- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
«Ҡазан илен аламын...»
XVI быуат башынан уҡ башҡорт кенәздәренең һәм хандарының халыҡ-ара сәйәсәтен ул заманда бер-береһенә ҡырҡа ҡаршы тороусы Рәсәй — Төркиә мөнәсәбәттәренең ҡара шауҡымы томалап, Муса уҙамандың тәхеттәребеҙҙә ултырыусы вариҫтарының үҙ-ара тартҡылашыуына, ҡан ҡойошоуына килтерә. Мәҫәлән, Муса кенәздең ҡыҙыу ҡанлы аҫырау улы — Себер ханы Мамай-Нар-Ҡасим Ҡазанды һәм Әстерханды үҙ ҡулы аҫтына көрмәй барған Рәсәйҙең ҡулын ҡыҫҡартырға яҫҡанһа, Көн-Өфө-Тора кенәзе ғәййәр Исмәғил Хайрас, киреһенсә, был тарафтарға Төркиә сәйәсәтен үткәртмәү, Рәсәй менән тығыҙ берҙәмлек яҡлы.
1519 йылда болғансыҡ Ҡазанда Мәскәү яҡлыларҙың шундағы Төркиә-Ҡырым яҡлыларҙы еңеүен һәм нәүбәттәге Мәскәү ялсыһы Шәйехғәлиҙең, ҡәҙимгесә саҡырып килтерелеп, хан тәхетенә ултыртылыуын ишеткәс, Себер ханы Мамай-Нар-Ҡасим үҙенең өлкән улы Сура солтанды, атлы ғәскәр биреп, Ҡазанды алырға юлландыра, был иһә «Сура батыр» тигән башҡорт халыҡ ижадында сағылған:
Яуға китеп барамын,
Ҡазан илен аламын,
Ҡазанға китеп барамын.
Мин Ҡазанға барғансы,
Ҡар яумағай, ҡан яуғай;
Мин Ҡазанға барған һуң,
Ҡан яумағай, ҡар яуғай.
Ҡанатбайҙың алаты,
Ҡултығында ҡанаты,
Яуҙы күрһә, сәйнәй, ти,
Ҡуй-һарыҡтай әйҙәй, ти.
Анауыл менән мынауыл,
Ике уртаһы ҡарауыл.
Буҙса турғай булайым,
Ҡапҡаһына ҡунайым,
Тулып ятҡан дошмандың
Ҡайһы береһенә булайым.
Өйҙә бармы ир заты,
Йортта бармы ир заты?
Ир-ат — батыр ҡанаты,
Ир-ат — яуҙың ҡанаты.
Өйҙә ята ҡыҙ-ҡортҡа,
Түрҙә ята ҡыҙ-ҡортҡа;
Ҡатын булһа сара юҡ,
Әгәр иркәк булғанда,
Булыр ҙа ине бер тотҡа!
Яуға китеп барамын,
Ҡазан илен аламын,
Ҡазан илен алған һуң
Ҡайтып ҡылысым һаламын...
«Ҡазан илен алыу» өсөн көллө илдең ҡуҙғалыуы, һәр өйҙә булған ир заттарының яуға ылыҡтырылыуы күренә был эпос ярсығынан.
Сура батыр ысынлап та Ҡазанды ала, Мәскәү ялсыһы Шәйехғәли хан менән уны килтергән Мәскәү илсеһе бер урыҫ Ҡазандан табан тайҙыра. Ҡырым ханы Мөхәммәт-Гәрәйҙең ҡустыһы Сәхип-Гәрәй хан яңынан тәхетенә ултыртыла. Сура батыр (урыҫса Чура Нарыкович) эпосыбыҙҙа: «Ҡайтып ҡылысым һаламын», — тиһә лә, ҡылыслы килеш йөрөп, өҫтәрәк әйтеп үтелгән 1530 йылғы Ҡазанға икенсе тапҡыр сапҡынында иң абруйлы Ҡазан бейҙәренең береһе булып ҡала. Тора-бара ул олатаһы Исмәғил Хайрастың сәйәсәтен төшөнөп, Ҡазандың Мәскәү яҡлыларының береһенә әүерелә һәм 1547 йылда шул әүҙем сәйәсәте арҡаһында Сафа-Гәрәй хан тарафынан тамағына иретелгән көмөш ҡойоп язалап үлтерелә (ҡәбере хәҙерге Татарстандың Зеленодол районы Ҙур Ҡарағужа ауылында, Сура батыр нәҫеле лә шунда йәшәй).
