Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

Урын һөйләм

Урын мөнәсәбәте лә универсаль философик категорияларҙан һанала. Ул телдә урын хәле менән урын һөйләм ярҙамында сағыл­дырыла. Урын һөйләмдең синтетик, аналитик һәм аналитик-синте­тик төрҙәре бар.

Синтетик урын һөйләм

Ул түбәндәгесә бирелә.

I. Синтетик урын һөйләмдең хәбәре булып -ғас аффикслы хәл ҡылым килә. Бындай урын һөйлөмдәрҙә ваҡыт мөнәсәбәте лә бар. Миҫалдар: Йәйләүгә биш километр самаһы калғас, «Во.гга»-ның моторы бер-ике сөскөрҙө лә туҡтап ҡалды (Н. Мусин). Бил­дәләнгән пунктҡа ун саҡрымдан ара калғас, беҙҙе полктан ҡыуып еттеләр һәм икенсе участкаға тәғәйенләнеүебеҙ хаҡында хәбәр иттеләр (Ш. Бикҡол).

II. Синтетик урын һөйләмдең хәбәре ролен -ғансы аффикслы хәл ҡылым башҡара. Бында ла ваҡыт идеяһы юҡ түгел.Миҫал- дар: Аҡтау яғына киткән юл урман күләгәһенә инеп юғалғансы, Нурулла әллә нисә тапҡыр артына әйләнеп ҡараны (Ш. Янбаев). Атлылар хуторҙан сығып, ярты саҡрым самаһы киткәнсе, Оле- ся, Туры бейәнең эйәренә тотоноп, ярышлап атланы (Ф. Иҫән- ғолов).

Аналитик урын һөйләм

Ул түбәндәге формаларҙа бирелә.

I. Аналитик урын һөйләмдең хәбәре вазифаһын үткән заман си­фат ҡылым менән ергә һүҙе үтәй. Миҫалдар: һәр эшелонға икешәр паровоз тағып, ун ике көн тигәндә канонадалар яңғыраған ергә килтереп еткерә яҙҙылар (И. Ғиззәтуллин). Баҫыуға, атайымдың тракторы гөрләгән ергә, ашығырға кәрәк (Д. Бүләков). Алма­ғастар күкрәп үҫкән ергә күкрәп үҫкән йорттар һалабыҙ (Н. Нәж­ми).

П. Аналитик урын һөйләмдең хәбәре булып үткән заман сифат ҡылым менән якка һүҙе килә. Миҫалдар: Беҙ һаман да атыш бар­ған якка атлаған булабыҙ (Д. Юлтый). Ел өргән якка күсеп йө­рөргә мин болот түгел (М. Кәрим). Көнһылыу ҡарашын әрәмәлек­тәр аша алыҫ-алыҫҡа — ҡояш балкып торған якка төбәне (Ғ. Ибраһимов).

Аналитик урын һөйләмдең хәбәре ролен үткән заман си­фат ҡылым менән урынға һүҙе башҡара. Мәҫәлән: Әле генә ҡанлы бәрелеш геүләгән урынға Йәғәфәр менән ике кавалерист кире тороп сапты (Ә. Хәкимов).

Аналитик урын һөйләмдең хәбәре үткән заман сифат ҡы­лым һәм тәңгәлгә һүҙе менән белдерелә. Мәҫәлән: Революция яҙмышын ҡорал ярҙамында хәл итә торған ергә, туптар тейәгән эшелондар ашыккан тәңгәлгә, талпынып осҡоһо килә Гөлкәйҙең (Ф. Иҫәнғолов).

V. Аналитик урын һөйләм хәбәре вазифаһын үткән заман си- фат ҡылым менән урындан йәки яктан һүҙҙәре үтәй. Миҫал- дар: Мин хеҙмәт иткән урындан ҡарлы тауҙар күренеп тора (Н. Нәжми). Атыш тауышы, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барып, әле кисә генә полк штабы урынлашкан яктан ишетелә башланы {Ә. Хәкимов).

VI. Аналитик урын һөйләмдең хәбәре булып үткән заман си- фат ҡылым менән урында йәки урындарҙа һүҙҙәре килә. Миҫал- дар: Кешелеклелек булған урында ауырлыҡтар ҙа ауыр түгел (Н.Нәжми). Ҡанығыҙ тамған урында күҙҙең яуын алырҙай ал сәскәләр ҡалҡып сыҡты (Ә. Мирзаһитов). Бомба йәки снаряд тө- шәп ярылған урындарҙа һалдаттарҙың хәле бөтөнләй мөшкөл­ләнде (Д. Бүләков).

