Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
СОЧИНЕНИЯ XIII ТОМ.doc
Скачиваний:
11
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
20 Мб
Скачать
☆

Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары

«Борон заманда был ерҙә нуғай ине. Зәй, Шишмә тигән ерҙәрҙә һәр тарафтан күсеп йөрөрҙәр ине, — тип әйтелә шәжәрәлә. — Ул заманда Әмәт Хәмәт тигән хандың ҡул аҫтында торҙолар... Шул уҡ заманда Йәнбәк хан (1341 — 1357. — Й.С.) менән Аҡһаҡ Тимер (1336 — 1405. — Й.С.) хан ине. Былар ваҡытында йортҡа оло бөлгөнлөк булды, һәр тарафҡа яуҙар булды. Әмәт Хәмәт хандың йорто боҙолдо»... (Һүрәттә Уралдағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм балалары).

Башҡорт еренә был оло бөлгөнлөк, ҡара яуҙар ябырылыуҙың датаһын баяғы башҡорт тәүәрихе «Сыңғыҙнамә»нән теүәл билдәләй алабыҙ: Алтын Урҙаның хан нәҫелдәренең береһе Булат-Тимер («Сыңғыҙнамә»лә ул Аҡһаҡ Тимер тип яңылыштырылған) дөрөп инеп болғар илен баҫып алған, Болғар ҡалаһын емергән һәм болғар ханы Ғабдулланы үлтергән 1376 йыл ул.

«Ул ваҡытта Бүләр шәһәренең ханы Әмәт Хәмәт тигән хан ине, — тип әйтелә «Сыңғыҙнамә»лә. — Күсәһе (иләүе) бер ҡабсаҡ тигән халыҡ, бараж тигән халыҡ ине (йәғни Ҡыпсаҡ һәм Юрматы башҡорттары. — Й.С.)».

Һүр. 18. Ҡубандағы нуғай балалары

Болғар ҡалаһын тар-мар ҡылған ошо Булат-Тимер бер юлы Бүләргә лә килеп еткәс, Әмәт Хәмәт хан, бейҙәре менән кәңәшләшеп, үҙ көсөнөң аҙлығын тойоп, уға ҡарышмаҫҡа була — ҡала ҡапҡаларын аса. Әммә Булат-Тимер ғәскәре ҡалаға бәреп кереп, осраған һәр берәүҙе ҡырып һала, сәскә атҡан Бүләр ҡалаһын ер менән тигеҙләп китә. Әмәт Хәмәт хан үҙ халҡының бер өлөшө менән далаға ҡасҡан икән. Яуыз хан уның йәйләүенә килеп етеп, йәнә кешеләрен ҡыра башлай. Әмәт Хәмәтте тотоп, Булат-Тимер ҡаршыһына баҫтыралар. Был осорҙа Әмәт Хәмәт хан һәм уның иләүе һаман яҙыҡ дин тотҡан булһа кәрәк, сөнки мосолман Булат-Тимер уға, үҙен һәм халҡын тамам ҡырылып бөтөүҙән ҡотҡарыу өсөн, хәҙер үк Ислам динен ҡабул ҡылыуҙы шарт итеп ҡуя һәм Әмәт Хәмәт хан быға ризалаша — һөҙөмтәлә илбаҫар уны имен ҡалдырып китә. Ҡәҙимге ҡанунға ярашлы, мосолман диненә күскән мәжүсиҙәргә мосолман исемдәре бирелеүен иҫтә тотһаҡ, ошоғаса сәйерерәк күренгән Әмәт Хәмәт исеме шул сәйерлегенән арына: Ислам диненә күндереүсе Булат-Тимер хан ҡушҡан, әммә ғәрәп телен белмәгән башҡорттар тарафынан боҙоп әйтелгән Әлмөхәмәт булырға тейеш был исем... (Һүрәттә Ҡубандағы нуғай балалары).

Әммә Булат-Тимер хан Бүләр төбәгенә ете йыл буйына тынғы бирмәгәнлеге, йыл да килеп баҫҡанлығы билдәле. Шунан йөҙәгән Әмәт Хәмәт хан, шәжәрәләгесә әйтһәк, «бер аҙ кешеләр менән ҡасып, Олуғ Иҙелдең (хәҙерге Каманың. — Й.С.) арғы яғына сыҡтылар һәм йорт урыны ҡаҙынылар. Ҡара йылға тигән Шишмә буйында ҡундылар... Бер зират ташы күрҙеләр. Ташҡа яҙылмыш «Сулҡа ата» тип. Хан әйтте, моғайын, был ғәзиз булыр имеш, тип. Шул ваҡытта тарих һигеҙ йөҙ ун берҙә (миләди буйынса 1408 йыл. — Й.С.) ине...»

