- •Бөйөк Ҡошанды ҡороу
- •Бөйөк Ҡошан шәкеләре
- •1. Һермаиозобазилеуззутеро;
- •Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
- •Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
- •Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
- •Артыш-ир (Күсәк бей)
- •Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
- •Бөрйән (“бер йән”) ырыуы тыуған йыл
- •Ҡошандың һуңғы күкрәүе
- •Аңлатмалар
- •Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының
- •Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында
- •Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)
- •Йеҙекәй-дәүҡыяҡ-ҡурай.
- •Батшалар еренә сәйәхәт (темаға яңы ҡараш)
- •1862 Кеше әсир алынған һәм ҡоллоҡҡа оҙатылған;
- •135 Кеше Көнсығышты яулау полктарына һәм флотҡа тәғәйенләнгән;
- •796 Кеше, танауын ҡырҡып һәм сыбыртҡы менән ярып, ҡатындары, бала-сағалары менән ҡуша итәғәтле старшина Бирҙеғолдоң күҙәтеүе аҫтына тапшырылған.
- •Туҡтамыш-хан, Ялыҡ-бей һәм Аҡһаҡ Тимер
- •Последний из сартаева рода
- •Последний из сартаева рода
- •Себер ханлығы һәм башҡалар Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
- •Солон-ата һәм Шығай бей
- •Тарихи Себер ханлығының башланыуы
- •Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
- •«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
- •Мар улдары Хыҙыр, Абдул
- •«Ҡазан илен аламын...»
- •Юрматы бейе (Үҫәргән башҡорто) Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
- •Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
- •Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
- •Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
- •Себер ханы ла бер үк Ядкәр
- •Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
- •Башҡорт “туған”ы татар
- •Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
- •Ни өсөн «татар», «монгол»?
- •«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
- •Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
- •Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты.
- •Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
- •Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Төрөк солтанының башҡорттарға хатының һәм башҡорттарҙың яуабының урыҫса текстары:
Турецкий султан посла в Ногаи (Башҡортостанға. — Й.С.) послы своя ко всем начальным и большим мурзам, со многими дары и глаголя им тако:
“О сильная Ногаи многия, станите, мене послушав, соединитеся с казанцы во едино сердце, в поможении за Казань на московского царя и великого князя, и паче же за веру нашу древную и великую, яко близ его живуща; и не довайтися в обиду, мощни бо есте противитися ему. Слышу всегда про вас, аще хощете противитися: зело бо восстает на веру нашу и хощет до конца потребити ею. И аз о сем в велицей печали есмь и боюся, егда вам помале то же будет от него, яко же и Казани: в несогласие живуще межю собою изгинете, и орды ваша запустеют”.
Ногайские же мурзы (во главе с князем Исмагилем. — Й.С.) все тако рекуще послом:
“Ты, великий царю салтане, пецыся собою, а не нами. И ты убо не царь еси нам и земля нашия не строиши, и нами не владееши, и живеши далече от нас, за морем, богат еси и силен, и всем еси изобилен, никеея же нужда от житейских потреб не одержит тебе; нам же убогим и скудным всем. И аще не бы наполнял потребую нашу землю московский царь, то не бы могли жити и единого дня. И за его добро подобает нам всячески помогати ему на казанцев, за их пред ним великое лукавство и неправду. Хотяще язык наш с ними един и вера едина, то убо довлеет нам правда имети. Не токмо же нам подобает помогати московскому на казанцев, но и на тебя самого, царя царем, аще востанеши нань. Или несть то ты слышал каково зла всегда казанцы сотворяют московскому, непрестанно землю его воююще и люди русския губят. И многажды межю собою рускому клятву преступающе, и мир изменяюще. А еже рекл еси нам: то же вам от него будет, аки казанцем. Ногаи же рече тако: не срам бо есть нам покоритися ему и служити — подобен есть он тебе всем богатеством и силою. Пишут бо наши книги и християнския, яко в последняя лета соединятся все языцы, будут во единой вере крестьянской и под тою же державою. Да которая есть вера такова, яко же крестьянская, святая, еже есть русская? Всех бо наших вер темных лутше, аки пресветлое солнце сияет”.
И тако же мурзы ногайские напишаша турскому, и с тем отпустиша к нему послов его; и взеиша у послов напрасно дары великия многоценныя, и опустиша послов.
Ҡазан илселәренә башҡорттарҙың яуабы:
Казанские посылаху бо в Ногаи того лета послы своя до прихода русскыя сила с великими дары к мурзам, да возьмут наем на люди своя, елико хотят, и послют к ним на помощь и помогут им, егда бы им нужда. Военачальницы же ногайские мурзы дары взяша у послов, а вои своих не пустиша к ним, глаголющи:
“Не смеем к вам пустити на московского царя вои наших, многажды бо пущавшим нам, и вси у вас от руки побены умираху, и не един сюда от вас возвратися жив, и бог не попущает нам за истинную любовь к нам московского самодержца, и несть нам лзе стати по вас братися с ним, всегда велико нам добро от него восприемлющем, в миру и в любви живущим см ним, вснегда велико нам добро от него восприемлющем, в миру и в любви живущим с ним; но паче готовимся испомогати ему на вас, на лукавых и безверных человек, вы бо всегда на на правде своей обидите его, но и клятву свою многажды преступающе, в суседех ему живущи и убозии суще и худыя, а таковому царю сильну и велику хощете одолети лукавством вашим, а не силою своею. Да всяко одоление будет от него, нежели одолети ему, аще волею и добром не смиритеся с ним предавщеся ему”. (Сказание о царстве казанском. М., 1959, стр. 98 — 99, 142 — 143).
Йөкмәткеһе
Дәүләтебеҙ Бөйөк Ҡошан...3
Йыуасалы тигән, ай, бер халыҡ...
Бөйөк Ҡошанды ҡороу
Бөйөк Ҡошан шәкеләре
Шәкеләрҙең, королдәрҙең тәүтөйәге Күк Урал
Бөйөк Ҡошанда ҡарпымыш Күбәләк-Тиләү
Батша шәжәрәләр сығанағы Үҫәргән
Бөйөк Ҡошандың ер-иләү бүленеше: 4 шәкелек
«Хаин» ырыуы хаҡында
Бөрйән («бер йән») ырыуы тыуған йыл
Ҡошандың һуңғы күкрәүе
Аңлатмалар
Дәү Олояу — Ҡатай-көҙән башҡорттарының бөйөк дәүләте...60
Шата Ырыҫтаулы — Руставели хаҡында...86
Башҡорттар һәм төрөктәр...116
Боронғоларыбыҙҙы беләбеҙме?
