Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
СОЧИНЕНИЯ XIII ТОМ.doc
Скачиваний:
11
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
20 Мб
Скачать
☆

Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл

1552 йыл Ядкәр батырҙың, башҡорт Себер хандары тоҡомоноң, йондоҙ сәғәте һуға.

Уның тәржемәи хәленең урыҫтарға бәйле башланғыс осоро тураһында 1542 йылдың 8 июлендә Әстерхандан Мәскәүгә ҡайтҡан илсе Ф. Невежиндың хисапнамәһенән беләбеҙ. Ф. Невежин унда Әстерхан батша улдарының береһе “Идехер” (йәғни ул саҡта Әстерханда хан булып торған Мамай-Нар-Ҡасимдың кесе улы Ядкәр) Мәскәүгә “бөйөк государьгә хеҙмәт итергә юлланды” тип хәбәр итә. Билдәле булыуынса, был осорҙа уның бер туғандарынан өлкән ағаһы Сура батыр — Ҡазан ханлығы хеҙмәтендә, уртансыһы Бикбулат-Борнаҡ Себер ханлығы тәхетендә ултыра. Күренеүенсә, Ядкәр мырҙаның Башҡортостандан сығып китеүенең башҡорт шәжәрәләрендәге датаһы урыҫтың тарихи доҡументтарындағыға тап килә — 1542 йыл. Урыҫ сығанаҡтарының барыһы ла күрһәтеүенсә, Мәскәү дәүләтенә ул һигеҙ йыл буйы хеҙмәт иткән (тимәк, 1551 йылғаса).

Олатаһы Сәсле Дәрүиш (урыҫ тарихындағы Дәрүиш-Ғали) миҫалында, булһа кәрәк, шул 1542 йылдан алып Ҡубан яғында урыҫ батшаһы Яуыз Иванға (моғайын, сик һаҡсыһы рәүешендә) ялланып хеҙмәт итеп йөрөгән был йәш егет (1533 йылда тыуған, Яуыз Ивандың йәштәше) төркиҙәр дәүләте Ҡазан ханлығын юҡ итергә Яуыз Ивандың аяҡланыуынан талағы ташып, буғай, урыҫ совет тарихсылары яҙыуынса, «1549 йылда Мәскәү батшаһына хыянат итеп» (Казанская история. М. — Л., 1954; 185 — 186-нсы биттәр), Башҡортостанына ҡайтып китә лә Бәләкәй Урҙа кенәзе Йософтоң ғәскәр башлығы була.

Ҡазанды алырға ҡәһәтләнгән Яуыз Иванға халыҡ-ара уңайлы форсат тыуа: Рәсәйҙең сит илдәр менән һуғыштары туҡтаған (Ҡазан ханлығының төп таянысы булырҙай төрөк солтаны менән дә дуҫлыҡ солохо төҙөлгән), Ҡазандың үҙ аллылыҡ билдәһе булырҙай хәләл ханы Үтәмешгәрәй менән уның исеменән идаралыҡ итеүсе әсәһе Сөйөмбикәне (башҡорт кенәзе Йософтоң ҡыҙын) хыянатсыл ҡазандар, әүәлдәнге үҙ ғәҙәттәре буйынса, үҙҙәре үк Мәскүгә һатып ебәреп, урынына Мәскәү ялсыһы Шәйехғәли ханды ултыртҡан һәм ул ханлыҡты эстән емереү әмәлдәрен күрә башлаған... «Бер көндө Шәйехғәли Ҡазандың барлыҡ туптарын эштән сығарып боҙҙо, дары һандыҡтарының һәммәһен бикләп, йәшерен рәүештә Зөйә (урыҫтарҙың Ҡазанды алыу өсөн терәк итеп ҡорған һәм даими урыҫ ғәскәрҙәре торған Свияжеск ҡәлғәһе. — Й.