«Нуғай ылыҫы шәжәрәһе» тигән боронғораҡҡы нөсхәһендә был зират, әйтеп үтеүебеҙсә, «Солон ата ҡәбере» тип яҙылған:

«Нуғайҙарҙың иң әүәлге хандары Әмәт Хәмәт хан булып, башта Зәй, Шишмә тигән урындарҙа торһа ла, һуңынан Иҙелдең аръяғындағы Солон атаның ҡәбере булған Ҡарбин тигән бер ергә барып урынлашып, бер ҡәҙәре ғүмер һөргәндән һуң ҡартайып, ханлығын Шығай бейгә тапшырҙы».

Шәжәрәләребеҙҙең ошоһонда — Шығай, икенсеһендә Шәғәли тип яҙылған был исем Шәйех-Ғалиҙың ҡыҫҡартылып әйтелеше булып тора.

«Шығай бей, Шатҡы һыуы буйында йорт һалып, бөтөн ғүмерен шунда уҙғарҙы. Шунда вафат булып, Солон ата ҡәбере янына дәфен ителде». Әйтеп үтеүебеҙсә, хәҙергә Татарстан биләмәһендә тороп ҡалмыш Шатҡы йылғаһы буйында Шығай бабабыҙ нигеҙләгән Шатҡы ҡасабаһы бар әле лә. Шундағы Минзәлә яҡтарында шул бабабыҙ Шығай бейҙән Шығай ауылы ла ҡалған (ҡулъяҙма: Ғәли Соҡори. Тәүәрих-и Болғарийа йакә тәкриб-и ғари динелүр вә һәм ҡол ғариф динелсә жағздур, 16А бит).

Юрматы шәжәрәһенән: Шәғәли бейҙең «уғылы Ғали Шәйех Дәрүиш тигән олуғ бей булды. Йорт аман булды. Шәйех Дәрүиш бей булғас, боронғо аталарының йортона — Зәй, Шишмәгә күстеләр, һәр тарафтан күсеп йөрөнөләр... Бер аҙҙан һуң Шәйех Дәрүиш бей донъянан үтте, унан һуң бейҙең уғылы Сәсле Дәрүиш ине, бейлеккә мөһөр бирелде. Олуғ бей булды...»

Ошо урында Шәйех Дәрүиштең — үлеү, Сәсле Дәрүиштең бейлеккә мөһөр алыу йылын шаҡтай яҡын теүәллекле билдәләү мөмкинлеге бар. Баяғы хеҙмәтендә Сәғит Мираҫ уҙаманыбыҙ яҙыуынса: «Былар һәммәһе Нуғай ылыҫынан булған әҙәм Ҡазанға хан булған заманда ине. Ҡазан ханын үҙҙәренең олуғ ханы итеп таныйҙар, ханлыҡтарын, бейлектәрен Ҡазан ханынан тәсдиҡ ҡылдыралар ине, быларға Ҡазан ханы мөһөр (мисәт) ебәрә ине...» («Ватандаш» журналы 1996/2; 101-енсе бит).

Ул осорҙоң Ҡазан ханы «Нуғай ылыҫынан» булғас, үҙебеҙҙең башҡорт икәнлеге шикһеҙ. Ҡазан ханлығын нигеҙләүсе Оло Мөхәммәт үҙе — башҡорт Туҡтамыш хандың улы икәнлеген, ә уның тоҡомонан ҡаны менән дә, рухы менән дә һуңғы башҡорт хан Илһамды Ҡазан тәхетенә 1479 йылда башҡорт-нуғайҙар мендергәнлеген беләбеҙ. Башҡорт Илһам хандың ханлыҡ ғүмере фажиғәле өҙөлә — 1487 йылда уны Ҡазан татарҙары бөтә ғаиләһе менән бергә уның ҡан дошманы булған Мәскәү батшаһына хыянатсыларса һатып ебәрәләр һәм ул шунда зинданда үлеп ҡала. Шуға күрә Сәсле Дәрүишкә бейлек мөһөрө тап Илһам хан тарафынан һәм ул хакимлыҡ ҡылған 1479 — 1487 йылдар араһында бирелгәнлеге төҫмөрләнә.

