Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
СОЧИНЕНИЯ XIII ТОМ.doc
Скачиваний:
11
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
20 Мб
Скачать
☆

Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе

Алтын Урҙа дәүләте тарҡалғас, яуҙа үлтерелгән башҡорт Туҡтамыш-хандың улы Олоғ Мөхәммәт 1439 йылда урыҫ ғәскәрҙәре төркөмөн ҡыйратып, боронғо үҙенең башҡорт-болғар бабалары ерендә — Ҡазан йылғаһы тамағында ҡәлғә ҡороп нығына ла шанлы Алтын Урҙаның дауамы итеп Ҡазан ханлығын нигеҙләй. Ҡазан ханының аҫаба башҡорт икәнлеге шәжәрәбеҙгә яҙылған: «Когда Мамчек-бий Пришел и поселился здесь, у русских еще не было падишаха, и все князья, будучи русскими, были под властью хана Казани, либо, говорят, их ханом был башкир». (Башкирские родословные. Выпуск первый. Издание на русском языке. Уфа, 2002; 404-енсе бит).

1443 йылда баяғы башҡорт Туҡтамыш-хандың ейәне Дәүләт-Гәрәй хажи үҙенең башҡорт ырыуҙары менән Ҡырым ханлығын ойошторғас, туғандаш Ҡырым, Ҡазан ханлыҡтары һәм Яйыҡ йылғаһы буйындағы башҡорт Йеҙекәй батыр тоҡомо Зартуш Һары Йософ-мырҙа (нурадин) башлығындағы Бәләкәй Урҙа араһында урыҫ Мәскәү кенәзлегенә ҡаршы йүнәлтелгән бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек урынлаша. Зартуш Һары Йософтоң бер туған ағаһы (ҡустыһы?) Исмәғил Хайрас-кенәз етәкләгән Ҙур Урҙа иһә, башкөлләй Мәскәү яҡлы булып, быларға ҡаршы көрәшә. Һәм Ҡазандың үҙендә лә башлыса әүәлге баламут татар-монголдарҙан (арғындарҙан) һ.б. торған Мәскәү яҡлылар төркөмө барлыҡҡа килә, Мәскәү уларҙы, «игеҙәк туған»дарҙы, тәхеттәге башҡорт ханына һәм уның нәҫелдәренә ҡаршы һөсләтә. Һөҙөмтәлә башҡорт Туҡтамыш-хандың ейәне (һәм башҡорт Муса-кенәздең кейәүе) Илһам-ханды шул баламут-ҡазандар 1487 йылда Мәскәү ғәскәре ярҙамында тәхетенән ҡолатып, әсәһе, ике ҡатыны, ике энеһе менән ҡуша Мәскәү кенәзе өсөнсө Иванға ҡоллоҡҡа һатып ебәрәләр, ә был иһә яҡын киләсәктә — 1551 йылда шулай уҡ итеп сабый ғына Үтәмеш-Гәрәй-хан менән уның әсәһе башҡорт Сөйөмбикәне Мәскәү кенәзе Яуыз Иванға һатып ебәреүҙәренең генераль репетицияһы була...

Хан һарайындағы бер-береһен зәһәр саяндай сағышҡан ике фирҡә шауҡымы оҙаҡ йылдар дауамланып, ханлыҡты тамам ҡаҡшата. Мәскәү кенәзлеге иһә шунан оҫта файҙаланып, Ҡазан тәхетенә үҙенең ялағай ялсыһы Йәнғәлиҙе килтереп ултырта. Өҫтәүенә, йәш ханға кәләшлеккә Зартуш Һары Йософ-мырҙаның ҡыҙы Сөйөмбикәне әйттертә. Урыҫтарҙың аҫтыртын маҡсаты — Сөйөмбикә һылыу ярҙамында башҡорттоң Бәләкәй Урҙаһын да Мәскәү ҡулы аҫтына көрмәү. Зартуш Һары Йософ та үҙ сиратында ҡыҙы арҡылы Ҡазан ханы Йәнғәлиҙе Мәскәүгә ҡаршы аяҡландыртыу уйында. Шулай итеп, 1533 йылда ун дүрт кенә йәшлек һылыу Сөйөмбикәне (1519 — 1557) Ҡазан ханы Йәнғәлигә кейәүгә бирәләр. Ләкин Зартуш Һары Йософтоң баяғы йәшерен өмөттәре аҡланмай һәм уның туп-тура хөсөтөндә 1535 йылда Мәскәү ялсыһы Йәнғәли-хан Ҡазанда үлтерелеп, Сөйөмбикә һылыуыбыҙ тол ҡала.

