- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
Ул ике йәки бер нисә һөйләмдән төҙөлә. Ҡушма һөйләм ябай һөйләмдәрҙең яһалма ҡушылмаһы ғына түгел, шуның өсөн ҡушма һөйләм составындағы һөйләмдәрҙе ябай һөйләмдәр тип атарға ярамай. Икенсе төрлө әйткәндә, теләһә ниндәй ябай һөйләмдәрҙән ҡушма һөйләм төҙөлә алмай. Шуның менән бергә һәр бер ҡушма һөйләмде лә ябай һөйләмдәргә тарҡатып булмай.
Ҡушма һөйләм эсендәге һөйләмдәргә мәғәнә, структура һәм интонация берҙәмлеге хас. Мәғәнә яғынан ҡушма һөйләмдә бер генә предмет йәки кеше хаҡында ла һүҙ барырға мөмкин. Мәҫәлән: Йәлил — студент, ул тырышып уҡый. Был теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдә һүҙ Йәлил тураһында ғына бара.
Ҡушма һөйләм ике составлы һөйләмдәрҙән торһа, уның составында кәмендә ике эйә менән ике хәбәр бирелә. Мәҫәлән: Хал-кыбыҙ борон-борондан йырҙан рух алып йәшәгән, йыр уның ауыр яҙмышын еңеләйткән, уны ғорур иткән, еңеүҙәргә әйҙәгән (Ф. Рәхимғолова).
Телмәр ағышының үҙенсәлегенә ҡарап, ҡушма һөйләм бер составлы һөйләмдәрҙән дә төҙөлөргә мөмкин. Мәҫәлән: Төшкә тиклем бөтә көс менән сайыр әҙерләргә, төштән аҙаҡ уларҙы бер ергә ташып өйөргә (Н. Мусин). Бында бер эйә лә бирелмәгән. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡушма һөйләмдә хәбәрҙәр бөтөнләй ҡулланылмай, йәғни атама һөйләмдәр урын ала. Мәҫәлән: Һиндә көс, һиндә хеҙмәт, һиндә кешегә хөрмәт! (Н. Нәжми). Был миҫалда өс атама һөйләм бар. Әгәр икенсе һәм өсөнсө «һиндә» һүҙе ҡулланылмаһа, теҙмә ҡушма һөйләм ҡәҙимге бер составлы атама һөйләмгә әүерелер ине.
Ике йәки бер нисә һөйләмдән төҙөлгән синтаксик конструкция ҡушма Һөйләм тип атала.
Әгәр ҡушма һөйләм йыйнаҡ һөйләмдәрҙән торһа, ул ябай уйҙы белдерә. Ә инде ул тарҡау һөйләмдәрҙән төҙөлһә, ҡатмарлы уйҙы аңлата. Тимәк, бөтә ябай һөйләмдәр ҙә — ябай уйҙы, ә һәммә ҡушма һөйләмдәр ҙэ ҡатмарлы уйҙы белдерә тигән фекер дөрөҫ түгел. Айырымланған эйәрсән киҫәкле, хәл әйтемле, бик күп тиң киҫәкле ябай тарҡау һөйләмдәр ҡатмарлы уйҙы аңлата.
Әгәр ҡушма һөйләм эсендәге бер һөйләмдән икенсе һөйләмгә һорау биреп булмаһа, бындай ҡушма синтаксик конструкция теҙмә ҡушма һөйләм тип йөрөтөлә. Мәҫәлән: Малайҙар теүәтәй
типкес, соҡор туп, һыҙма туп уйнай торҙолар; кыҙ балалар, бер урынға өйөлөп ултырып, бишташ ырғыттылар (Ж. Кейекбаев). Бында ике һөйләм бер-береһенә теҙмә юл менән бәйләнгән.