Юрматы шәжәрәһенән: «Нуғайҙар ғәҙәте шул ине: бей, мырҙа тип баш эйеп йөрөнөләр. Күсә-күсә Һаҡмар, Яйыҡҡа һәм Иҙел (Ағиҙел. — Й.С.) буйына еттеләр. Һанһыҙ нуғай ошо ерҙәрҙә торлаҡ ҡылдылар. Әммә Сәсле Дәрүиш бейҙең ғүмеренең ахыры булды, уғылы юҡ ине һәм ҡәрендәш-яҡыны юҡ ине, бер генә ҡыҙы бар ине, үҙ ҡулы аҫтындағы нуғайға (Себер хандары шәжәрәһенән Мамант-Солтандың улы Мамай-Нар-Ҡасимға. — Й.С.) ҡыҙҙы биргән ине. Әммә ул ҡыҙҙан ике уғылы бар ине, бере Борнаҡ, бере Ядкәр (1533 йылда тыуған, сөнки ул 1552 йылда Ҡазан ханы булғанында 19 йәштә ине. — Й.С.) тигән ине. Әммә Борнаҡ тип уны шуның өсөн атанылар, һәмсә уғылы-ҡыҙы юҡ сәбәптән, (ғүмерле булһын тип), бороно аҡ аттың ҡуйынына һалып, ат исемен (дөрөҫө — ләҡәбен, сөнки малайҙың Бикбулат тигән үҙ исеме лә була; шуға күрә «Бикбулат-Борнаҡ тип яҙабыҙ. — Й.С.) бирҙеләр. Аталары — нуғай — йәш ваҡытында вафат ине (Әстерхан ханы булып ултырғанында 1548 йылда аҫыраулығы буйынса ағалары Ямғырсы, Исмәғил, Йософ тарафынан үлтерелә. — Й.С.). Сәсле Дәрүиш бейҙең ҡулында үҫкәндәр ине. Сәсле Дәрүиш бей донъянан күсте. Оло улы Борнаҡ — бей булды, Ядкәр — мырҙа булды... Ул заманда Тәүкәй хан ине. Тәүкәйгә мөһөр бирелде».

Иң элек әйтергә кәрәк: Ядкәр мырҙа ул заманда ағаһы Бикбулат-Борнаҡ бейҙең хөкүмәтендә баҫҡаҡ вазифаһын үтәй. Баҫҡаҡ — дәүләт халҡынан дәүләт ҡаҙнаһына һалым йыйыусы ул. Шуға күрәме, әҙәбиәтебеҙҙә уны башҡорт халҡын талап йөрөүсе рәхимһеҙ нуғай баҫҡағы итеп күрһәтеү ҙә сағылып ҡала. Ләкин дәүләт илдән һалым йыйыуһыҙ йәшәй алмай — хатта беҙҙең осорҙоң Рәсәй Федерацияһы ла бит үҙенең һалымдар инспекцияһын һәм полицияһын булдырҙы...

