- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
Иң боронғо һәм тулыраҡ шәжәрәләребеҙҙән барлаһаҡ: Әҙәм пәйғәмбәрҙән ҡала утыҙынсы быуын бабабыҙ — Төрк (йәки Төркмән), уның улы Кинйә, уның улдары Татар, Мишәр, Иштәк (йәғни Башҡорт), Нуғай... (И.Г. Галяутдинов. «Тарих нама-и булгар» Тажитдина Ялсыгулова. Уфа, 1990; 128-енсе бит). Һәм дә: Нух пәйғәмбәрҙең улы Йәфәс, уның улы Төрк, уның улы Түтек, уның улы Абулжа-хан, уның улы Баҡый-Диб-хан, уның улы Күк-хан, уның улы Алынжа-хан, уның игеҙәк улдары: 1. Татар, 2. Монгол... Һуңғы икәүгә ошондай аңлатма бар: «Уларҙың атаһы... илен икегә бүлде, шуларын үҙенең ике улына биреп, вафат булды... Татар һәм Монгол һәр икеһе үҙ ерендә батшалыҡ итте». (Абу-л-Гази. Родословная тюрков в переводе А.Н. Кононова. М. — Л., 1958; 39 — 40-ынсы биттәр).
«Тарих атаһы» Геродот иһә шул уҡ беҙҙең бабаларҙан яҙып алған тәүәрихендә ҡитғабыҙҙың беренсе батшаһы Таргитай (баяғы Төрк-атай), уның улы һәм унан һуңғы батша Ҡолаҡсай тураһында бәйәнләй. Ҡолаҡсай баба ҡитғаны өскә бүлеп, ике өлөшөн (Азияны) — ике улына (баяғы Татар менән Монголға, тип аңлайыҡ), ә иң ҙур өлөшөн (Европаны) өсөнсө улына (быныһы баяғы Тажитдин Ялсығол шәжәрәһендәге Иштәк йәғни Башҡорт булалыр инде!) арнай (Геродот. История. Л., 1972, гл. 5, 7). Шулай итеп, Татар менән Монгол уландар Азияның ике яртыһында батшалыҡ итә, ә Иштәк (Башҡорт) бөтөн Европаны биләп, Азиялағы баяғы икәүҙең өҫтөнән батшаларҙың батшаһы йәки хандарҙың ханы (ҡаған) булып ултыра. Был ваҡиға ҡытайҙар тәүәрихенең б.э. тиклем 1764 йылы менән билдәләнгән һәм Хунну (шәжәрәләребеҙҙәге Монгол-хан) дәүләте — ҡитғаның шул өлөшөнөң көнбайыш, ә Дун-ху (шәжәрәләребеҙҙәге Татар-хан) дәүләте - көнсығыш өлөшөндә икәнлеге айырым-асыҡ күрһәтелгән. Ошо ике йорттоң батшалыҡ ҡылыуы, имеш, ун өс быуатҡа һуҙыла. (Н.Я. Бичурин [Иакинф]. Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена, т. 1. М. — Л., 1950; 32-нсе бит).
Ни өсөн «татар», «монгол»?