Әгәр ҡушма һөйләм составындағы бер һөйләмдән икенсе һөйләмгә һорау биреп булһа, ундай ҡушма синтаксик конструкция эйәртеүле ҡушма һөйләм тип атала. Мәҫәлән: Кем да кем тормошта матур йашәй белә, шул батырлыҡҡа ла һәләтле (Я. Хамматов). Эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкцияла ҡайһы һөйләмдән сығып һорау бирһәк, шул һөйләм баш һөйләм тип, ә һорауға яуап ҡайтарғаны эйәрсән һөйләм тип йөрөтөлә.
Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
Билдәле дәрәжәлә үҙ аллы булған ике йәки бер нисә һөйләмдең теҙмә бәйләнешкә инеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡушма синтаксик конструкция теҙмә ҡушма һөйләм тип атала.
Эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкцияларҙан айырмалы рәүештә, теҙмә ҡушма һөйләмдең составына ингән компоненттарҙың үҙ аллы исеме юҡ. Тел практикаһында уларҙы киҫәктәр, йә булмаһа дөйөм атама менән һөйләмдәр тип йөрөтәләр.
Грамматик яҡтан бөтөнләй үҙ аллы һөйләмдәрҙең йәнәш тороуы ғына теҙмә ҡушма һөйләм барлыҡҡа килтерә алмай әле. Теҙмә ҡушма синтаксик конструкциялар үҙҙәренең төҙөлөшө (структураһы) һәм мәғәнәһе яғынан бер бөтөндө тәшкил итәләр. Тышҡы яҡтан теҙмә бәйләнешкә нигеҙләнгән берҙәмлек интонация, теҙмә теркәүестәр, киҫәктәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәшлеге, хәбәрлек формаларының һәм һөйләм схемаларының бер төрлөлөгө, лексик-грамматик элементтар һ. б. сараларҙан ойоша. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең дөйөм мәғәнәһе уның компоненттарының үҙ-ара мәғәнә мөнәсәбәтенә нигеҙләнә. Был дөйөм мәғәнә, ғәҙәттә, теҙмә бәйләнеште (паратаксисты) барлыҡҡа килтереүсе саралар ярҙамында төрләнә, үҙгәрә, ҡатмарлана бара.
Теҙмә бәйләнеш сараларының ниндәйе файҙаланылыуына ҡарап, теҙмә ҡушма синтаксик конструкциялар ике ҙур төркөмгә — теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәргә бүленә. Килеп сығышы яғынан ҡарағанда, шуларҙың теркәүесһеҙҙәре теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәргә ҡарағанда тәүҙәрәк формалашҡан һәм таралыш алған. Башҡорт әҙәби теленең һөйләү һәм яҙма формаларының материалы ошоно раҫлай.
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең компоненттары үҙ-ара интонация (һанау, ҡаршы ҡуйыу, көттөрөү, асыҡлау) ярҙамында бәйләнә. Миҫалдар: Ул миңә фронт хәлдәрен һөйләне, мин уны Мәскәү яңылыҡтары менән таныштырҙым (Д. Юлтый). Уҡытыусы сағында ошо ниәтен бойомға ашыра алманы: һәйкәл өсөн аҡса табылманы, музей өсөн бина булманы (Б. Рафиҡов).
Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең составына ингән киҫәктәр йыйыу, ҡаршы ҡуйыу, бүлеү-ҡабатлау, асыҡлау мәғәнәләрем грамматикалаштырыусы теҙмә теркәүестәр ярҙамында берләшәләр. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйлөмдәрҙә интонация төп ролде уйнай, теркәүесле теҙмә ҡушма конструкцияларҙа, коммуникатив маҡсатҡа ярашлы рәүештә, формаль саралар (теркәүестәр) файҙаланыла, һөҙөмтәлә улар семантик яҡтан конкретыраҡ булын сыга. Миҫалдар: Сапҡындар Килембәт артынан саба торҙо, ә ул береһенә лә күренмәй ҡаса торҙо (К. Мәргән). Тылдағы бандитизмға ҡаршы көрәшеүгә башта еңел генә ҡарағайнылар, әммә был көрәш фронттағынан да ҡатмарлыраҡ булып сыҡты (Ф. Иҫәнғолов). Емеш тә бармаҡсы ине лә, ағаһы ла, еңгәһе лә ҡаршы килде (3. Биишева). Йә сит кешеләр ҡамасауланы, йә үҙенең ҡыйыулығы етмәне (Д. Исламов).
Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең бер стилистик үҙенсәлеге шунда: тәүге компоненттың хәбәре вазифаһын теҙмә бәйләнеште бирә алыуға яраҡлашҡан -п аффикслы хәл ҡылым башҡара. Тауыш ағышы яғынан был осраҡта интонацион тамамланғанлыҡ булмай, ләкин эйәртеүле мөнәсәбәт тә барлыҡҡа килмәй, ә теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдең үҙенсәлекле төрө генә яһала. Миҫалдар: Ҡояш яңы ғына сығып, тирә-яғы ҙур алҡа менән әйләндереп алынған ине (М. Ғафури). Бына бер заман ҡар ҡатыш ямғырҙар яуып, ҡаты һалҡындар башланды (3. Ураҡсин).
һәр ҡушма синтаксик конструкция, шул иҫәптән теҙмә ҡушма һөйләм дә, иң кәмендә ике киҫәктән тора. Теҙмә ҡушма һөйлөмдәрҙә йыш ҡына компоненттарҙың һаны икәүҙән артып китә. Грамматик тикшеренеүҙәрҙә уларҙы күп быуынлы теҙмә синтаксик конструкциялар тип йөрөтәләр. Ошоға бәйләнешле рәүештә теҙмә ҡушма синтаксик конструкцияларҙың асыҡ йәки ябыҡ структуралы икәнлеген билдәләү мәсьәләһе күтәрелә. Әлбиттә, был принципты башҡорт теленең теҙмә ҡушма һөйләмдәренә тулыһынса ҡаратып булмай, сөнки ул өлөшләтә генә билдәләнә. Структур асыҡ-лыҡ-ябыҡлыҡ бер типтағы компоненттарҙың булыуына нигеҙләнә.' Тел факттарынан күренеүенсә, сағыштырыу — ҡаршы ҡуйыу мөнәсәбәтендәге һөйләмдәрҙең структураһы, ғәҙәттә, ябыҡ (йомоҡ) була. Мәҫәлән: 1) Ата байлығы улға йоҡмаҫ, әсә байлығы ҡыҙға йоҡмаҫ (мәҡәл). 2) Индрил ҡарышып маташҡайны ла, ҡатын уны тыңларға ла теләмәне (Д. Юлтый). 3) Йәштәр үҫә, беҙ сүгәбеҙ (Я- Хамматов). 4) Бәхет тураһында күпме аҡыллы һүҙҙәр әйтелгән, ә 1/ны һәр кем үҙенсә аңлай (Р. Солтангәрәев).
Компоненттары үҙ-ара йыйыу, бүлеү-ҡабатлау, асыҡлау-тулты-рыу мөнәсәбәтендә килгән теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең, теоретик яҡтан ҡарағанда, асыҡ структуралы булыуы күренә. Миҫалдар: 1) Күп елдәр иҫер, күп һыуҙар ағыр, үткән ғүмер генә һине оноттора алмаҫ (Ш. Бикҡол). 2) Әллә һин флейта моңо, Әллә таң еле инең? Әллә һин үҙең шаштырҙың, Әллә мин тиле инем? (М. Харис). 3) Аръяҡта атыш һаман көсәйҙе: пулеметтар тыҡылдай, аттар кешнәй, гөрһөлдәп туптар ярыла (Y. Сирбаев).
