- •Рәсәй федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы
- •Р.Х. Ғизәтуллина йәншишмә ҡайҙан башлана?
- •2.1.Буй етмәгән ергә уй, ҡорал етмәгән ергә хыял етә
- •2.2. Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа
- •Муладһара
- •Свадистана
- •Манипура
- •Анахата
- •Вишудда
- •Сахасрара
- •Ил тигәндең кеме юҡ
- •2.6.Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
- •1.Донъя алмаш килә26
- •2. Оҡшаш оҡшағанын табыр28
- •3. Донъя - алдаҡ29 Улай тиеп кем әйтә,
- •4. Донъя – ғазап 30
- •2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ
- •2.3. “Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
- •2.4.“Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
- •2.5. Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер
- •4. Ҡулланылған әҙәбиәт
- •Гизатуллина Рашида Хаевна,
- •Откуда начинается Родник Духовности?
2.4.“Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
Йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына үтеп ингән рухи сирҙең иң аҙған осоронда йәшәп маташабыҙ бөгөн. Уның һөҙөмтәләре менән көрәшеүҙән мәғәнә юҡлығын да беләбеҙ. Шуға күрә, тәүҙә ошо сиргә килтереүсе сәбәпте асыҡлап, шуны юҡ итеү сараларын күреү кәрәк ил, йәмғиәт кимәлендә! Сиргә дусар булған кешенең йәнен дауалар өсөн уның рухын күтәрергә булышлыҡ итер әмәле бар беҙҙең халыҡтың. Тәү сиратта, бындай көнгә ҡалып, юҡҡа сығыу алдында тороробоҙҙы алдан күҙаллап, ҡотолоу юлдарын теҙеп кенә һалған рухи мираҫыбыҙ, сикһеҙ байлығыбыҙ “Урал батыр” ҡобайырын быуындан-быуынға түкмәй-сәсмәй тапшыра килгән аңлы шәхестәребеҙгә рәхмәтле булайыҡ. Ата-бабаларыбыҙ рухи сирҙән арыныуҙың дауаһын шул сер һандығында йәшереп һаҡлаған беҙҙең өсөн! Тик ул һандыҡты асыр асҡысын табып, үҙебеҙгә кәрәкте ала белергә генә кәрәк унан. Икенсенән, ҡобайырыбыҙҙың кешелек донъяһы өсөн уртаҡ рухи байлыҡ икәнлеген үҙебеҙ генә таныу аҙ, уны башҡаларға танытыу ҙа мотлаҡ. Иң боронғоларҙан һаналған даосизм, Будда диненең нигеҙ ташын тәшкил иткән йога тәғлимәте тураһында мәғлүмәт туплаған, башҡа донъяуи диндәр өсөн изге һаналған Әт-Тәурат, Әз-Зәбүр, Әл-Инжил, Изге Ҡөрьән китаптарына инәсәк һүрәтләүҙәрҙе үҙ эсенә алған әҫәрҙең, ысынлап та, тамырҙары бик тәрән һәм Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн уртаҡ! Был эҙләнеүебеҙҙә халҡыбыҙҙың иң боронғо рухи ҡомартҡыһындағы һүрәтләүҙәрҙе һуңғараҡ ситтән үҙләштергән Ислам диненең Изге Китабы Ҡөрьән Кәримдәге аяттар менән уртаҡлыҡтарын табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Сөнки кешелектең башланғысы бер төптән булыуын дин һәм фән бөгөн берҙәй таный.Тәүҙә ошоға дәлил аяттарҙы килтерәбеҙ Ҡөрьәндән:
Әгәр Алла теләһә, Ул һеҙҙе бер өммәт яһаған булыр ине... [Әш-Шура (Кәңәш) сүрәһе, 8-се аят].
Кешеләр бер генә өммәт ине, әммә бүленделәр... [Йунус (Юныс) сүрәһе, 19-сы аят].
Һәр өммәт өсөн Беҙ улар тотҡан ғибәҙәт ҡылыу йолаһы яһаныҡ... [Әл-Хадж (Хаж) сүрәһе, 67-68-се аяттар].
Беҙ үҙебеҙҙең аяттарыбыҙҙы уның хаҡ икәнлеге уларға аңлашылғанға тиклем илдәрҙә һәм уларҙың үҙҙәрендә күрһәтәсәкбеҙ... [Фуссыиләт (Асыҡ аңлатыуҙар) сүрәһе, 53-сө аят].
Ер шарында миллиардлап йылдар йәшәү дәүерендә унда әллә күпме цивилизациялар булыуы һәм юҡҡа сығыуы тураһында мәғлүмәтте Ҡөрьән-Кәрим түбәндәге аят аша аңлата:
Беҙ уларҙың барыһын да гонаһтары өсөн тоттоҡ. Уларҙың ҡайһыларына өйөрмә ебәрҙек, һәм ҡайһы берҙәрен көслө тауыш алды, һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ерҙән йотторҙоҡ, ҡайһыларын һыуға батырҙыҡ. Алла уларҙы йәберләүсе булманы, улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар [Әл-Ғәнкәбут (Үрмәксе) сүрәһе, 40-сы аят].
Беҙ үҙ рәсүлдәребеҙҙе береһе артынан икенсеһен ебәрҙек. Өммәткә рәсүле килгән һайын, улар уны алдаҡсыға һананылар, һәм Беҙ уларҙы бер-бер артлы ебәрҙек һәм уларҙы хикәйәләр иттек. Дөмөкһөн иманға килмәгән ҡәүем! [Әл-Муъминун (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе,44-се аят].
Ҡобайырҙың башында уҡ ошондай донъяуи ваҡиғаларҙың сираттағы береһенән һуң Ер йөҙөндә тормош өр-яңынан башланыуы тураһында бәйән ителә. Был осраҡта кешелек хәтеренән унан алдағы цивилизация тураһында мәғлүмәт юйҙырылған:
Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Ҡайҙан бында килеүен,
Ата-әсә, ер-һыуы
Ҡайҙа тороп ҡалғанын
Үҙҙәре лә онотҡан.
Икәүҙән-икәү шул ерҙә
Башлап ғүмер һөргәндәр...
Алдағы цивилизация үҙләштергән кире тормош тәжрибәһе заман ахырында кешелек хәтеренән юйҙырылғанға күрә, һәр яңыһы Аллаһы Тәғәләнең ижадынан – кешене бар ҡылыуҙан башланыр:
Һәм уның аяттарынан: ул һеҙҙе тупраҡтан барлыҡҡа килтерҙе, шунан һеҙ, кеше булғас, таралыштығыҙ.
Һәм уның аяттарынан: Ул һеҙҙең өсөн һеҙгә бергә тороу өсөн үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе, арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт яһаны. Ысынлап та, фекерләп ҡараған кешеләргә бында аят бар!
Һәм уның аяттарынан: күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереү, һеҙҙең телдәрегеҙҙең һәм төҫтәрегеҙҙең төрлө булыуы. Ысынлап та, белгән кешеләргә бында аят бар! [Әр-Рум (Румиҙар) сүрәһе, 20-21-се аяттар].
Кешелектең уртаҡ йорто – Ер йөҙөндә илдәрҙең, йолаларҙың күп төрлө буласағы тураһында ап-асыҡ мәғлүмәтле боронғо әҫәр был айырымлыҡтың мәңге түгеллегенә лә ишара яһай.Ҡасандыр халыҡтар уларҙы шомландырыр, үҙ-ара дошманлаштырыр, һәләкәткә алып барыр сәбәптәрҙең айышына төшөнөр, бер иманға килер, хаҡ диндә берләшер көндәр буласағына ла ышандыра уҡыусыһын. Ә Изге Ҡөрьән ошо турала түбәндәге аяттары менән инандырыр әҙәмдәрҙе:
Эй һеҙ, рәсүлдәр! Хәләл нәмәләрҙе ашағыҙ, изге эштәр эшләгеҙ, ысынлап та һеҙ эшләгән нәмәләрҙе Мин белеп торам!Һәм, ысынлап та, был өммәтегеҙ – бер өммәт, һәм Мин – һеҙҙең Раббығыҙ, минән ҡурҡығыҙ! Улар үҙ дин эштәрен ваҡ-ваҡ итеп киҫәктәргә айырҙылар, һәр фирҡә үҙендә булған нәмәгә шатлана. Уларҙы ваҡытына тиклем аҙашыуҙарында ҡалдыр [Әл-Муъминун (Иман килтергән кешеләр) сүрәһе,51-54-се аяттар].
Беҙ һине хаҡлыҡ менән һөйөнсөләүсе һәм өгөтләүсе итеп ебәрҙек. Үҙенә өгөтләүсе-иҫкәртеүсе ебәрелмәгән бер халыҡ юҡ! [Фатир (Барлыҡҡа килтереүсе) сүрәһе, 24-се сүрә].
Эпостан күҙаллауыбыҙса, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә Илаһ бар ҡылған тәбиғәттең үҙе менән бөтөн берлектә, тәбиғи шарттарға ысын мәғәнәлә яраҡлашып, ғүмер итәләр. Эпостағы тәүкешеләр Таҡ менән Йоптоң исемдәре бер үк тамырҙан: “йән” – донъяны бар иткән Илаһтың матдәләргә өргән һәм йәшәргә һәләтлелек биргән ҡеүәт көсө:
Һеҙҙе Ул бер йәндән барлыҡҡа килтерҙе, шунан уға унан ҡатынын яһаны, һәм һеҙгә һигеҙ ишле мал төшөрҙө. Ул һеҙҙе әсәләрегеҙҙең ҡарынында бер-бер артлы барлыҡҡа килтереү менән өс ҡараңғылыҡта барлыҡҡа килтерә. Ошо – Алла, һеҙҙең Раббығыҙ. Батшалыҡ Уныҡы. Унан башҡа Илаһ юҡ! Ҡайҙа боролаһығыҙ һеҙ? [Әз-Зумар (Төркөмдәр) сүрәһе, 6-сы аят].
Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе белер өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Алла ҡаршыһында иң хөрмәтле – иң тәҡүәлегеҙ. Алла, ысынлап та, белә, хәбәрҙар! [Әл-Худжурат (Бүлмәләр) сүрәһе, 9-13-сө аяттар].
Һәм уның аяттарынан: Ул һеҙҙең өсөн һеҙгә бергә тороу өсөн үҙегеҙҙән ҡатындар барлыҡҡа килтерҙе, арағыҙҙа мөхәббәт һәм рәхмәт яһаны. Ысынлап та, фекерләп ҡараған кешеләргә бында аят бар! [Әр-Рум (Румиҙар) сүрәһе, 21-се аят].
Аллаһы Тәғәләнең ризалығына күрә, был икәү “ауырыу-һыҙлау күрмәй, үлем барлығын белмәй”, тәбиғәттә башҡа йән эйәләре менән бергә бик килешеп, бер бөтөндө тәшкил итеп, йәшәй бирәләр:
Ҡошҡа шоңҡар сөйәргә,
Суртан арбап балыҡҡа,
Эт өскөтөп йәнлеккә
Ыҙалау ни – күрмәгән;
Шоңҡар, эткә, арыҫланға,
Өмөт бәйләп суртанға,
Һунарында интекмәй –
Теш-тырнағы – ҡоралы,
Үҙ ҡулында теләге,
Һис тә талмай беләге,
Һис аҙамай йөрәге...
Был һигеҙ ишле мал тураһында мәғлүмәт эпоста ҡат-ҡат ҡабатлана, улар – тәүкешеләр Йәнбирҙе һәм Йәнбикәгә хеҙмәт итеүсе йән эйәләре (йәнлек, януарҙар) булыр:
Менәренә – арыҫланды,
Балығына – суртанды,
Ҡошҡа сөйгән шоңҡарҙы,
Эте тотҡан йәнлекте,
Ҡан һурырға һөлөктө
Үҙ иштәре яһаған.
Эпостың аҙағында кешегә хеҙмәт итеүсе йән эйәләренең һаны арта төшә:
...Һомай түҙмәй осҡан, ти,
Бер килгән, ти, киткән, ти;
Тыныс ил, тип, берәмләп,
Ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп,
Үҙ артынан эркелтеп,
Тағы Уралға килгән, ти;
Шуға эйәреп Уралда
Ҡош-ҡорт йәнлек тулған, ти.
Ҡоштар киткәнен белгәс,
Тыныс ил тип ишеткәс,
Ҡатил үгеҙе, тоҡомон
Үҙе башлап эйәртеп,
Данлы Урал буйында,
Йәмле Урал ҡуйынында
Бергә ғүмер һөрәм, тип,
Урал буйына килгән, ти,
Кешегә буй биргән, ти.
Аҡбуҙат та ил гиҙеп,
Йылҡы тоҡомон йыйып,
Бар йылҡыға баш булып,
Барып алып килгән, ти.
Кешеләргә ылығып,
Менәренә ат булып,
Йылҡы түлләп киткән, ти.
Билдәле булыуынса, тәбиғәттә ярашып йәшәүсе үҫемлектәргә, йәнлектәргә һәм кешегә бирелгән йәшәүгә һәләтлелек өс таяуға нигеҙләнгән:
үҙ-үҙеңде һаҡлай алыу ;
үҙ-үҙеңде тәьмин итеү;
тоҡомоңдо, киләсәк быуыныңды, нәҫелеңде дауам итеү.
Ошо өс һәләтте үҙенә бойһондороп ҡулланһын өсөн, барса тере есемдәргә лә, уларҙың үҫеш кимәленә ҡарап, Илаһ тарафынан, өҫтәп, аң да бирелгән. Мәҫәлән, үҫемлектәргә йәшәү рәүешен тәьмин итер өсөн бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү хәжәте юҡ. Шуға күрә уларҙың аңы бер нөктәгә тупланмай, киреһенсә, үҫемлекте уратып алған арауыҡ ҡабында, киңлектә тигеҙ таралып, тамыр-олон-ботаҡ-япраҡ-сәскәнең үҙ-ара бәйләнешен тәьмин итеүгә һәм бер үк ваҡытта уларға күрше булған башҡа үҫемлектәр менән ярашып көн күреүгә сарыф ителә.
Хайуандар донъяһында йәшәүгә һәләтлелек ҡатмарлыраҡ шарттарға ҡулайлашҡанға күрә, аң, юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеп, баш мейеһендә туплана. Уның был осраҡтағы тәғәйенләнеше – йән эйәләренә хас тәбиғи һиҙгерлек, тойомлау аша уларҙы уратып алған мөхит тураһындағы мәғлүмәтте үҙләштереү һәм шуларға яраҡлашыу һәләтен тәьмин итеү.
Кешенең дә есеме, тән ҡоролошо хайуандыҡынан әллә ни айырылмай, ләкин уға тейешле аң кимәле – Илаһтың мөғжизәүи бүләге. Донъя яратылғанда ир енесе беренсел булғанға күрә, зиһен, аң кимәле уларҙа нығыраҡ үҫеш кисергән. ”Ҡәмәрҙең һиммәте – ҡашында, ирҙең ҡиммәте – башында,” – ти был турала халыҡ мәҡәле. Шуға күрә, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә иркәк хайуандың баш мейеһен ашап, үҙҙәрендә тәбиғи уй-фекергә һәләтлелекте үҫтереп, аң кимәлен юғары тотоуҙы маҡсат итеп ҡуйған булып сыға.
Билдәле булыуынса, кешелек донъяһы, ғаләмдә аң кимәленең үҫеше буйынса, алға киткән берҙән-бер донъя түгел. Был баҫҡыста аң кимәле буйынса кешенән үрҙәрәк торған йән эйәләре бар, тиҙәр:
Ул кешене сүлмәк яһай торған балсыҡ кеүек яңғырауыҡлы мәтенән яратты һәм ендәрҙе саф ут ялҡынынан яратты [Әр-Рәхмән (Шәфҡәтле) сүрәһе, 14-15-се аяттар].
Йога тәғлимәте өйрәткәнсә, кимәле буйынса ер элементы (тупраҡ, балсыҡ, ҡом) һыу һәм уттан түбәнерәк икәнлеге билдәле. Эпостан күҙаллауыбыҙса ла, ошо йән эйәләренең барбулмышы ут менән бәйле, шуның менән улар кешенән көслөрәк:
Күккә олғашҡан ҙур тауҙай
Ҡара күргән алдында,
Нәжәғәйҙәй ялтыраған
Ут уйнай, ти, янында.
Күк томандар ҡаплаған,
Ут һөрөмө бөркөлгән
Нәмә күргәс юлында,
Урал: “Ни ?” – тип һораған.
Һарайҙарҙы һаҡлаған,
Тау түгел ул, йылан, – тип,
Зәрҡум уны аңлатҡан.
Юғары Аңға тоташҡан һәм бик күп төрлө кимәлдәге башҡа Йыһан вәкилдәре йышыраҡ осраҡта кешегә ҡарата ыңғай мөнәсәбәттә түгел икән. Был турала һуңғараҡ Изге Китап Ҡөрьәндә лә мәғлүмәт буласаҡ:
Һәм беҙ кешене яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан яралттыҡ! Һәм Беҙ элек ендәрҙе эҫе утынан бар иткәйнек. Бына Раббың фәрештәләргә әйтте: “Мин яңғырап торғандан, һүрәткә килтерелгән балсыҡтан кеше яһайым, һәм Мин тигеҙләгәс һәм Үҙемдең рухымдан өргәс, уға сәждә ҡылып, йөҙтүбән йығылығыҙ!” Һәм фәрештәләр барыһы ла сәждә ҡылды, Иблистән башҡа. Ул сәждә ҡылыусылар менән бергә булыуҙан баш тартты. Ул: “Эй, Иблис! Нимә булды һиңә, сәждә ҡылыусылар менән бергә булманың?” – тине. Ул: “Яңғырап торғандан, һүрәткә килтергән балсыҡтан яратҡан кешегә мин сәждә ҡылыусы булмаясаҡмын”, - тине. Ул әйтте: “Бынан сығып кит! Һин – таштар менән атылған. Һәм, ысынлап та, ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр һиңә ләғнәт! Ул: “Раббым! Кешеләр ҡәберҙәренән ҡуптарыласаҡ көнгә тиклем мине кисектер”, – тине. Ул әйтте: “Ысынлап та, һин – кисектерелгәндәрҙән – мәғлүм ваҡыттың көнөнә ҡәҙәр”.
Ул әйтте:”Раббым! Һин мине яҙҙырған өсөн мин уларға Ер йөҙөндәге булған нәмәләрҙе зиннәтләп күрһәтермен һәм барыһын да юлдан яҙҙырырмын, ҡолдарыңдан ихлас күңеллеләренән башҡаһын”.
Ул әйтте: “Был – минең өсөн тура юл, ысынлап та, Минең ҡолдарым – юлдан яҙып һиңә эйәргәндәрҙән башҡа, һиңә улар өҫтөнән хаҡимлыҡ итеү булмаҫ [Әл Хиджр (Әл-Хижер) сүрәһе, 26-42- се аяттар].
Иҫтәренә төшөр, иҫкә төшөрөү ул иман килтергән кешеләргә файҙа итә! Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн барлыҡҡа килтерҙем. Мин уларҙан һис бер ризыҡ теләмәйем, һәм Мине туйҙырыуҙарын да теләмәйем [Әҙ-Ҙәрийәт (Елгәреүселәр) сүрәһе, 55-57-се аяттар].
Ҡобайырҙың башында уҡ әле ағалы-ҡустылы үҫмер балалар Шүлгән менән Уралдың тәүге һүҙгә килешеүенән ошо турала мәғлүмәтте алаһың. Шүлгән, ағайлығынан файҙаланып, үҙенән йәшерәк туғанын ярамаған эшкә ҡотортоуына ҡарамаҫтан, уныһы был ҡотҡоға бирелмәй, дөрөҫ юлды һайлай һәм, әлбиттә, Аллаһының яратҡан бәндәһенән буласаҡ:
Аталары киҫәтеп:
“Ҡан эсмәгеҙ!” – тиһә лә,
Шүлгән, Уралды димләп,
Былай тиеп әйткән, ти:
Йәнде ҡыйып һунарлау
Ҡомарлы эш булмаһа,
Һыуһағанда ҡан эсеү
Тағы тәмле булмаһа,
Атамдар йоҡо ҡалдырып,
Аяҡ-ҡулын талдырып,
Һәр көн икәү ҡаңғырып,
Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,
Йөрөмәҫ ине һунар, тип.
Урал, әйҙә, булмаһа,
Ҡабырсаҡты асайыҡ,
Һәр беренән аҙ-аҙлап
Берәр тамсы эсәйек,
Ҡандың тәмен беләйек.
Урал: “Атам һүҙен тотамын –
Мин ҡан эсмәй түҙәмен,
Егет булып үҫмәйсә,
Төп йоланы белмәйсә,
Бер ил гиҙеп йөрөмәйсә,
Ысынлап та донъяла
Үлем юғын күрмәйсә,
Суҡмар алып ҡулыма,
Һис бер йәнде һуҡмамын,
Һөлөк һурған ҡанды мин
Ҡабырсаҡтанэсмәмен.”
