Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Гизатуллина_готова (2).doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
3 Мб
Скачать
☆

2. Оҡшаш оҡшағанын табыр28

Ашына күрә табағы, балына күрә ҡалағы.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле)

Fүмер юлын үтә барған hайын, бәндә был тормоштоң күргәҙмәле hәм ғибрәтле hабаҡ икәненә тәрәнерәк төшөнә бара. Уның яҙмышына тәғәйен ата-әсә, туғандар, дуҫ-иш, икенсе яртыhының кем булыры – барыhы ла карма законы аша хәл ителгән, йәғни бәндә үҙенә тейешле ҡуласа менән ҡармап алынған булыр:

Һандуғасҡай меҫкен, һай, ҙур түгел,

Ултырғанҡай ере киң түгел.

Әҙәмдәрҙән әҙәм, ай кәм түгел,

Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.

Үҙеңде уратып алған мөхит, эргә-тирәңдең хәл-торошо – барыhы ла эске донъяңдың, ниәттәреңдең тышҡы сағылышы, ти йога. Ләкин әҙәмгә hайлап алыу, аҡты ҡаранан айырыу хоҡуғы ла бирелгән. Психотерапевтар кемуҙарҙан асыш яhап, беҙгә өйрәткән аҡыл-кәңәштәре – беҙҙең ата-бабаларға күптән инде таныш булған хәҡиҡәт! Түбәндәге мәҡәл-әйтемдәр ошо йәhәттән бик фәhемле:

Аҡсаны аҡса таба.

Айныҡ башта – айныҡ аҡыл.

Аптыраш менән йөҙәш икәүhе кергән өйҙәш.

Ас теләнсене туҡ теләнсе ҡыҫтаған.

Астың хәлен ас белер, туҡ белмәҫ.

Атаhы юҡ ул – ҡуштан, инәhе юҡ ҡыҙ – инмәй тыштан.

Атаhы башҡа менән ҡуян аулама,

Заты башҡа менән болан аулама.

Ат ат эҙенән йөрөр.

Аттың үҙе ниндәй – йөгө шундай.

Атты ат hаҡлай.

Аты барҙың дуҫы бар.

Аты барҙың ҡанаты бар.

Ат аҙғыны тайға, ир аҙғыны байға эйәрер.

Ауан ауға сыҡhа, ауҙа ғауға сыға.

Ашына күрә табағы, балына күрә ҡалағы.

Бал себенде, яҡшы hүҙ eтeмде эйәләштерә.

Бар өҫтөнә бар, май өҫтөнә бал.

Бар янына бар hыя.

Бай бай өсөн тырыша, ярлы ярлыға булыша.

Бай балаhы байға, бей балаhы бейгә оҡшар.

Бай менән бай туған.

Байға ярлы дуҫ булмаҫ.

Бай байҙы оҙатыр ҡоламаhын тип, ярлыны оҙатыр урламаhын тип.

Байҙы мал баҫыр, ярлыны бала баҫыр.

Байҙың аласағы, ярлының бирәсәге күп булыр.

Байҙы ишеге байға асылыр.

Байҙың күңеле малда.

Батҡан тайғандан, йығылған hөрөнгәндән, йыртыҡ тишектән көлгән.

Бер алдар гел алдар.

Бер бәләгә тарыhаң, башың бәләнән сыҡмаҫ.

Бер кирегә китhә, гел кирегә китә.

Берәүҙең быҙауы үлhен тиhәң, үҙеңдең үгеҙең үлер.

Булмаҫ иргә – бөкөрө ҡатын.

Бәлә яңғыҙ килмәй, бәләhе артынан ҡазаhы йөрөй.

Бүре ҡуйға дуҫ булмаҫ.

Дуғаңа ҡарап, ҡыңғырау таҡ.

Егет hүҙен егет йыҡмаҫ.

Егет – егеттең көҙгөhө.

Егетте дуҫынан таны.

Елгә ут hимерер.

Еләк еләккә ҡарап бешә.

Инәhе ниндәй – ҡыҙы шундай.

Иплегә иптәш күп.

Ир-егет өйҙән сыҡhа, өйөрөн табыр.

Ир ҡәҙерен ир белер.

Ир аcылы ҡарталыр, зат затына тарталыр.

Ишәй ишен Бохаранан барып тапҡан.

Ишәй ишен, ҡушай ҡушын тапҡан.

Ишәк түшәк ҡәҙерен белмәҫ.

Йылыға йылан да эйәләр.

Йәмhеҙҙең көҙгөhө насар, булдыҡhыҙҙың көрәге алама.

Йорт hатып алма, күрше hатып ал.

Кемдең арбаhына ултырhаң, шуның йырын йырлайhың.

Кеременә күрә сығымы.

Кесегә – мәрхәмәт, олоға итәғәт күрhәт.

Кесегә шәфҡәт менән юл бир, олоға хөрмәт менән ҡул бир.

Кәкере менән бөкөрө бер туған.

Кәкерегә м бөкөрө.

Көрәге булhа, сүбе табыла.

Көнөн м ҡайғы, төнөн – хәсрәт.

Күл күлгә ҡойор.

Күңелдә юҡты күҙ күрмәҫ.

Ҡаҙ ҡаҙ менән, өйрәк өйрәк менән осор.

Ҡаҙ ҡаҙ менән, таҙ таҙ менән.

Ҡунаҡ ҡәҙерле булhа, ҡаҙан тиҙ ҡайнай.

Ҡунағына күрә хөрмәте.

Ҡар башына ҡар етер, хан башына хан етер.

Ҡараҡ ҡараҡты бүркенән таный.

Ҡарға ҡарға менән осор.

Ҡарға ҡарғаны маҡтар.

Ҡарлуғас балаhын осорға айыу өйрәтмәҫ.

Ҡара болотто ҡара урман тарта.

Ҡатыны яман ир аҙыр.

Ҡот киткән өйҙән йот китә.

Ҡош ҡош менән аулана.

Мал эйәhенә оҡшай.

Салышҡа – ҡыйыш.

Силәгенә күрә ҡапҡасы.

Сүп өҫтөнә сүмәлә.

Һөймәгәнгә hөйкәлмә.

Һабаhына күрә бешкәге.

Тайға тай, байға бай эйәрер.

Тауығына күрә төлкөhө.

Тиңең менән тибешhәң дә килешә.

Тиң тиңе менән, йүнле йүне менән.

Тиң тиңе менән, тинтәк тиле менән.

Тиң тиңде, бизмән герҙе тарта.

Тиң-төш килмәй, күңел булмай.

Туған туғандың маллыhын ярата.

Ут менән hыу ҡауышмаҫ.

Шатлығыңды шатланышыр, ҡайғыңды ҡайғырышыр кешегә hөйлә.

Хәйерсене хәйерсе күрә алмаҫ.

Юрғалыға юлдаш булма.

Эйәhенә күрә бейәhе.

Эт аяғына эт баҫмаҫ.

Эт менән эт, иҫерек менән иҫерек дуҫ.

Ялҡауҙың аты ла аҙымhыҙ булыр.

Ярлыны хәйерсе талай.

Ярлы кешенең аҡсаhын яман тауар бөтөрөр.

Ярлы булыр кешегә ҡазалы мал тап булыр.

Ярлы малы ярҙан осор.

Яҡшы мал эйәhен табыр.

Яҡшынан яҡшы тыуыуы – ғәҙәт, яҡшынан яман тыуыуы – ғәжәп.

Ярлы булыр егеткә ҡазалы мал тап булыр,

Яңғыҙ булыр егеткә ҡыҫыр ҡатын тап булыр.