Теҙмә синтаксик конструкцияларҙағы һөйләм тәртибенең ныҡлығына ҡарап, уларҙы һығылмалы һәм һығылмалы булмаған төрҙәргә бүлергә мөмкин. Миҫалдар: 1) Сөләймән райкомда эшләне,
Мэрйәм мәктәптә балалар уҡытты (Я- Хамматов). 2) Көнсығышта самурайҙар ҡылыс янай, көнбайышта фашизм ҡоторона (И. Абдуллин). 3) Һабантуйҙан һуң бер-ике генә һәйбәт көн булды ла, унан һауалар бик насарайып китте (Ф. Әсәнов). 4) Ауылдар һирәк, ләкин барыбер йылға кешеһеҙ түгел (К. Мәргән). Был һөйләмдәрҙең, тәүге икәүһендә компоненттарҙың урынлашыу тәртибе сағыштырмаса ирекле, ә һуңғыларында һөйләм тәртибе тотороҡло. Ғөмүмән алғанда, теҙмә ҡушма синтаксик конструкцияларҙың һығылмалы булыу-булмауы коммуникатив маҡсаттан, контекст үҙенсәлегенән, хәбәр итеүҙең предметын һәм яңылығын үҙ эсенә алған актуалләшеү күренешенән сығып билдәләнә. Мәғәнәгә зыян килтермәйенсә, һөйләм тәртибен үҙгәртеү мөмкинлеге теҙмә ҡушма синтаксик конструкцияларҙы барлыҡҡа килтергән лексик-грамматик элементтар, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте менән бик тығыҙ бәйләнештә тора.
Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе структур-семантик йәһәттән ҡарағанда, компоненттар өсөн уртаҡ лексик-грамматик элементтарҙың булыуы күҙгә ташлана. Уларҙы мөнәсәбәттәш берәмектәр тип атарға мөмкин. Мөнәсәбәттәш берәмектәрҙең урын алыу-алмауына ҡарап, теҙмә ҡушма һөйлөмдәрҙә коррелятлы һәм коррелятһыҙ синтаксик конструкциялар айырып йөрөтөлә. Уртаҡ киҫәктәр дөйөм фон булған осраҡҡа миҫалдар: 1) Председателдән берәүҙәр бер нәмә һорай, икенселәр икенсе нәмә таптыра (И. Ғиззәтуллин). 2) Директорҙың маңлай һырҙары тәрәнәйгән, ҡаштары һалынған, күҙ ҡарашы ла кәйефе юҡлығын күрһәтеп тора ине (Ф. Әсә-
HOBi .
Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең компоненттары бер типтағы конструкцияларҙан төҙөлә. Мәҫәлән: 1) Ашлыҡтар күкрәп үҫте, малдар артҡандан-артты, ауыл матурланғандан-матурланды, колхоз көсәйгәндән-көсәйҙе (Ғ. Ибраһимов). 2) Тәүҙә Ишморатов партияға теләктәшлек итеүсе булып яҙылды, һуңыраҡ уны РКП(б) сафына ҡабул иттеләр (Ф. Иҫәнғолов). 3) Берәүҙәре көрәшсегә көс биреп тора, икенселәре йүгеректәрҙе дәртләндереп тауышлана, өсөнсөләре атылған уҡтың мәрәйгә тура барып тейгәненә һоҡланып, яҙа киткәненә уфтанып ҡысҡырып ебәрә (К- Мәргән). Тәүге һөйләм бер төрлө блоктарҙан төҙөлгән; икенсе миҫалда «тәүҙә — һуңыраҡ» һәм «Ишморатов — уны» рәүешендәге мөнәсәбәттәш элементтар бирелә; аҙаҡҡы һөйләмдең субстантивлашҡан һан формаларынан яһалған эйәләре эйәлектең морфологик юл менән белдерелеүе нигеҙендә үҙ-ара мөнәсәбәттәш торалар.
Теҙмә бәйләнештә килгән хәбәр формаларының бер элементын «йәйә тышына сығарыу» күренешен дә коррелятлылыҡ билдәһе итеп ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән: Немецтарҙың косилка-лобог р викалары, фургондары, ҡа мыт-сбруйҙары, һәнәк-тырмалары йүнәтелеп, салғылары ҡайралып, кәрәкле ялсылары ялланып куйылғайны (Ғ. Дәүләтшин).
Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙәге был күҙгә ташланып торған тышҡы билдәләр синтаксик конструкцияларҙы төркөмләгәндә хәл иткес була алмайҙар әле. Семантик (мәғәнәүи) принцип ышаныс-
ТЕҘМӘ ҠУШМА ҺӨЙЛӘМДӘРҘЕҢ СТРУКТУР-СЕМАНТИК
ТӨРҘӘРЕ
Семантик йәһәттән ҡарағанда, теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма Һөйләмдәр бер-береһенән әллә ни айырылмай тиерлек. Шулай булғас, уларҙы айырым-айырым түгел, ә бер урында сағыштырып ҡарау уңайлы, был саҡта кәрәкһеҙ ҡабатлауҙарга ла юл ҡуйылмай.
Алда әйтелеүенсә, семантик төркөмдәрҙең нигеҙендә компоненттарҙың үҙ-ара мәғәнә мөнәсәбәте ята. Теҙмә ҡушма синтаксик конструкциялар был классифнкацион билдә нигеҙендә үҙҙәре бер нисә төркөмсәгә бүленә.
I. Йыйыу мәғәнәһендәге теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Улар телдә бик киң таралған, хатта теҙмә синтаксик конструкцияларҙың иң ҙур күпселегең тәшкил итә, тиһәк тә хата булмаҫ. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдең компоненттары үҙ-ара һанау интонацияһы менән тоташа. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйлөмдәрҙә йыйыу мәғәнәһе махсус теркәүестәр (да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә, һәм, шулай ук, йәнә, тағы, шуның менән бергә, шул ук вакытта) ярҙамында формалаша. Ысынбарлыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ күренештәрен теркәүсе, билдәләүсе булараҡ, йыйыу мәғәнәһендәге теҙмә ҡушма синтаксик конструкциялар хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ теҙеп, тәфсирләп һанап сығыу өсөн хеҙмәт итәләр, уларҙа һүҙ, ғәҙәттә, бер йәки бер нисә предмет, зат тураһында бара, улар объект һәм субъекттарҙы художестволы, фәнни тасуирлағанда йыш ҡулланыла. Иыйылмалылыҡ төшөнсәһе үҙе үк теҙмә бәйләнештең асылына тура килә. Был мәғәнәнең нигеҙендә компоненттарҙың ваҡыт яҫылығындағы үҙ-ара мөнәсәбәте ята. Ваҡыт мәгәнәһе контексҡа ҡарап бер-бер артлылыҡ, эҙмә-эҙлелек (йәнәшәлек), билдәле ваҡытҡа туранан-тура бәйләнештә булмау кеүек сифаттарҙа алына, уның бик күп төрлө мәғәнә оттеноктары бар (мәҫәлән, тиҙлек мәғәнәһе). Миҫалдар: 1) Эргәләге ҡайын ботағына ҡунған сәпсектәр сипылдаша, әрәмәлектә барҡылдаҡтар үҙ-ара һөйләшә, ҡайҙалыр сылтырап Кәжән йылғаһы аға, ағастар араһынан төшкән ҡояш нурҙары битте һыйпай, уның йылыһы ләззәтләндерә, шатлыҡлы хистәр t/ята (Я. Хамматов). 2) Әхмәт өҫтәлгә кире боролоп өлгөрмәне, Хөсәйен шәпләп килеп инде (һ. Дәүләтшина). 3) Индрил бик шәп атлай, мин уға саҡ-саҡ эйәреп барам (Д. Юлтый). 4) Юл кешене дуҫлаштыра, туғанлаштыра, һәм беҙ ҙә бер-беребеҙ менән ныгы-раҡ танышып, эҫенешеп алдыҡ (Ш. Бикҡол).
