- •Рәсәй федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы
- •Р.Х. Ғизәтуллина йәншишмә ҡайҙан башлана?
- •2.1.Буй етмәгән ергә уй, ҡорал етмәгән ергә хыял етә
- •2.2. Йыһанға өлгәштереүсе ете ҡапҡа
- •Муладһара
- •Свадистана
- •Манипура
- •Анахата
- •Вишудда
- •Сахасрара
- •Ил тигәндең кеме юҡ
- •2.6.Донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем
- •1.Донъя алмаш килә26
- •2. Оҡшаш оҡшағанын табыр28
- •3. Донъя - алдаҡ29 Улай тиеп кем әйтә,
- •4. Донъя – ғазап 30
- •2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ
- •2.3. “Урал батыр” ҡобайырында йога тәғлимәте
- •2.4.“Урал батыр” ҡобайыры сюжеттары Ҡөрьән аяттарында
- •2.5. Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер
- •4. Ҡулланылған әҙәбиәт
- •Гизатуллина Рашида Хаевна,
- •Откуда начинается Родник Духовности?
2.6. Ҡурайы юҡтың өнө юҡ, өнө юҡтың көнө юҡ
Көньяҡ Уралдан 3-4 мең йылдар элгәре күсеп киткән hинд-иран телле арийҙарҙың ырыу башында тәүбабалары Ҡурыу32 батша торған. Тарихсы hәм телсе ғалим Салауат Fәлләмов үҙенең хеҙмәттәрен-дә Ҡурыу арийҙарының күсеп киткән бер өлөшөнөң боронғо Месопотамия ерҙәрендә Ҡур-дистан илен барлыҡҡа килтергән, ә бөгөнгө көндәрҙә Төркиә, Сирия, Иран, Ираҡта бүленеп ҡалған ҡурдтар икәнлеген раҫлай. Уларҙың тәүтөйәге Уралда ҡалып, әлегәсә шул ерҙә көн иткән төркөмөн баш ҡурт (т – күплек ялғауы) тип атау – башҡорт этнонимының килеп сығышын аңлатыуҙа дөрөҫлөккә тап килә. Ә улары иhә, көнсығыштан, Урта Азия, Алтай тарафтарынан күсеп килгән төрки ҡәбиләләр ҡыҫымында ҡалып, шулай уҡ боронғо туған иран-арий теленән алыҫлашҡан. Әммә ләкин донъяла бер нәмә лә эҙhеҙ юғалмауы hәммәбеҙгә лә мәғлүм. Туған телебеҙҙә “ҡур “ тамырлы hүҙҙәрҙең бик күп hаҡланыуы – ошоға миҫал:
Башҡорт теленең hүҙлегендә “ҡур»” hүҙе түбәндәгесә аңлатыла: 1)Ҡымыҙ, бал, ҡатыҡ, ҡамыр әсеткеhе, ҡурбаш; 2) Башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая // Ҡур аҡса.Ҡур мал.
Тимәк, был осраҡта “ҡур” – ”башлап ебәреүсе”, “тоҡом башлаусы”, “нигеҙ hалыусы”, “барлыҡҡа килтереүсе”, “күбәйеүгә, таралыуға сәбәп булдырыусы” тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Был hүҙҙең мәғәнәhе Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә33 бәйләнешенә ишаралай. Фекерҙе раҫлау өсөн ҡур тамырлы һүҙҙәр теҙмәһен килтереү етә:
Ҡураҙ (фарсы) – 1.Әтәс. 2.Ирҙәрҙең енси ағзаhы;
Ҡурбаш (диал.)– ҡамыр әсеткеhе, икмәк башы;
Ҡураҡ – ҡурға ҡалдырылған тоҡом айғыры. (Миҫал: “Беҙҙең аймаҡты ғына алайыҡ: Һөйәрембикәләр бер ҡураҡтарына терәлеп ҡалды, Яҡшыбикә менән Мәрғүбәнең атлыҡсалары буш”. М. Ямалетдин “Ҡуласа”);
Ҡурлы – мал-мөлкәтле, бай; бәрәкәтле, үрсемле; (дим-ҡариҙел hөйл.) – хәлле;
Ҡурпы – сабылған ергә яңынан үҫкән йомшаҡ үлән йәки йәш иген;
Ҡурсаҡ34 – үҫеш осороноң бер мәлендә ашамай, ҡуҙғалмай көпкә төрөнөп ятҡан бөжәк, йәғни үҫештең яралыу этабы, башы.
