Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
СОЧИНЕНИЯ XIII ТОМ.doc
Скачиваний:
11
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
20 Мб
Скачать
☆

Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.

1552 йылдың 24 мартында Яуыз Иван (Иван Грозный): «Христиан динлеләрҙең рәхәте өсөн Ҡазанды тапарға, христиан динен юғары күтәрергә ваҡыт етте!» — тип оран һалып, оло ғәскәр менән Ҡазанға һуғыш сәфәренә сыға. Быға тиклем ҡазандарға и¤е китмәгән, әммә ошо хәлдәрҙе ишетеп аҡылын йыя башл»ған төрөк солтаны ла, ниһәйәт, ҡан-ҡәрҙәшлекте и¤енә төшөрә һәм, “уры¤ кафыр”ға ҡаршы изге һуғышта Ҡазан ханлығы менән берләшергә саҡырып, Башҡортостанға үҙенең илсеһен юлландыра. Кенәздәр һәм мырҙалар төрөк солтанының затлы бүләктәрен ихлас ҡабул ҡылып алалар, хитапнамәһен дә иғтибарлы тыңлайҙар:

«И ҡеүәтле Нуғай иленең күмәктәре, мине тыңлап, Ҡазанға яҡын йәшәүселәр булараҡ, уға ярҙам хаҡына, бигерәк тә боронғо һәм бөйөк динебеҙ хаҡына Мәскәү батшаһы һәм бөйөк кенәзенә ҡаршы көрәштә ысын йөрәктән ҡазандарға ҡушылығыҙ, бирешмәгеҙ, көслө ҡаршы тороғоҙ уға. Һеҙҙең турала һәр саҡ ишетеп торам: динебеҙгә у¤ал һөжүм ҡылыуына, уны юҡ итергә я¤ҡаныуына ҡаршы көрәшергә теләйһегеҙ икән. Һәм бына ни хаҡында бик ныҡ хәүефләнәм һәм ҡурҡам: үҙ-ара килешмәй йәшәһәгеҙ, Ҡазанға килгән бәлә һеҙгә лә килер, юҡҡа сығырһығыҙ һәм урҙағыҙ тарҡалыр».

Ләкин үҙенең башҡорт иленең киләсәген Бохара, йә Төркиә юлында түгел, ә яҡын күрше һәм ҡеүәтле Рәсәй дәүләте менән берлектә күргән Исмәғил Хайрас кенәзебеҙ төрөк солтанына оторо яуаплай:

«Һин, бөйөк бадиша-солтан, беҙҙе түгел, ә үҙеңде ҡайғыртаһың. Һин беҙгә батша ла түгел, етмәһә, сөнки беҙҙең ерҙә һис ни ҡормайһың, беҙҙең менән идара ҡылмайһың һәм беҙҙән алы¤та — диңгеҙ аръяғында йәшәйһең; байһың, көслөһөң, мөлкәттәрең башыңдан ашҡан — бер нәмәгә лә мохтажлығың юҡ; ә беҙ иһә фәҡирбеҙ, барлы-юҡлы торабыҙ. Әгәр кәрәк-яраҡтар менән еребеҙҙе Мәскәү батшаһы тәьмин итмәһә, бер көн дә йәшәй алма¤ инек. Һәм шул игелеге өсөн беҙ хәйләкәр һәм алдаҡсы ҡазандарға ҡаршы көрәшендә уға ярҙамға килергә тейешбеҙ. Гәрсә улар, ҡазандар, менән телебеҙ ҙә, динебеҙ ҙә бер булһа ла, хәҡиҡәт яғында беҙ. — Һәм артабан хитапнамә юлдарында бабабыҙ Исмәғил Хайрастың ҡайһындай ҙа зирәк аҡыл эйәһе булғанлығына, хатта бөгөн беҙ белергә тырышҡандарҙы ла алдан күреп-белеп эш иткәнлегенә и¤ең-аҡылың китерлек. — Беҙгә мәскәүҙәрҙең ҡазандарға ҡаршы барыуына ғына түгел, ә бәлки һинең үҙеңә, батшаларҙың батшаһына ҡаршы барыуына ла ярҙамлашыу хәйерле181, юғиһә беҙгә ҡаршы ла ҡубынырһың. Әллә һин ишетмәнеңме ни ҡазандарҙың мәскәүҙәргә даими ҡайһындай яуызлыҡ ҡылыуҙарын, өҙлөкһөҙ улар еренә ябырылыуҙарын һәм уры¤ кешеләрен һәләк итеүҙәрен? Һәм уры¤тар менән ике-ара шартнамәләрен күп тапҡырҙар боҙоуҙарын һәм тыныслыҡҡа хыянат ҡылыуҙарын. Ә, етмәһә, беҙгә тумбытаһың: уның яғынан ҡазандарға ни булһа, һеҙгә лә шул буласаҡ, тип. Нуғайҙарҙың (йәғни башҡорттарҙың. — Й.С.) иһә һүҙе ошолай: уға (уры¤ батшаһына) буйһоноу һәм хеҙмәт итеү беҙгә һис оят түгел — бөтә байлығы һәм ҡеүәте менән ул да һинең кеүек үк. Беҙҙең китаптарыбыҙҙа ла, христиандарҙыҡында ла яҙылған бит: ахыры заманда бөтә телдәр ҙә ҡушыла, бөтәһе лә христиан динендә һәм шул уҡ дәүләт ҡулы а¤тында була. Уры¤тың христиан дине кеүек т»ғы ниндәй изге дин бар? Беҙҙең ҡараңғы диндәребеҙҙең бөтәһенән дә яҡшыраҡ, яҡтынан-яҡты ҡояштай нур сәсә ул» (Сказание о царстве Казанском. М. — Л., 1954; 98 — 99-ынсы биттәр). Диндәр тураһында ошондай һүҙҙәр әйтергә хәҙерге заман уҙаманының да һис ҡыйыулығы етмә¤лек...