Инде әле күрһәтелгән шәжәрә юлдарына килгәндә, шәжәрәсе был урында Бикбулат-Борнаҡтың бей булыуын Сәсле Дәрүиштең үлеү һөҙөмтәһе итеп күрһәтеп саҡ ҡына яңылышҡан, сөнки Сәсле Дәрүиш был тарихи ваҡиғанан һуң да бер нисә тиҫтә йыл йәшәүе билдәле. Сәсле Дәрүиштең бейлектән китеү сәбәбе, минеңсә, бөтөнләй башҡаса. Ул замандарҙа башҡорт бейҙәренең, мырҙаларының үҙ ғәскәре башында, Мәскәү кенәзенә ялланып, Мәскәүҙең төрлө һуғыш сәфәрҙәрендә ҡатнашыуы, ҡайһыларының оҙаҡ йылдар ҡалып Мәскәүгә хеҙмәт итеүҙәре билдәле. Мәҫәлән, минең туп-тура бабам Ябынсы, Василий өсөнсө кенәздең армияһында хеҙмәт итеп, яҫауыл дәрәжәһе алып ҡайта, «Үҫәргән тәүәрихе» шәжәрәһендә лә ул Ябынсы Яҫауыл исемендә билдәле. Ябынсы Яҫауылдың замандашы, Юрматы ҡәбиләһенең ололоҡло Дәрүиш-Ғали ләҡәбен йөрөткән баяғы бейе (уға был хөрмәтле «ғали» ләҡәбе Ҡазандың башҡорт ханы тарафынан бирелгән) Сәсле Дәрүиш тә, ана шулай урыҫтарға ялланып, Василий өсөнсөнөң оҙаҡ йылдарға (1510 — 1531) һуҙылған, ярым үҙ аллы Псков, Вологда, Рязань, Новгород-Северский кенәзлектәрен Мәскәүгә ҡушыу һәм Ҡырым, Ҡазан ханлыҡтарын ҡаҡшатыу өсөн барған һуғыштарында ҡатнашҡан, һөҙөмтәлә илгиҙәр-дәрүишкә әүерелеп, урыҫ армияһындағыса оҙон сәс-толом (коса) үҫтереп ҡайтҡан, шуға күрә Сәсле Дәрүиш (ә урыҫтарҙа — Коса) ләҡәбе алған булырға тейеш (урыҫ тарихында — Дервиш-Али исемендә билдәле, ә уның аҫырау улы [ейәне] Ядкәрҙе — Едигер Косаевич тип яҙғандар). Үҙе сит яҡтарҙа йөрөгәнендә Башҡортостандағы бейлек вазифаһын аҫырау өлкән улы (ейәне) Бикбулат-Борнаҡ башҡарып, ахырҙа уландың был вазифаһын, шәжәрәлә әйтелеүенсә, Ҡазандың ҡыҫҡа ваҡытлы башҡорт ханы Тәүкәй (Тәүкил) рәсми рәүештә нығытып ҡуйған — тәсдиҡләгән. Бының шаҡтай теүәллекле датаһы шул Тәүкәйҙең Ҡазан ханы булып ултырыу йылы менән тура килә. Был йылды билдәләүҙе уның, Тәүкәй хандың, тәржемәи хәленән башлайыҡ: «Тәүкәй мең дә һикһән биш йорт ҡаҙаҡҡа (күскенсегә. — Й.С.) баш булды, һәр тарафҡа күсеп йөрөнөләр... Ғәҙеллек менән йорт көттөләр», — тип әйтелә Юрматы шәжәрәһендә. Тимәк, үҙебеҙҙең Үҫәргән-нуғайҙарыбыҙҙың хан дәрәжәһенә ирешмеш күренекле бер мырҙаһы булып сыға һәм ул, Тәүкәй, Ҡазан хан һарайында хеҙмәт иткән күренекле Үҫәргән-нуғай мырҙаһы Тәүкил үҙе булып тора (был зат башҡорт Муса кенәздең яҡын туғаны булып, элегерәк Оло Урҙа ханына — Муса кенәздең кейәүе мәрхүм Әхмәт хандың улы Шәйех-Әхмәт ханға хеҙмәт иткән). 1530 йылда Ҡазан ғәскәрҙәре урыҫтарҙан еңелгәс, ғәҙәттәгесә, Ҡазандағы түрә-ҡара һағыҙаҡ ояһылай ҡайнаша башлай һәм Тағай менән әлеге шул Тәүкил мырҙалар етәкселегендә Мәскәү яҡлылар өҫтөнлөк алып, ҡырымлы Сафа-Гәрәй ханды тәхеттән ҡолатып, Мәскәү бөйөк кенәзе Василий менән солох төҙөшөү өсөн, беҙҙең Тәүкил мырҙаны, уның элек Оло Урҙа ханы Шәйех-Әхмәттең ылыҫ башлығы (премьер-министры) булыуын һәм 1501 йылда Оло Урҙанан Мәскәүгә илсе булып та барыуын (Н.М. Карамзин, т. VI; 187, 307-нсе биттәр) иҫәпкә алып, буғай, уны Мәскәү менән эш итмәле хан итеп һайлап ҡуялар. 1531 йылда ошо ике мырҙа (береһе инде хан дәрәжәһендә) шул эш менән Мәскәүгә юллана. Ләкин кенәз Василий был Тәүкил мырҙаның «хан»лығын һис танымай, юлдашы Тағай мырҙа менән икеһен Мәскәүҙән ҡыуып ҡайтара; урыҫҡа ныҡ бойондороҡло ҡазандар иһә, хан һайлау мәсьәләһендә шулай ауыҙҙары ныҡ бешеп, Мәскәүҙән үҙҙәренә икенсе бер хан һорарға һәм һөҙөмтәлә Мәскәүҙең тоғролоҡло ялсыһы Йәнғәлиҙе хан итеп алырға мәжбүр булалар. Тап бына шул ҡыҫҡа ваҡытлы Тәүкәй (Тәүкил) хан 1531 йылда төньяҡ-көнбайыш башҡорт иләүенә Бикбулат-Борнаҡты бей итеп раҫлаған — мөһөр биргән дә инде. Шунан һуң ул, Бикбулат-Борнаҡ, ошо Көн-Өфө-Тора кенәзлегендә (кенәзе Исмәғил Хайрас) туғыҙ йыл бей булып торғас, 1540 йылда үҙ атаһы Себер ханы Мамай-Нар-Ҡасим йәки Шәйех-Мамай-Ҡасим уны үҙе урынына Себер-Тура тәхетенә ултыртып ҡалдырған да үҙе иһә баяғы мәрхүм Әхмәт хандың урыҫтарға итәғәтле ейәне Абдрахмандың тамырын киҫергә — Әстерханды урыҫ ҡулы аҫтынан тартып алырға киткән, сөнки Ә.В. Туған (Башҡорттарҙың тарихы... Өфө, 1994; 26-нсы бит) Шәйех-Мамай-Нар-Ҡасимдың Әстерхан ханы булыу осрон 1540 — 1548 йылдар менән билдәләй.