Ҡурҙау (арғаяш hөйл.) – беренсе көбөлә әсегән ҡымыҙ;
Ҡуржын (мейәс hөйл.), ҡурйын (әй hөйл.) – түпрә, сөпрә, ойотҡос;
Ҡурпытеш – hөт теше;
Ҡурпып сығыу (hаҡмар hөйл.) – шытып сығыу;
Ҡурҙы (мейәс hөйл.) – үрсемле;
Ҡур hөйәге35 (hаҡмар hөйл.) – ҡоймос; (Йогала: йоҡо хәлендәге кундалини энергияhы, йәғни йән эйәhенең көс-кәр, ҡеүәт үҙәге!)
Был тамырҙаш hүҙҙәрҙең барыhына ла бер мәғәнәүи уртаҡлыҡ хас: “барлыҡҡа килтереү, үрсетеү hәләтенә эйә”, “башлаусы, этәргес көс-ҡеүәт менән тәьмин итеүсе”.
Ә хәҙер “ҡур” hүҙенең икенсе аңлатмаhына туҡталайыҡ:
Ҡур - ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. // Ҡыйшыҡ уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман hүҙҙең ҡуры китмәҫ (Аҡмулла).
Артабанғы һүҙҙәр теҙмәһе ошо мәғәнәгә ҡоролған:
Ҡурған – бейек итеп өйөлгән боронғо ҡәбер. Кешенең ғүмере аҙағына еткәс, уның физик тәне, йәненән айырылып, ер менән ҡатыша. Боронғо арийҙар кешене был тормош өсөн кәрәк булған бөтә матди байлығы менән бергә күмеүгә лә ҙур әhәмиәт биргән: тән – ваҡытлыса, ерҙә ҡалыусы, тупраҡҡа кире әйләнеүсе; йән – мәңгелек.
Ҡуржа, ҡуржын (диал.) – юшҡын;
Ҡура – тапанды ер, ишек алды, ихата;
Ҡурйыу – үтә ныҡ әсеү; ҡырҡыуланыу, артау (бал, буҙа,ҡымыҙ тураhында әйтелә).
Был миҫалдарҙан күреүебеҙсә, “ҡур”– күҙгә күренмәгән, ләкин уның барлығына нескә кимәлдәге эске тойомлау аша ышанырлыҡ ниндәйҙер бер ҡеүәт. Уның булыу-булмауын иҫәпкә алһаҡ, артабанғы тамырҙаш hүҙҙәрҙе лә, мәғәнәләре буйынса, ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә бүлеп була:
1-се төркөм:
Ҡурый (минзәлә hөйл.) – дәртле;
Ҡурсалау, ҡурсыу – хәстәрлек тойғоhо менән тел-тештән, хәүеф-хәтәрҙән кәртәләү, аяу, яҡлау;
Ҡурғау – яуҙан, бәлә-ҡазанан hаҡлау;
Ҡурғауыл - яуға, hөжүмгә ҡаршы ҡуйылған hаҡ, нығытма;
Был hүҙҙәрҙең мәғәнәhенән аңлашылыуынса, “ҡур” - ыңғай сифатҡа эйә булған “ҡот” төшөнсәhенә тап килә.