VII. Аналитик урын һөйләмдең хәбәре ролен бар модаль һүҙе йәки үткән заман ҡылым менән ерҙә һүҙе башҡара. Миҫалдар: Александр Трифонович Твардовский бар ерҙә ваҡланыу һәм была- ғайланыу, ярамһаҡланыу һәм ялтыр ауыҡ ланыу яраган эш түгел ине (М. Кәрим). Мин, ауыр булһа ла, ҡатмарлыраҡ шартта төрлө ҡатлам халыҡ булған ерҙә эшләргә яратам (3. Биишева). Ярһыу арыҫландар ҡанға батып алышкан бер ерҙә көсөк талашты- рыу урынлымы? (М. Кәрим).

VIII. Аналитик урын һөйләмдең хәбәре үткән заман сифат ҡы- лым һәм якта һүҙе менән белдерелә. Миҫалдар: Алыҫта, Хисмә- тулла киткән якта, мылтыҡтан атҡан тауыш ишетелде (Я. Хамматов). Ҡартым һуғышта һин хеҙмәт итеп кайткан якта, Украшала булғайны (Я- Хамматов).

IX. Ахыр сиктә, аналитик урын һөйләм составында кайҙа ал- машы ҡулланылып, эйәрсән һөйләм баш һөйләмдәге шунда һүҙен асыҡлай. Миҫалдар: Ҡайҙа тотҡарлыҡ, пулеметсылар взводы шун- да ташланды (Я. Хамматов). Ҡайҙа яңы установкалар, цехтар төҙөлә — беҙ шунда (Р. Солтангәрәев).

Аналитик-синтетик урын һөйләм

Ул түбәндәге формаларҙа бирелә.

I. Аналитик-синтетик урын һөйләмдең хәбәре вазифаһың шарт һөйкәлеше формаһы үтәй, эйәрсән һөйләм баш һөйләмдәге шу- нан һүҙен асыҡлай. Мәҫәлән: Алғы тәгәрмәс кайҙан тәгәрләһә, артҡыһы ла шунан тәгәрләй (мәҡәл).

II. Аналитик-синтетик урын һөйләмдең хәбәре ролен шарт һөй- кәлеше формаһы башҡарып, эйәрсән һөйләм составында кайҙа алмашы бирелә, урын һөйләм баш һөйләмдәге шунда һүҙен асыҡ- лай. Миҫалдар: Беҙ, үҙ иркебеҙгә ҡуйылған һалдаттар, ҡабалан- май ғына барабыҙ, кайҙа күңелебеҙгә онтаһа, шунда туҡтап ял итәбеҙ (Д. Юлтый). Минеңсә, ил кайҙа ҡушһа, шунда барырға кәрәк (Ә. Мирзаһитов). Мин кайҙа барһам, һин шунда көтөп тораһың (И. Абдуллин).

Аналитпк-синтетик урын һөйләм баш һөйләмдәге шул ерҙә йәки шул якта һүҙҙәрен асыҡлай. Миҫалдар: Ҡайһы ергә Ватан ҡушһа, шул ерҙә була иркәм (Р. Ниғмәти). Хужа ҡайҙа ҡушһа, машинаны мин шул якка борам (Ғ. Аллаяров).

Ахыр сиктә, аналитик-синтетик урын һөйләмдең хәбәре булып үткән заман сифат ҡылым менән якка табан һүҙҙәре килә. Мәҫәлән: Төрлө уйҙар менән ғазапланып, Вәсилә Апуш күрһәткән якка табан ышанысһыҙ рәүештә атлай бирҙе (Ғ. Шафиҡов).

СӘБӘП ҺӨЙЛӘМ

Сәбәп мөнәсәбәте универсаль философик категориялар рәтенә инә. Ул телдә сәбәп хәле менән сәбәп һөйләм аша белдерелә.

башҡорт телендәге сәбәп һ,,йләм юрҙең синтетик, аналитик һәм аналитик-синтетик төрҙәре 0>;1р

Синтетик сә'*әп һөйләм

Ул түбәндәге формаларҙа кит''

I. Синтетик сәбәп һөйлаМдеи хәбәре ролен -ғас аффикслы хәл ҡылым башҡара. Миҫалд.|р. Т. гэгэнсә күсеп йөрөргә ер тарай­ғас, Эйек буйындагы ырыуҙар за луыл бУлып Урынлашып, игенсе­лек менән көн күреүгә күсеп Киш Щдәр (3. Биишева). Ун алтынсы йылда миллиондан артыҡ эш,,, ап,якала катнашкас, промышлен­ности нисек юлға һалырға чөик-н? (Я' Хамматов)- Егет хәзеР үҙе матур ғына өндәшкәс, А Хпыу ың да ҠЫРЫ(ЛЫШ юғалды (Ғ. Иб­раһимов).

П. Синтетик сәбәп һөйлэмден хәбәРе вазифаһын -п аффикслы хәл ҡылым үтәй. Контексҡ;, ҡа,,бындай сәбәп һөйләм препо­зитив хәлдә лә, баш һөйләмдеңУртаһында ла килергә мөмкин. Миҫалдар: һеҙҙең колхоздан ,шйт кан саҡта машинаһы һыуға ба­тып, Сөләймән Бикмөхәмәт ,/ЛЫ һыуыҡ тейҙергән (Я. Хамматов). Үткән йыл Нурулланың атаһы hw ыштан алып ҡайтҡан йәрәхәте асылып үлеп китте (Ш. Япг,аевҮ Ҡалтайған таҡталы аҫылма­лы ҡапҡа бағанаһы ауып ш,,Гьш^н (Д- Бүләков).

Синтетик сәбәп һөй., ,мде I хәбәре төбәү килеш ялғаулы үткән заман сифат ҡылым мен,и'б( шерелә. Миҫалдар: Ике шатлыҡ бергә кушылғанға йылмайҙылар кУРгән кешеләр (Р. Ниғмәти). Арыш урағы кыҫып килгән,э ,усәнде дәррәү генә бөтөрөп таш­ларға кәрәк ине (М. Кәрим). Оию ()^лыҡ күптән биРл« йәшәгәнгә, ирештек беҙ тыуған ерҙә ҙу,, ең,'Үгә (н- Иҙелбай). Беренсе һәм өсөнсө миҫалдарҙа сәбәп һө,, |0М 'енән баш һөйләм араһына өтөр ҡуйылмаған, сөнки эйәрсән Һейлә# V?e асыҡлаған һүҙ менән йәнә-шә ҡулланылған.

Синтетик сәбәп һөйлөмден хәбәРе бУлып төбәү килеш ял­ғаулы исем ҡылым килә. Бы1,дай ,'әбәп һөйләмдә ваҡыт мөнәсәбә­те лә юҡ түгел. Мәҫәлән: 7{араУыл начальнигы Капланов вагон күтәрмәһенән һикереп төи,вуг^. һаҡсылар, һүҙҙәрен өҙөп, һыу уртлағандай төҙгә ҡаттылар (ф Иҫәнғолов).

V. Синтетик сәбәп һөйләмдең х 'бәРе Ролеп 'дан йәки -лыктан ялғаулы үткән заман сифат ҡы.ым башҡара. Миҫалдар: Әллә

башҡа кеше булмағандан, вез ин "1Н> менән бик тизҮ3 кеше бУлып киттек (Ә. Чаныш). Ҡашҡа ,;П ,,1/ылы урманға бай булғанлыҡ­тан, халыҡтың бик күбеһе и,ас ч, >ләү менән көн күрә (Ғ. Хәйри). Был тирәләге ағас япраҡтар,, королғанлыктан, урман ныҡ һи­рәгәйгән (Я- Хамматов).

VI. Синтетик сәбәп һөйл;,.1дец хәбәре сығанаҡ килеш ялғаулы исем ҡылым менән белдерел., \\п< алдар: Беҙ, бер аҙ аҙашыуҙан, көслө ҡар бураны ҡубыуҙан был ҡунаҡ өйөндә туҡтап үттек (С. Кулибай). Ауылда ғына түгел яҡын-тиРӘЛд больница ла, док- торҙа булмауҙан, күпме кецц> 'а'Шрыуса бала-саға, сәсәктән, ҡы- ҙылсанан ҡырыла, күҙ ауыры С11 оҙәре менән яфа сигә (Ф. Иҫән- голов). Әгәр бындай сәбәп һөйләм баш һөйләмдең хәбәренә ҡара­майынса уның аныҡлаусыһын асыҡлаһа, эйәрсән һөйләмдән аҙаҡ өтөр ҡуйылмай. Мәҫәлән: Үпкәһенә һалҡын тейеүҙән ныҡ йонсо­ған Касьянов башынан үткәндәрҙе һөйләне (Я. Хамматов). Синте­тик сәбәп һөйләм баш һөйләмдең тултырыусыһына ҡарагап осраҡ­тарҙа ла эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһына тыныш билдә­һе ҡуйылмай. Мәҫәлән: Снарядтар ярылыуҙан Өршәкбаш ауылы­ның әҫәре лә ҡалмауына ныҡ ыишнған аҡтар һөжүмгә күсте (Я. Хамматов). Әгәр синтетик сәбәп һөйләм баш һөйләмдең хәбә­ре менән йәнәшә торһа, эйәрсән һөйләм баш һөйләмдән тыныш бил­дәһе менән айырылмай. Мәҫәлән: Тәүҙә һәйбәт кенә сыҡҡан аш­лыҡ, дым етмәүҙән һарғайып, көйөр сиккә етте (Ғ. Ибраһимов).