Иҙел тамағындағы стратегик әһәмиәткә эйә Әстерханды ана шулай үҙенең хәрби төйәге (плацдармы) яһап алып, Мамай-Нар-Ҡасим хан Көнбайышҡа — төркиҙәрҙең үҙ аллылығының төп дошманы булып һаналған урыҫ иленең ҡалаларына сапҡын артынан сапҡын яһап бөлдөрә, урыҫтың хәтерендә ныҡ ярылып ҡалған боронғо ҡурҡыныс Мамай батыр (1380 йыл үлтерелгән) ҡабат терелгәндәй ҡабул ҡылына — Нар-Ҡасимға Мамай ләҡәбе шунан тағыла, буғай... Тик Мәскәү ҙә йоҡлап ятмай: үҙенең хас дошманына әүерелгән Мамай-Ҡасим ханды башҡорттарҙың үҙҙәренән юҡ иттертеү әмәлен эҙләп таба. Ул осорҙа Башҡортостандың көтөлмәгән ауыр хәлгә ҡалыуы ла Мәскәү файҙаһына була. Юрматы шәжәрәһендә (28 — 29-ынсы биттәр) аныҡ бәйән ителеүенсә, «бер заман йылдар ҡытлыҡ булды. Ҡыш бик оҙаҡ булды, өс йылғаса йылҡы, ҡуй бөттө, игендәр һис уңманы, күп халайыҡтар дарманһыҙ булдылар, вә күп халайыҡ ас-яланғас булдылар. Нуғайҙар (башҡорттар. — Й.С.) йыйылып кәңәш ҡылдылар. Боронғо аталарыбыҙ Ҡубандан килгән (заманында Ҡубан яғына олаҡмыш башҡорттарҙың күп өлөшөн Йеҙекәй батыр менән уның улы Нураддин — Мораҙым Уралға ҡабат алып ҡайтыуға ишара. — Й.С.) ине, ер-һыу тип; һалҡын ер, һалҡын һыу эҙләп килгәндәр, әммә ҡыш һыуығы Көн эҫелегенән яман имеш. Әммә һыуыҡ тәжрибәһенән да яманы — төн яғынан урыҫ көффар килгәйне (Строгановтарҙың Пермь яҡтарына ерегеүе. — Й.С.). Был ерҙәрҙә урыҫ күп булғай. Беҙгә был ер лайыҡ түгел тип, һанһыҙ күп нуғайҙар боҫор булдылар. Әммә ярлы-ябағалары Борнаҡ бейгә килеп әйттеләр: яҡшы ваҡытта бергә торҙоҡ, инде заман яманайғас, беҙҙе ҡайҙа ҡуйып китәһегеҙ, беҙ ҡайҙа барайыҡ, тип бик ялбарҙылар иһә, Бурнаҡ бей күсмәҫ булды. Энеһе Ядкәр мырҙа баш булып, һанһыҙ күп нуғай менән Ҡубанға күстеләр. Әммә туғыҙ йөҙ ҙә илле өстә (=1546. — Й.С.), Ағиҙелдең буйында үрге осо — Нөгөш, түбәнге осо Күкүш, шуларҙан сыҡҡан таралма һыуҙары, яландары менән биләп торалар ине (нуғайҙар). Өс йөҙ нуғай ырыуҙары менән дәхи ҙә Ҡубанға боҫтолар. Бурнаҡ бей менән ҡалғандары иштәк аталдылар». Ядкәр үҙенең башҡорттары менән Мәскәү дәүләтенә ялланып, уға Ҡубанда хеҙмәт итергә киткән, уның хеҙмәт дәүерен урыҫ тарихсылары һигеҙ йыл итеп билдәләй.