С.) ҡалаһына ебәрҙе. Бынан үҙе, үҙенең хеҙмәткәрҙәрен һәм Ҡазан ҙурҙарының бәғзеләрен алып, янындағы урыҫ ғәскәре менән, балыҡ тоторға тип ялғанлап, Ҡазандан сығып китте. Ҡазандан киткәс, янындағы Ҡазан мырҙаларын: «Һеҙ мине ханлыҡтан төшөрөргә тырыштығыҙ», — тип оҙон итеп орошто. Зөйәгә барғас, был мырҙаларҙың барыһын да үлтертте» (Ә.В. Туған. Башҡортттарҙың тарихы. Төрк һәм татар тарихы. Өфө, 1994; 328 — 329-ынсы биттәр). Был ваҡыт Ҡазан халҡы исеменән илсе булып Мәскәүгә барған Каширов Ғәлимәрҙән тигән түрә Яуыз Иванға күңелле тәҡдим яһай: «Әгәр кенәз хәҙрәттәре, Шәйехғәлиҙе төшөрөп, уның урынына Мәскәүҙән бер урыҫ наместнигын ҡуйһа, (Ҡазан ханлығын бөтөрөп, Рәсәй гөбөрнәһе яһау, тигән һүҙ был — ҡазандар инде үҙҙәрен-үҙҙәре һаталар Яуыз Иванға! — Й.С.), халыҡтар бик яҡшы итәғәт итерҙәр ине. Беҙ, ҡаланан сығып, ауылдарға таралып ултырыр инек» (тулы капитуляция! — Й.С.). [Ә.В. Туған, 328-енсе бит]. Яуыз Ивандың йөрәгенә был һарымай булып яғылып, Свияжеск воеводаһы кенәз Микулинскийҙы ҡазандарға хакимдар итеп ебәрә. Тынысланған ҡазандар «наместник Микулинскийға хан һарайын әҙерләргә керештеләр. Шәйехғәлиҙең ғаиләһен Зөйәгә оҙаттылар, кенәз Микулинскийҙы саҡырҙылар. Кенәз килде. Халыҡ уны Иҙел буйына төшөп ҡаршы алды» (Ә.В. Туған, 329-ынсы бит). Ләкин әүәлерәк Ҡазандан ҡасып китеп Мәскәүгә хеҙмәт иткән һәм инде килеп ҡазандарҙың саҡырыуы буйынса Мәскәүҙән кире ҡайтҡан Сапҡын һәм Бурнаш тигән түрәләр, көтмәгәндә: «Урыҫтар һеҙҙе тамам ҡырып, тамырығыҙҙы ҡороторға киләләр!» — тип ҡапыл эште боҙғас, ҡазандарҙың Мәскәүгә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә; 1552 йылдың 24 мартында ошо хаҡта хәбәр алмыш Яуыз Иван: «Христиан динлеләрҙәң рәхәте өсөн Ҡазанды тапарға, христиан динен юғары күтәрергә ваҡыт етте!» — тип оран һалып, оло ғәскәр менән Ҡазанға һуғыш сәфәренә сыға. Быға тиклем ҡазандарға иҫе китмәгән, әммә ошо хәлдәрҙе ишетеп аҡылын йыя башлаған төрөк солтаны ла, ниһәйәт, ҡан-ҡәрҙәшлекте иҫенә төшөрөп, урыҫ кафырға ҡаршы изге һуғышта Ҡазан ханлығы менән берләшергә саҡырып, Башҡортостанға үҙенең илсеһен юлландыра. Кенәздәр һәм мырҙалар төрөк солтанының затлы бүләктәрен ихлас ҡабул ҡылып алып, хитапнамәһен дә иғтибарлы тыңлайҙар: «И ҡеүәтле нуғай иленең күмәктәре, мине тыңлап, Ҡазанға яҡын йәшәүселәр булараҡ, уға ярҙам хаҡына, бигерәк тә боронғо һәм бөйөк динебеҙ хаҡына Мәскәү батшаһы һәм бөйөк кенәзенә ҡаршы көрәштә ысын йөрәктән ҡазандарға ҡушылығыҙ, бирешмәгеҙ, көслө ҡаршы тороғоҙ уға. Һеҙҙең турала һәр саҡ ишетеп торам: динебеҙгә уҫал һөжүм ҡылыуына, уны юҡ итергә яҫҡаныуына ҡаршы көрәшергә теләйһегеҙ икән. Һәм бына ни хаҡында бик ныҡ хәүефләнәм һәм ҡурҡам: үҙ-ара килешмәй йәшәһәгеҙ, Ҡазанға килгән бәлә һеҙгә лә килер, юҡҡа сығырһығыҙ һәм урҙағыҙ тарҡалыр».