Шулай итеп был ике бер туғандың булмыштарына баштан уҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы ике төрлө тәҡдир һалынғанын күрәбеҙ.Киләһе хәл-ваҡиғалар үҫешендә был тәғәйенләнеш раҫлана ғына бара:
Ҡарт уйланып торған да,
Былар уйын белгән дә,
Һаҡалыны һыпырып,
Быларға күҙ йүгертеп,
Ике юлды күрһәтеп,
Былай тиеп әйткән, ти:
– Бына һеҙгә ике юл:
Һулға китһәң, юл буйы –
Уйын-көлкө көн буйы,
Ҡайғы, этлек күрмәйсе,
Барлығын да белмәйсе ,
Рәхәт йәшәп байманда,
Бүре, һарыҡ – яланда,
Төлкө, тауыҡ – урманда
Бергә йәшәп, дуҫ булып,
Самрау ҡошҡа67 баш эйеп,
Ҡан да эсмәй, ит еймәй,
Һис үлемгә юл ҡуймай,
Йәшәп килгән бер ил68 бар.
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡыла торған йола бар.
Һиллектә йәшәүсе был ил тураһындағы һүрәтләү алдағы хәл-ваҡиғалар үҫешендә тағы ла ҡабатланасаҡ әле. Шүлгән шул тарафтарға барып еткәс,
Осораған бер күлгә...
Күлдә ятҡан балығы,
Ялтуш, сабаҡ, суртаны
Бергә йөҙөп уйнайҙар,
Бер-беренә теймәйҙәр.
Талда һайрап ултырған
Һандуғасты ҡушарлап,
Әберсендәр теҙелгән;
Яғылбай ҙа ҡарсыға,
Тағы турғай күренгән.
Тау битенә күҙ һалһа, –
Ҡуй-һарыҡ та, бүре лә,
Әтәс, тауыҡ, төлкө лә
Бер тирәгә йыйылған...
Ә Уралдың “өлөшөнә төшкән көмөшө” – бөтөнләй икенсе төрлө :
Уңға китһәң, юл буйы –
Илау-һыҡтау төн буйы;
Яуызлыҡта дан алған,
Аҡһаҡалдан, батшанан
Ҡайғы-этлек күреүсе,
Ҡанлы йәшен түгеүсе
Ҡатил батша иле69 бар;
Тау-тау кеше һөйәге,
Ҡанға батҡан ере бар.
Был ҡапма-ҡаршылыҡты төшөнөр өсөн түбәндәге аятҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк булыр:
Ошо ҡала менән ант итәм! Һин ошо ҡалала тораһың.Тыуҙырыусы Ата менән һәм ул тыуҙырған Бала менән ант итәм! Беҙ кешене ауырлыҡтар аша үтһен тип яраттыҡ.Әллә ул берәүҙең дә уға көсө етмәҫ тип уйлаймы? Ул: “Мин иҫәпһеҙ байлыҡ бөтөрҙөм,” – ти.Әллә ул шуны берәү ҙә күрмәгән тип уйлаймы? Әллә Беҙ уға яһамағанмы ике күҙ, тел менән ирен? Беҙ уға ике юлды күрһәттек.Һәм беҙ уны ике бейеклекккә алып барҙыҡ. Ә ул текәлектән ҡыйыу ынтылманы. Һәм ул текәлектең ни икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡолдо иреккә ебәреү, йәки аслыҡ көнөндә туйҙырыу яҡындарҙан булған етемде, йәки бер нәмәһе булмаған ярлыны. Шунан һуң ул иман килтереп, сабырлыҡҡа, мәрхәмәткә өндәр. Былар – уң яҡ эйәләре. Ә Минең аяттарыма иман килтермәгәндәр – һул яҡ эйәләре. Улар өҫтөндә ут көмбәҙ кеүек булыр. [Әл-Бәләд (Ҡала)сүрәһе: 90-сы сүрә, 3-20 аяттар].
Ҡобайырҙың ошо юлдарында һәм Ҡөрьән аяттарында һүрәтләнгән ике юл тураһындағы мәғлүмәт ике донъяуи диндең айырмаһын күрһәтә лә инде: уларҙың береһе – кешелек донъяһын ҡурсалаусы һәм рух күндереүсе Күк Атаһына табындырыусы христиан дине, икенсеһе – барса тереклек донъяһына йән өрөүсе Юғары Аң Эйәһе, Ғаләмдәрҙең Раббыһы булған Бар һәм Бер Аллаға иман килтереүсе Ислам дине.70
Ҡобайырҙа хәл-ваҡиғаларҙың үҫеше тап ошо йүнәлештә һүрәтләнә. Урал, Шүлгән ағаһы менән сығып китеп, юлдары аймылышҡаны бирле, төп маҡсатынан һис тайпылмай, донъя буйлап йөрөп, күп илдәр күрә, төрлө халыҡтарҙың йолаларын танып белә:
Мин киләмен йыраҡтан,
Үҙем торған торлаҡтан,
Бала инем киткәндә,
Күп илдәрҙе үткәндә,
Мин кешегә теймәймен,
Уның ҡанын ҡоймаймын –
Үлем тигән яуызды
Үлтерергә уйлаймын.
Хәрәкәтсән ғаләмдә Аңға эйә сит донъя вәкилдәренең дә ғүмерҙәре, ниндәй генә оҙонлоҡта булмаһын, бөтә осраҡта ла уның ахыры була. Был сәғәт һуҡҡанда, йәшәү дәүерендә шәхсән тупланған донъяуи мәғлүмәт уның эйәһенең аңынан планетар аңға күсерелә һәм, юйылып, юҡҡа сыға. Бер үк ваҡытта Йыһан Аңына тоташыусы йән эйәләренең араһында тик кешегә генә хас булған һәм тик уға ғына Ер йөҙөндә ҡабат-ҡабат тыуыу мөмкинселеген биргән Үлемһеҙ Рух барлығы тураһында ла хәбәрҙар икән ул заттар.
Шуға күрә, юғары кимәлдәге аңға эйә булып та, рухһыҙлыҡтары сәбәпле, кеше алдында үҙҙәренең көсһөҙлөгөн тойған башҡа донъя вәкилдәре Ҡәһҡәһә, Әзрәҡә, Зәрҡумдың төп маҡсаты – бына шул иң нескә кимәлдә туҡылған ҡеүәт – рухты кешенән тартып алып, үҙенеке итеү:
Шаһым, сара эҙләйек,
Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын
Кеше аша алайыҡ,
Һис булмаһа – урлайыҡ, –
Тигәс, батша уйланған,
Былай тиеп һөйләнгән:
Аҡбуҙатты алырға,
Уға эйә булырға,
Йә булмаһа, ул атты
Был донъянан юйырға
Ете дейеү ебәрҙем...
Ерҙән тыш йәшәүсе цивилизациялар кешелек донъяһын хәстәрләүсе һәм уның үҫешенә булышлыҡ итеүсе, кешегә генә хас күңел донъяһы өсөн нескә кимәлдәге рух өрөүсе Кемдер барлығын да беләләр, әммә ләкин Уның Үҙе менән туранан-тура мөнәсәбәткә кереү мөмкинселегенән мәхрүм улар:
Улар һинән рух тураһында һорайҙар. Рух – Раббымдың бойороғонан, һәм һеҙгә белем бик аҙ бирелде бит, – тип әйт [Әл-Исра (Төндә күсереү) доғаһы,85-се аят].
Ул бойороғо менән ҡолдарынан теләгән берәүгә фәрештәләр менән рух индерә [Ҡөрьән-Кәрим:Ән-Нәха (Бал Ҡорто) сүрәһе, 2-се аят].
Ҡобайырҙа рух төшөнсәһе Аҡбуҙат образы аша ап-асыҡ һүрәтләнә, һәм ул Күк батшаһы Самрауҙан бирелеп Ҡыҙы Һомай аша тик саф һәм изге йөрәклеләргә генә күндерелер:
Күктә тыуып, күктә үҫкән,
Ерҙә тоҡом йәймәгән,
Әзрәҡәнең дейеүе
Мең йыл ҡыуып тотмаған.
Әсәйемдән бирелгән,
Донъялағы йөрәгем –
Үҙем һөйгән егеткә
Бирә торған бүләгем .
Ир затының үҙенән (Әҙәмдең ҡабырғаһынан) булдырылған, шуға күрә икенсел тип ҡабул ителгән, ләкин әһәмиәте буйынса уның үҙенән һис кенә лә ҡалышмаған ҡатын-ҡыҙ, инә, ана затына хас һиҙгерлек, зауыҡлыҡ, тоғролоҡ, яуаплылыҡ кеүек хистәр менән һуғарылған ул рух тойғоһо. Тимәк, эпоста һүрәтләнгәнсә, үҙҙәрендә тәбиғи һиҙгерлек үҫтереү һәм хис-тойғоларының нескәреүенә, рух күтәренкелегенә өлгәшеү ниәтенән, Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, һунарҙа орғасы йәнлек тотоп, уның йөрәген ярып ашаған булып сыға. Әҫәрҙең башында Йәнбирҙе ҡатыны һәм улдары менән һунарҙа аулап алған ҡоштарҙың араһында бер аҡҡош, башын ҡырҡып ташларға бысаҡ ҡайрағанда телгә килеп, үҙенең ябай ҡош түгеллеген ошолай аңғарта:
Ебәрегеҙ һеҙ мине
Үҙ илемә ҡайтайым.
Мине һуйып ашап та,
Сәйнәп мине йотоп та
Барыбер аш булмамын,
Һис аш булып һеңмәмен.
Ысынлап та, Һомай һунарлап алған матди аҙыҡ түгел булып сыға. Киреһенсә, ниндәйҙер юғары донъянан билдәле бер ниәт менән ергә осоп килеүсе рухи зат төҫмөрләнә бында. Изге Ҡөрьән был турала ошолай тип тә әйтәсәк:
Алла кеше менән һөйләшә торған булманы, тик үәхи (төшөндөрөү, күңелгә һалыу, илһамландырыу) аша йәки ҡорма аша ғына, йәки рәсүл ебәрә, һәм үҙ рөхсәте менән уға теләгән нәмәне үәхи ҡыла. Ул, ысынлап та, оло, хикмәтле! [Әш-Шура (Кәңәш) сүрәһе, 51-се аят].
Бындай заттың һунарсы ауына эләгеүе лә осраҡлы хәл түгеллегенә инанабыҙ. Сәбәп-һөҙөмтә сылбырында бер-бер артлы теҙелеп, үрелеп барасаҡ хәл-ваҡиғаларҙың башы ғына әле был. Ябай булмаған Ҡоштоң юғары донъянан икәнлеген үҙе лә тыумыштан зирәк булмышлы, һиҙгер Урал ғына нескә тоя ала һәм уны ебәреү әмәлен күрә. Уның был яҡшылығының әжере лә шул кимәлдә буласағы һис кенә лә шик тыуҙырмай. Ысынлап та, ҡасандыр аҡҡош рәүешенән ҡыҙға әүерелер Һомайҙың бүләге тап шундай буласаҡ:
Осраған бер кешене
Хайран итер, уйлатыр, –
Бына ошондай Аҡбуҙ ул,
Күҙ күрмәгән ят буҙ ул.