2-се төркөм:
Ҡурҡыу – йән өсөн шомға төшөү, шөрләү тойғоhо кисереү; билдәле бер шартҡа түҙмәй бирешеү, сигенеү;
Ҡурҡыныс36 – күңелгә шом, ҡурҡыу хисе hалған; кешене ауыр кисерештәргә, ҡыйын, хәүефле шартҡа ҡуйған хәүеф-хәтәр;
Ҡураныс (ырғыҙ hөйл.) – ҡыҫаныс, әҙ, етерлек түгел;
Ҡур итеү (hаҡмар hөйл.) – хур итеү;
Ҡурҡҡы (дим hөйл.) – ҡарасҡы;
Ҡурмыш (урта hөйл.) – hаран;
Ҡурылмау (ҡыҙыл hөйл.) – ыжламау;
Ҡурылыу (урта, hаҡмар, ырғыҙ hөйл.) – hаранланыу; (салйоғот hөйл.) – сикәнеү;
Ҡурыу (көнсығыш диал.) – ҡыҫыу, тетеү; (ғәйнә hөйл.) – hыҙлатыу; (урта Урал) – өшөтөү;
Ҡур ҡуйыу– яҙғы буръяҡ йылғаның кире ағымына балыҡ аулай торған оҙон тотҡалы ҙур сүмес ау ҡуйыу;
Ҡур hалыу , ҡур түләү – hалым, яhаҡ түләтеү;
Эллин (грек) телендә лә бар был мәғәнәгә эйә hүҙҙәр: курастика – арыным, куразменос – арыған ир кеше, куразмени – арыған ҡатын-ҡыҙ (Тимәк, ҡурhыҙ, хәлhеҙ ҡалған!);
Был осраkта “ҡурhыҙ” булыу – көс-ҡеүәтһеҙ, ҡотhоҙ, яҡлауhыҙ ҡалыуға тиң.
Тимәк, миҫалдарҙан аңлашылыуынса, “ҡур” - йәндең тереклек итеүенә булышлыҡ итеүсе hәм тик нескә кимәлдә тойолоусы бер көс, тәнде йәшәү сығанағы булған йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ҡеүәт тип аңлап була. Ошо күҙлектән сығып ҡараhаң, “ҡур” hүҙенең “ҡуҙ, ҡыҙыу”, йәки “утта тотоу” мәғәнәhенә тап килеүен күҙәтергә мөмкин:
Ҡурау – ҡояшта үтә ныҡ кибеү, ҡороу;
Ҡурылыу – кибеп ҡорошоу;
Ҡурыу – ҡорола, йәки майға ҡыҙҙырыу;
Ҡурҙаҡ – утта ҡурылған ит;
Ҡурғы – бойҙай, борсаҡ h.б. шуның hымаҡ нәмәне ҡыҙҙыра торған йәйпәк ҡаҙан;
Ҡурғаҙан – бешеренеү өсөн тәғәйен оло ҡаҙан;
Ҡурмас – бөтөүләй ашау өсөн ҡыҙҙырылған бойҙай. Боронғо дин йолаhы буйынса 21 мартта, көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, Науруз байрамында әҙерләнә торған төп ризыҡ. “Бойҙай уңhа – аш булыр, уңмаhа, таш аш булыр”, – тип теләктәр теләгән тереклектең йәшәү сығанағы – ут-ҡояшҡа табыныусы ата-бабаларыбыҙ. Был йола орлоҡ культы менән бәйле, сөнки ул (бойҙай,ҡурмас) – буласаҡ уңыштың башы. Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо замандарҙа уҡ иген үҫтереү менән шөғөлләнгәнен тоябыҙ был миҫалдан37.
Ҡурғаш – утта тиҙ иреүсән, еңел сүкелә торған металл. Тарихтан билдәле булыуынса, арийҙар – металл эшләү серҙәрен тәүгеләрҙән асҡан халыҡ.