Ләкин үҙенең башҡорт иленең киләсәген Бохара, йә Төркиә юлында түгел, ә яҡын күрше һәм ҡеүәтле Рәсәй дәүләте менән берлектә күргән Исмәғил Хайрас кенәзебеҙ төрөк солтанына оторо яуаплай: «Һин, бөйөк бадиша-солтан, беҙҙе түгел, ә үҙеңде ҡайғыртаһың. Һин беҙгә батша ла түгел, етмәһә, сөнки беҙҙең ерҙә һис ни ҡормайһың, беҙҙең менән идара ҡылмайһың һәм беҙҙән алыҫта — диңгеҙ аръяғында йәшәйһең; байһың, көслөһөң, мөлкәттәрең башыңдан ашҡан — бер нәмәгә лә мохтажлығың юҡ; ә беҙ иһә фәҡирбеҙ, барлы-юҡлы торабыҙ. Әгәр кәрәк-яраҡтар менән еребеҙҙе Мәскәү батшаһы тәьмин итмәһә, бер көн дә йәшәй алмаҫ инек. Һәм шул игелеге өсөн беҙ хәйләкәр һәм алдаҡсы ҡазандарға ҡаршы көрәшендә уға ярҙамға килергә тейешбеҙ. Гәрсә улар, ҡазандар, менән телебеҙ ҙә, динебеҙ ҙә бер булһа ла, хәҡиҡәт яғында беҙ! — Һәм артабан хитапнамә юлдарында бабабыҙ Исмәғил Хайрастың ҡайһындай ҙа зирәк аҡыл эйәһе булғанлығына, хатта бөгөн беҙ белергә тырышҡандарҙы ла алдан күреп-белеп эш иткәнлегенә иҫең-аҡылың китерлек. — Беҙгә, - ти ул, - мәскәүҙәрҙең ҡазандарға ҡаршы барыуына ғына түгел, ә бәлки һинең үҙеңә, батшаларҙың батшаһына ҡаршы барыуына ла ярҙамлашыу хәйерле179, юғиһә беҙгә ҡаршы ла ҡубынырһың. Әллә һин ишетмәнеңме ни ҡазандарҙың мәскәүҙәргә даими ҡайһындай яуызлыҡ ҡылыуҙарын, өҙлөкһөҙ улар еренә ябырылыуҙарын һәм урыҫ кешеләрен һәләк итеүҙәрен? Һәм урыҫтар менән ике-ара шартнамәләрен күп тапҡырҙар боҙоуҙарын һәм тыныслыҡҡа хыянат ҡылыуҙарын. Ә, етмәһә, беҙгә тумбытаһың: уның яғынан ҡазандарға ни булһа, һеҙгә лә шул буласаҡ, тип. Нуғайҙарҙың иһә һүҙе ошолай: уға (урыҫ батшаһына) буйһоноу һәм хеҙмәт итеү беҙгә һис оят түгел — бөтә байлығы һәм ҡеүәте менән ул да һинең кеүек үк. Беҙҙең китаптарыбыҙҙа ла, христиандарҙыҡында ла яҙылған бит: ахыры заманда бөтә телдәр ҙә ҡушыла, бөтәһе лә христиан динендә һәм шул уҡ дәүләт ҡулы аҫтында була. Урыҫтың христиан дине кеүек тағы ниндәй изге дин бар? Беҙҙең ҡараңғы диндәребеҙҙең бөтәһенән дә яҡшыраҡ, яҡтынан-яҡты ҡояштай нур сәсә ул» (Сказание о царстве Казанском. М. — Л., 1954; 98 — 99-ынсы биттәр). Диндәр тураһында ошондай һүҙҙәр әйтергә хәҙерге заман уҙаманының да һис ҡыйыулығы етмәҫлек...