Тәүге "компонентының хәбәре ролен -п аффикслы хәл ҡылым башҡарған теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, бер-бер артлы булған эш-хәрәкәттәрҙе белдергәнлектән, йыйыу мәғәнәле булалар. Миҫал өсөн: Был ваҡытта инде ер кәрәк алымы тәрәнлегендә туңып, йылғалар яҫтыҡтай боҙ менән ҡапланып өлгөрә торғайны (3. Ураҡсин).
II. Компоненттары үҙ-ара сағыштырыу-ҡаршы ҡуйыу мәғәнә- һендәге теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Төрҙәш компоненттар үҙ-ара йы- йыу мәғәнәһендә булһа, төрҙәш булмаған киҫәктәр йә сағышты- рыла, йә ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Ғөмүмән алганда, сағыштырыу — ҡапма-ҡаршы ҡуйылыу ул теҙмә бәйләнештең тәбиғәтенә ярашлы. Был төр теҙмә ҡушма һөйләмдәр шулап уҡ телдә йыш осрай. Са- ғыштырыу мәғәнәһе тышҡы яҡтан бәйләнешһеҙлеккә (асиндетон- ға) ҡоролған була, ул, ғәҙәттә, интонацияны файҙалана. Айырым осраҡтарҙа ә теркәүесе лә ошо мәғәнәне белдерә ала. Миҫалдар:
Ураҡ урмаҡ — уйнамаҡ, бесән сапмаҡ— йән сыҡмаҡ (мәҡәл).
Иптәш ҡыҙҙары артабан уҡыу өсөн төрлө ҡалаларға таралды, ә Сажидә юғары белем хаҡында башына ла килтермәне (Н. Мусин).
Яңғыҙ имән урман булалмаҫ, Яңғыҙ бер ҡош оя ҡоролмаҫ, Яңғыҙ шишмә сүлдән яралмаҫ, Яңгыҙ әҙәм ҡала һалалмаҫ (Р. Шәкүр).
Телдәге ҡапма-ҡаршылыҡ мәғәнәһе контраслыҡ интонацияһы менән бергә ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре (ла-лә, ә, ләкин, әммә, тик, шулай ҙа, фэкәт, бәлки һ. б.) арҡылы грамматикалаша. Миҫалдар: Ул тырыштырып ойошторҙо ла бит, Фәрит вәғәҙә иткән ваҡытында уларҙы алырға килмәне (һ. Дәүләтшина). Йыйыштырылмаған әй йыйыштырылды, бешмәгән аш беште, ҡайнамаған сәй ҡайнап сыҡты, ә ул һаман ҡайтманы (Я. Хамматов). Ул берәүҙең кандидатураһын әйтте әйтеүен, ләкин минең Йософ ағай тураһында яҙғым килә ине (В. Исхаҡов). Батша һалдаттары был урманды нисәмә тапҡыр һөҙөп сыҡҡан, әммә Хәбир батыр табылмаған (3. Биишева).
Ҡапма-ҡаршылыҡ мәғәнәһе тәүге компоненттағы үҙенсәлекле «әйтте әйтеүен» йәки «әйтмәне әйтмәүен» тибындағы инверсной хәбәр һәм тура объект ҡушылмаһынан килеп сыга (ыңғай тәртиптә: «әйтеүен әйтте» йәки «әйтмәүен әйтмәне» рәүешендә була). Бындай ҡушылмалар файҙаланылғанда, ғәҙәттә, һуңғы компонент кирелек мәғәнәһендә була, шул арҡала ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре факультатив роль башҡара. Был типтағы конструкциялар йыйнау (ынғай) мәғәнәлә лә булырға мөмкин. Сағыштырығыҙ: 1) — Һәйбәт булған булыуын, тик бына тирмәне аҙ ғына анауындараҡ, ҡалҡыуғараҡ ҡормағанһығыҙ икән (һ. Дәүләтшина). 2) Бындағы һуғыш оҙаҡҡа барманы барыуын, дошман тиҙ арала тар-мар ителде (3. Ғәлимов).