Төркиә тупрағы — борон-борондан төркиҙәрҙең төйәге
Төрөк солтандары
Шәжәрә
Башҡорт батыры Йеҙекәй...125
Туҡтамыш хан, Ялыҡ бей һәм Аҡһаҡ Тимер...280
Себер ханлығы һәм башҡалар...341
Себер — Әлмисаҡтан башҡорт төйәге
Солон ата һәм Шығай бей
Тарихи Себер ханлығының башланыуы
Кем ул Оң хан?
Тора хан йәки «Өфөк батшаһы» Уаҡҡас
«Бараж» — Мар-аждаһа икән дә...
Мар улдары Хыҙыр, Абдул
Башҡорт һәм урыҫ араһы
«Ҡазан илен аламын...»
Юрматы бейе Сәсле Дәрүиш — Себер һәм Ҡазандың һуңғы хандарын аҫырап үҫтереүсе
Һалсы хан — башҡорттоң «Бала-Ҡарға»һы
Бүләр ханы Әмәт Хәмәт һәм уның тоҡомдары
Ҡазандың һуңғы ханы Ядкәр, бабам Ябынсы Яҫауыл
Себер ханы ла бер үк Ядкәр
Себер хандарының дипломаты Илсе Ғайса
Башҡорт туғаны татар...
Беҙ – игеҙәктәр, тибеҙ...
Шәжәрәләр, тәүәрихтәр һөйләүе
Ни өсөн «татар», «монгол»?
«Татар», «монгол»дың яҙмышы ла аҙмышы
Ҡазан ханлығы һәм уның емерелеүе
Башҡорт-нуғай кенәзе Исмәғилдең төрөк солтанына яуап хаты
1 Иҫкәртмәле биттең үҙендә үк (аҫта) бирелмәгән аңлатмалар бүлек аҙағында бирелә.
2 Хоҙайҙар дүрт юлы армыттарының сатрашланыу төйөнө булған Туҡан (Туған) тауыбыҙ ҙа бар — Иҙелбаш ҡалабыҙ янында.
3 Р.Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа. М., 1974 (артабан: Р.Г.К. Пбн), 139-сы бит.
4 Р.Г.К. Пбн, 138-се бит.
5 Н.И. Конрад. Запад и Восток. М. 1972, 80-се бит.
6 Р.Г.К. Пбн, 166-сы бит.
7 Шунда уҡ, 169-170-се биттәр.
8 Шунда уҡ, 143-сө бит.
9 Мишель Монтень. Опыты. В трех книгах. Книги первая и вторая. М., 1980; 354-355-се биттәр.
10 Истахр — истәк-ер (әсә-тау-ер йәғни Үҫәргәндең изге Шәке тауы урынлашҡан ер), хәҙерге Башҡортостандың ҡалаһы Эстәрлетамаҡ булырға тейеш. Фирҙәүсиҙең “Шаһнамә”һен аңлатыусылар уны хәҙерге Ирандағы Парс (бүре-әсә — Үҫәргәндәр иле) йәғни Фарсы өлкәһенең ҡалаһы итеп тоҫмаллай һәм хәҙерге Бағдад янындағы боронғо Тайсафун ҡалаһын шул Сәсән тоҡомло батшаларҙың — ҡышлау, ә Истахрҙы йәйләү баш ҡалаһы булғанлығын аңғарта. Әммә-ләкин Бағдадтан да алыҫ көньяҡтараҡ урынлашмыш һәм эҫе тропикаға яҡын бөркөү Парс өлкәһенең йәйләү урыны булыуы мөмкин түгел, сөнки боронғо башҡорт хандары һалҡыныраҡ климатлы Уралда (хәҙерге Тора таулы Эстәрлетамаҡта) йәйләп, йылыраҡ Сырдарья, Амударья, Әсәккүл буйҙарына һәм хатта Памир аръяғынаса ҡышлауға китеүҙәре билдәле.
11 Инәһөтө (Анахита) ҡорамы — Башҡортостандың Асылыкүл буйындағы Ҡаҙанташ. Уның ҡорбан салыу ҡаҙандары һәм ырын (рун) хәрефтәре менән ташҡа ырып яҙылған доғалары хаҡында матбуғатта яҙып сыҡҡайным инде. Үкенескә ҡаршы, ул яҙыулы таш 80-се йылдарҙа уҡ ғәйеп булды... Ошо көнгәсә һаҡланып килеп еткән “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостары өсөн дә беҙ, моғайын, баяғы бабабыҙ Бәк-сәсәнгә бурыслылыр.
12 Дарабгирд (тора-уба-керет — Тора тау янындағы ҡала) — мөхтәрәм Муса хәҙрәттең “Үҫәргән тәүәрихе”ндәге (Фәндар академияһының Башҡортостан филиалы китапханаһы, РН б/2279. — Усергенская летопись — шежере башкир племени Усерген, 35-се бит) боронғо батша бабабыҙ Дараб бин Баһумандың баш ҡалаһы (хәҙерге шул уҡ Эстәрлетамаҡ булырға тейеш).
13 Үҫәргән башбабаһы тураһындағы борон-борондан уҡ килгән риүәйәттең нәүбәттәге сағылышы.
14 Ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Хәтерхитап. Башҡорттарҙың яҙмышы һәм булмышы. Өфө — 2002; 234-енсе бит (һүрәт). Артабан «Хәтерхитап» тип күрһәтелә.
15 Ҡытайҙар тәүәрихендәге ҡытайсалаштырылған рәсми әруахлыҡ исеме Тай-цзу. Ҡытайҙар бөтә төрки исемдәрҙе шулай ҡытайсаға «тәржемәләп» яҙғандар.
16 Абызыйҙың улы Туған (Тай-цзун) император булып ултырыу дәүерендә был империя үҫешенең юғары сигенә етеп, Дәү Олояу дәүләте тип нарыҡлана.
17 Селәү-бей — Силәбе ерендә, тип аңларға кәрәк.
18 Ҡатай-көҙәндәр империяһының тәүҙә — дүрт, аҙаҡ биш баш ҡалаһы була, быныһы — көнбайышта.
19 Тышҡы башҡорт тарафы — ҡатай-көҙәндәр яғы.
20 Күктән төшөүгә ишара.
21 Үҫәргәндәрҙең башбабаны һыуҙан тотоп алыу мифына бәйле.