Исмәғил Хайрастың бер туған ҡустыһы Йософ, Бәләкәй Урҙа кенәзе, урыҫтарға ҡаршы һуғышҡа барырға 120 меңлек ғәскәр туплап, ағаһын да өгөтләгәс, «урыҫ юҫығын тотҡан һәм Мәскәү менән экономик бәйләнештә булған Исмәғил, үҙенең, Йософ һымаҡ, Бохара менән түгел, ә Мәскәү менән сауҙа итеүен сәбәп итеп ҡуйып, был походта ҡатнашыуҙан баш тарта. «Мин дә һуғыша башлаһам, минең үҙемә яланғас йөрөргө ҡала, ә кешеләр ҡырыла башлаһа, кәфендәр ҙә етмәҫ», — ти Исмәғил. Ул үҙе походта ҡатнашыуҙан баш тартыу ғына түгел, был уйҙан күп кенә башҡа мырҙаларҙы һәм үҙенең туғаны Йософто ла дүндерә» (Ә.Н. Усманов. Башҡортостандың үҙ ирке менән рус дәүләтенә ҡушылыуы. Өфө, 1982; 107-нсе бит). Һөҙөмтәлә Исмәғил Хайрастың Әстерхан ханы булып ултырған бер туған ағаһы Ямғырсы, «Русиәгә дуҫлыҡ күрһәтеп, ғәскәр менән ярҙам бирә; Әстерхандың ҙур кенәздәренән Ҡайбула мырҙа, Мәскәүҙә Йәнғәли хандың ҡыҙына өйләнеп, рәсми ҡайнатаһы кенәз Иванға һәр төрлө булышлыҡ итә ине» (Ә.В. Туған, 330-ынсы бит). Көндән-көн эштәре хөртәйеп, өмөтһөҙлөккә төшә башлаған ҡазандар ҙа ярҙам һорап нуғай урҙаларына илселек ебәреп ҡарайҙар, ләкин Исмәғил Хайрас юҫығын тотҡан кенәздәр һәм мырҙалар уларҙы, затлы бүләктәрен ҡабул ҡылып алһалар ҙа, буш ҡул ҡайтарып ебәрәләр: «Мәскәү батшаһына ҡаршы һуғышырға яугирҙәребеҙҙе һеҙгә ебәрә алмайбыҙ, — тиҙәр улар. — Һеҙгә ярҙамға күп тапҡырҙар ғәскәр ебәреп ҡараныҡ, тик уларҙың бөтәһен дә ҡырылыуға дусар ҡылдығыҙ, береһе лә әйләнеп ҡайта алманы; һәм беҙгә аш менән атҡан Мәскәү хакимдарына таш менән атһаҡ, Хоҙай Тәғәлә орор; ...киреһенсә, һеҙҙең һымаҡ хәйләкәр һәм иманһыҙ бәндәләргә ҡаршы барыусыға ярҙам итергә әҙербеҙ» (Сказание..., 142 — 143-өнсө биттәр). Шулай ауыҙҙары бешеп башҡорттарҙан ҡайтып килмеш илселәрҙе Ҡазанға етәрәк урыҫ яугирҙәре тотоп, Яуыз Иванға килтергәс, уларҙың Ҡазанға ҡайһындай хәбәр илтеүҙәренән ҡыуанған батша илселекте иҫән-имен керетеп ебәрә Ҡазанға. Һәм тегеләр, баяғы шомло хәбәрҙе унда еткергәс, Яуыз Ивандың үҙҙәренә күрһәткән мәрхәмәтенән күңелдәре иреп, фетнә ойошторалар ҙа төн эсендә үҙҙәре яҡлы 3000 кешене ҡатындары, бала-сағалары менән эйәртеп, Ҡазан ҡәлғәһе ярығынан Яуыз Иван ыҫтанына ҡасалар. Шомға ҡалған башҡа ҡазандар ҙа һәр төн һайын төркөм-төркөм шулар юлынан тая. Әйткәндәй, төрлө йылдарҙа ҡасып китеп урыҫ усын ялаған Ҡазан түрәләре Яуыз Иван ыҫтанында быларҙан башҡа ла күп була, урыҫ ғәскәрҙәре сафында улар үҙҙәренең