Ниндәй йөкмәтке һалынған һуң ул Аҡбуҙат образына? Әлбиттә, Күк тәхетендәге Самрау батшанан бирелер рух образы ул – Аҡбуҙ. Ә Самрауҙың үҙен Һомайғош ошо юлдар аша тулы мәғәнәһендә ҡылыҡһырлай:
Ерҙә һис кем тыумаҫтан,
Берәү аяҡ баҫмаҫтан,
Ҡуш булырға йәр эҙләп,
Ерҙә һис кем тапмағас,
Бүтән йәндән һайларға
Берәүһен тиң күрмәгәс, –
Күккә осоп йәр эҙләп,
Айҙы, Ҡояшты күҙләп,
Үҙенә йәр һайлаған,
Икеһен дә арбаған,
Бар ҡоштарға баш булған,
Самрау атлы атам бар.
Ике балаһы булған,
Балаһы ла, үҙе лә
Һис ауырыу күрмәгән,
Һис берәүһе үлмәгән.
Әле лә батша атайым...
Ошо юлдарҙан Самрау образы Ғаләмдәрҙең Хужаһы Бөйөк Абсолют Аң түгел икәнлеген, йәғни барса тереклек донъяһына йән өрөүсе Бар һәм Бер булған Аллаһы Тәғәлә образына тап килмәүен күрәбеҙ. Уның барлығын Ҡөрьән Кәрим былай һүрәтләй:
Әйт:” Аллаһ – Ул берәү, Аллаһ – мәңге, Ул бер кемде лә тыуҙырмаған һәм Үҙе лә тыуҙырылмаған, һәм бер кем дә Уға тиң түгел!” [Әл-Ихлас (Ихласлыҡ) сүрәһе].
Христиандар табынған Күк Атаһы (Отец Небесный) һәм унан да элегерәк булған донъяуи Будда динендә асыҡ һүрәтләнгән Изге Күк (Святые Небеса) донъяһы тураһында бара был һүрәтләү. Фәҡәт Ул Ер йөҙөнә Изге Рухты (Аҡбуҙатты) Ҡояштан тыуған ҡыҙы Һомай ярҙамында күндерәсәк. Был образдар һуңынан Ҡөрьәндә аяттар аша аңлатыласаҡ: Һәм Ул һеҙгә төн менән көндө, Ҡояш менән Айҙы буйһондорҙо, һәм Уның әмере менән йондоҙҙар буйһондоролдо. Ысынлап та, бында аҡыллы халыҡтарға аят бар! [Ән-наха (Бал ҡорто) сүрәһе, 12-се аят].
Ул Ҡояшты балҡып тороусы итте, ә Айҙы нурланыусы итте, һәм һеҙгә йыл һандарын иҫәпләп белеү өсөн һәм хисаплау өсөн уның урындарын билдәләне. Белгән халыҡтарға аяттарҙы аңлатып, быны Алла тик хаҡлыҡ менән генә барлыҡҡа килтерҙе. [Йунус (Юныс) сүрәһе, 5-се аят].
Рухтың теләгән берәүгә түгел, һайлап алынған йәндәргә генә индерелеүе тураһында Һомай үҙе былай тип иҫкәртә:
Буҙ атым бар йыраҡта,
Әсәм биргән бүләккә,
Майҙаныма шул килер,
Батыр булһаң, ул белер.
Аң кимәле буйынса беҙҙән көслөрәк булған башҡа йыһан вәкилдәре, фәҡәт шуның менән өҫтөнлөк ҡулланып, кешеләр араһынан рух күтәренкелегенә эйә булмағандарын ҡурҡытып, бойһондороп, үҙҙәренә “баш үҫтереү” маҡсатынан йотоп тороуҙары тураһында ҡобайыр тулы мәғлүмәт бирә. Тап улар өсөн яратылған да инде Күктең уларға тәғәйен бер ҡаты – Әзрәҡә, Ҡәһҡәһәләр донъяһы:
Күктә торған буҙ аттың
Урынын үҙем күргәҙҙем.
Улар барып баҫтырҙы,
Тота алмағас, яҡшылап,
Яндарына саҡырҙы.
Ат уларға килмәне –
Дейеүҙәрем, ғәрлектән,
Кире илемә ҡайтманы:
Күктә ҡалды хур булып,
“Етегән” тигән исемдә
Мәңге ҡалды ут булып.
Ә хәҙер был ваҡиғаны раҫлаусы Ҡөрьән аятын ҡарайыҡ:
Беҙ түбәнге Күк көмбәҙен йондоҙҙар менән зиннәтләнек, һәр бер баш күтәргән шайтандан һаҡлау өсөн.Улар юғары кәңәшмәгә ҡолаҡ һала алмай һәм улар һәр яҡтан (таш йәки йондоҙҙан бер киҫәк менән) атыла, ҡыуып ебәрелеү өсөн, һәм уларға бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғазап.
[Әс-Сафат (Сафтарҙа тороусылар) сүрәһе, 6-8-се аяттар].
Кеше ашап ятыусы,
Баш үҫтереп йөрөүсе,
Ҡәһҡәһәнең бар серен,
Башын һаҡлап тороусы
дейеүҙәрҙән йотолоп юҡҡа сыҡҡан халыҡтарҙы ҡотҡарыр Урал кеүек илаһи заттар, батырҙар һәр дәүерҙәрҙә тыуа торған – был инде йыһандағы эволюция хаҡына кешелектең бар гөнаһтарын ғәфү ҡылыусы мәрхәмәтле Раббыбыҙ тарафынан. Рәсүлдәр һәм Пәйғәмбәрҙәр ни дәүерҙәрҙә ни маҡсаттан Ер йөҙөнә килтерелгән – был турала аяттар түбәндәгеләрҙән ғибарәт:
Һәр бер өммәткә үҙ рәсүле; һәм, рәсүл килгәс, улар араһындағы эш ғәҙеллек менән хәл ителгән булыр, һәм улар йәберләнмәҫ тә [Йунус (Юныс) сүрәһе, 47-се аят].
Беҙ Рәсүлдәрҙе үҙ халҡының теле менән генә – уларға аңлаһындар өсөн - ебәрҙек... [Ибраһим сүрәһе, 4-се аят]
Алла рәсүлдәрҙе фәрештәләрҙән һәм кешенән һайлай... [Әл-Хадж (Хаж) сүрәһе, 75-76-сы аяттар].
Ҡобайырҙың төп геройы Урал батырҙың булмышына пәйғәмбәрлек бурысы һалынғанына һис шик юҡ. Шуларҙың икәүһе Күктәр тарафынан уның тыуыуы һәм үлеме менән бәйле рәүештә һүрәтләнеүен алда атап үткәйнек инде.
Ер йөҙөнә килеп киткән пәйғәмбәрҙәрҙең һәр ҡайһыһына, уларҙың пәйғәмбәрлеген дәлилләү өсөн, Аллаһы Тәғәләнең ихтыяры һәм теләге буйынса, мөғжизә күрһәтә алыу һәләттәре бирелер булған. Урал батырҙың да бындай мөғжизәүи һәләттәре бер-бер артлы асыла бара. Бына шуларҙың береһенә генә миҫал:
Урал алға сапҡан, ти,
Аты диңгеҙ ярған, ти;
Аты барған урында
Һыу алмаҫлыҡ юл булып
Ҙур тау ҡалҡа барған, ти;
Һыу эсенән бар халыҡ
Шунда сыға барған, ти.
Бөтә донъяны һыуҙан баҫтырыу, шулай уҡ кемделер ҡотҡарып алып ҡалыу – Аллаһы Тәғәләнең ихтыярынан. Был турала мәғлүмәт Ҡөрьәндә лә бар:
Һәм Беҙ Мусаға: Таяғың менән диңгеҙгә һуҡ! – тип үәхи ҡылдыҡ, һәм ул ярылып китте һәм һәр киҫәге бейек тау кеүек булды. Унан һуң беҙ икенселәрҙе яҡынайттыҡ. Һәм Беҙ Мусаны һәм уның менән булған кешеләрҙе ҡотҡарҙыҡ [Әш-Шуъара (Шағирҙар)сүрәһе, 63,64,65-се аяттар].
Уралдың – һайланған кеше, Аллаһы Тәғәләнең белемен кешеләргә еткереүсе икәненә өҫтәмә дәлилдәргә лә миҫалдар етерлек эпоста, һәм беҙ уларҙан пәйғәмбәрлектең башҡа күркәм сифаттарын һанап китә алабыҙ:
Үҙ заманы өсөн бөтә илдәрҙә, бөтә халыҡтарға ҡарата мөнәсәбәттәрҙә иң юғары кимәлдәге дөрөҫлөк яҡлы һәм ғәҙел булыуы;
Бар мөнәсәбәттәрҙә лә тоғро булыуы;
Аллаһы Тәғәләнән ебәрелгән саҡырыу һәм йолаларҙы тулы кимәлдә кешеләргә таратыуы;
Асыҡ зиһенле һәм ныҡ үҫешкән аңлы булыуы;
Гөнаһ ҡылмауы.
Ҡасандыр Йәншишмәнең һыуын эсеп, Үлемдең үҙенә бирешмәгән Меңйәшәр ҡарт Уралдың ни заттан икәненә былай тип баһа бирә:
Егетем, батыр икәнһең,
Күҙ ҡарамдай һаналған
Илгә ҡашҡа икәнһең;
Быуын-быуын буйына
Маҡталырлыҡ икәнһең.
Быуын-быуын әсәңдән
Тыуыуыңды көттөрҙөң;
Ил ырыҫын табырға
Атаң һиңә ҡот биргән,
Әсәң һиңә һөт биргән;
Тәү арыҫланға атланған,
Яҡшылыҡҡа ынтылған...
Был мәңгелек рухи ҡиммәт тураһында Ҡөрьән былай ти: Кеше яҡшылыҡты теләүҙән ялыҡмай, ә инде уға яманлыҡ тейһә, ул бойоға һәм өмөтһөҙләнә [Фуссыиләт (Асыҡ аңлатыуҙар) сүрәһе, 49, 51-се аяттар].
Ә хәҙер эпоста ҡат-ҡат һыҙыҡ өҫтөнә алыныр ошо төшөнсәгә туҡталайыҡ:
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,
Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән төшмәҫ – яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге ейер аш булыр, –
Тигән һүҙен ишеткәс,
Бөтә серҙе аңлағас,
Бар халыҡты эйәртеп,
Урал юлға сыҡҡан, ти;
Йәншишмәгә барған,ти,
Һыуын уртлап алған, ти;
Үҙе сапҡан юлына,
Дейеүҙән өйгән тауына
Һыуҙы алып һипкән, ти.
Урал Меңйәшәр ҡарттың алдағы кәңәшенән ниндәй серҙе аңлаған һуң? Ошонан алда ғына уның фекере һәм маҡсаты башҡа ине бит:
Үҙем мин йәш булһам да,
Биш ил барын белдем мин:
Береһендә үҙем тыуҙым мин,
Икеһен йөрөп күрҙем мин,
Ҡалған тағы икәүһен
Күрергә тип сыҡтым мин.