Ҡурай – сатыр сәскәле үләндең кибеп, ҡороған hабағынан, көпшәhенән эшләгән уйын ҡоралы.
Yрҙә hанап үткән “ҡур” тамырлы hүҙҙәрҙең барыhының да ҡояшҡа, утҡа ҡағылышлы нәмәләрҙең атамаhы булыуы – уларҙың башҡорттарҙың боронғо диненә бәйле терминдар икәнлегенә дәлил.
Тимәк, hис шикhеҙ, исемдәрҙә hәм топонимдарҙа ла осрарға тейеш булып сыға hүҙҙең был тамыры? Боронғо башҡорт исемдәренән яhалған фамилияларҙы килтерергә мөмкин миҫалға: Ҡурамшин, Ҡормашев, Ҡурбатов, Ҡурсаев, Ҡорманов, Ҡормаҡаев, Ҡoррәтов h.б.
Бөрйән районындағы Ҡурыуҙы тауының атамаhы легенда буйынса түбәндәгесә аңлатыла: дошманы Ҡараҡөлөмбәт тарафынан үлтерелгән Ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бейҙең ҡатыны ауырындағы балаhы менән уның ҡулында ҡала. Ошо бала тыуып, үҫеп, буй еткергәндән hуң, дөрөҫлөктө белгәс, атаhы тип йөрөгән дошманы Ҡараҡөлөмбәттән үс алыуҙы тау башына мендереп, тереләй утта ҡурыу аша башҡара.
“Ҡур hүҙенең тура мәғәнәhе урыҫса “закваска, солод” булhа, ул шулай уҡ hыуға, hыу сығанағына ҡарата “көс, ҡеүәт; көс-ҡеүәт башланғысы, энергия тупланмаhы” тигәнде белдерә булыр. Ҡорғаҙаҡ та, тимәк, көс, энергия биреүсе, дауалау көсөнә эйә булған йылға hыуы», – тип үҙ фекерен белдергәйне яҙыусы, филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры, БР Хөкүмәте эргәhендәге “БР халыҡтары телдәре тураhында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның Топонимика хеҙмәте етәксеhе Рәшит Шәкүр38 был турала.
Башҡорт халыҡ йыры “Ҡурташ” тан ошо уҡ мәғәнәне тойоп була:
Ҡурташ, Ҡурташ тигәнем,
Иҙел башы ҡуш ташым,
Ятһам, түшәк булған таш,
Ҡышын түшәк булған таш.
Дошман килһә, меналмаҫ,
Аша сабып уҙалмаҫ,
Менеп еген табалмаҫ,
Мине һаҡлар ҡушташым.
Тик мин мендем башыңа,
Һыйындым мин ташыңа,
Дошманымдан һаҡланып,
Төйәк, тинем, башыма.
Дошман килеп ҡамағас,
Тирәмде ут ялмағас,
Уҡ та булдың, Ҡурташым,
Һаҡ та булдың, Ҡурташым.
Дошман башын юймайсы,
Инде килмәм ҡашыңа,
Үс алмаһам дошмандан,
Антым етһен башыма.
Тимәк, был таш ҡышҡы һыуыҡтан ҡотҡарыу өҫтөнә, һаҡлау, ҡурсалау, йылытыу тылсымына эйә булған мөғжизәле таш булып сыға?