татар ғәскәрҙәре менән Ҡазанды алыуҙа әүҙем ҡатнаша. Әммә Башҡортостандың Тора хан иле — Көн-Өфө-Тора һәм Себер-Тора виләйәттәренең ҡайһы бер бейҙәре Ҡазан яғында булғанлығын да күрәбеҙ: урыҫ ябырылыуынан Ҡазанды һаҡлап баһадирҙарса һуғышыусыларҙың ғәскәр башлыҡтары араһында был юлдарҙың авторының туп-тура бабаһы — «Үҫәргән тәүәрихе»нә Яуынсы Яҫауыл тип теркәлгән, ә Ҡазанда Ябынсы, Япанча180 исемдәрендә билдәле ғәскәр башлығы; шулай уҡ Бүләр бейе Сөнсәләй (шәһит китә), Ҡара-Табындың билдәле сәсәне Ҡарас фамилияһын йөрөткән Ҡарас мырҙа һәм Мамай-Нар-Ҡасим улдарының береһе Нарыков мырҙа ла бар. Ләкин...

«Шул ваҡыт Ҡазандың Камай исемле бер мырҙаһы, Иван янына килеп, Ҡазан эсендәге йөмлә эштәрҙән хәбәр бирҙе. Ул: «Беҙ, ике йөҙләп кеше, Русиәгә шул көйгә генә бирелергә теләнек. Улар беҙҙең һәммәбеҙҙе тотоп алдылар. Мин яңғыҙым ҡасып ҡотолдом... Ҡазандың утыҙ меңлек үҙ ғәскәре, ике мең ете йөҙлөк нуғай (башҡорт. — Й.С.) ғәскәре бар. Бер миҡдар ғәскәр менән Ябынсы мырҙаны, ғәскәр йыйыу өсөн, Арча тарафына ебәрҙеләр. Ҡазанда солох теләүсе берәү ҙә юҡ», — тип һөйләне» (Ә.В. Туған, 332-нсе бит).

Ошондай ҙа хәл иткес мөҙҙәттә ханһыҙ ҡалған, төрөк солтанынан да, уға бойондороҡло Ҡырым ханынан да, башҡа яҡтарҙан да хәрби ярҙам килеренә өмөтөн өҙгән ҡазандар, һуңғы сара итеп, урыҫтарға ҡарышыуҙы етәкләргә ҡөҙрәтле хан ебәреүҙе һорап башҡорттарға — Бәләкәй Урҙаға мөрәжәғәт итәләр һәм Зартуш Һары Йософ кенәз тарафынан ҡайнар теләктәшлек табалар. Заманында урыҫ ҡалаларының ҡотон осороп йөрөгән һәм Рәсәйгә баш эймәүсе Әстерхан ханы сифатында үлтерелгән элекке Себер ханы, башҡорт батыры Мамай-Нар-Ҡасимдың үҙе кеүек үк баһадир һәм тәүәккәл улын, ун туғыҙ йәшлек егет Ядкәрҙе, тейешенсә баһалап, Зартуш Һары Йософ уны, Ҡазандарҙың үтенеп һорауын ҡәнәғәтләндереп, Ҡазан ханлығын Яуыз Ивандан аҡтыҡҡаса ҡурсаларға хан итеп тәғәйенләй һәм, толпарҙарға атланған, яҡшы ҡоралланған биш йөҙ яугирен биреп, ашығыс рәүештә оҙата һуғыш сәфәренә. Башҡортостандағы урыҫ шпиондары был хаҡта Яуыз Иванға хәбәр итеп, яңы ханды тотоп алып юҡ итмәккә Ҡазан юлына көслө ғәскәр ҡуйыла, урыҫ воеводалары затлы улъяны күҙ йоммайынса һағалап көтә. Ләкин, тарихсыбыҙҙың һүҙҙәре менән әйткәндә: «Ядкәр шул әҙ генә ғәскәре менән урыҫ ғәскәренең уртаһынан ярып үтеп китте. Урыҫтар бер ни ҙә ҡыла алмай ҡалдылар... Ҡазан халыҡтары Ядкәргә тоғролоҡҡа ант иттеләр. Ядкәр Рәсәй менән иң ахырғы һулышына тиклем һуғышасағына ант итте» (Ә.