Ҡайҙа ғына барһаң да,
Береһе үҙен шаһ тиә,
Икенсеһе баш эйә,
Көслө көсһөҙҙө ейә,
Теләгәнсә ҡан ҡоя.
...Үлем тигән яуыз бар,
Шунан алыр ҡоном бар;
Шуны табып үлтереп,
Ил ҡотҡарыр уйым бар.
Биш өлөшсәнән торған Ер йөҙөн урап сыҡҡан Урал батыр кешелек донъяһының үҫеше әлмисаҡтан яңылыш юлдан киткәнен йөрөп, күреп, сәбәбенә төшөнә, әммә ошоғаса уның сәбәпсеһе – Үлем тип уйлай. Ә аҡһаҡалдың ишараһынан ул был яңылышты төҙәтә алыу ихтималлығын тойоп ала: Ер йөҙөндәге тормошто ожмахҡа тиң итеү өсөн бары тик тәүҙә үҙең өсөн түгел, ә үҙеңдән башҡалар өсөн яҡшылыҡ эшләүгә ынтылыш булдыр! “Яуабына ҙурҙы теләп, изгелек күрһәтмә!”– тип әйтәсәк был турала Ҡөрьән-Кәрим [Әл-Мүдәҫҫир(Кейеменә бөркәнгән) сүрәһе,6-сы аят].Шул осраҡта ғына кешелек ысын үҫеш юлына төшәсәк!
Ҡобайырҙа ерҙәге тормоштоң башланғыс осоронда ошондай йәмғиәт ҡоролошоноң барлығына һүрәтләү бар. Шүлгән ҡустыһы Урал менән юл сатында осраған ҡарттың һөйләүе буйынса үҙе һулды һайлап, туғаны уңға китеп, айырылышҡас, шул ҡарттың ағаһын тап итә. Уныһы иһә, баяғы был икәүгә осраған ҡустыһына ҡарағанда йәшерәк ҡиәфәттә булыуының сәбәбен төшөндөрөп бирә. Баҡһаң, ул шундай илдә, шундай рәхәтлектә ғүмер итә имеш:
Беҙҙең илдә йолала
Барыһы ла туғандай,
Бер әсәнән тыуғандай...
Был илдә йолалар бөтөнләй башҡа ҡуйылған һәм мотлаҡ шулай үтәлгән:
Илде талап йөрөмәҫкә,
Илдә ҡан да ҡоймаҫҡа;
Артыҡ ҡалта (кеҫә!)текмәҫкә
Ил энйеһен йәшереп,
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа;
Тапҡан-таянған бары
Һис айырым булмаҫҡа;
Көслөнөкө – байман, тип,
Еҫерҙе (етемде) сит күрмәҫкә;
Ҡыҙға әсә булғанды
Хур әсә, тип, кәмһетеп,
Балаһыны һыуға атып,
Андай йола ҡылмаҫҡа,
Тигән илдең анты бар.
(Ер йөҙөндә коммунистик йәмғиәт төҙөү идеяһына тап килеп тора инде был һүрәтләү!) Әммә бәндә үҙенең камил булмаған аңы менән ошондай тормоштоң тиҫкәреһен һайлай. Һөҙөмтәлә ерҙәге ожмахҡа тейешле тормош башҡа йүнәлеш ала, һәм был ошо көнгәсә шулай дауам итә:
Ҡустым шуны тотманы,
Көсө еткән йәндәрҙең
Барын ҡырҙы, ашаны,
Үлем тигән яуызға
Дуҫ, дошманын табырға,
Илдә күп ҡан ҡойорға
Йола таба башланы.
Әлбиттә, Юғары Аң тарафынан бирелгән йоланы боҙоп, туранан тайпылған, яңылыш юл һайлаған әҙәм уның ҡөһөрөн дә үҙ елкәһендә татый:
Шуға аны был илдән,
Тыуып үҫкән еренән
Бөтәһе лә берлектә
Ситкә ҡыуып ташланы.
Хәҙер илдән йыраҡта
Үҙе йәшәй тарлыҡта,
Ғүмере үтә зарлыҡта;
Шуға уның төҫ-башын
Үлем, ҡартлыҡ ҡапланы...
Шулай итеп, Йыһандың бөйөк ҡанундарына ярашлы, ысынбарлыҡтың ҡапма-ҡаршылыҡлы ике осҡа, ике яҡҡа бүленеп китеүенә әҙәм үҙе сәбәп ҡылған. Аллаһы Тәғәлә – берҙән-бер барлыҡҡа килтереүсе, һәм Ул камил теүәллектең, бөтөндөң үҙендә яҡшылыҡ менән яуызлыҡты бар ҡылған. Яуызлыҡтың булыуы ни тиклем яҡшылыҡ ҡиммәт икәнен күрһәтә. Донъялыҡта шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән уның тиҫкәре, кире яғы еңеп китеүе тәбиғи хәл. Был осраҡта карма законының береһе буйынса, ҡара көстәр бер-береһенә тартылып, ойошоп, күплекте тәшкил итә һәм, әлбиттә, ыңғай сифаттарға эйә яҡты, аҙ һанлы ҡалыуынан файҙаланып, баҫып, еңеп китә. Был ҡанунды яҡшы белгән яуыз ниәтле, аңлы Ҡәһҡәһә, Зәрҡум, Әзрәҡәләр хәйлә менән үҙҙәренең яғына кеше затлы булыуына ҡарамаҫтан, бөтә кире сифаттарға эйә Шүлгәнде ауҙарып ала ла инде. Әммә бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындыралар улар:
Алланың күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙы белеп торғанын күрмәйһеңме ни һин? Өс кеше араһында йәшерен һөйләшеү булһа, дүртенсеһе – Ул, биш кеше араһында булһа, алтынсыһы – Ул. Бынан аҙыраҡ йәки күберәк булғанда ла, улар ҡайҙа булһалар ҙа – Ул улар менән бергә. Бының һуңында, ҡиәмәт көнөндә, Ул уларға нимә эшләгәндәрен хәбәр итер. Алла һәр нәмәне белә! [Әл-Мүджәдәлә (Һүҙ көрәштереү) сүрәһе, 7-се аят].
Шүлгән ҡомһоҙлоғо, көнсөллөгө арҡаһында аҫтыртын башланған хөсөтлөгөн кешелекте ҡотҡарыу юлына көрәшкә сыҡҡан үҙ туғаны Уралға ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәш-һуғышҡа тиклем килтереп еткерә. Эпоста һүрәтләнгән Изгелеккә ҡаршы Яуызлыҡтың көрәше кешелеккә биреләсәк һуңғы донъяуи дин өсөн төшөрөлгән Изге Китапта ла осраясаҡ:
Һәм Беҙ рәсүлдәрҙе өгөтләүсе-иҫкәртеүсе һәм һөйөнсөләүсе итеп кенә ебәрәбеҙ. Иман килтермәгән кешеләр ялғанлыҡ менән бәхәсләшәләр, уның менән хаҡлыҡты юҡҡа сығарыр өсөн. Һәм улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙы һәм уларҙы өгөтләгән нәмәне мыҫҡыллайҙар [Әл-Кәһф (Мәмерйә) сүрәһе, 56-сы аят].
Эпостағы хәл-ваҡиғалар эсендә ҡайнаусыларҙың ошо ҡапма-ҡаршы яҡтың ҡайһыһын үҙ итеүе, юл сатында торғанда ҡайһыһын һайлауы – уның үҙ булмышынан, үҙ иркенән икәнлегенә асыҡтан-асыҡ миҫалдар ярылып ята. Улар – уҡығандан фәһем алырлыҡ һәләте булғандарға зиһенен зирәкләндерер ишара, һиҙемләү һәләте булмаҫтайына тере һабаҡ. Башбирмәҫ, эскерле, көнсөл, ҡомһоҙ Шүлгән Урал ҡустыһының эштәренә күпме генә хаслыҡ ҡылһа ла, уныһы кешелек хаҡына тура юлдан ситкә тайпылмай. Бөтә замандарҙа ла кеше өсөн әһәмиәтле буласаҡ һабаҡ бирә булыр ағалы-ҡустылы Шүлгән менән Урал. Тура юлдан барыу һәм аҙашыу – кешенең үҙ ихтыярында: Һәр кем үҙенә оҡшағанды эшләй, Раббың кемдең тура юлдараҡ икәнен яҡшыраҡ белә, - тип әйт [Әл - Исра (Төндә күсереү) доғаһы, 84-се аят].
Ошондай донъяуи миҫалдар нигеҙендә Ҡөрьән-Кәримдең түбәндәге аяттары еңел аңлашыла:
Уны (йәнде) сафлаған кеше уңышҡа иреште, ә уны мәкерләгән кеше уңышһыҙлыҡҡа тарыны [Әш-Шәмс (Ҡояш) сүрәһе, 9-10-сы аяттар].
Ә хәҙер ҡобайырҙың башынан аҙағына тиклем оҙата килеүсе Һыу образына күҙәтеү яһайыҡ. Ерҙең үҙе кеүек, барса тереклек өсөн йәшәү сығанағы булған Һыу – ул мәғлүмәт символы ла. Уның тураһында Ҡөрьән ни ти?
Алла күктәрҙе һәм Ерҙе бар ҡылды, күктән һыуҙы төшөрҙө, һәм уның менән емештәрҙе ризыҡ итеп сығарҙы.Үҙенең бойороғо менән диңгеҙҙә йөрөһөндәр өсөн кәмәләрҙе һеҙгә буйһондорҙо, һәм һеҙгә йылғаларҙы буйһондорҙо.[Ҡөрьән-Кәрим, Ибраһим сүрәһе, 32-34-се аяттар]
Эпоста дейеүҙәр, үҙҙәре хужа булып алып, кешенән йәшереп тотҡан Йәншишмә – кешелекте рухһыҙлыҡтан ҡотолдорор тәғлимәт символы, хаҡ белемдең, табылып, Ер йөҙөнә таратылыр көн етеренә ишара. Бының өсөн кешелек донъяһының, ҡасандыр бер кешенән яралып, бер өммәттән булып таралыуын иҫенә төшөрөү кәрәк. Иҫтәренә төшөр, иҫкә төшөрөү ул иман килтергән кешеләргә файҙа итә! [Әҙ-Ҙәрийәт (Елгәреүселәр) сүрәһе, 55-се аят].
Уны беҙ Меңйәшәр ҡартттың Уралға әйткәненән тойомларбыҙ:
Илгә йола булырҙай,
Һынап белгән заңым бар:
Донъяла мәңге ҡалам, тип
Донъялай ғүмер һөрәм, тип,
Үлемгә буй бирмәҫкә,
Уны бер заң итмәҫкә
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.
