Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше

һөйләмдең тиң киҫәктәре үҙ-ара интонация менән генә түгел, теркәүестәр ярҙамында ла бәйләнәләр. Интонация менән теркәлеп килгән тиң киҫәктәр араһына өтөр ҡуйыла.

Тиң киҫәктәр бер-береһенә түбәндәге теркәүестәр ярҙамында теркәләләр.

1) Йыйыу теркәүестәре (һәм, та тә, да Iдә, ҙа!ҙә, ла I лә, тағы, тағы ла, шулай ук).

Һәм, та I тэ, да I дә, ҙа I ҙә, ла I лә теркәүестәре менән теркә­леп килгән тиң киҫәктәрҙә тигеҙ хоҡуҡлыҡ һыҙыҡ өҫтөнә алына, уларҙың бер бөтөн һүҙҙәр берләшмәһе икәнлеге ап-асыҡ күренә: Хәҙер иң матур урын — күл буйы һәм туғайлыктар (Ә. Вәли). Тиң киҫәктәрҙең һаны икенән артыҡ булып, һәм, та I тэ, да I дә, ҙа I ҙә, ла I лә теркәүестәре һуңғы тиң киҫәк алдынан ғына килһә, тиң киҫәктәрҙең ябыҡ рәте барлыҡҡа килә: Урамдағы бөтә нә­мәләр: тәҙрәләр, стеналар, хатта кешеләрҙең кейемдәре лә күҙҙе сағылдыра (С. Агиш).

Теркәүестәр һәр тиң киҫәк алдынан ҡабатланып килһәләр, тиң киҫәктәрҙең асыҡ рәтен барлыҡҡа килтерәләр һәм был осраҡ­та ҡабатланып килгән теркәүесле тиң киҫәктәр араһына өтөр ҡу­йыла: Бикморатты был һорау каушатманы ла, уңайһыҙлан-дырманы ла (Н. Мусин).

Тиң киҫәктәр араһында теркәүестәр ҡабатланып килмәһә, өтөр ҡуйылмай: Садрислам менән Вәлиулла киҙеүҙәге Сәфәрғәлегә кискә сход йыйырға куштылар ҙа үҙҙәре ауыл араһына сығып китте­ләр (Ф.Иҫәнғолов). Менән бәйләүесе тиң киҫәктәрҙе теркәгәндә, һәм теркәүесе функцияһын башҡарып, тик ябыҡ рәтте генә бар­лыҡҡа килтерә ала, бергәлек мөнәсәбәтен көсәйтеү сараһы булып хеҙмәт итә: Уны Фатима менән Кадир оҙата төшәсәк (Б. Бик­бай).

Тағы, тағы ла, шулай ук теркәүестәре тиң киҫәктәрҙе бер-бе­реһенә теркәгәндә, ҡабатлау, көсәйтеү мөнәсәбәте белдерелә, улар тиң киҫәктәрҙең ябыҡ һәм асыҡ рәттәрен барлыҡҡа килтерә: Улар тағы ла килделәр, тағы ла һөйләштеләр, тағы ла бәхәс­ләштеләр («Совет Башҡ.»).

2) Ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре (ә, ләкин, әммә, фэкәт, юкһа) тиң киҫәктәрҙең тик ябыҡ рәтен генә барлыҡҡа килтерә һәм ҡар- шы ҡуйыу мөнәсәбәттәрен белдерә. Ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр алдында һәр ваҡыт өтөр ҡу­йыла: Бикморат хәҙер кем килеп кереүен асык тоя, ләкин ауыҙ-асып бер һүҙ әйтә алмай (Н. Мусин). Ауылға табан юл то-тайык, юҡһа һәләк булабыҙ бит (С. Мифтахов).

Бүлеү теркәүестәре (йә, йәки, ни-ни, бер-бер, берсә, әле, әллә). Улар бүлеү, сиратлашыу, инҡар итеү мөнәсәбәтен белде­рәләр, тиң киҫәктәрҙең асыҡ һәм ябыҡ рәтен барлыҡҡа килтерә­ләр: Ватырға ла, түгергә лә теләмәйһең, ә ул нәмә йә ваты­ла, йә түгелә лә ҡуя (С. Агиш). Ул берсә Кыҙраска, берсә Ғарифка ҡарап тик кенә ултырҙы (3. Биишева).

Аныҡлау, һығымта теркәүестәре (бәлки, хатта, тимәк, шуға күрә, шуға карамаҫтан, шунлыктан, шуның өсөн, шулай булһа ла һ. б.) Улар аныҡлау, һығымта яһау, сикләү мөнәсәбәтен белдерәләр һәм тиң киҫәктәрҙең тик ябыҡ рәтен генә барлыҡҡа килтерәләр: Беҙҙең былай йыйылып ултырғанды бер кем дә, хатта бисәң дә белергә тейеш түгел (Н. Мусин).

Сәбәп теркәүесе (сөнки). Ул сәбәп мөнәсәбәтен белдерә, тиң киҫәктәрҙең ябыҡ рәтен генә барлыҡҡа килтерә, телдә тиң киҫәктәрҙе теркәү вазифаһын сағыштырмаса һирәк башҡара: һал­дат әкиәтен һөйләп бөтә алмай йоклап китте, сөнки бик ары­ғайны (Б. Бикбай). Григорий Жуков һүҙен ослап бөтмәне, сөнки һүҙ таба алманы (А. Карнай).