Ҡазан тәхете өсөн ике фирҡә тартышында ике тапҡыр тәхеткә менеп ултырып та тиҙ үк йәнә ҡыуып ебәрелгән Ҡырым мырҙаһы, шулай уҡ башҡорт Туҡтамыш-хан тоҡомо Сафа-Гәрәй, ҡыуылыуының һуңғыһында Зартуш Һары Йософ-мырҙа урҙаһында боҫоп ята һәм шунда йәш Сөйөмбикәгә ғашиҡ булып, Ҡазан тәхетенә өсөнсө тапҡыр менеп ултырғас, уны үҙенең дүртенсе ҡатыны итеп ала. 1549 йылда был никахтан Сөйөмбикәнең үҙ ғүмерендәге берҙән-бер улы Үтәмеш-Гәрәй тыуа. Сафа-Гәрәй-хан заманында Ҡырым яҡлылар фирҡәһе шаҡтай көсәйеп, «мәскәүҙәр»ҙе ҡыҫырыҡлай башлай (мәҫәлән, Мәскәү яҡлы башҡорт Сура батыр язалап үлтерелә). Ләкин улы тыуған йылда уҡ Сафа-Гәрәй көтмәгәндә һәм серле рәүештә вафат булып, сабый Үтәмеш-Гәрәй-хан исеменән Ҡазан иле менән башҡорт Сөйөмбикә һылыу идара итә башлай, был иһә баламутланыусы «игеҙәк туған»дарҙың теңкәһенә ныҡ тейә. Һәм бына Ҡазан түрәләре Мәскәү кенәзе Яуыз Иванға үтенесле хитапнамә күндерә: «Бадишабыҙҙан (ҡазандар Мәскәү кенәзен үҙҙәренең батшаһы итеп һанай!.. — Й.С.) Шәйехғәли-батшаны (Мәскәү ялсыһын. — Й.С.) беҙгә хан итеп биреүен, ә Үтәмеш-Гәрәй-ханды әсәһе менән бергә бадишабыҙҙың (Яуыз Ивандың. — Й.С.) үҙенә алыуын һорайбыҙ»...

1552 йылда Ҡазанды Яуыз Иван ғәскәрҙәре ҡамағас, әҙәм рәтле хандары ла ҡалмағанлыҡтан, башҡорт Зартуш Һары Йософ «игеҙәк туған»дарҙың урыҫ яуына ҡаршы һуғышын етәкләргә үҙенең бер туған ҡустыһының улы Ядкәр батырҙы хан итеп юлландыра. Ядкәр-хан, биш йөҙ һыбайлыһы менән урыҫтар ҡамауын йырып кереп, ҡала оборонаһын ойоштора, ә ҡәлғәнең тыш яғында үҙенең яугирҙәре менән башҡорт Ябынсы Яҫауыл (минең туп-тура бабам) урыҫ яуына ҡаршы йәнтәслим һуғыша (улар шунда береһе-бер ҡалмай ҡырылып бөтә). Ядкәр-ханға Аллаһы Тәғәлә тарафынан хәйерһеҙ һәм ауыр вазифа йөкмәтелә: ҡалалағы Мәскәү яҡлы фирҡә емерткес эш алып барыуҙан тыш, Ҡазан ханлығында өс быуын башҡорт хандарының урыҫтарға ҡаршы еңеүле һуғыштарында әсир алынған йөҙ мең урыҫ Ислам диненә күсеп һәм мосолман ҡыҙҙарына өйләнеп тамырланған (хәҙерге урыҫ ҡиәфәтле татарҙар — шуларҙың тоҡомдары), уларҙың күбеһе Мәскәү яҡлы һәм араларында мыжғый Мәскәү шпиондары. Яуыз Иван шулар аша ханлыҡтың хәрби серҙәренә ирешеп, баш ҡаланың берҙән-бер һыу сығанағын шартлатып юҡҡа сығара, шул уҡ Ҡазан баламуттары хандың дары баҙына һыу ебәрә. Ҡәлғә диуарҙары аҫтына урыҫтарҙың шартлатҡыс дары тынҡыслауын да күрмәмешкә һалышалар — ханға хәбәр итмәйҙәр. Шартлатылған ярыҡтарҙан ябырылған яуға ҡаршы Ядкәр-хандың башҡорттары һәм намыҫлы Ҡазан патриоттары һуңғы тамсы ҡандарынаса һуғыша...

...Заманалар яңырҙы, хатта әтрәгәләмдәрҙең дә, иҫәүәнлегенән айнып, үҙ асылына тартылыуы көсәйҙе. Ҡазан баламуттары ла ҡасандыр, ҡайҙалыр өҙөлөп ҡалған тамыр-томорҙарын һәрмәнә башланы. Әммә баламутлыҡтары бында ла өҫкә сыҡты: төплөлөк көҫәгән осаларын берәүҙәре баҙыҡ затлы башҡорт-болғар тамырына тоташтырырға тамшанһа, икенселәре, ундағы башҡорт еҫенән йөҙ сыйырып, Алыҫ Көнсығыштағы Татар диңгеҙ боғаҙы буйына ялғаныуҙы дауланы (ҡарағыҙ: Равил Фәхритдинов. Татар уғлы татармын. Чаллы, 1993). Һуңғыһы, минеңсә, тарихи яҡтан иң дөрөҫө булалыр. Әммә быныһынан да йөҙ сыйырып, үҙҙәренең сереп бөткән ҡәҙимге юҫығында «игеҙәк туған башҡорт» тамырына балта сабырға керештеләр. Сәбәп итеп уйлап сығарғандары — «тел мәсьәләһе». Урыҫ теле йәнәшәһендә татар теленә лә бөтә Рәсәй Федерацияһының дәүләт статусын шул уҡ башҡорттар ярҙамында әҙәпле генә юллап алаһы урынға (сөнки татарҙар, урыҫтар һымаҡ уҡ, бөтә Федерацияға сәселеп йәшәй), мәсьәләне, бер Башҡортостан төбәгендә башҡортлоҡҡа ҡаршы яһилдарса ҡуйыртып, үҙҙәрен йылы ҡуйынына үрмәләткән башҡорт халҡына, башҡорт теленә ҡаршы сәйәси ҡорал итеп ҡулланалар. «Ит изгелек — көт яуызлыҡ», — тигәндәре ошолор...

Ҡазан ҡалаһының мең йыллығы айҡанлы 1552 йылғы һуғыш батырҙарына һәйкәл ҡуйып маташалар, ләкин шунда шәһит киткән башҡорт яугирҙәрен иҫәпкә алыусы юҡ — «игеҙәк туған»дың ҡәҙер-хөрмәте шулайҙыр...

«Игеҙәк туған»лыҡтың тарихи бер “игелеге” 1918 — 1919 йылдарҙа башҡорт халҡының ерле мөхтәриәт өсөн көрәшендә уға һөмһөҙ аяҡ салыуҙар рәүешендә сағылды...

1937 йылғы репрессияларҙа башҡорт зыялыларын бер төптән юҡ иткәндәрендә лә, ғәжәп! — республиканың башҡорттарҙан бушатылған етәкселек органдарында «игеҙәк туған»дар түрәләнеп ҡалды...

Хәҙергеһен иһә шул «нурлы Ҡазан»дан да, Прагалағы «Азатлыҡ» радиостанцияһынан да ошбу «игеҙәк туған»дарыбыҙ көнө-төнө Башҡортостанға, башҡорт халҡына әҙәм ышанмаҫ әшәке ялалар яға, өҙлөкһөҙ сүп ауҙара. Гел генә тел төптәрендә, зәһәр ҡара йыландай бөгәрләнеп, ғәзиз Башҡортостаныбыҙҙан — икенсе Татарстан, ә һис юғында гөбөрнәүи килмешәгстан яһарға яҫҡаныу ята. Хәйер, ағыулы был баламуттарҙың билдәле рухи аталары ла «һуңғы башҡорттоң ҡәбере өҫтөндә һуңғы башҡорт ҡурайының уйналыуын» түҙемһеҙләнеп көткән бит...

Иҫебеҙҙә тотайыҡ: игеҙәк туғандар Урал менән Шүлгәндең дә бер-береһенә ҡанығыуы ахыр сиктә бер-береһен юҡ итешеп осланған...

Шул уҡ ваҡытта үҙ кәүҙәһенең башын (башҡортто) сабып өҙөргә маташҡан ике ҡул тип танырға була ошбу татар-монголды...

03.01.2004.