Әгәр “ҡарыһүҙ” төшөнсәhенең “боронғо, тәүге” мәғәнәhенә тап килеүенән “ҡара” hүҙенең бөтә осраҡтарҙа ла тик төҫтө генә атамай, ә боронғолоҡҡа ишара яhауын иҫәпкә алhаҡ, кәр – “физик hәләт; көс, ҡарыу” мәғәнәhен биреүҙе лә күҙ уңында тотhаҡ, көр – 1. ит-май ултырған; hимеҙ (хайуандарға ҡарата); таҙа, ябыҡ түгел (кешегә ҡарата); 2. тулы көскә эйә; ныҡлы, баҙыҡ; күр, күреү – “күҙ менән ҡабул итеүгә hәләтле булыу”, тип ҡараhаҡ – барлыҡ ҡур/күр, ҡор/көр, ҡар/кәр өлөшсәләренә ниндәйҙер кимәлдә дөйөмлөк хас! Ҡәрҙәш, ҡарындаш һүҙҙәрен дә был урында иҫкә төшөрмәй булмай: кеше булараҡ, тәнебеҙ әсә ҡарынында Илаһтың ҡеүәтенән ярала һәм йәнебеҙ ҙә Унан башланғыс ала, һәм, әлбиттә, кире Уға ҡайта. Шул уҡ сәбәп-һөҙөмтә бәйләнеше! Яулы көндә ят яҡшы, ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы тигән мәҡәлдән аңлауыбыҙса, туған-ара мөнәсәбәттәрҙә киҫкенләшеү осраҡтары булыуына ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙа ҡан-ҡәрҙәшлек ептәренең өҙөлөүе хупланмай. Юҡҡамы ни, башҡорттоң үҙ нәҫелдәштәрен ете быуынына тиклем мотлаҡ белергә тейеш булыуы йола, ҡанун рәүешендә үтәлгән һәм халыҡты туплау, бер бөтөнгә ойоштороуҙа төп шарт булып быуындан-быуынға күсә килгән. Эргә-тирәбеҙҙәге кешеләргә кендегебеҙ бәйләнгәнгә күрә, был тормошта фәҡәт яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ ҡармалыуында тормош һабаҡтарын үтәбеҙ, яҙмышҡа яҙылғанды бурыс итеп үтәйбеҙ.
Шуға күрә, ошо өлөшсәләре булған ырыу-ара, зат-нәҫел атамаларының, топонимдарҙың күп кенә осрауына иғтибар итмәй булмай: мәҫәлән, Ҡурпысыҡ, Ҡормашты, Ҡормантау, Ҡотҡор, Ҡарыш – Белорет районы; Көргәҫ йылғаhы – Бөрйән районы; ҡурапыс, ҡөрәйеш ырыуҙары– Ейәнсура районы h.б Ә бәлки ошо ерҙәрҙән күсеп киткән ҡәбиләләр араhындағы ҡөрәйеш ырыуының вариҫылыр ул Ислам диненең нигеҙен тәшкил иткән Ҡөрьән Кәрим китабын донъя халыҡтарына ҡалдырған Мөхәммәт пәйғәмбәр? Уның кешелек донъяһына төбәп ҡалдырған мөрәжәғәтен белдергән аяттың мәғәнәһенә төшөнөү беҙгә бер ҙә ҡатмарлы түгел: “БерләшһенҠөрәйеш ырыуы, уның берлеге – йәйен-ҡышын сәфәр итеүҙә. Ғибәҙәт ҡылһын ошо йорттоң Раббыһына, аслыҡтан һуң туйҙырған, хәүефтән ҡотҡарған Раббыға.” [Сүүратүл-Ҡурайш, (Ҡөрәйеш) сүрәһе, 106:1-4] Тырышып-тырышып, ата-бабаларының тәүтөйәген юллап килеп сыҡманымы икән X быуаттың 1-се яртыhында Бағдад хәлифе Ибн-Фаҙлан Ҡондорса буйҙарына? Шуғалыр ҙа әле ле ул ҡурай моңона әсир булғандыр!