22Көнгә (Шүлгән батырға) табынып, Айға (Урал батырға) табынмауҙары ҡатай-көҙәндәрҙең борон Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡарауҙарына ишара.
23 Биш баш ҡаланың берәгәйлегенә ишара.
24 Дошман яҡтың иген баҫыуҙарын тапатыр өсөн.
25 Ҡәрҙәш сыуаштар әлегәсә өндө “сас” тиҙәр, мәҫәлән, уларҙың Өфөлә сыға торған “Урал сасы” гәзите.
26 Бүре-өфөн — парфян, Парфия.
27 Көләр (көн-ир, ә боронараҡ Көн-би) — тәүдинебеҙҙәге Көн хоҙайы Шүлгән ләҡәбе булып, бөтә Башҡортостан тәхетендә ултырмыш Үҫәргән тәүырыуы батшаларының ләҡәп-титулы ул (Башҡорт тәүырыуы батшаларының “король” ләҡәбе менән бер).
28 Мүйтән — мүк-тән (мүкле-тән йәки “Йәшерен хикәйәт”тәге мүкле — мухали), был иһә икенсе төрлө әйтелештә төклө (төкләҫ) тән, тигән һүҙ.
29 “Туҡсаба” — Үҫәргән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарының уртаҡ ораны (“атаҡа-асаба” тигән һүҙҙән: “атаҡа”һы — Урал батыр тоҡомо башҡорттарҙыҡы, ә “асаба”һы Шүлгән батыр тоҡомо үҫәргәндәрҙеке; Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән — бер бөтөн башҡорт халҡының нигеҙ ырыуҙары булғанлыҡтан, “атаҡа-асаба” икеһе ҡуша бер бөтөнлөктө белдереп әйтелгән). Үҫәргәндәрҙең хәҙерге бәғзеләре, мәҫәлән, Йәнсура районындағылары, ошо ата-баба йолаһын боҙоп, күргәҙмәле шәжәрәләренә “ораныбыҙ “Мүйтән” тип яҙып ҡуйғандар.
30 Туҡсаба — шәжәрәне күсереүсе, был исемдәге өсөнсө хәреф “ҡ”-ны төшөрөп ҡалдырып, “дусбә” тип яңылыш яҙған, ә “ду(ҡ)с(ә)бә” булырға тейеш ине.
31 Ҡасыр — татар-монголдарҙан ҡасып киткән Өфө батшаһы Мүйтәнгә дошмандары биргән ләҡәп; ә “Ҡасыр улын” — Мүйтәндең улын, тигән һүҙ.
32 Ошондай уҡ “тапҡыр” һүҙҙәр беҙҙең дәүер икенсе донъя һуғышы осоронда Советтар Союзы халыҡтары Гитлер фашизмына ҡаршы ҡанға батып һуғышҡан һәм көнбайыштан ярҙам ҡулы (“икенсе фронт”) һуҙылыуын күҙҙәр тишелеп-зарығып көткән саҡта ла шул уҡ Англияның атаҡлы премьер-министры Уинстон Черчилл ауыҙынан әйтелде.
33 Быуындарға йәйәләр эсендәге аңлатмалар — авторҙыҡы, ә тырнаҡтар эсенә алынғандары һәм ундағы бит һандары — “Үҫәргән тәүәрихе”нән.
34 Шам — батша.
35 Был исемде күсереүсе яңылыштырған: “Туҡҡужа-хан” (Туҡтамыш-хандың атаһы) тип төҙәтеп уҡырға кәрәк.
36 Урыҫ батшаһы Яуыз Иванға.
37 Хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районының исеме шунан.
38 Тура-хан (икенсе) — 1524-1565 йылдарҙа Өфө-Тура ҡуш ҡалабыҙҙа тәхетләнмеш Исмәғил Хайрас кенәздең һәм уның улы Хаҡназар-хандың ләҡәбе.
39 Маңғышлаҡ — Мең-ҡышлаҡ, йәғни Үҫәргәндән саталанмыш мең һаҙаҡлы Урҙас-бейҙең (Мең ырыуының) ҡышлау урыны.
40 Ҡасынҡы сала-бәк (йәки ҡасаҡ сала-бәк) — “ҡасыныу салаһы (селоһы) бәге (бейе)” тигән һүҙ, ул иһә Василий кенәз (Яуыз Ивандың атаһы) ғәскәрендә хеҙмәт иткән атаҡлы Яуынсы Яҫауыл бабабыҙҙың улдарының береһе (“Үҫәргән тәүәрихе”; 66,69-сы биттәр). Был “Ҡасынҡы сала” тигән исемле һәм Ҡаса — хәҙерге Ҡаҫмарт йылға тамағындағы боронғо ауылдың урыны “Иҫке ҡый” һәм иҫке зыяраты хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы Һунарсы һәм Сәнкем-Биктимер ауылдары араһындағы “Ҡамышлы ҡолаҡ” тигән төбәктә. Заманында унда, татар-монгол яуҙарынан Каспий диңгеҙенә табан ҡасып китеп барышлай, бөтә Башҡортостандың батшаһы Мүйтән-бей (баба Төкләҫ улы Тура-хандың бүләһе) ыҫтан ҡороп ҡасынып ятҡан (ә бер улы шунда ерегеп ҡалған), шуға күрә лә был ер-һыу “Ҡасынҡы” аталған, имеш. Шуға күрәлер инде, ҡарттарыбыҙ “Сәнкем-Биктимер ауылы борон Мүйтән-бейҙең баш ҡалаһы булған”, тиеп һөйләрҙәр ине.
41 Мәсәкле — Үҫәргән тәүырыуының башбабаһы Шүлгәнде тыуҙырмыш “Мәсәк-аба”ға (Машаҡ-тауға) табыныусы. Был Үҫәргәндәрҙең борон торған ерҙәрендә шул “Мәсәк-аба”ға бәйле Москова (Башҡортостандың хәҙерге Дүртөйлө районында), Мәскәү (Усалы районында) ауылдары һәм алыҫ көнбайыштараҡ Мәскәү (Москва) йылғаһы менән Мәскәү (Москва) ҡалаһы ҡалған (ул ҡала кенәз Юрий Долгорукий тыуыуҙан күп быуаттар элек үк булған).
42Алтын Урҙаның Башҡортостан солтанатында.
43 Ҡунаҡ (кинок) — кәнтәй эт, йәғни эткә табыныусы “нуғай”.