Ғилемгә бер үҙең генә эйә булған осраҡта уның тик файҙаһыҙ ғәмәл, мәғәнәһеҙ ауырлыҡ буласағын үҙ елкәһендә күтәреп арыған, үҙ тәжрибәһендә татып, ялҡҡан кеше, үкенес кисереп, шуны бүтәндәрҙең ҡабатламаҫҡа киҫәтә булыр. Урал батыр, был иҫкәртеүҙе йәһәт кенә төшөнөп алып, дөрөҫ ҡарарға килә:
Бар халыҡты эйәртеп,
Урал юлға сыҡҡан, ти;
Йәншишмәгә барған,ти,
Һыуын уртлап алған, ти;
Үҙе сапҡан юлына,
Дейеүҙән өйгән тауына
Һыуҙы алып һипкән, ти:
“Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасып дошмандар
Бары күреп һоҡланһын,
Илһөйәргә ил булып,
Ер һөйөргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып
Балҡып торор ер булһын!,” –
Тигән һүҙҙе әйткән, ти.
Һыу күп һипкән еренән
Ҡарағай, шыршы үҫкән, ти,
Һыуыҡҡа төҫ ҡоймаҫлыҡ,
Эҫегә лә кипмәҫлек,
Ҡорт, мыр-маҙар төшмәҫлек,
Япрағы төрөлөп,
Беҙәнәктәй булған, ти,
Мәңге йәшел ҡалған, ти.
Йәшел төҫ – мәңгелек тереклек, хаҡ дин Ислам төҫө. Йәншишмәне уртлағанда, Урал уның һыуына үҙенең изге ниәтен, теләген мәғлүмәт итеп һала. Бөркөлгән һыуҙы һыулап үҫкән һәм батырҙың исемен мәңгеләштерер Уралтауҙа киң тараласаҡ ҡарағай, шыршы шул мәғлүмәтте һаҡлаусы изге ағастар. Шул ағастарҙы һаҡлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ түгелме ни? Бөркөп өшкөрөү – башҡорттоң дауалау маҡсатынан ҡуллана торған боронғо йолаһы. Һыу дауалаусының ауыҙында саҡта уның теләгән теләген үҙләштерә һәм бөрккән ваҡытта шул мәғлүмәтте дауаланыусыға күсерә. Был осраҡта Урал тыуған төйәгебеҙҙе киләсәк быуындар өсөн һыу менән имләгән булып сыға.
Ҡапма-ҡаршылыҡлы был фани донъяла һыуҙың да ике төрө булыуы тураһында беләбеҙ эпостан: Йәншишмәнең тере һыуына ҡаршы торғон һыу – күлдең үле һыуы бар. Бына шул кире мәғлүмәтле һыу аша киләсәккә янаусы ҡурҡыныс афәт буласағы тураһында бик ҡаты иҫкәрткән дә бит беҙҙе батырыбыҙ! Уның заман ахырына бәйле киҫәтеүҙәре бик фәһемле бөгөн:
Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Уйым-уйым күлдәрҙең
Барында дейеү буласаҡ,
Уҫаллығын ҡыласаҡ,
Эсегеҙгә керәсәк.
Дейеүҙәрҙең ҡоһоро
Барығыҙға тейәсәк,
Шунан барың үләсәк.
Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ,
Ҡул ҡаушырып тормағыҙ!
Ниндәй һыу тураһында әйтеп ҡалдырған һуң беҙгә Урал батыр был урында? Егеттең үҙе үлhә лә, hүҙе үлмәҫ.
Күл һыуы – бер урынға йыйылған торғон һыу, йәғни үле һыу. Әлбиттә, бөгөнгө көндә матур-матур һауыттарға тултырылып, күпселек әҙәм балаларын теҙләндергән, кешелек дәрәжәһен юйҙырған араҡы, шарап, һыра кеүек эсемлектәр булыр уныһы! Аллаһы Тәғәләнең биргән тәбиғи саф һыуына мөрҡәтһенмәй, шайтан ҡотҡоһона төшкән әҙәмдәр үҙҙәре уйлап сығарған, шуға күрә язаһын да күрә кешелек бөгөнгө көндә был эсемлектәрҙән. Ә хәҙер Ҡөрьән аяттарынан ошо турала уҡыйыҡ:
Был донъя күктән беҙ биргән һыуға оҡшай: ул һыу менән Ерҙәге үҫемлектәр ҡатнашҡан, ул үҫемлектәр менән кешеләр һәм хайуандар туҡлана. Инде Ер үҙ биҙәктәрен алып гүзәлләнгәс, унда йәшәүселәр үҙҙәрен уның өҫтөнән хаҡимлыҡ итәләр тип уйланылар, һәм төндә йәки көндөҙ уға Беҙҙең бойороғобоҙ килде. Беҙ уны, әйтерһең дә ул кисәнән бай булмаған кеүек итеп, урылған иттек. Уйлаған кешеләргә шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы!
Алла тыныслыҡ йортона саҡыра һәм теләгән кешене тура юлға күндерә!
Изгелек ҡылғандарға – изгелек һәм өҫтәмә, уларҙың йөҙөн туҙан да, хурлыҡ та ҡапламаҫ. Былар – ожмах әһелдәре, улар унда мәңге ҡалыр.
Насар эштәр ҡаҙанғандарға – насар эштәренең язаһы шул эштәренә оҡшай: уларҙы хурлыҡ баҫыр, уларҙы Алланан һис кем һаҡламаҫ! Уларҙың йөҙө ҡараңғы төндөң киҫәктәре менән ҡапланған кеүек булыр. Был кешеләр – тамуҡ киҫәүҙәре, улар унда мәңге ҡалыр [Йунус (Юныс) сүрәһе, 24-27-се аяттар].
Ә бит Урал батыр күрһәткән мөғжизәләр араһында дөйөм кешелек өсөн иң әһәмиәтлеһе һәм файҙалыһы – үҙе тапҡан Йәншишмәнең тереһыуын уртлап, тамсыһын да йотмайынса, ер йөҙөнә бөрккәне:
...Ил һөйөргә ил булып,
Ер һөйөргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып
Балҡып торған ер булһын!
Ошо өгөт-нәсихәт арҡылы Урал батыр, юлбашсы булараҡ, үҙе ҡотҡарған халыҡтың булмышына ил һөйәр, ер һөйәр тигән сифаттарҙы ла ҡушып, тереклек итер өсөн Ер-Әсәнең арҡа үҙәген тәшкил иткән был урынды инселәгән. Шуға күрә ата-бабаларыбыҙ үҙенә тәғәйенләгән йәнтөйәкте батырҙың исеме менән атаған һәм был ерҙәрҙе ғүмер баҡый үҙ йәненән артыҡ күреп һаҡлаған:
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –
Ата-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Ай, Уралым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың,
Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта,
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.
Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.
Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған
Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ.
Урал да ғына Урал, ай, тиһегеҙ,
Урал ғына буйы ҡыҙырым сауҡа икән.
Уралҡайҙы маҡтап бер йырлаһаң,
Күңелдәргә үҙе лә зауҡы икән.
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
(Башҡорт халыҡ йыры “Урал”)
Был тиклемдән дә оҫтараҡ әйтеп булырмы тарихи ватаныбыҙҙың ҡәҙере тураһында? Күпме быуын ниндәй сихри көс, ниндәй аҡыл ҡеүәте менән ошо төйәкте үҙенеке итеп һаҡлап тотоуға өлгәшкән? Ҡайҙа, ҡасан,ҡайһы дәүерҙә һәм ни сәбәптән ошо илһөйәрлек сифатыбыҙҙан яҙҙыҡ һуң беҙ? Ошо йырҙың мәғәнәһенә төшөнөрлөк быуындар тәрбиәләнмәһен өсөн туған телдең һүҙ ҡеүәтен юғалттырыр мәкерле сәйәсәткә ниңә ҡаршы тора алмаҫ булдыҡ һуң? Үҙебеҙгә тәғәйен урын-еребеҙҙең ҡәҙерен, баһаһын онотторор гонаһлы эштәр ҡылған өсөн ғәҙел яза күргәнебеҙҙе таныйыҡсы, халҡым!
Ерҙе туйындырған йылға һыуҙарын бысратыу, ағастарын ҡырып, эсәр һыуыбыҙҙан яҙыу – барыһы ла пәйғәмбәребеҙҙең әйтеп ҡалдырған киҫәтеүҙәрен тотмауҙан!
Һәр төрлө ниғмәттәренән ҡулланып йәшәй-йәшәй, Ер-Әсәнең үҙенең дә тере һәм йәнле икәнлеген оноттоҡ, уның алдындағы изге бурыстарыбыҙҙы ла үтәмәйбеҙ бит, кешеләр!
Донъя ул бер бағ икән,
Йән эйәһе шул бағта
Донъя быуынын һанаған,
Ҡайһы быуын аҡлаған,
Ҡайһы уны таплаған. ..
Ошо сәбәптән юҡҡа сыҡҡан халыҡтар рәтенә инмәҫ элек, түбәндәге аяттарҙың мәғәнәһенә төшөнәйек:
Һәм Ул Ерҙе йән эйәләре өсөн ҡуйҙы. Уның өҫтөндә емеш-еләктәр һәм емшәнле хөрмә ағастары, һәм башаҡлы орлоҡтар һәм хуш еҫле сәскәләр [Әр-Рәхмән (Шәфҡәтле) сүрәһе, 10-12-се аяттар].
Ер йөҙөн Ул төҙөкләндергәндән һуң боҙмағыҙ. Уға ҡурҡыу һәм өмөт менән доға ҡылығыҙ. Ысынлап та, Аллаһының рәхмәте изге эштәр эшләгән кешеләргә яҡын!
Яҡшы ил булһа, Раббыһының рөхсәте менән уның үҫемлектәре сығыр, насар ил булһа, уның үҫемлектәре етер-етмәҫ кенә булып ҡалыр. Шөкөр иткән халыҡтарға бына шулай аңлатабыҙ Беҙ аяттарҙы! [Әл-Әғраф (Кәртәләр) сүрәһе, 56,58-се аяттар].
Һинең Раббың ҡалаларҙың олоһона Беҙҙең аяттарыбыҙҙы уларға уҡый торған рәсүл ебәрмәҫ борон уларҙы һәләк итеүсе булманы. Беҙ халҡы залим булған ҡалаларҙы ғына һәләк ҡылдыҡ! Һеҙгә бирелгән нәмәләр донъя тереклегенең кәрәк яраҡтары һәм биҙәге генә. Ә Аллаһы ҡаршыһындағы нәмәләр яҡшыраҡ та һәм дауамлыраҡ та. Уйлап ҡарамаҫһығыҙмы һеҙ? [Әл-Ҡасас (Хикәйә) сүрәһе, 59-60-сы аяттар].