Ҡурай тураhында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡыуарған, йәки ҡояшта ҡураған көпшәhендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән моңға яҡын наҙлы тауышын оҡшатып, беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәhен, тыуған ерен hағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге hауанының көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаhи моң яралыу шул тиклем ябай тойола – тәбиғи үлән көпшәhен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк – ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай – күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы– эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәhе бит. Юҡ, әлбиттә! Былай бүлеп ҡарау – илаhи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береhенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән аңлатҡанда, тар мәғәнәлә ҡояшта ҡурап кипкән үләнде атар өсөн генә түгел был һүҙ. Киңерәк мәғәнәhендә, уйнаусының күңелендә яралған моңон (сәбәп) уның тыны аша көпшә эсендә көсәйтеп яңғыратыусы, моң ҡеүәтен тыңлаусыға еткереүсе, шуның менән уны илһамландырыусы, рухын күтәреүсе (һөҙөмтә), йәғни моңдо көйләү өсөн яратылған иң боронғо hәм тәүге уйын ҡоралы булған өсөн ул ҡурайыбыҙҙың исеме! Ә ул моңдо ҡурай аша тыуҙыра алыу hәләте тик иң боронғо халыҡтарҙан hаналыр башҡортҡа ғына хас, тәбиғи үләндән моң ҡоралын яhауҙы Аллаhы Тәғәлә тик уға тәғәйен иткән. Ябайлығы уның боронғолоғонда, тимәк! Боронғолоғона, тәбиғилегенә күрә, ошо моң бер күңелдән икенсе күңелгә тотҡарлыҡhыҙ үтеп инә ала. Моң һәм гармония (үҙ-ара ярашлы, килешле бәйләнеш) һүҙҙәре лә тамырҙаш булып сыға! Ҡурай моңоноң бөгөн бөтөн Ер шары халыҡтары күңеленә хуш килеүе өҫтә һаналған барса миҫалдарыбыҙға дәлил.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаhының дәүләт символдары булған Гербында hәм Флагында сағылыш тапҡан милли моң ҡоралы ҡурайыбыҙҙың исеме лә халыҡтың үҙатамаhы менән тамырҙаш hәм мәғәнәләш булып сыға!
Тәбиғи
ҡурай сәскәhенең сатыр сәскәлеләр
ғаиләhенә ҡарауы hәр кемебеҙгә мәғлүм.
Яҡтылыҡ нурҙарын бар ғаләмгә hипкән мең
саталы ҡояштың үҙе менән оҡшаш был
үҫемлектең сәскәhе. Ҡояш яҡтылығын,
йылылығын тойоп, яҙ башында ерҙән шытып
сығып, буй еткереп, орлоҡтарын ҡойоп,
тәбиғәт алдында бурысын бар тулылығында
үтәгәндән hуң, был үҫемлектең ҡураған
көпшәhе үҙе аша моң ҡойорлоҡ булып
өлгөрөп етә. Башҡорт халҡында ҡурай
культы hәм болан культы
ҡояш
культы
менән бик боронғо замандарҙан килеүенең
сәбәбе төҫмөрләнә бирә кеүек. Йога
тәғлимәтенә табыныусылар уның иң юғары
кимәле – сахасрара чакраhына иғтибарын
йүнәлтеп, шунда туплар өсөн ҡулланған
шартлы билдә – баш түбәhе өҫтөндә ике
ҡулдың бармаҡтарын тарбайтып, болан
мөгөҙөнә оҡшаш мудра ҡулланыуы менән
сағыштырыуҙан аңлап була быны. “Урал
батыр” ҡобайырында йыландар батшаhы
Ҡәhҡәhәнең улы Зәрҡум, иң сибәр, иң ҡыйыу
кешегә әүерелеп, Һомайға күренер, у
ны
үҙенеке итер өсөн, болан йотоп маташа.
“Ни өсөн кеше булырға теләгән йыланға
фәҡәт боланды йоторға кәрәк булған?
Күрәhең, әүәл халыҡта, кеше ҡиәфәтенә
инә алған болан был hәләтен башҡа
хайуандарға ла тапшыра ала, тигән хөрәфәт
йәшәгән”39
тигән фаразлау ғына әҙ был осраҡта.