Себер ханы Мамай-Нар-Ҡасим ана шулай үҙенең Мәскәү яҡлы туғаны Исмәғил кенәз сәйәсәтенә ҡаршы килеп, Мәскәү өсөн зыянлыҡлы сәйәсәт тотҡан икенсе туғаны Йософ мырҙа менән берлектә Ҡырым — Ҡазан — Төркиә берләшмәһе яҡлы булһа ла, һуңға табан ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә. Сөнки быға 1523 йылда Ҡырым ханы Мөхәммәт-Гәрәйҙең башҡорттарға бойондороҡло башҡорт ханы Хөсәйен (Йәнбәк улы) ултырған Әстерханды килеп баҫыуы һәм Хөсәйенде ҡыуыуы сәбәпсе була. Шул уҡ 1523 йылда Мамай-Нар-Ҡасим, өҫтә ҡыҫҡараҡ бәйән итеүебеҙсә, үҙенең өс туғаны Агиш менән берлектә Әстерханды һуғышып алып, Мөхәммәт-Гәрәйҙе үлтереп, Хөсәйенде ҡабат тәхеткә ултырта, Агиш ҡустыһын уның янында бәкләрбәк (премьер-министр) итеп тәғәйенләтә. Шул ыңғайҙа уҡ Агиш менән бергә Ҡырымды барып баҫа, үлтерелгән Мөхәммәт-Гәрәй хандың бик күп яҡындарын дөмөктөрөп, әсир алып, бөтә илен талап ҡайта. Ләкин күп тә үтмәй, яңы ҡуйылған Хөсәйен хан һәм Агиш мырҙа Мамай-Нар-Ҡасимға һәм уның туғандарына ҡаршы Ҡырымдың яңы ханы Сәғәҙәт-Гәрәй менән берләшә, Мәскәүҙән дә ярҙам һорайҙар, ләкин Мәскәү үҙенең берләшкәре Исмәғил кенәз иленә ҡаршы һуғышырға теләмәй. Был иһә Себер ханлығы менән Әстерхан ханлығы араһын уғата ҡырҡыулаштыра. Шуның арҡаһында, өҫтәрәк бер әйтеп үтеүебеҙсә, 1530 йылда Мамай-Нар-Ҡасим Әстерханды ҡабат һуғышып ала, 1532 йылда сиркәштәрҙән еңелгәненә тиклем, шунда хан булып ултыра.
Был баһадир ханыбыҙ Иҙел буйҙарына ҡул һуҙыусы Ҡырымды ла, Мәскәүҙе лә берҙәй дошман күрә, шуларҙың үтеп кереүҙәренә ҡаршы көрәшә. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй.