44 Аҡжаҡ (аҡ-жаҡы) — аҡ Шәке йәғни аҡ әсә-бүре, йәғни аҡ бүрегә табыныусы көнбайыш (биләр) үҫәргәндәре.
45 Айыу — айыуға табыныусы төньяҡ-көнсығыш (саха-яҡут) үҫәргәндәре.
46 Үҙән йылғалары хәҙерге Саратов өлкәһендә башланып, Ҡаҙағстанға ағыла.
47 Хауыз — һыу йыйғыс соҡор, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Биләй районындағы тарихҡа билдәле Ҡоро-күл булырға тейеш.
48 Мәсет-һарай ҡалаһы — Туҡтамыш-хандың Яйыҡ буйындағы баш ҡалаһы.
49 Йедәк — Йеҙекәй (Едигей) батырыбыҙ.
50 Төсө -- Сөсө һыулы йылға.
51 Төләнкөн — диңгеҙ хайуаны (тюлень).
52 Үҙән һыуы Башҡортостандың хәҙерге Белорет, Бөрйән райондары аша аға.
53 Ун ике йорт ырыу -- башҡорт халҡының хәҙерге яңылыш яҙып йөрөтөлгән ете ырыуҙан түгел, ә ун ике төп ырыуҙан хасиллығы эпоста асыҡ әйтелгән.
54 Балтырған (балтыр-ҡан) — тәүдинебеҙҙәге бер үлән-хоҙайҙың исеме.
55 Тимәк, Жанибәк-хандың улы ошо Бәрҙебәк — Йеҙекәйҙең бер туған һеңлеһенән тыумыш ҡустыһы булған.
56 Ул осорҙа Алтын Урҙа дәүләте, боронғо Эске Башҡорт менән Тышҡы Башҡорттай, ике яртыға бүленгән: Иҙелдән алып көнсығышҡа табан Урал, Себер, хәҙерге Ҡаҙағстан — Аҡ Урҙа, ә көнбайыш тараф (урыҫ яғы) — Күк Урҙа. 1378 йылдан һуң икеһе берләштерелә.
57 Шуға күрә был Бәрҙебәк Жанибәк улын һис тә Туҡтамыш-ханыбыҙҙың бабаһы Бәрҙебәк Тура-хан улы (“Нармуйынлы Бәрҙебәк”) менән бутарға ярамай.
58 Туҡтамыш — Төк-табыш (төклө көпшә бәрәкәте) тигән һүҙ; Туҡтамыштың атаһы Туҡҡужа (төк-хужаһы) ла, ҡартатаһы Ҡиас та (ҡыяҡ-аш — балтырған бәбәге) шул уҡ “төклө көпшә” затынан, ә был иһә Йеҙекәй менән Туҡтамыштың бер үк баба Төкләҫ тоҡомдары икәнлегенә тағы ла бер ишара.
59 Сатмыр-хан — Аҡһаҡ Тимер.
60 Сыңғыҙ тоҡомо — Сыңғыҙ-ханды ла тыуҙырған Үҫәргән-Бөрйән ырыуынан (ләкин нәҫеленән түгел) икәнлегенә ишара.
61 Мамай (1380 йылда үлә) — Сыңғыҙ тоҡомло Жанибәк улы Бәрҙебәк-хан заманында уның ҡыҙына өйләнеп, Алтын Урҙаның сәрғәскәре һәм артабан ғәмәли (хан өҫтөнән) бойороусыһы булып, бөтә урыҫ кенәзлектәрен ҡыйратып һәм ҡоттарын осороп йөрөгән батыр. 1380 йылда Куликово һуғышында берләшкән урыҫ-татарҙарҙан еңелеп, Алтын Урҙаны тулыһынса Туҡтамыш-ханға ҡалдырып китергә мәжбүр була, Ҡаф (хәҙерге Феодосия) ҡалаһында гректар тарафынан хыянатсыл үлтерелә.
62 Тура — Тура-хан бин баба Төкләҫ исеменән алынған хоҡуҡи термин.
63 Яҫаҡ — Сыңғыҙ-хан хоҡуҡи ҡанундарының исеме.
64 Немец уны “Зебр” тип яҙған — Зәббәр, Яппарбирҙе тигәндең боҙолошо.
65 Алтын Урҙала тәхет өсөн тартыш шул тиклем дә хәтәрләшкән ки, Йеҙекәй хатта үҙенең ҡан дошманы Туҡтамыш-хандың улын саҡырып ҡайтарырға мәжбүр булған (уға, бәлки, төрөк дипломатияһы ла тәьҫир иткәндер).
66 Немец “Зегелладин” тип яҙған, урыҫ йылъяҙмаларындағы “Зелени-салтан”, ә дөрөҫө Йәләлитдин.
67 Фарсы сығанаҡтарындағы Тимер-солтан (Шадибәк улы).
68 Немец “Махмуд” тип яҙған, урыҫ йылъяҙмаларындағы “Махмет”, ә дөрөҫө Оло Мөхәммәт (Туҡтамыш улы).
69 Нуғай — бүре-эткә табыныусы Үҫәргән башҡорто, тигән һүҙ.
70 Унда боронғо Тура ҡалаһы ултырған Тура йылғаһы ла бар.
71 Мамай — XVI быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән һәм, боронғо Мамай кеүек үк, урыҫ өлкәләрен ҡыйратып йөрөгән Мамай-Нар-Ҡасим — Йеҙекәйгә ейән тейешле Уаҡҡастың ейәне булмыш Исмәғил Хайрастың ейәне.
72 Хәҙерге Саратов өлкәһендә.
73 Сураш солтан — хан улы Сураш, йәғни Мамай-Нар-Ҡасим-хандың улы, тигән һүҙ.
74 Нуритдин — Йеҙекәй улы Нур-ад-дин (Мораҙым).
75 Һарайсыҡҡа — Ҡыҙыл-Һарайсыҡҡа тигәндең ҡыҫҡартып әйтелеше.
76 Үҙән йылғалары хәҙерге Саратов өлкәһендә башланып, Ҡаҙағстанға ағыла.
77 Хауыз — һыу йыйғыс соҡор, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Биләй районындағы тарихҡа билдәле Ҡоро-күл булырға тейеш.
78 Мәсет-һарай ҡалаһы — Туҡтамыш-хандың Яйыҡ буйындағы баш ҡалаһы.
79 Йедәк — Йеҙекәй (Едигей) батырыбыҙ.
80 Яусы (Джучи) ылыҫының көнсығыштан Иҙелгәсә яртыһы.