Ә бит батырыбыҙ беҙҙе ошо хәлгә ҡалдырмаҫ тыйыу-кәңәштәрен мотлаҡ үтәлһен өсөн ҡалдырған:
Улдарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм,
Тыңла, илем, һиңә әйтәм:
Ир-арыҫлан булһаң да,
Батыр беләкле тыуһаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ.
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.
Ошо өгөт-нәсихәттәрҙе тотмай, баяғы матур-матур шешә эсендәге үле һыуҙы һеҙ башлап эскәнһегеҙ, донъяның ауырлыҡтарын ҡатын-ҡыҙ елкәһенә ауҙарып, көс-кәрҙе, ватансылыҡ тойғоһон юғалтҡанһығыҙ, ошоноң менән башҡалар алдында кешелек дәрәжәгеҙҙе төшөргәнһегеҙ түгелме һуң, Урал батыр тоҡомдары! Был дәһшәттең сәбәбе беҙҙең үҙебеҙҙә – бына уны аңлатыусы хаҡ һүҙ:
Улар бүләләрме ни Раббыңдың рәхмәтен? Донъя тереклегендә кәрәк була торған нәмәләрҙе улар араһында Беҙ бүлдек, һәм бәғзеләре икенселәрен хеҙмәткә алһын өсөн береһенең дәрәжәһен икенсеһенән юғары ҡылдыҡ. Ә Раббыңдың рәхмәте улар йыйған нәмәгә ҡарағанда яҡшыраҡ! [Әз-Зухруф (Биҙәктәр) сүрәһе, 32-се аят].
Ата-бабаларыбыҙ һаҡлап килеп, беҙгә аманат итеп тапшырған тыуған еребеҙҙең байлыҡтарына бөгөн үҙебеҙ хужа була алмауҙың сәбәбе ошо аятта асыҡлана:
Донъя тереклеген генә теләп, Беҙҙе иҫкә алыуҙан баш тартҡан кешеләрҙән йөҙ сөйөр һин!
Ваҡ-төйәк кәмселектәрҙән башҡа оло гонаһтарҙан һәм фәхишәлектән һаҡланыусыларға, ысынлап та, Раббыңдың ярлыҡауы киң. Ул һеҙҙе ерҙән яратҡанда ла һәм әсәләрегеҙ ҡарынында яралғы булған сағығыҙҙа ла һеҙҙе иң яҡшы белеүсе ине. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ маҡтамағыҙ. Ул кемдең тәҡүәле икәнен яҡшыраҡ белә [Ән-Нәджм (Йондоҙ) сүрәһе, 29,32-се аяттар].
Ә бит булған ғәйебеңде таныуҙан башлана ауыр-хәл ваҡиғанан сығыу юлы! Аҡланырға сәбәп эҙләп, яңылышты танымай үрһәләнмәгәндәргә һәр саҡ боҙоҡто төҙәтергә мөмкинселек бирелә. Аллаһы Тәғәлә ҡаршында тәүбәгә килеү осрағында – “хәлдәрҙе ауыштырыусы Улдыр”. Ошо ерҙең ҡотон, бәрәкәтен һаҡлау – һәр беребеҙгә төбәп ҡалдырылған васыят икәнен иҫебеҙҙән, аңыбыҙҙан юйырға хаҡыбыҙ юҡ икәнен төшөнәйек:
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ;
Данлы батыр булығыҙ!
Ете ҡат ерҙе, ете ҡат күкте, тау-урмандарҙы, йылға-күлдәрҙе һаҡлашыуҙа ярҙам һорап, Урал батырыбыҙ рухына йышыраҡ бөтә ғәм менән доғалар бағышлаһаҡ, ин шәә Аллаһ, донъябыҙҙың яҡшыға үҙгәреүенә үҙебеҙ ҙә сәбәп ҡылыр инек! Был осраҡта “күмәкләгән – яу ҡайтарған” тигән аҡыллы һүҙ шуны раҫлай. Ә был кимәлгә үҙ-ара ойошҡанлыҡ, берҙәмлек менән генә өлгәшеп була. Ҡобайырҙың йөкмәткеһендә ярылып ятҡан кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе көйлө тотоу зарураты көн ҡаҙағында торор иң киҫкен хәл буласағын да аныҡ күҙаллағанға күрә, батырыбыҙ өгөт-нәсихәтен киләсәккә төбәп, фәҡәт беҙгә өндәшә:
Олоно оло итегеҙ, –
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе итегеҙ, –
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ!
Барса ошо яуаплы бурыстарҙың маҡсатлы рәүештә фәҡәт ир-ат иңенә һалынғанлығына иғтибар итмәй ҡалырмы һуң был мөрәжәғәттәрҙән беҙҙең атайҙар, ағайҙар һәм уландар? Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙең һәр замандарҙа ла киҫкен торасағын күҙаллағанға күрә, Урал батыр ошо ябай ғына талаптарҙы үтәргә саҡырған. Аллаһынан алыҫлашҡан һайын, әҙәмдең үҙ-үҙен генә яратыуынан килеп тыуыр был хәл:
Кеше, ысынлап та, ҡурҡаҡ һәм икеләнеүсән итеп яратылды. Уға яманлыҡ ҡағылһа, ҡайғыра, яҡшылыҡ килһә, һаранлана, намаҙ уҡығандарҙан башҡа [Әл-Мәғәридж (Баҫҡыстар) сүрәһе, 19-22-се аяттар].
Уларҙың үҙ араларындағы ғәйрәттәре көслө һәм һин уларҙы көслө тип уйлайһың, ә уларҙың йөрәктәре айырым. Был – улар аңламай торған халыҡ булғанлыҡтан! [Әл – Хәшр (Ҡыуып сығарыу) сүрәһе, 14-се аят]
Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә саҡырыусы түбәндәге аяттар ҙа бик тап килә Уралдың өгөт- нәсихәтенә:
Әгәр иман килтергән кешеләрҙән ике төркөм һуғышһа, уларҙың араларын килештерегеҙ, әгәр береһе икенсеһенә йәберләүсе булһа, ул Аллаһының бойороғона бойһонғанға тиклем йәберләүсе менән һуғышығыҙ. Әгәр ул Аллаһының бойороғона бойһонһа, ғәҙел рәүештә уларҙың араһын дөрөҫ хөкөм менән килештерегеҙ. Аллаһы, ысынлап та, ғәҙелдәрҙе ярата! Иман килтергән кешеләр, ысынлап та, туғандар, ике туғанығыҙҙы ла килештерегеҙ һәм Аллаһынан ҡурҡығыҙ, – бәлки ғәфү ителерһегеҙ. Эй һеҙ, Иман килтергән кешеләр! Бер халыҡ икенсе халыҡты мәсхәрә итмәһен, ихтимал, тегеләр быларҙан яҡшыраҡтыр, ихтимал, ул ҡатындар быларҙан яҡшыраҡтыр. Үҙ-үҙегеҙҙе хурламағыҙ, ҡушамат исем аташмағыҙ, ә иман килтергәндән һуң “боҙоҡлоҡ” исеме бик насар бит. Һәм тәүбә ҡылмаған кешеләр – залимдар.
Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп уйҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер уйҙар гонаһ, һәм шымсылыҡ ҡылмағыҙ, һәм бәғзеләрегеҙ икенселәрегеҙ тураһында күҙ артында ғәйбәт һөйләмәһен. Һеҙҙең берәрегеҙ үлгән ҡәрҙәшенең итен ашарға теләрме ни, һеҙ унан ерәнәһегеҙ бит. Аллаһынан ҡурҡығыҙ, Аллаһы, ысынлап та, тәүбәләрҙе ҡабул итә, рәхимле!
Ул һине етем хәлдә табып, һыйыныр урын бирмәнеме ни? Ул һине аҙашҡан хәлдә тапты һәм тура юлға һалды. Ул һине ярлы хәлдә тапты һәм байытты.
Һәм һин етемде йәберләмә, һәм теләнсене ҡыуып ебәрмә [Ад-Духа (Иртә) сүрәһе, 6-10-сы аяттар].
Бәлки һеҙ үҙегеҙ етемде хөрмәт итмәйһегеҙ, һәм ярлыны туйҙырырға өндәмәйһегеҙ. Һәм мираҫты ашап бөтөрәһегеҙ, һәм байлыҡты сиктән тыш яратаһығыҙ [Әл-Фәджр (Таң) сүрәһе, 17-20-се аяттар].
Бер туған ағаһының үҙенә ҡылған хаслыҡтарын өс тапҡыр кисереүе, ул ғына ла түгел, шул хаталарын төҙәтергә булышлыҡ итеүе – Уралдың миһырбанлыҡта, хуш күңеллелектә ысын өлгө күрһәтеүе. Бының менән ул ҡан-ҡәрҙәшлек ептәрен өҙмәүҙе, ата-әсәне хөрмәтләүҙе үҙе өсөн ни тиклем яуаплы икәнен күрһәтә:
Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн,
Тағы ла бер һынайым,
Теләгеңде бирәйем.
Уралдың әлеге ҡылығы ла уның Аллаһы Тәғәләнең яратҡан бәндәһе, Ерҙәге илсеһе булыуына бер миҫал:
Эй һеҙ иман килтергән кешеләр! Ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ араһында, ысынлап та, дошмандарығыҙ бар, уларҙан һаҡланығыҙ! Әммә ғәфү итһәгеҙ, асыҡ йөҙлө булһағыҙ, һәм кисерһәгеҙ, ул саҡта Аллаһы – ярлыҡаусы, шәфҡәтле! Һеҙҙең малдарығыҙ һәм балаларығыҙ – фетнә-һынау ғына. Ә Аллаһы ҡаршыһында оло әжер [Әт-Тәғабун (Үҙ - ара алдашыу) сүрәһе, 14-15-се аяттар].
Шулай итеп, был донъяға килеүебеҙ өсөн ата-әсәгә бурыслы икәнебеҙҙе белеү генә аҙ. Шул бурысты үтәүҙең әһәмиәте бөтә замандарҙа ла бөтә халыҡтар өсөн дә өсөн берҙәй булырына ҡобайырҙа ла, Изге китапта ла киҫәтеүҙәр бер төрлө. Доға ҡабатлаған һайын яңыра шул :
Раббым, миңә һәм минең ата-әсәмә Һинең күрһәткән ниғмәтең өсөн шөкөр итеүҙе һәм Һин риза булған изгелекте ҡылыуҙы күңелемә һал, минең өсөн тоҡомомдо төҙөк ҡыл. Мин Һиңә ҡайттым, һәм мин, ысынлап та, мосолмандарҙан [“Әл-Әхҡаф” (Ҡомдар) сүрәһе, 15-се аят].