1532 йылда Әстерханға сиркәштәр ҡуйған Әхмәт тоҡомо Аҡкүбек ханды (Мортаза улын) башҡорт-нуғайҙар 1533 йылда уҡ тәхеттән ауҙаралар, урынына шул уҡ Әхмәт менән бер туған Мәхмүттең тоҡомо Абдрахманды күтәрәләр (1533 — 1537). Өс-дүрт йыл араһында Абдрахман хан нуғай-башҡорттарға хыянат ҡылып, Ҡырым яғына ауышҡас, өҫтәрәк әйтелгәнсә, башҡорт-нуғайҙар Әстерхан менән йыл буйы һуғышалар, урыҫтар — улар яҡлы. Мәскәү менән тығыҙ берлектәге Ҙур Нуғай Урҙаһы кенәзе Исмәғил Әстерханға хан итеп үҙенең бер туған һеңлеһенең улы Дәрүиш-Ғалиҙы күтәреү тураһында Яуыз Иван менән һөйләшеп килешә. 1537 йылдың оҡтябрь аҙағында Мамай-Нар-Ҡасим етәкселегендәге башҡорт-нуғайҙар Әстерханды һуғышып алып, Абдрахман ханды ҡыуып, Дәрүиш-Ғалиҙы хан итеп ултырта (1537 — 1539). Ләкин Ҡырым ханлығының өҙлөкһөҙ дошманлашыуы, сапҡындар яһауы арҡаһында түҙемлеге ҡаҡшаған Дәрүиш-Ғали хан тәхетен ҡалдырып, башҡорт-нуғай иленә — әсәһе яғынан бер туған баяғы олатаһы Исмәғил кенәз ҡанаты аҫтына һыйынырға мәжбүр була. Оҙаҡламай ул, Мәскәүгә барып, Яуыз Иван хеҙмәтенә яллана, унан ҡәҙер-хөрмәт күреп, Темников ҡалаһында йәшәргә ҡала. Абдрахман хан иһә Ҡырымдар ярҙамында Әстерхан тәхетенә ҡабат ултыртыла.
Әстерхан ханлығы тарихының тап ошо Абдрахман хандан алып Ямғырсы ханғаса осоро, моғайын, сығанаҡтар һаҡланмағанғалыр, буталсыҡ яҡтыртылыусан. Бәғзе бер тарихсылар, мәҫәлән, ул осорҙа Әстерханда тағы баяғы Аҡкүбек хан булғандыр тип тоҫмаллайҙар. Әммә бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған дөрөҫөн яҙып ҡалдырған: хан булып ултырыусылар араһында, “Муса мырҙаның улдары... Шахмамай (1540 — 1548)”, тип уҡыйбыҙ (Шахмамай тигәне — Шәйех-Мамай, йәғни шул Мамай-Нар-Ҡасим тап үҙе була инде). Ошоно иҫәпкә алып, тарихи был араны ентеклерәк “ямау” өсөн әлегәсә рәсми тарихсылар файҙаланмаған “Үҫәргән тәүәрихе”нә таянайыҡ.
1540 йылда баяғы шул дыуамал-ҡыҙыу Себер ханы Мамай-Нар-Ҡасим (Мусаның аҫырау улы) үҙе урынына тәхетендә Сәсле Дәрүиш бабабыҙ тәрбиәләп үҫтергән уртансы улы Бикбулат-Борнаҡты хан итеп ултыртып ҡалдырып, үҙенең аҫыраулыҡ буйынса туғаны Ирзал Ураҡ (Муса улы) менән берлектә Мәскәү яҡлы олатаһы Исмәғил Хайрас илен ватып-емереп, тигәндәй, үтеп, Иҙел тамағы Әстерханға ҡарай хәрби сәфәр ҡылып, шул ыңғайҙа уҡ Бәләкәй Нуғай Урҙаһы кенәзе Сәйет-Әхмәтте ҡыуып ебәреп, Ирзал Ураҡты Һарайсыҡ ҡәлғәһендә Бәләкәй Урҙаның ханы итеп ҡалдыра. Үҙе артабан юлланып, Әстерханды ала һуғышып, ундағы Исмәғил кенәз яраны һәм Мәскәү ялағайы Абдрахман ханды үлтереп, икенсе тапҡыр үҙе хан (1540 — 1548) булып ултыра. Әйткәндәй, ул тап шулай Муса кенәз улдарының да бер нисәһен тәхетле иткән батыр. Был уның 1494 йылда кенәз Василийға күндергән хитапнамәһендә сағыла: «Хоҙай миңә Тимер-Ҡотлоҡ улын176 үлтереү, бөйөк тәхетен алыу бәхетен бирҙе; өҫтәүенә үҙем, туғандарым һәм балаларым менән килешеп, бөйөк кенәздең (Мусаның. — Й.С.) балаларын үҙем булдырған кенәзлектәргә кенәздәр итеп тәғәйенләнем», тип яҙған ул (Н.М. Карамзин, том. VI, гл. IV, 265-енсе бит).