В. Туған, 331-енсе бит). Һәм башҡорттоң Себер хандары нәҫеленән булған был батыр, аҙаҡҡаса антына тоғро ҡалып, Яуыз Ивандың ун биш тапҡырға артығыраҡ ғәскәренә ҡаршы Ҡазан патриоттарының ҡаһармандарса һуғышын етәкләне. Әммә Ҡазандарҙың борондан уҡ килгән хыянатсыллығы, үҙ тиреһен һаҡлау хаҡына үҙ хандарын дошманға тотоп биреү тәжрибәһенең ҡандарына һеңгәнлеге Ҡазандың был һуңғы ханын да Яуыз Иванға һатып ебәреүҙәренә килтерә. Ҡазанды алыу һуғыштарының үҙәгендә ҡатнашҡан кенәз Андрей Курбский яҙмаларына таянып, татарҙың билдәле тарихсыһы тасуирлай: «Тау аҫтындағы урындар татар үлектәре менән тулып, Ҡазан кешеләре үҙҙәренең туғандары өҫтөндә йөрөйҙәр ине. Ҡазандар Ядкәр ханды бейек бер таш өҫтөнә мендереп, урыҫтарҙан бер аҙға булһа ла ороштан туҡтап тороуҙарын үтенде. Уларҙың былай итеүҙәре үҙҙәренең бер теләктәрен урыҫтарға белдереү өсөн ине. Урыҫтар ҙа ҡаршылыҡ ҡылманы, ороштан туҡтаны. Ҡазандар урыҫтарға ҡарап: «Беҙҙең йортобоҙ, шулай уҡ хандарыбыҙҙың утрағы булған олуғ шәһәребеҙ бар булып торған сағында, үҙебеҙҙең ханыбыҙ һәм йортобоҙ өсөн һуңғы сиккә тиклем ороштоҡ. Бына хәҙерендә ханыбыҙҙы һау булараҡ һеҙгә тапшырабыҙ. Һеҙ уны үҙегеҙҙең батшағыҙ янына илтегеҙ. Ҡалғандарыбыҙ иһә һеҙҙең менән аҡтыҡ һауытты эсәр өсөн киң яланға сығабыҙ», — тине... Шунан һуң Ядкәр хан үҙенең өс кешеһе менән урыҫтар ҡулына тапшырылды» (Һади Атласи. Себер тарихы. Сөенбикә. Ҡазан ханлығы. Ҡазан, 1993; 420-нсе бит).

Төрки халыҡтарының был ҡитғалағы һуңғы ханлыҡтарының береһен һәләкәттән һаҡлап алып ҡалыу өсөн йән аямай һуғышыусыларҙың фиҙакәрлегенең миҫалы итеп тарихсыбыҙҙың китабынан башҡорт яугирҙәренә ҡағылышлы тағы ла бер өҙөктө килтерәйек: «29 августа Ябынсы мырҙа үҙенең бер аҙ ғәскәре менән кенәз Халиҡов (урыҫтар яғындағы татар) командаһындағы ҙур фирҡәгә һөжүм итте. Икенсе фирҡәләр килеп етеп, урыҫтар күбәйгәс, Ябынсы урман эсенә кереп китте. Бынан һуңғы көндәрҙә лә Ябынсы мырҙа шундай һөжүмдәрен дауам итте. Ҡазан эсендәге халыҡтар, манара башынан уға ымлап, һөжүм өсөн һәр бер уңайлы урынды күрһәтеп торалар ине. Шуға күрә лә Ябынсы урыҫ ғәскәре өсөн бик ҡурҡыныслы бер бәлә булды. Ахырҙа Иван, ғәскәрен икегә бүлеп, бер өлөшөн — Ҡазанға, икенсе өлөшөн Ябынсыға ҡаршы ҡуйҙы. Һуңғыһының да, яртыһын йәшереп, яртыһын ғына Ябынсыға ҡаршы ебәрҙе. Ябынсы алдына ҡаршы килгән ғәскәргә һөжүм итте, урыҫтар еңелеп