Күренеүенсә, Ҡубанға китмәй, Уралда тороп ҡалған бабаларыбыҙ үҙҙәрен Себер-Тура ханлығы башҡорттарының исеме менән «башҡорт» тип, ә ҡаҙаҡтар уларҙы, үҙҙәренә күрше Себер халҡы әстәктәрҙең исеменә бәйләп, «иштәк» тип атағандар...

Бына ошо ауыр-билғауыр заманда Әстерхан ханы Мамай-Нар-Ҡасимдың да, уның туғаны һәм Мәскәүгә ҡаршы көрәшендәге берекмәне булған Бәләкәй Урҙаның кенәзе (нурадины) Ирзал Ураҡтың да хәлдәре мөшкөл, ғәскәрҙәре ғәйрәтһеҙ була, әлбиттә. Күберәген урыҫ ҡулына ҡарап торған Ҙур Урҙаның (Көн-Өфө-Тораның) кенәз йортона әленән-әле Мәскәүҙән бүләккә килә торған аҫыл малдарҙы һәм Мәскәү менән берекмәнлекте, боронғолар һүҙе менән әйтһәк, «ҡан-ҡәрҙәшлектән дә өҫтөн күрмеш яуыз Исмәғил Хайрас», форсаттан файҙаланып һәм Мәскәү теләген үтәп, өҫтәрәк бер әйтеп үтеүебеҙсә, 1548 йылда Әстерханды аҫтыртын килеп баҫа һәм, туғанлыҡ хәйләһе менән хан ҡәлғәһенә үтеп инеп, Мамай-Нар-Ҡасимды язалап үлтерә, урынына Исмәғилдең ағаһы Ямғырсы мырҙа хан ителә. Бер ыңғайҙан Бәләкәй Урҙаның кенәзе (нурадины) Ирзал Ураҡ та юҡ ителеп, Исмәғилдең ҡустыһы Зартуш Һары Йософ уның урынын ала... Ләкин Зартуш Һары Йософ та ғәмәлдә Ҡазан яҡлы булып, Мәскәүгә ҡаршы торғас, 1554 йылда Мәскәү теләге менән уны Исмәғил Хайрас үҙе үлтереп, 1555 йылда ике урҙаны Мәскәүгә бойондороҡло берәгәй Оло Урҙаға берләштерә лә 1564 йылғаса (үлгәненсә) шуның кенәзе була. Ә 1557 йылда бейҙәребеҙҙең, Ҡазанға барып, Рәсәй батшаһына итәғәтлек итеүе — шул Исмәғил Хайрас етәкселегендәге Башҡортостандың үҙе теләп Рәсәйгә ғәмәли ҡушылыуын рәсмиләштереп дөрөҫләү генә һәм ул заманаһының тәрән аҡыл эйәһе Исмәғил Хайрас тарафынан ойошторолған да, булһа кәрәк...

Мәскәү яҡлы Әстерхан ханы Ямғырсы ла, көтмәгәндә, Яуыз Иван Ҡазанды яулап алыуы сәбәпле, урыҫтарҙың килешкеһеҙ дошманына әүерелгәс, 1554 йылда Яуыз Иван ғәскәрҙәре уны баҫтырырға хәрби сәфәргә сыға. Ә беҙ белгән Сәсле Дәрүиш (Дервиш-Али) был заманда урыҫтарға оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәте өсөн Яуыз Иван тарафынан һөйөлөп, 1551 йылда уға Звенигород ҡалаһы бүләк ителгән йәғни шунда хан итеп ҡуйылғайны. Әстерхандың хан тәхетенән ҡолатылған Ямғырсы урынына урыҫ ғәскәрҙәре Сәсле Дәрүиш (Дервиш-Али) ханды килтереп ултырта Әммә был да оҙаҡҡа бармай: Рәсәй дәүләтенә тулыһынса бойондороҡло булыуҙан баш тартҡан Сәсле Дәрүиште Яуыз Иван, 1556 йылда Әстерханға яңынан ғәскәр ебәреп, тәхетенән ҡолата һәм шунан һуң Әстерхан ханлығы, Ҡазан ханлығы һымаҡ уҡ, Рәсәйҙең ябай гөбөрнәһенә әүерелдерелә...