Сәйәси тартыштар тураһындағы һүҙебеҙҙе дауамлаһаҡ, Мәскәү сәйәсәтен тырышып үткәреүсе кенәз Исмәғил Хайрас, үҙ туғаны Әстерхан ханының Мәскәүгә ҡаршы сәйәсәтен кисерә алмайынса, 1548 йылда үҙенең бер туғандары Ямғырсы һәм Йософ менән берлектә Әстерханды аҫтыртын килеп баҫа, туғанлыҡ хәйләһе менән ҡәлғәғә үтеп кереп, Мамай-Нар-Ҡасим ханды язалап үлтерә. Бәләкәй Урҙа ханы Ирзал Ураҡ та юҡ ителә бер юлы. Шул 1548 йылда Ямғырсы — Әстерханға хан итеп, Зартуш Һары Йософ — Бәләкәй Урҙаға кенәз итеп ҡуйыла. Ямғырсы иһә шунда уҡ бөтә көсөнән үҙен тәхеткә үрләткән бер туған ағаһы Исмәғил һәм уның берлектәше Яуыз Иван сәйәсәтен бойомға ашыра барып, Ҡазан менән Ҡырымға ҡаршы көрәшә башлай. Ҡырым ханы Сәхиб-Гәрәй ҙә үҙ сиратында Ямғырсыны юҡ итеү өсөн пушкалар, мылтыҡтар менән ҡоралланған ғәскәре башында һуғыш сәфәренә сығып, Әстерханды баҫып ала, сығып ысҡынған Ямғырсы хан үҙенең ҡатыны яғынан туғандары сиркәштәр яғына Ҡафҡазға ҡаса.
Шуны ла әйтеп үтәйек: Муса кенәздең, һәләк ителгән Мамай-Нар-Ҡасим тигән аҫырау улынан тыш, Мамай исемле үҙ улы ла була (“Үҫәргән тәүәрихе”нә ул “хан Мамай” тип яҙылған). Тап бына ошо Мамай, илбаҫар Сәхиб-Гәрәй хандың арт һабағын уҡытыр өсөн, үҙе менән бер туғаны Йософтоң улы Ғәли мырҙаны 10 меңлек ғәскәр менән Ҡырымды баҫырға юлландыра. Ләкин Ғәли мырҙа унда үҙенекенән дүрт тапҡырға артыҡ Ҡырым ғәскәрҙәренән еңелеп, сигенергә мәжбүр була. Шулай ҙа был һуғыш сәфәре арҡаһында Сәхиб-Гәрәй хан да Әстерханды ташлап ҡайтып китә (1550 йылда ул Ҡырымда тәхет өсөн ыҙғышта үҙенең туғаны Дәүләт-Гәрәй тарафынан үлтерелә).
Шул уҡ 1549 йылда башҡорт-нуғайҙар, Мәскәү менән килешеп, Әстерхан тәхетенә урыҫ илендә йәшәп ятыусы баяғы Дәрүиш-Ғалиҙы ҡайтарып ултырталар. Ләкин шул уҡ йылдың ҡышында Мәскәүгә буйһонмай аҙып йөрөгән казактар килеп баҫа Әстерханды, Дәрүиш-Ғали тағы Ҙур Нуғай Урҙаһына Исмәғил кенәз йортона ҡаса. Шунда бер йыл торғас, үҙ теләге менән кире урыҫ иленә китеп, Яуыз Иван хеҙмәтенә яллана. Өс йыллыҡ яҡшы эштәре өсөн Иван уға Звенигород ҡалаһын бүләк итә.
Дәрүиш-Ғали Әстерхандан киткәндән һуң 1549 — 1551 йылдар арауығында Әстерханда, моғайын, баяғы Мамай (Муса улы) хан булып торғандыр, шуға күрә лә ул “Үҫәргән тәүәрихе”нә “хан Мамай” тип теркәлгән.