Бик боронғо бабаларыбыҙҙың космогоник тәғлимәте буйынса, Донъя-Ғаләм-Тереклек (Ер, Күк, йән эйәләре) әҙәми ҡиәфәтле ир-ҡыҙ (гермафродит) Инир (Имир тип тә әйтелә) тәүбабабыҙҙың кәүҙәһенән яралған. (М.И. Стеблин-Каменский. Миф. Л., 1976; 36 — 37-нсе биттәр. Ентеклерәк мәғлүмәтте ҡарағыҙ: Й. Солтанов. Хәтерхитап. Өфө, 2002; 438 — 445-енсе биттәр). Ошо тәғлимәткә бәйле, иң боронғо дәүләтебеҙ ҡоролошо ла әҙәми зат кәүҙәһе рәүешендә күҙалланған: Евразия ҡитғаһының урта билендә (дүрт изге юл сатрашланмыш Уралда) бөтөн Евразия ҡитғаһының бойороусыһы ултыра, уның йөҙө төньяҡҡа — күктәге Дәү Хоҙайыбыҙ йәненең Тамыр Ҡаҫағаһына (Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙона) төбәлгән. (Ҡытайҙар тәүәрихендә лә һун батшаһы «һул яҡта һәм йөҙө менән төньяҡҡа төбәлеп ултыра», тип яҙылған. — Н.Я. Бичурин [Иакинф], т. 1; 50-нсе бит). Ошо хәл ҡитғаның географик юҫыҡтарын да билдәләй: уң ҡул яғы — көнсығыш, һул ҡул тарафы — көнбайыш, арт яҡ — көньяҡ, ал яҡ — төньяҡ; ә ике ҡул араһындағы тоташлыҡта (күкрәктә) кәүҙә икегә бүленә: уң ҡул (көнсығыш) яҡ яртыһы — ҡар (ар, ир йәғни ир яҡ), ә һул ҡул (көнбайыш) яҡ яртыһы ман (ан, ин йәғни инә яҡ) тип атала. Шул ике ярты (тоташ кәүҙә) бергә ҡар-ман (ҡарман) йәки ар-ман (арман) тип йөрөтөлә — ике ҡулды, ике аяҡты (һәм башты) тоташтырған буй-кәүҙәнең атамаһы ул (бына ниңә «арманһыҙ булыу» төшөнсәһен көллө кәүҙәбеҙҙең арыуы, хәлдән тайыуы итеп дөрөҫ аңлайбыҙ). Һәм ошо әҙәм ҡиәфәтле, ир-ҡыҙ (ырғыҙ – гермафродит) тәбиғәтле Имир Дәү Хоҙайҙың төнгә (Ер шарының төньяҡ яртыһына) ҡараған ҡуш күҙе төн-күр тип атала, ул иһә билдәле хоҙай төнкүр – Тәнгер үҙе булып сыға. Ә көнгә (Ер шарының көньяҡ яртыһына) баҡҡан ҡуш күҙе иһә сөн-күз (сөн – асыҡ-зәңгәр Күк йөҙө, яҡтылыҡ) тип исемләнгәнлектән, шунан хасил була сөнкүз – Сынғыз. Ошоларға ярашлы, төньяҡ ярымшар өҫтөнән – ТӘНГЕР, көньяҡ ярымшар өҫтөнән СЫНҒЫЗ хакимлыҡ ҡылған. Бына ниңә император дәрәжәһенә күтәрелгән үҫәргән-бөрйән улы Темәсйәнгә (Темучжинға) Сыңғыз исеме бирелгән! Ә әйтелгән күҙҙәрҙән дә өҫтәрәк Имир Дәү Хоҙай түбәһен сал-сәс – «боҙ-ҡар» ҡаплағанлыҡтан, был атама үҙ сиратында иң өҫкө ҡатлам этнонимын хасил иткән: боҙ-ҡар – болғар; боҙ-ҡар+т («т» -- күплек ялғауы) – боҙҡарт – башҡорт... Күренеүенсә, Евразия ҡитғаһының өҫтөнән бойороусы баш ҡор этнонимы «башҡорт» барлыҡҡа килә.
«Татар» һәм «монгол» атамаларының яһалышы ла тап шулай (шул уҡ буй-кәүҙәгә бәйле): «башҡорт»тоң уң ҡулы — «тот» (тотоу ағзаһы), ә һулы «ҡул» тип аталғанлыҡтан, беренсеһенә баяғы буй-кәүҙә яртыларының уң яҡ (уң ярты) аталышы «ар» ялғанып, «тот-ар» — татар һәм, һул яҡ кәүҙә яртыһының исемләнеше «ман»ға «ҡул» ялғанып, «ман-ҡул» — монгол атамалары хасил булған. Тимәк, бойороусы-башҡорттоң уң ҡулы — «татар», һул ҡулы «монгол» икән... Ошо тәүге мәғәнәләрендә улар һис тә этнос түгел, ә бер үк башҡорт халҡының тармаҡтары ғына булған. Түбәндәге аңлатмалы һүрәткә күҙ һалығыҙ:
