- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
42. Бер составлы һөйләмдәр
Эйә менән хәбәр, предикативлыҡ мөнәсәбәтенә инеп, ике составлы һөйләм барлыҡҡа килтерә. Ләкин һөйләм барлыҡҡа килһен өсөн, ике баш киҫәктең булыуы мәжбүри түгел. Синтаксик конструкциялар йә эйә составынан ғына, йә иһә хәбәр составынан ғына төҙөлөргә мөмкин. Был саҡта предикативлыҡ бер состав менән белдерелә һәм бер составлы һөйләмдәр барлыҡҡа килә.
Бер составлы һөйләмдәр телмәрҙә йыш ҡулланыла, шуның менән бергә улар ябай һөйләм синтаксисының ҡатмарлы, хатта бәхәсле бүлеген тәшкил итә. Түбәндәге өҙөк телмәрҙә синтаксик конструкцияларҙың билдәле тәртиптә ҡулланылышын асыҡ күрһәтә.
«Ул саҡта Үзбәкстанда район комсомол комитеты аппаратында эшләй инем. Командировкаға йыш йөрөлә. Шулай бер ваҡыт колхозға китеп барыу. Юл насар, һикәлтәләр автобусты, тулҡын өҫтөндәге кәмә һымаҡ, әле уңға, әле һулға ырғыта. Һикерткән һайын пассажирҙар эҫтәренә йәбешәләр.
— Ах, был юлды! ■— ти береһе, әрнеп.— Хужаһы юҡмы икән ни? Газетаға яҙып уҡытырға ине үҙҙәрен!
Тоттом да ошо юл хаҡында газетаға яҙҙым. Баҫтылар. Тәүге мәҡәләнең матбуғатта күренеүе минең өсөн ҙур шатлыҡ булды, ҡанатландырып ебәрҙе. Тағы ла нәмәлер тураһында яҙҙым. Ул да баҫылды. Ошонан һуң осраған бер етешһеҙлектәр йәки яңылыҡтар тураһында хәбәр итә торҙом. Улар газета биттәрендә урын ала барҙы. Ә бер көндө әлкә газетаһына эшкә саҡырҙылар.
Әйтергә кәрәк, яңы шарттарға ҡапыл ғына күнегеп китеп булманы. Байтаҡ маңлай тирен түгергә тура килде» («Совет Башҡ.»).
Махсус әҙәбиәттә бер составлы һөйләмдәр, структур-грамматик һәм мәғәнәүи билдәләргә ҡарап, бер нисә төргә бүленә. Предикативлыҡтың хәбәр составы менән бирелеүенә нигеҙләнгән һөйләмдәр: 1) билдәле эйәле һөйләм; 2) билдәһеҙ эйәле һөйләм; 3) дөйөм эйәле һөйләм; 4) эйәһеҙ һөйләм һәм 5) инфинитив-модаль һөйләм. Предикативлыҡтың эйә составында реалләшеүенән барлыҡҡа килгән һөйләм — ул атама һөйләм.
Шуныһы мөһим: бер составлы һөйләмдәрҙең тәүге өсәү һендә лә эйәле тигән термин бар, билдәле эйәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр билдәлелек-билдәһеҙлек идеяһын аңлатыу буйынса бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйылалар. Был иһә билдәлелек-билдәһеҙлек мәғәнәһенең синтаксик кимәлдә сағылышын күрһәтә.
Бер составлы һөйләмдәрҙең был традицион бүленеше лингвистик хеҙмәттәрҙә эҙмә-эҙ һаҡланмай. Әйтәйек, рус теленең яңы академик грамматикаһында бер компонентлы һөйләмдәрҙең төрҙәре өсөн ғәҙәти терминология бөтөнләй ҡулланылмайынса, тик уларҙың кластары һәм уларға нигеҙләнгән формаль типтары (схемалары) күрһәтелгән 4.
Билдәле эйәле һөйләмдәр
Бер составлы Һөйләмдәрҙе>кб1дл_төрө үҙенең мәғәнәһе — билдәлелекте белдереүе һәм структур-грамматик төҙөлөшө — ҡылым һәм исем хәбәрле булыуы менән ике составлы һөйләмдәргә яҡын тора. Шуға күрә лә мәктәп дәреслектәрендә бер килке билдәле эйәле һөйләмде эйәле һөйләм тигән исем аҫтында ике составлы һөйләм итеп ҡаранылар. Башҡорт теленең академик грамматикаһында был һөйләмгә урын бирелмәгән 5.
Билдәле эйәле һөйләмдәр билдәлелек менән бәйләнгән. Был мәғәнә уның хәбәре вазифаһын үтәгән ҡылым һөйкәлештәре тарафынан билдәләнә. Ҡылым һөйкәлештәренән булған хәбәрҙәр, ғәҙәттә, беренсе заттың (һөйләүсенең), икенсе заттың (тыңлаусының) һәм өсөнсө заттың берлек һанының эш-хәрәкәттәрен реалләштерә. Тәүге ике заттың күрһәткестәре исем хәбәрҙә махсус хәбәрлек ялғауы менән белдерелә. Миҫалдар: Машинамдың капотын асып, мотор-фәләнде караштырҙым. Шунан дымлы сепрәк менән тәҙрәләрҙе, кабинаны һөртөп алдым. Зөләйханың аласыҡта ниҙер эшләп йөрөгәнен беләм. Бер-ике тапҡыр өйөнә лә инеп әйләнде. Мине лә күргәндер инде, ләкин өндәшмәне (Н. Мусин); Мәндемгә еттемме, туктап калам. Уның бер тигеҙ етеҙлек менән, бер үрәпсеп, шарлап, бер сөбөрләп кенә, нисектер арығандай, йәйрәп ятыуына карайым (Ә. Вахитов); Уҡыуҙарымды бөтөрөп, ауылыма кайтып китәм. Арығанмын (3. Ураҡсин); Ярты быуат тигән ят түбәгә, бәй, килеп тә шулай куядыммы? Тирә-яҡҡа ҡарап, сама йөрөтәм: Уңдыммы, тим әллә туңдыммы? (М. Кәрим); — Торҙоңмо ни балам? — Торҙом (С. Агиш).
Телмәрҙең һөйләү һәм яҙма формаларында шуны билдәләп була: һөйләүсе (беренсе зат), ғәҙәттә, икенсе зат (адресат) исеменән һөйләй. Телмәрҙең эске монологка тартым был төрөн дә билдәле эйәле һөйләмгә ҡаратабыҙ. Миҫал өсөн: Арҡаларҙы артылғас, һарҡыу менән йәнә уйпатҡа барып төшәһең (Ж. Кейекбаев); Унан инде, бер нисә минутҡа булһа ла, Ҡаран эргәһенә тукта-лаһың: услап һыу әсәһең, ҡулды сәңгетерлек һалҡын һыуы менән бит-күҙеңде йыуаһың (Н. Мусин); Йөрөй торғас, төрлө хәлдәргә лә юлығаһың (Ә. Вахитов).
Йәнле һөйләү телендәге Ни хәлле йәшәп ятыу? Ни эштәр бөтөрөү? кеүек һөйләмдәрҙе лә Ни хәлле йәшәп ятаһың? Ни эштәр бөтөрәһең? тибындағы билдәле эйәле һөйләмдәрҙең синонимик варианты итеп ҡарарға кәрәк. Мәҫәлән: Ниҙәр күсереү был саҡта, Сәмиғулла ҡусты? Имен генә ятыумы? — тине Әхмә-ди (Ж- Кейекбаев).
Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылым хәбәрҙең дә билдәле эйәле һөйләм төҙөү мөмкинлеге бар: Кисә тәхеттә ултыр, бөгөн хәйер һораш. Донъя ни эшләтмәй бәндәһен (әкиәттән).
Тел материалынан күренеүенсә, монологик телмәрҙә лә, диалогтарҙа ла билдәле эйәле һөйләм йыш осрай. Шуның менән бергә уларҙың текстағы ике составлы һөйләмдәр менән мөнәсәбәттәш, контекстуаль характерҙа булыуын һис шикһеҙ танырға кәрәк. Бер өҙөк килтерәйек: Шакир кискә тиклем йөрөнө, һауынсылар, көтөүселәр менән танышты. Йәйләү тормошо менән кыҙыкһын-ды. Хатта дәфтәр битенә карта һымаҡ бер нәмә төшөрөп тә алды (Ә. Вахитов).