81 Яусы (Джучи) ылыҫының көнбайыштан Иҙелгәсә яртыһы.
82 Ибәк-батша — Төмән ханы Ибраһим (Шәйбән нәҫеле).
83 Алас (Алач, Алаш) — “Үҫәргән тәүәрихе”ндәге (58-се бит) Аласағыр-хан, Муса кенәздең улы, ҡаҙаҡтарҙың Алаш Урҙаһының ханы. Исем түгел, ә ләҡәп: ала-сағыр (ала-шағыр) — ағы ҙур күҙле булғаны өсөн бирелгән.
84 Ямғырсы — Муса кенәздең улы.
85 Ирзал — “ир-залим” тигән һүҙ, йәғни дәһшәтле яугир.
86 Садыр — Рәсәй империяһына ҡаршы 1661-1683 йылдарҙағы башҡорт ихтилалының етәксеһе Сәйетйәғәфәр Садыровтың (Садуровтың) бабаһы.
87 Агиш — башҡорттоң күренекле яҙыусыһы Сәғит Агиштың бабаһы булһа кәрәк.
88 Кенәз Хаз Согер (күҙе сағыр) — Башҡортостандағы Муса кенәздең баяғы ала-сағыр күҙле улы, Шәйех-Әхмәт-хандың бер туған ҡәйнеше, Алаш Урҙа ханы Аласағыр.
89 Тәвәкәл (Тәвкил) — башҡорт Муса кенәздең ике туған өләсәһенең улы, Ҡырым ханы Миңле-гәрәйҙең ҡатыны Нурсолтандың бер туған энеһе; шул уҡ ваҡытта Алтын Урҙа ханы Шәйех-Әхмәттең дә яҡын ҡәйнеше. Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге Ҡаҙансы улы Туҡсабанан (“Үҫәргән тәүәрихе”, 55-се бит) тармаҡланмыш һәм әле әйтелгән башҡорт мырҙаһы Тәвәкәл (Тәвкил) аша дауамланмыш аҫыл бауҙы бабаларыбыҙ ошолай яҙып ҡалдырған: 1. Туҡсаба уғылы Шаһвәли. — 2. Шаһвәли уғылы Тәвкил. — 3. Тәвкил уғылы Тәңребирҙе. — 4. Тәңребирҙе уғылы Юлбирҙе. — 5. Юлбирҙе уғылы Аҡъюл. — 6. Аҡъюл уғылы Ҡотлош. — 7. Ҡотлош уғылы Күзәй. — 8. Күзәй уғылы Тотар. — 9. Тотар уғылы Супан. — 10. Супан уғылы Мәмәт. — 11. Мәмәт уғылы Солтан (бәғзе бер Солтановтар ошо кешегә нисбәт ителеп йөрөтөләләр). — 12. Солтан уғылы Ғәбделжәлил кантон. — 13. Ғәбделжәлил уғылы Баязит. — 14. Баязит уғылы Мөхәммәтшәриф кантон. — 15. Мөхәммәтшәриф уғылы Мөхәммәдйар (Шәжәрәләр, 32-се бит)... Шәжәрәләге 2-се быуын Тәвкилде башҡорт халҡының ҡанэскес палачы Ҡотломөхәммәт Тәвкилевтең бабаһы менән бутарға ярамай (уның шәжәрәһен бирербеҙ): был — башҡорт Тәвкил. Ә 7-се быуын Күзәй нәҫелдәренән — күренекле башҡорт ғалимы академик Раил Ғүмәр улы Кузеев, 11-се быуын Солтан нәҫелдәренән боронғо башҡорт композиторы, элекке Саратов консерваторияһы уҡытыусыһы Мансур Солтанов билдәле.
90 Өфө кенәзе — шул замандың Өфө-Тура баш ҡалаһында тәхеттә ултырмыш һәм конфедерация кимәлендә Ҡазан ханлығына бәйләнмеш Тура иленең хакимдары Исмәғил Хайрас Тура-хан (кенәз Муса улы) булырға тейеш; Исмәғил Хайрастың Мәскәү менән ныҡ дуҫлығы тап шул сәйәхәттән башлана, буғай. Мәскәү уны “батша” (хан) тип танымағанлыҡтан, кенәз тип атай. Күренеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө шул 1519 йылда уҡ булған; ә уға 1574 йылда нигеҙ һалынған тип дөңгөр ҡағып байрамлау — тарихыбыҙҙы һанға һуҡмау бәләһе.
91 Арпалыҡлы — арпалата эш хаҡы алыусы.
92 Ирзал — “ир-залим” тигән ләҡәп.
93 Нар (мор) — умартаға эйәләүсе һәм бал ҡорттары күсенә үләт килтереүсе ҡорт (червяк).
94 Жағылбайлы — Яғыл-байлы йәғни 1395 йыл Өфө баш ҡалабыҙ янында илбаҫар Аҡһаҡ Тимер ғәскәрҙәренә ҡаршы дәһшәтле һуғышта ҡаһармандарса һәләк булған Үҫәргән батыры Яғлы-бей (“Һуңғы һартай” тарихи хикәйәтендәге Ялыҡ-бей) — Туҡтамыш-хандың сәрғәскәре. Ҡарағыҙ: “Шоңҡар” журналы, 1998/3 — 14-19-сы һәм 1998/4 — 116-139-сы биттәр).
95 Хажитархандан — Әстерхандан.
96 Мамай (мамаҡ//бабаҡ//бапаҡ) — Үҫәргән ырыуының башбабаһы Шүлгәнебеҙҙең бер ләҡәбе, ә ислам дине ингәндән һуң ҡурҡыныслы зат (бапаҡ). Үҫәргән башҡорттары әлегәсә балаларын: “ана, бапаҡ килә!” тип ҡурҡыта.
97 Ҡубан яғына олаҡмыш башҡорттарҙың бер килкеһен Йеҙекәй менән уның улы Нур-ад-дин (Мораҙым) Уралға ҡабат алып ҡайтыуға ишара.
98 Иштәк — Ҡубанға китмеш нуғай урҙаларынан айырылып Уралда тороп ҡалмыш башҡорттар үҙҙәрен Себер-Тора ханлығы башҡорттарының исеме менән “башҡорт” тип, ә ҡаҙаҡтар уларҙы “иштәк” тип атағандар.
99 «Аҫыраусы атам» тип аңларға кәрәк, сөнки уны, Мамант хан улын, Муса кенәз аҫырап үҫтергән.