Өсөнсө тапҡыр ғәфү ителеп тә, тәүбәгә килмәгән Шүлгән, ниһәйәт, туғаны Урал батыр тарафынан язаһын таба – уның тарафынан йотола. Уралтауҙың ҡуйынында эсендә төпһөҙ күле булған Шүлгән мәмерйәһе хасил булыуы– ҡобайырҙың буш ерлектә уйлап сығарылмауына туранан-тура дәлил. Ҡат-ҡат һыналғандан һуң да ипкә килмәгән бәндәгә яза ҡулланыу – изге китаптарҙа ҡабул ителгән бер алым, сара:
Ә кемгә йәберләү ҡағылһа, улар үҙҙәрен яҡлайҙар.Һәм яуызлыҡтың түләүе – шул яуызлыҡ кеүек яуызлыҡ. Әгәр берәй кеше ғәфү итһә һәм килешһә, уның әжере Аллаһы ҡаршыһында.Сөнки Аллаһы залимдарҙы яратмай! Әгәр берәй кеше йәберләнгәндән һуң үҙен яҡлаһа, уға ҡаршы юл (шелтә) юҡ. Кешеләргә золом ҡылыусыларға, нахаҡҡа Ер йөҙөндә яуызлыҡ эшләүселәргә генә ҡаршы юл – улар өсөн интектергес ғазап! Әммә берәү сабырлы булһа һәм кисерһә, ысынлап та, был эштәрҙә ҡыйыу булыуҙан [“Әш-Шура” (Кәңәш) сүрәһе, 39-43-сө аяттар].
Ҡобайырҙа туған-ара мөнәсәбәттең киҫкенләшеүе Шүлгән тарафынан ахырғы сиккә барып еткерелгәс, Уралдың да ғәҙел сара табыуы осрағына оҡшаш аяттар бар икән Ҡөрьән Кәримдә:
Һин уларға дөрөҫ итеп Әҙәмдең ике улы хаҡындағы хәбәрҙе уҡы. Улар икеһе лә ҡорбан салған. Шул ҡорбан береһенән ҡабул ителгән, икенсеһенән ҡабул ителмәгән. Икенсеһе: “Үлтерәм мин һине!” – тигән.Тегенеһе:”Аллаһы тәҡүәлеләрҙән генә (ҡорбан) ҡабул итә. Һин үлтермәк булып, миңә ҡул һуҙһаң да, мин һиңә ҡул һуҙмам. Мин бит ғаләм Раббыһы Аллаһынан ҡурҡам. Миңә ҡарата ҡылған гөнаһыңды ла, үҙ гөнаһыңды ла бергә йыйып, тамуҡҡа төшөүеңде теләйем мин. Залимдарҙың язаһы – шул,” – тигән [Әл-Маидә (Аш табыны) сүрәһе:5:27-29”]. Ташөң (мәмерйәнең икенсе исеме) алдында бер юлы үҙенән тере һыу ағыҙып сығарыусы Зәңгәр күл һәм торғон һыулы Үле күл барлығы – тағы ла бер мөғжизәүи күренеш! Улар ҙа Урал менән Шүлгәндең ысынбарлыҡҡа тап килеүенә шаһиттар.
Хәҙер Уралдың Үлеме алдынан әйткән бәхилләшеү һүҙенең айышына төшөнәйек:
Дейеүҙәргә яу асып,
Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп,
Ерҙә торлаҡ табыштым,
Кешеләрҙе яуыздан
Ҡотҡарырға тырыштым...
Ни өсөн ошо юлдарҙан батырҙың үкенес кисереүе төҫмөрләнә? Билдәле булыуынса, төрлө дәүерҙәрҙә кешелекте, уның кеүек, һәләкәттән ҡотҡарырға килеүселәр күп буласаҡ. Әммә эш ниҙә һуң? Ни өсөн бер үк хәл-ваҡиғалар ҡабатлана тора? Изге Китапта бар был һорауға яуап:
Әгәр Беҙ теләһәк, һәр бер йәнгә тура юлын бирер инек. Әммә Минең: “Тамуҡты бергә ендәр һәм кешеләр менән тултырырмын!” – тигән һүҙем раҫ булды бит. Үҙегеҙҙең ошо көнгә осраясағығыҙҙы онотҡанығыҙ өсөн [ғазапты] татығыҙ! Беҙ һеҙҙе оноттоҡ. Һәм ҡылған эшегеҙгә күрә мәңгелек ғазап татығыҙ инде! [Әс-Сәждәһ (Сәждә) сүрәһе, 13-14-се аяттар].
Әллә Беҙ уға яһамағанмы ике күҙ, тел менән ике ирен? Беҙ уға ике юлды күрһәттек.Ә ул бер ҙә текәгә тырышып ынтылманы.[Әл-Бәләд (Ҡала) сүрәһе, 10-11-се аяттар].
Әлбиттә, Уралдың барса кешелеккә бағышланған һуңғы мөрәжәғәтендәге үкенес кисереүенән беҙ шуны аңларға тейешбеҙ: һәр әҙәм үҙе теләргә тейеш түбәнгә тәгәрәүҙән ҡотолоуҙы һәм бейек Бөйөклөккә үрләүҙе! Был ниәтте тормошҡа ашырыр юл бер генә. Шуны беҙгә васыят иткән Урал атабыҙ:
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,
Утта ла янмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән төшмәҫ – яҡшылыҡ.
Был юлдарҙан тағы ла бер ҡат боронғо тәғлимәт – йоганың талабын иҫкә төшөрәйек (һәр беребеҙ, аңдың ҡайһы чакрала тупланыуына ҡарап, үҫеш баҫҡысында төрлө кимәлдәбеҙ: һыу – свадистана, ут – манипура, күк-һауа – анахата, тел – вишудда кимәле). Әммә барыбыҙ өсөн дә кешелек йәмғиәтендә үҙебеҙҙе башҡалар менән яраштырыр һәм шул нигеҙҙә донъяны бер самала көйләп тотор төп шарт– тәүҙә үҙеңдән башҡаға яҡшылыҡ ҡылыу. Фәҡәт ошо идея менән генә тарҡаулыҡтан арынып, берләшер бер милләт эсендәге вәкилдәр, ә унан һуң донъяуи халыҡтар. Шунан һуң ғына яуап көнөндә яҡты булыр йөҙөбөҙ:
Һәр кемдең тотҡан йүнәлеше бар. Изге эш менән бер-берегеҙҙе уҙырға тырышығыҙ.Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһы һеҙҙең барығыҙҙы ла (ҡаршыһына) килтерер [Ҡөрьән-Кәрим:Әл-Бәҡара сүрәһе, 148-се аят].
Һис кемде, һис бер нәмәне үҙенә тиңдәш тотмаған хәлдә Аллаһҡа ғына ғибәҙәттә булығыҙ. Ата-әсәләрегеҙгә, ҡәрҙәштәрегеҙгә, етемдәргә, фәҡир-меҫкендәргә, ҡәрҙәштәрегеҙҙән булған, йәки ҡәрҙәштәрегеҙҙән булмаған күршеләрегеҙгә, сәфәрҙә бергә йөрөгән юлдаштарығыҙға, мосафирҙарға, үҙегеҙгә бойһонған ҡолдарығыҙға ҡарата игелекле булығыҙ. Тәкәбберләнеп, осоноп һәм шапырынып йөрөгәндәрҙе Аллаһ һөймәй” [Ҡөрьән Кәрим: Ән-Ниса (Ҡатындар) сүрәһе, 4:36] .
Шулай итеп, рухи мираҫыбыҙ “Урал батыр” ҡобайыры кеше-ара мөнәсәбәттәрҙең бөтә төрҙәрен (ир-ҡатын, ата-бала, әсә-бала, туған-ара, халыҡ-ара) һүрәтләү менән генә сикләнмәгән, ә кешенең үҙ-үҙен тотошо өлгөһөн дә ҡалдырған беҙгә! Үҙ заманында бәндәләрҙе яҡшылыҡҡа өйрәтер өсөн ебәрелгән Урал батырҙың өлгөлө тәртибе һәм беҙгә төбәлгән өгөт-нәсихәттәре донъяуи диндәрҙең талаптары менән тап килә, сөнки изге белемдәрҙең сығанағы уртаҡ.
Дин менән нәфрәт бер ваҡытта ла бергә була алмай. Аллаһтан ҡурҡа белгән пак күңелдә гонаһтың да, уҫаллыҡтың да, күралмаусанлыҡ менән көнсөллөк тигән нәмәләрҙең дә булыуы мөмкин түгел. Күңелдә көнсөллөк тыуа ҡалһа ла, ике төрлө кешегә генә көнләшеп ҡарарға мөмкин: береһе – Аллаһ биргән малдан фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға өлөш сығарып ҡына торған кеше, икенсеһе – алған ғилеме менән хөкөм йөрөтә белгән һәм бәндәләргә ғилем өйрәтә белгән кеше. ”Ҡиәмәт көнөндә иң бәхетһеҙ кеше – донъяла ваҡытта үҙенең теленән дә, холҡонан да кешеләр ҡурҡып ҡына торған бәндә”.
Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ алдында ике кеше ыҙғыш ҡуптара. Ике аралағы был ыҙғыш тына төшкәс тә әле береһенең йөҙөндә асыу эҙҙәре бөтмәгәнен күргән пәйғәмбәр:
Мин, – ти, – уҡыған саҡта асыуҙы ла, үпкәләшеү кеүек нәмәләрҙе тиҙ генә бөтөрә торған һүҙҙәр беләм. Улар “Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-ражим!” тигән һүҙҙәр!” – ти. “Асыу шайтандан килә, ә шайтан уттан яратылған. Утты һыу менән генә һүндереп була. Һеҙҙең арағыҙҙан кемдер берәү асыулана башлаһа, ситкәрәк китеп тәһәрәт алһын,” – тигән ул.
Бәндәләр кемдәргәлер бирергә тейешле бурыстары хаҡында ла онота күрмәһен, кеше хаҡына ингән булһа, уларҙы түләһен. Ғаиләһе, ҡәрҙәштәре, күршеләре, дуҫ-иштәре, таныш-белештәре, донъя көткәндә аралашып йәшәгән башҡа бик күптәр менән ике арала булған төрлө хәл-әхүәлдәрҙе яйға һалып, үткән ғүмерҙәрҙә ҡалған хәтерҙәрҙе төҙәтеүгә юл ярып өлгөргән әҙәм Аллаһтың мәрхәмәтенә өмөт итә ала, – тип өйрәтә Ислам әҙәбе.
Үрҙә килтерелгән дәлилдәр нигеҙендә шундай һығымтаға килергә була: бөтә диндәрҙең маҡсаты бер – тормошто һәм кешелекте тәрбиә, тәртип ҡыҫаларында тотоу, игелек нигеҙендә ҡоролған әхлаҡи ҡиммәттәрҙең йәшәүсәнлеген тәьмин итеү. Төрлө дин әһелдәрен ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшә, аңлаша белергә өйрәтә, татыулыҡҡа, теләктәшлеккә, бер-береңде хөрмәт итергә саҡыра кешелек донъяһында боронғоларҙан-боронғо һаналыусы ҡобайыр.