Болан
мөгөҙө, ҡурай сәскәһе, нурлы ҡояш
– был образдар, йоганың иң бейек сахасрара
кимәленә өлгәшеү символдары булараҡ,
күҙ уңында тотола бында. Умыртҡа бағанаhы
эсендәге арҡа мейеhе буйлап түбәләге
баш мейеhенә, сахасрараға, тиклем
энергияңды күтәреү аша аң кимәлеңде
үҫтереү, йәндең юғарыраҡ донъяларға
артылырға тырышыуына бәрәбәр был миҫал.
Сөнки юғарылыҡҡа өлгәшеү мөмкинлеге
тик ошо юл аша башҡарыла – был йога
тәғлимәте! Сатыр
сәскәле ҡурайҙы hәм саталы
мөгөҙлә боланды изгеләштереү – йогалағы
сахасрара
культы
ул. Сатҡыға,
йәғни яҡтылыҡҡа, нур донъяhы – нирванаға
ынтылыуҙың сағылышы, шул донъяға
өлгәшеүҙең сараһы, юлағы.
Ҡурайҙың көпшәле уйын ҡоралы булыуы ла осраҡлы түгел. Көпшә – ҡур һөйәге ҡоймостағы йоҡо хәлендәге кундалини ҡеүәтен уятып, умыртҡа бағанаhы буйлап күтәрелеүен, йәғни түбән кимәл энергияны уның юғары, нескә формаhына әүерелеүен сағылдырған модель. Күңелдә яралған тәүгел, йәғни эске моң, тышҡа өргән тын аша ҡурай көпшәhе эсендә көсәйеп, һөҙөмтәлә тауыш формаhында икенсел, йәғни тышҡы моң яралта.
Хәҙер ҡурайҙа тауыш сығарыу барышына күҙәтеү яhайыҡ. Иң аҫҡы тишектән,ҡурайҙың аҫҡы осонан иң түбән тауышты сығарғанда унан өҫтәге башҡа тишек уйымдарының барыhы ла бармаҡтар ярҙамында ябыулы хәлдә була. Ә сираттағы бейегерәк тауышты сығарғанда, ҡурай көпшәhенә өргән тын шул уйымдан сыҡhын өсөн, унан өҫкөләре ҡапланhа ла, түбәнерәк урынлашҡан тишектәрҙе ҡаплау хәжәте юҡ. Шулай итеп, иң юғары тауышты сығарғанда, көпшәләге бөтә тишектәр ҙә асыҡ була, ә ауыҙҙан өргән hауа тик өҫкө уйым аша тауыш сығара. Йогалагы чакралар теорияhының ап-асыҡ сағылышы! Аңлатып үтәйек: уй-теләктәре муладхарала тупланған аңы менән бәйле ихтыяждарын үтәгән кеше өсөн бүтән чакралар кимәлендәге талаптарҙы үтәү мөмкин түгел. Шулай уҡ, аң кимәле күтәрелгән hайын, түбән инстинкттар кимәлендәге теләктәр hүрелә, уларҙы ҡәнәғәтләндереү мохтажлығы кәмеүҙән, хатта юҡҡа сығыуҙан, энергия сарыф ителеүҙән туҡтай hәм юғарыраҡ маҡсаттарға ярашлы чакраларға йүнәлтелә. Был юл – кешенең үҫешен, эволюцияhын тәьмин итеүсе берҙән-бер юл! Тимәк, ҡурайҙың төҙөлөшө, моң сығарыу тәртибе – башҡорттоң иң боронғо рухи ихтыяждарын үтәүгә хеҙмәт иткән уйын ҡоралы ул. Шуға күрә меңйыллыҡтар дауамында ҡурайҙа уйнау оҫталығына, көйҙәр башҡарыу тәртибенә талаптар көслө. Ябайлығы менән бөйөк ҡурайыбыҙ – бер үҙгәреш кисермәйсә, боронғолоғобоҙҙо иҫбатлаусы, бөгөнгөбөҙгә ялғаусы рухи мираҫыбыҙ, ғорурлығыбыҙ.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыhы Мостай Кәрим үҙенең бер хәтирәhендә40 1965 йылда Төркиәләге сәйәхәте ваҡытында Зәки Вәлиди Туған менән осрашыуын hүрәтләй. Был ҡыҫҡа ғына аралашыуҙың ахырында халҡыбыҙҙың бөйөк улы шағирға: “Ҡурай моңо яҙылған граммофон пластинкаhы ебәрә алмаҫhығыҙмы?” – тигән үтенесен еткерә.