100 Яуҙы күрһә, сәйнәй — боронғо башҡорт яу аттарының яҡшы сифаты: “Һуңғы һартай” эпосында ла, Геродоттың һарт-башҡорттар тураһындағы бүлегендә лә тап ошолай әйтелә.
101 Өлкән ҡатыны — Себер-Тора ханы Мамай-Нар-Ҡасимдың (Сура батырҙың атаһының), икенсеһе — Әстерхан ханының, өсөнсөһө — Ҡырым кенәзенең, дүртенсеһе урыҫ кенәзенең ҡыҙҙары (һуңғыһы оҙаҡламай Ҡазанда үлә, шунан һуң Сафа-Гәрәй хан йәш ҡатын итеп башҡорт Йософ мырҙаның ҡыҙы Сөйөмбикәне ала)...
102 Бадишабыҙҙан — Ҡазандар Мәскәү кенәзен үҙҙәренең батшаһы итеп таный.
103 Бадишабыҙҙың — Яуыз Ивандың.
104 Кенәз Серебряный-Оболенский — воевода, Үтәмеш-Гәрәй менән Сөйөмбикәне Ҡазандан Яуыз Иванға алып китеүсе.
105 Алатуба — ҡырағай күгәрсен.
106 Мөс (мечь) — урыҫ ғәскәренең төҙ ҡылысы.
107 Мәшһүр “Таштуғай” йырыбыҙға ауаздаш:
“Уралыма кире ҡайтыр инем,
Осоп ҡына китер хәлем юҡ”...
108 Үтәмеш-Гәрәй — көсләп суҡындырылғандан һуң Александр Сафакиреевич Казанский, Яуыз Иван ҡарамағында хәрби хеҙмәттә.
109 Зөйә — урыҫтарҙың Ҡазанды алыу өсөн терәк итеп ҡорған һәм даими урыҫ ғәскәрҙәре торған Свияжск ҡәлғәһе.
110 Ҡазандар инде үҙҙәрен үҙҙәре һаталар Мәскәү кенәзенә.
111 Ҡайбула Йәштирәк улы — Исмәғил Хайрастың бүләһе, Ә.В. Туғандың бабаһы тейешле Туғандың атаһы Ҡарасай менән бер туған. 1563 йылда урыҫтарҙың Литваға (Полоцк ҡалаһына) һөжүмендә урыҫ ғәскәренең “һул ҡул” башлыҡ-воеводаһы булып хеҙмәт итә.
112 Батып барыусы караптан ҡомаҡтар сығып тайған.
113 Ҡазан тарихы, 187-се бит. Тимәк, Тәтегәс-бей шәжәрәһендәге (28-се бит): “Чачлы Дәрүиш бу донъядан күчте. Олуғ уғлы Бурнаҡ би булды”, — тигән мәғлүмәт хакиҡәткә ярашып етмәй, сөнки, күрәһегеҙ, Бикбулат-Бурнаҡ тәүҙә бей булып, шунан һуң Себер-Тура ханы булғандан һуң да Сәсле Дәрүиш Урмәмбәт тә (1601 йылда үлә), уның атаһы Ғали Дәрүиш Тинәхмәт тә (1580 йылда үлә) иҫән-һау йәшәй биргән.
114 Көсләп суҡындырылғандан һуң царь Симеон Касаевич Казанский. Тыумыштан Мамай-Нар-Ҡасим-хан улы булһа ла, тәрбиәләп аҫыраусы атаһы Урмәмбәттең (Ҡаса йәки Сәсле Дәрүиштең) “ҡаса” ләҡәбе буйынса урыҫтарҙа Касаевич тип йөрөтөлгән.
115 Нуғай мырҙа — Үҫәргән башҡорто Ямғырсы-хан.
116 Ҡасынҡы сала — Ҡаҫмарт буйындағы бөткән ауыл, урынын хәҙер “Иҫке ҡый” тип йөрөтәләр, иҫке зыяраты ла бар. Үҫәргән риүәйәттәре буйынса, Батый-хан яуҙары заманында был ерҙә, татар-монголдарҙан ҡасып Каспий диңгеҙенә табан йүнәлешендә, бөтә Башҡортостандың батшаһы Мүйтән-бей тороп киткән; шуға күрәлерме, шуға яҡын Ҡаҫмарт тамағындағы Сәнкем-Биктимерҙе ҡарттар “Мүйтән-бейҙең баш ҡалаһы булған”, тиерҙәр ине.
117 Сәнкем-Биктимер — ҡыҙыл империяның “перспективаһыҙ ауылдар” сәйәсәте осоронда бөтөрөлгән ауыл, авторҙың тыуған төйәге.
118 Урмәмбәт кенәз, билдәле булыуынса, 1601 йылда үлгән (Ә.В.Туған, 27-се бит).
119 1546 йылда Үҫәргән-нуғайҙарҙың һ.б. башҡорт ырыуҙарының бер өлөшөнөң Ҡубан йылғаһы буйына күсенеүенә ишара.
120 Төньяҡтағы (Уралдағы) башҡорттарҙың бер өлөшөнөң “бушанып ҡалған” көньяҡҡа — Кәмәлек, Кәрәлек йылға буйҙарына күсенеп ултырыуҙарына ишара.
121 Ишмөхәммәт Дәүләтбаев (Ишмөхәммәт аға) 1704 йылда Төркиәгә ҡойроҡ болғаған Әйүкә-тайшиҙың илсеһе рәүешендә Төркиәгә барып ҡайта (Ә.В. Туған, 74-се бит).
122 Көсөк-хандың.
123 Ибәксеүәк баяғы тәфтишнамә иншаһында Сөнсәләйҙән башҡаларын атамай һәм быныһын да “туғаным” (сродник) тип кенә әйтә, ә уның үҙе иһә унда Морат тип кенә исемләнә (инша һуңынан әтмәләнгәнгә оҡшай) — ысын йөҙөн йәшергәндер, моғайын.
124 Терек ҡалаһында ҡабырғаһынан яраланып урыҫтарға әсир төшкәненән һуң Әстерханда әтмәләнгән баяғы тәфтишнамә иншаһында ул уның “Абдрахман” осорона ҡарата ла “Морат” тип аталһа ла, был исем уға һуңынан — ысын Солтан-Морат язалап үлтерелмәҫе борон (йәки үлтерелгәс) тәфтишнамә йөкмәткеһен иншалап күсереп алғанда ғына “йәбештерелгәнгә” оҡшай.