1551 йылдың көҙөндә Мәскәүгә, Яуыз Ивандың бойондороҡлоһо рәүешендә Әстерхан тәхетенә ултыртыуын һорап, Ямғырсынан илселек килә. Урыҫ йылъяҙмаһында әйтелгәнсә: “и государь пожаловал, посадил опять на Астрахани” (Ямғырсыны).
1552 йылда уҡ Ямғырсы хан Яуыз Иванға биргән вәғәҙәһен боҙоп (сөнки Мәскәү күтәрә алмаҫлыҡ яҫаҡ һалып ыҙалата), Ҡырым яғына ауыша, урыҫтарға ҡаршы тороу өсөн Ҡырым ханы Дәүләт-Гәрәй уға ярҙамға 13 пушка ебәрә. 1553 йылдың оҡтябрендә Исмәғил кенәздең илселәре килеп етә Мәскәүгә, Ямғырсыға ҡаршы берҙәм көрәштә урыҫ ғәскәрҙәренең Әстерханға ебәрелеүенә өлгәшә. Исмәғил кенәз Яуыз Ивандан, яуыз юлға төшкән Ямғырсыны ҡолатып, тәхеткә үҙенең бер туған һеңлеһенең улы баяғы Дәрүиш-Ғалиҙы ҡабат ултыртыуын үтенә. Исмәғил кенәз етәкселегендәге Ҙур Нуғай Урҙаһы ғәскәрҙәре, Мәскәү сәйәсәтен яҡлап, урыҫ ғәскәрҙәре менән берлектә Ямғырсыға ҡаршы һуғыша, баяғы 13 пушканы ла тартып алып, урыҫтарға тапшыра.
1554 йылдың апрелендә Дәрүиш-Ғали ҙур урыҫ ғәскәре менән (“воевода князь Юрий Иванович Пронский-Шамякин с товарищи”) Әстерханға оҙатыла Мәскәүҙән, уларға ярҙамға Нуғай Урҙаһынан да килергә тейеш була ғәскәр. Урыҫ тарихсыһының әйтеүенсә: “Война Дервиша с Ямгурчи была в действительности братоубийственной, так как оба астраханских царя были троюродными братьями и правнуками Ахмеда”. Туғанға ҡаршы туған һуғыша, тимәк.
1554 йылдың 1 авгусында урыҫтар Әстерханды ала, Ямғырсы үҙенең баяғы ҡатыны яғынан туғандары сиркәштәргә ҡаса. 2 августа Ю.И. Пронский Дәрүиш-Ғалиҙы Әстерхан тәхетенә ултырта, Петр Тургенев наместник булып ҡала.
Ҡазандан һуң Әстерхандың да урыҫтар ҡулына ҡалыуын күргән Зартуш Һары Йософ кенәз (Исмәғил кенәздең бер туғаны) килешә алмай бының менән — үҙенең күп һанлы уландары менән бергә Исмәғилгә һәм Мәскәүгә ҡаршы баш күтәрә. Байтаҡ ҡан ҡойоштан һуң, 1555 йылда Исмәғил Хайрас шул бер туған ҡустыһы Һары Йософто үлтерә; ике урҙаны берләштереп, берәгәй Оло Урҙа яһап, 1564 йылда үҙе үлгәненсә, шуның кенәзе була. Ә Йософтоң күп һанлы балалары, Исмәғилдән еңелеп, Иҙел аръяғына ҡаса. Ошо ыңғай Һарайсыҡ ҡалаһынан Мәскәүгә Яуыз Иванға күндергән хитапнамәһендә ул, Исмәғил: “Врага твоего уже нет на свете; племянники и дети мои единодушно дали мне поводы уз своих: я властвую надо всеми улусами”, — тип яҙа (Н.М. Карамзин, стр. 228). Заманаһының бөйөк дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән ана шулай бөтә башҡорт донъяһын бер йоҙроҡҡа туплауға өлгәшә, ләкин был ныҡлы булмай, сөнки вафатынан һуң уҡ тарҡала башлай иле...