Исмәғил Хайрастың бер туған ҡустыһы Йософ, Бәләкәй Урҙа кенәзе, ҡазанедар яғында уры¤тарға ҡаршы һуғышҡа барырға 120 меңлек ғәскәр туплап, ағаһын да өгөтләгәс, «уры¤ ю¤ығын тотҡан һәм Мәскәү менән экономик бәйләнештә булған Исмәғил, үҙенең, Йософ һымаҡ, Бохара менән түгел, ә Мәскәү менән сауҙа итеүен сәбәп итеп ҡуйып, был походта ҡатнашыуҙан баш тарта. «Мин дә һуғыша башлаһам, минең үҙемә яланғас йөрөргө ҡала, ә кешеләр ҡырыла башлаһа, кәфендәр ҙә етмә¤», — ти Исмәғил. Ул үҙе походта ҡатнашыуҙан баш тартыу ғына түгел, был уйҙан күп кенә башҡа мырҙаларҙы һәм үҙенең туғаны Йософто ла дүндерә» (Ә.Н. Усманов. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуы. Өфө, 1982; 107-нсе бит). Һөҙөмтәлә Исмәғил Хайрастың Әстерхан ханы булып ултырған бер туған ағаһы башҡорт Ямғырсы, «Русиәгә ду¤лыҡ күрһәтеп, ғәскәр менән ярҙам бирә; Әстерхандың ҙур кенәздәренән Ҡайбула мырҙа, Мәскәүҙә Йәнғәли хандың ҡыҙына өйләнеп, рәсми ҡайнатаһы кенәз Иванға һәр төрлө булышлыҡ итә ине» (Ә.В. Туған, 330-ынсы бит).

Көндән-көн эштәре хөртәйеп, өмөтһөҙлөккә төшә башл»ған ҡазандар ҙа ярҙам һорап, төрөк солтаны кеүек үк, башҡорт-нуғай урҙаларына илселек ебәреп ҡарайҙар, ләкин Исмәғил Хайрас ю¤ығын тотҡан кенәздәр һәм мырҙалар уларҙы, затлы бүләктәрен ҡабул ҡылып алһалар ҙа, буш ҡул ҡайтарып ебәрәләр:

«Мәскәү батшаһына ҡаршы һуғышырға яугирҙәребеҙҙе һеҙгә ебәрә алмайбыҙ, — тиҙәр улар. — Һеҙгә ярҙамға күп тапҡырҙар ғәскәр ебәреп ҡараныҡ, ләкин уларҙың бөтәһен дә ҡырылыуға дусар иттегеҙ, береһе лә әйләнеп ҡайта алманы; һәм беҙгә аш менән атҡан Мәскәү хакимдарына таш менән атһаҡ, Хоҙай Тәғәлә орор; ...киреһенсә, һеҙҙең һымаҡ хәйләкәр һәм иманһыҙ бәндәләргә ҡаршы барыусыға ярҙам итергә әҙербеҙ» (Сказание..., 142 — 143-өнсө биттәр).

* * *