125 Терек ҡәлғәһенә һөжүмде урындағы етәкселәр ойоштороуы, ә Ибәксеүәк-Мораттың, хәрәкәткә абруй биреүсе “солтан” рәүешендә, шуларға байраҡ ҡына булыуы күренә.
126 1707 — документтың башында уҡ Терек ҡәлғәһе янындағы һуғыштың “былтыр 1707 йылда” булғанлығы әйтелә һәм ихтилалсылар еңелгән 26 февраль шул 1707 йылға бәйләп бирелә.
127 Сафа-Гәрәй-хан булһа кәрәк: бер заман ул башҡорт Зартуш Һары Йософ урҙаһында ҡасып йәшәгән, һуңынан уның ҡыҙы Сөйөмбикәгә никахланған.
128 Уның тарханлығын икенсе тапҡыр рәсми дөрөҫләйҙәр һәм батша генералдарыныҡынан да юғарыраҡ айлыҡ аҡса тәғәйенләйҙәр (мәҫәлән, генералдар Л. Соймонов һәм В.Н. Татищев — 70, ә Алдар Иҫәкәйев 75 тәңкә ала. — Материалы, 414-се бит).
129 “Аслан башҡорттарҙың” һаны дөрөҫ күрһәтелмәһә лә, уларҙың үрсеүен туҡтатырға һәм ҡырып бөтөрөргә кәрәк, тигән фекер ярылып ята.
130 Башҡорт халҡының йән иҫәбен яһаҡ урынына ғәскәр (пушка ите) алыу юлы менән дә ныҡ кәметеү күҙ уңында тотола.
131 Ҡыҙыл Рәсәй империяһы ла шул программаны уңышлы үтәп, башҡорт халҡын йән иҫәбе артмаҫлыҡ итеп ҡырыуҙан тыш, тере ҡалған милләттең яртыһын Башҡортостандан сит яҡтарға олаҡтырып таратты.
132 Батыр-хан (Батыр-Гәрәй) Арыҫлан улы — беҙгә билдәле Урмәмбәттең (Сәсле Дәрүиштең) ейәне, атаҡлы фольклорсыбыҙ Әбүбәкер Диваевтың бабаһы (?) Дивай менән бер туған.
133 Солтан-Гәрәй — төрөк солтанына итәғәт итмеш Ҡырым гәрәй-хандары нәҫеленән килгән солтан (хан улы) тигәнде аңлата.
134 Ҡараһаҡалдың ятбауыр — ситтән пәйҙә булмыш килмешәк икәнлеге күрһәтелә. Ә эпостағы ваҡиғаның урыны — Тырнаҡлы улусындағы Ҡарас-сәсән ауылылыр, сөнки Ҡараһаҡал “Ҡарас-абыҙ ауылында ла булған” (Материалы, 487-се бит).
135 Хан күтәреүселәрҙең исемдәре һаналған (урыҫ ҡырғынсыларына тоторға йәтеш исемлек).
136 Урусов (Ырыҫов) Василий Алексеевич, Ырымбур комиссияһының башлығы һәм башҡорт халҡының палачы — боронғо аҫаба башҡорт (Йеҙекәй батыр нәҫеле) Исмәғил Хайрастың улы Ырыҫтан таралған тоҡомдарҙың береһе, көсләп суҡындырылғандан һуң урыҫ кенәздәренә әйләнгәндәр. Ҡазандың һуңғы ханы башҡорт Ядкәр ҙә (көсләп суҡындырылғас царь Симеон) шул кенәз Ырыҫтың бүләһе.
137 Аллазыянғол һ.б. башлыҡтар ҡулға алынған, ә “хан” үҙенең килгән яғына ҡасып киткән 1740 йылдың апрель баштарындағы ошо һәләкәтле һуғышҡа тиклем, әгәр өҫтәрәк ҡорған фаразыбыҙ дөрөҫ булһа, Ибәксеүәк (ялған Солтан-Морат) “хан” булып йөрөгән; ошо һуғышта ул эҙен һепергәндән һуң уны алмаштырырға өс туған ҡустыһы Байбулат-Ҡараһаҡал килеп, икеләтә ялған “Солтан-Гәрәй-батыр-хан” булып киткән.
138 Ҡулай Күҙәмбирҙиндең үҙе менән бергә ихтилалда ҡатнашҡан дүрт улын да ҡулға алалар.
139 Был юлдар 1979 йылда яҙылғайны.
140Нәҫел менән ырыуҙы бутайҙар, ә улар икеһе ике башҡа төшөнсә: мәҫәлән, башҡорт Туҡтамыш-хан башҡорт Сыңғыҙ-хан менән бер үк Бөрйән ырыуынан, ләкин ул Сыңғыҙ-хан нәҫеле түгел.
141 Сәмәрҡәнд ҡалаһында Биби-ханымдың гүзәл мавзолейы һаҡланған.
142 Туҡтамыштың атаһы Туҡ-хужа-уғлан, Маңғышлаҡ губернаторы, Мөхәммәт Ғаффариҙың яҙыуынса, тыумышы буйынса “Сыңғыҙ нәҫеле Урыҫ-хан менән бер ҡәбиләнән сыҡҡан”, йәғни, Сыңғыҙ-хан һымаҡ уҡ, башҡорттоң Бөрйән ырыуынан булған (әммә Сыңғыҙ нәҫеле түгел); шулай уҡ Маңғышлаҡтың ул саҡтағы халҡын да, Ә.В. Туған сығанаҡтарҙан һоҫоп алып яҙыуынса, нигеҙҙә бөрйәндәр тәшкил иткән.
143 Муса мулланың Башҡортостан Республикаһы тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланмыш “Үҫәргән тәүәрихе”ндә (43-сө бит) Туҡтамыш-хан Үҫәргән иленең “ҡибла яғында Яйыҡ-бина-дан (аталмыш) мәсет-һарай төҙөнө, ҙур, ҡапланған булды”, тип әйтелә.
144 Был яҡтарҙа “Үҫәргәндең (нуғайҙың) 40 батыры” тигән риүәйәт тә таралған (Башкирские предания и легенды. Уфа, 1985 , 112-се бит).
145 Хәҙер унда Ҡондорау (Кондуровка) тимер юл станцияһы бар.
146 Бәһерин — “бәһери (бүре) тоҡомо” тигән һүҙ, йәғни үҙҙәрен бүре-әсә тоҡомдары һанаусы Үҫәргән ырыуынан.