ҡастылар. Ябынсы уларҙы хатта йөктәр араһына тиклем ҡыуып килде. Шул ваҡыт әлеге йәшеренгән ғәскәр уларҙың арттарында ҡалғайны, Ябынсыны уратып алдылар. Ике арала бик ҡаты һуғыш булды. Ябынсы ғәскәренән бик аҙы ғына ҡотолдо, бер миҡдары әсир төштө. Кенәз Иван быларҙы ҡала халҡының күҙе алдында бағаналарға бәйләп ҡуйҙырҙы ла уларға, ҡала халҡына ҡарап: «ҡаланы бирегеҙ!!!» — тип ялынып ҡысҡырырға ҡушты. Ҡазан халҡы, кафыр ҡулында шул ҡәҙәре яфа күргәнсе, үҙ ҡулыбыҙҙан үлегеҙ тип, был әсирҙәргә мылтыҡтарҙан аттылар. Иван ҡазандарҙың был тиклем намыҫлы, урыҫтарға был тиклем дошман булыуҙарына хайран ҡалды» (Ә.В. Туған, 333 — 334-енсе биттәр)...

Ғәййәр Ябынсы бабамдың Ҡазан ханлығын яҡлауҙағы һуңғы һуғышы була был, шунан һуңғы яҙмышы тарихсыларға билдәһеҙ. Ләкин ул, Ҡазан ханлығы емерелгәс, Яуыз Ивандың оҙон ҡулынан ҡасып, Башҡортостандың Себер юлындағы алыҫ Тора йылғаһы буйында пәйҙә булып, Тора (хәҙерге Туринск) ҡалаһына барып урынлаша, шул ҡаланың түрәһе сифатында 1580 йылда шул төбәктә урыҫ юлбаҫары Ермакка ҡаршы беренсе һуғыштар менән етәкселек итә. Есиповтыҡынан элегерәк яҙылған «Погодинский летописец»та әйтелә: «От Тагилу поплыл Ермак с товарищи Турою рекою вниз и догребли... до Епанчина, что ныне словет Туринской острог. И тут у Ермака с татары с кучюмовыми бой был, а языка татарского не изымоша... И с Епанчина погребли на нис же Турою в Тобол реку»...

Инде Ҡазан һәләкәтенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ниһайәт, «басурман»дарҙың һуңғы бастионы алынғас, шатлығы эсенә һыймаған Яуыз Иван тантаналы рәүештә Мәскәүгә ҡайта. Ҡала биҫтәләренә етер-етмәҫтән үк, ҡаланың бөтә сиркәүҙәренең дөңгөрҙәре дөңгөрҙәп, тәре күтәрмеш урыҫтар, урам ҡырыйҙарына ҡоймаланып, шанлы батшаһын алҡышлай ҙа тәбрикләй. Бөйөк еңеүенең ләззәтен тулыһынса халҡына татытыр өсөн, Яуыз Иван, урамдар буйлатып, һуғышта әсир алынған меҫкен Ҡазан ханын һәм уның ярандарын уның илле меңлек сиреүҙәре менән ҡуша үҙенең алдынан ебәрә (шунан күрә яңы заман яуызы Сталин да, Сталинградта еңгәс, күп меңлек немец әсирҙәре колоннаһын Мәскәү урамдары буйлатып үткәртә бит!). Был «басурман» йәндәрҙе аҙаҡ йә, көсләп суҡындыртып, төрлө һуғыштарҙа урыҫ ғәскәрҙәренең алдынан юл ярып барыусы «пушка ите» яһайҙар, йә ҡырып бөтөрәләр. Ҡазандың һуңғы шанлы ханы Ядкәр ҙә, христиан диненә күсеп, Яуыз Иванға игелекле хеҙмәт итеүсе «царь Симеон Касаевич Казанский» булып китә...