III. Бүлеү-ҡабатлау мәғәнәле теҙмә ҡушма синтаксик конструк- цияларҙа теркәүестәр (берсә, йә, йәки, ни, әле, әллә, йә булма- һа һ. б.) аралашып, сиратлашып, ҡабатланып килгән эш-хәрәкәт, хәл-ваҡиғаларҙы белдергән һөйләмдәрҙе тоташтырыусы грамматик сара ролен башҡара. Был төр һөйлөмдәрҙә ихтималлыҡ модалле- ген дә һиҙемләргә мөмкин. Миҫалдар: 1) Минең күкрәгемдә берсә күҙгә күренмәҫ ниндәйҙер йылы нурҙар бәрелеп рәхәтләндерә, берсә утлы уҡтар өтөп тишкеләй; йөрәгем берсә ҡыуанып талпына, берсә, әрнеүенә сыҙай алмай, күкрәк ауыҙын дөмбәҫләргә тотона (М. Кәрим). 2) Һәр йәкшәмбе көн йә ғәскәрҙәрҙең парады була, йә спорт ярыштары ойошторола (Ә. Чаныш).
IV. Бер-берсһен асыҡлаусы, тултырыусы һәм дөйөмләштереүсе һөйләмдәрҙән төҙөлгән теҙмә ҡушма синтаксик конструкциялар ҙа билдәле. Күпселек осраҡта улар теркәүесһеҙ, асыҡлау һәм көттөрөү интонациялары менән бирелә. Ошо уҡ мәғәнәне хатта һөҙөмтә теркәүесе менән теркәүес вазифаһын үтәүсе тимәк, әйтерһең модаль һүҙҙәре бирә ала. һирәгерәк осраҡта йәғни теркәүесе теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе ҡулланыла. Миҫалдар: 1) Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң: башҡорт ҡунаҡсыл икән (М. Кәрим). 2) Мин Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары араһында өс йондоҙҙо беләм: беренсеһе — үҙ ваҡытында ВЛКСМ-дың Әлкә комитеты, унан һуң ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты секретары булған Шәрифә Тимерғәлина, икенсеһе — һ. Дәүләтшина, өсөнсөһө — 3. Биишева («Совет Башҡ.»). 3) Военкомат алдында һәр ваҡыттағыса йәнлелек: бер нисә егеүле ат тора, улар тирәһендә ир-аттан тыш ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ла күренә (Н. Мусин). 4) Ул маяҡтарҙы кешеләр ҡулы тоҡандыра, йәғни кешеләр уларға үҙҙәренең аҡыл яҡтыһын, рух йылыһын, өмөт нурҙарын һалып ҡалдыралар (М. Кәрим).
Ҡайһы бер теҙмә ҡушма һөйләмдәр синкретиклашҡан мәғәнәгә
1 2
эйә булалар. Мәҫәлән: Мартта һауа торошо тотороҡһоҙ була: йә
з 4
бик тиҙ иретә башлай, йә ныҡ туңдырып ебәрә, ҡар яуа («Совет Башҡ.»). Был һөйләмдә 1-се һәм ҡалған өс компонент үҙ-ара асыҡлау төрөндә, ә 2-се, 3-сө һәм 4-се киҫәктәр бүлеү-ҡабатлау йөкмәткеле. Был һөйләмдең схемаһын түбәндәгесә күрһәтеп була:
Теҙмә ҡушма синтаксик конструкцияларҙы анализлағанда тағы шуны хәтерҙән сығарырға ярамай: беренсенән, теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр араһында торған, күсмә типтағы күренештәр осрай; икенсенән, яҙма телмәрҙә теркәүестәр теҙмә ҡушма һөйләм киҫәктәрен генә түгел, синтаксистың ҡатмарлы берәмектәрен,телмәрҙең теҙем формаһын, хатта тотош абзацты ла теҙмә бәйләнешкә килтерә. Яҙма телмәрҙә яңы һөйләмде, йәнле һөйләү телендә фразаны теркәүес менән башлап ебәреү ҙә йыш ҡына күҙәтелә.