147 Үкек (Өфө) — “Үфек”, “Үфе” һүҙенең варианты булып тора, сөнки “үке” (өкө) шулай уҡ “үфе” (үфе-лин — филин йәки ябалаҡ-өкө) һүҙенең варианты булғандай.
148 Үҙ ыласының менән һунарға йөрөү — батшалар (хандар) әүерәүе.
149 Баҫма — мөһөрләнгән (мисәт баҫылған) батша (хан) грамотаһы.
150 Борнас, тамға — батшалыҡ (ханлыҡ) атрибуттары.
151 Был сығанаҡта шулай — “бей” урынына “бай” яҙылған.
152 Был мәғлүмәт боронғо бер шәжәрәлә дөрөҫләнә: ҡарыһүҙи (мифик) хәләл ефеттәр бүрет-әсәнә (бүре-әсә) һәм ҡобау-марал (һыйыр үгеҙе) ҡушылыуҙан тыуған Балтасы-ҡаған, ә унан тыуған Темәс. Темәстән биш ул тыуа, өлкәне Ҡарасар-мәргән (йәки Ҡарачар-мәргән). Ҡарасар-мәргән улы Ҡужам-Бурағол (1-се быуын), — уның улы Еке Нидун (2), — уның улы Сим-Һыусы (3), — уның улы Кәли Ҡарсы (4), уның улы Табын-Баян (5), — уның улы Усман.
153 Аҡбуҙ атҡа атланған Урал батыр тоҡомдары — Туҡтамыш-хандың башҡорт гвардияһы булған булыр.
154 Шуға был үҙәк Юлыҡлыҡ-үҙәклек (Юлыҡ) аталғандыр.
155 Туҡтамыш-хандың үҙенән һуң хан булып ултырырға тейешле, ләкин иртә вафат булған ҡайһылыр бер улы хаҡында әйтелә һымаҡ.
156 Үҙ яҙмышын иң боронғо “һуңғы һартай” Ҡоростоң яҙмышына тиңләп әйтеүелер.
157 Мин еңелһәм дә, башҡорт халҡы еңелмәгән, мин үлһәм дә, башҡорт халҡы үлмәгән — дошмандарын ҡыйратыр яуҙар алдараҡ, тигән һүҙ.
158 Мөхәммәт-хан (Олоғ Мөхәммәт) ғали йәнәптәрен ҡайһы берәүҙәр (шул иҫәптән Ә.В. Туған), яңылыш рәүештә, башҡа кешенең улы итеп һанайҙар. Ләкин уны Туҡтамыш-хан улы тип күрһәткән сығанаҡтар бар.
159 Мар — ғәрәпсә йылан.
160 Одер — боҙоп яҙылған Хыҙыр.
161 Абалаҡ — боҙоп яҙылған Абдаллаһ, Абдул.
162 Өфөк (Упаҡ) — Көн-Өфө (хәҙерге Өфө).
163 Мәмәт — урыҫ йылъяҙмаларындағы Мамант-солтан.
164 Иртыштың көнсығыш ярына.
165 Тобол тамағына ҡаршы.
166 Ҡасим — Мамай-Ҡасим йәки Шәйех-Ҡасим йәки Мамай-Нар-Ҡасим.
167 Бикбулат — ҡушаматы Борнаҡ (Бикбулат-Борнаҡ).
168 Сәйдәк (Сәйед-Әхмәт) — Оң батша тоҡомло Себер башҡорт хандарының аҙаҡҡыһы.
169 1. Оң Тоғорил. 2. Тайбуға. 3. Хужа. 4. Мар. 5. Одер. 6. Мәмәт. 7. Ҡасим. 8. Ядкәр, Бикбулат.
170 Ул замандарҙа «нуғай» тип бүре-эткә табыныусы Үҫәргән башҡорттарын атайҙар.
171 Бар-аж — бар-аждаһа/мар-аждаһа тигән һүҙҙең үҙгәреше булһа кәрәк.
172 Башҡортта ғәзиз баланы, әжәлдән ҡурсалау өсөн, ат йә эт ҡуйынына һалып, ат йә эт исеме (Этбай, Этҡол, Этйеймәҫ һ.б.) биреү йолаһы булған.
173 Шибанский — Шәйбәни хан тоҡомо тигән һүҙ, Себер ханлығын яңылыш шулай атайҙар.
174 Тарихсы яңылыша: «Йеҙекәйҙең бүләһе» булырға тейеш.
175 «Үҫәргән тәүәрихе»ндә ул Муса улы «хан Мамай» тип теркәлгән. Тарихи әҙәбиәттә иһә «Себер яғынан килгән Мамыҡ хан» тип яҙыуҙарына ҡарағанда, был мырҙаны Ҡазанды алырға Себер ханы Мамай-Нар-Ҡасим ебәргән, ә хан («царь») дәрәжәһе уға ҡыҫҡа ғына арала Ҡазан ханы булыуына бәйле бирелгән.
176 1480 йылда Алтын Урҙаның бөйөк ханы Әхмәтте үлтереүе тураһында һүҙ бара, ләкин Тимер-Ҡотлоҡ шаҡтай боронораҡ — 1377 — 1395 йылдарҙа хан булған һәм 1400 йылда ҡартайып үлгән, өҫтәүенә, нәҫел ҡалдырыуҙан мәхрүм булған. Шуға күрә Әхмәт хан Тимер-Ҡотлоҡтоң улы була алмай, ә Тимер-Ҡотлоҡтоң Һалсы исемле аҫырау улының (башҡорт) улы ул.
177 Тыусымын — байраҡ йөрөтөүсемен.
178 Әмәт Хәмәт уның әсәһен урлап ҡасып, никахһыҙ йәшәгән.
179 Бөйөк бабабыҙ Исмәғил Хайрастың ошо васыятын үтәп, башҡорт халҡы XVII быуат аҙағында урыҫ армияһының төрөктәргә ҡаршы Ҡырым һәм Аҙау походтарында әүҙем ҡатнаша, Алдар батыр унда ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
180 Ябынсының башҡорттары Ҡазан янындағы Ябынсы (Япанча) ауылында йәшәгән (татарҙың мәшһүр тарихсыһы Шиһабитдин Мәржәни тыуып үҫкән ауыл).
181 Бөйөк бабабыҙ Исмәғил Хайрастың ошо васыятын үтәп, башҡорт халҡы XVII быуат аҙағында уры¤ армияһының төрөктәргә ҡаршы Ҡырым һәм Аҙау походтарында әүҙем ҡатнаша, Алдар батыр унда ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