Сит-ят тарафтарҙа ярты быуатҡа яҡын ғүмер йәшәргә мәжбүр булған кешенең Тыуған илен hағыныу хистәрен баҫыу өсөн ниндәй кимәлдә ҡурай моңона зар-интизар булыуын фараз итергә генә ҡала беҙгә… Ләкин ошо миҫалдан hәм уға оҡшаш бихисап хәл-ваҡиғаларҙан шуны беләбеҙ: Урал, башҡорт, ҡурай төшөнсәләре бер-береhенән айырылғыhыҙ. Ҡурай – ысын мәғәнәhендә башҡорт өсөн тыуған ер, тәбиғәт бүләге, Урал тауҙарын йәнтөйәк иткән ата-бабаларыбыҙҙың рухи мираҫы. Ҡурай үләненең тик ошо ерҙе генә үҙ итеүе – үҙе бер мөғжизә. Ә көҙгө hалҡындарҙан hулыған үләндәр араhында ҡояштай сатыры менән ғорур баҫып торған hабаҡ үҙе – мәңгелек символы. Шул ҡыу һабаҡты ҡырҡып алып, көпшәhе аша тын өрөп, тәбиғәттең үҙе кеүек мәңгелек моң яралтыу – икенсе мөғжизә. Өсөнсө мөғжизә – сал тарихыбыҙ дауамында бер ниндәй ҙә Ваҡыт hәм Ара hынауҙарының айыра алмауы башҡортомдо ҡурайынан!
Был тәбиғи үҫемлектең ҡабатланмаҫ тажында саталары күпме, шуныңса асылмаған серҙәрен, мөмкинселектәрен hаҡлай әле ҡурайыбыҙ. Ҡурай көпшәһенең тейешлеhен hайлап, ҡырҡып алыу, тишектәрен дөрөҫ итеп уя белеү, улар аша моң ҡойоу алымдарын оҫталар өйрәнсектәренә быуындан-быуынға тапшыра килгән. Уның тураhында әкиәттәр, риүәйәттәр телдән-телгә күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән. Йырсылар hәм сәсәндәр, ҡурайҙы данлап, йырҙар, ҡобайырҙар ижад иткән. Fалимдар уны ботаника, этнография, тарих, сәнғәт күҙлегенән тәрән өйрәнеп, ғилми хеҙмәттәр, уҡыу әсбаптары яҙған. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә ҡурай тураhында әленән-әле ҡыҙыҡлы hәм фәhемле мәғлүмәттәр баҫылып тороуы халыҡтың рухи мираҫыбыҙға ихтирамының hәм иғтибарының кәмемәүен күрhәтә. Борон-борондан hабан туйҙарында, төрлө йыйындарҙа ал бирмәгән иң оҫта ҡурайсылар нисек итеп дан яулаhа, бөгөнгө көндә лә ошо йоланың республика кимәлендә йылдан-йыл үткәрелә килеүе, яңы исемдәр асылыуы – шатлыҡлы күренеш.
Шулай итеп, ҡурай – башҡорт халҡының иң боронғо дәүерҙәрҙән килеп еткән моң ҡоралы ғына түгел, уны “Урал батыр” ҡобайыры менән бер кимәлдә донъя мәҙәниәтенә танытҡан рухи юлдашы ла.
