға төшкәнсе, сығырыңды уйла, тауға менгәндә төшөрөңдө уйла.
Сәсмәгән – урмаҫ.
Сәскән йыяр, сәсмәгән илар.
Һабанда hайрашмаhаң ырҙында ыңғырашырhың.
Таштан йүкә hуйылмай.
Тик торған отторған, тик тормаған туҡ торған.
Тирең кипмәhә, байлығың китмәҫ.
Тиреҫ сығарhаң ереңә, ташып бөтөрә алмаҫhың өйөңә.
Туйға тип йыр hаҡлаған, туйға килhә, йыр тапмаған.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
Һыу бешеү менән май төшмәҫ.
Уйындан уймаҡ сығыр.
Улай итмәй, былай булмай.
Утhыҙ төтөн булмай.
Уттың, сирҙең эҙен ҡалдырма.
Yҙ ғәйебеңдең ниҙә икәнен, балаң үҫкәс, белерhең.
Yҙ ҡылғаның үҙеңә ҡайта.
Yҙең ҡарға булhаң, балаң hандуғас булмаҫ.
Yҙең яҡшы булhаң, кеше лә яҡшы.
Ырыҫ арыҫландың ауыҙында, төрөкмәндең түрендә.
Хеҙмәт ҡаты – емеше татлы.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
Һәр кем үҙенсә табына, үҙенсә абына.
Эҙләмәйенсә, энә лә табылмай.
Энә үткән ерҙән еп тә үтер.
Этенән күреп, көсөгө өрөр.
Эттән эт тыуа, ҡоштан ҡош тыуа.
Эшенә күрә ашы.
Эш яратҡан уңған, яратмаған туңған.
Әсәhе тирәккә менhә, ҡыҙы ботаҡҡа менер.
Әсәhе юрға булhа, ҡыҙы йөрөшлө була.
Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған.
Юнышҡан ерҙә юнышҡы ҡалыр.
Яҡшы ҡарсыҡ – өй ҡаҙнаhы.
Яман ҡатын түшәгенән билдәле.
Ярлы булыр егет бейәhен атҡа hатыр,
Яңғыҙ булыр егет ағай-энеhен ятҡа hатыр.
Яуыз бала атаhының ауыҙын ябыр.
Ярыҡ ҡурай уйнамаҫ.
