- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
Ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡушма һөйләм өс һәм унан артыҡ һөйләмдәрҙән төҙөлә. Бындай ҡушма һөйләмдәр ҡатмарлы синтаксик конструкциялар тип йөрөтөлә. Лингвистик традиция буйынса улар өс төргә бүленә: 1) күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм, 2) ҡатнаш ҡушма һөйләм, 3) теҙемдәр (периодтар).
Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар, бер яҡтан, авторҙың аналитик фекерләй белеүен күрһәтһә, улар, икенсе яҡтан, әҙәби телдең үҫеш кимәлен билдәләй, шуға күрә уларға ҙур әһәмиәт бирергә кәрәк.
Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
Әгәр ҡатмарлы синтаксик конструкция кәмендә бер баш һөйләмдән һәм ике эйәрсән һөйләмдән торһа, ул күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм тип йөрөтөлә. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм икегә бүленә: 1) асыҡ структуралы (тиң эйәрсән һөйләмле) күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм, 2) ябыҡ структуралы (тиң булмаған эйәрсән һөйләмле) күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм.
Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
Әгәр күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәге эйәрсән һөйләмдәр бер үк һорауға яуап ҡайтарһа, ҡатмарлы синтаксик конструкцияла ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре урын алмаһа, фразаны артабан дауам итеп буЛһа, асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм менән эш иткән булабыҙ. Түбәндәге эйәрсән һөйләмдәр тиң булып килә.
I. Эйә һөйләм. Миҫалдар: Кемдең эштәре насар йәки хыялдары тормошҡа ашырлыҡ түгел, ғәҙәттә, шулар ғына артҡа әйләнеп ҡарарға ҡурҡа (М. Кәрим). Тик шуныһы асыҡ хәтерендә ҡалған: төнө буйы әсәһе иланы, икеһе лә йоҡламай сыҡтылар (Б. Бикбай).
II. Хәбәр эйәрсән һөйләм тиң булып килә. Миҫалдар:
Балам, һиңә бер өгөтөм шул: Илеңде, дәүләтеңде ныҡ һөйөр бул. Олола партияңды, ул ҡол итмәҫ
.Халыҡты һөй, халҡың һине ситкә типмәҫ (м. Ғафури).
Әхмәҙулланың ҡиәфәте шундай: әйтерһең, ул — осраҡлы ғына тыңлаусы, әйтерһең, ул бындай эштәргә актив ҡатнашмай торған шалла бәндәһе» (А. Карнай). Проблема шунда: ике тапҡыр түгелгән көс өсөн аҡса байҙан табырға ла, i/л яуаплылыҡты кем елкә-и~„,.,ПгпО (\\vpa. Уларҙы булһо
Ш. Аныҡлаусы һөйләм тиң булмп
б>ЛЫрға м°мкин. Миҫалдар:
Кемдәр эшләй фабрик-заводтарҙа, Кемдәр тау-таштарҙы аҡтара, Беҙ шуларҙың исемен хөрмәт итеп Яҙабыҙ шул
Ҡыҙыл таҡтаға (М. Ғафури,). Шундай бөйөк художниктар була: Ил шаулата улар исеме. Үлгәс һәр береһенең өҫтә.гендә Бөтмәй ҡала һуңғы рәсеме (М. Хәй). Беҙҙең батальон бөгөн эшкә сыҡмаған, беҙҙең дивизияны икенсе фронтҡа оҙаталар, имеш, тигән хәбәр бар (Д. Юлтый). Ҡайҙалыр яҡында ғына трактор йөрөгән, аттар кешнәгән, һыйырҙар мөңрәгән, эттәр һаулаған тауыштар ишетелә (Ғ. Ғүмәр). IV. Тултырыусы һөйләм тиң була. Миҫалдар: Күрәм: эшкә тора республикам, һөрән һалды бына гудоктар, Эшсе өйҙәр ҡояшҡа ҡаратып Тәҙрә асты (Ғ. Сәләм). Бөгөн күрәм: Бында колхоз төҙөлә, Туғанлаша Иван, Абдулла (Б. Бикбай). V. Ваҡыт һөйләм тиң булып килә. Миҫалдар: Дәүләтовтар автоматтан атҡан саҡта, Һәм Кужаков дошман башын сапҡан саҡта, Миңлеголов «фердинанд»тар ватҡан саҡта, Ғорурланып ҡалҡып тора Башҡортостан (Р. Нигмәти). Кис етеп, ҡояш байырға яҡынлашҡас, Павло менән Ирек сикһеҙ күтәренке күңел менән өйҙәренә ҡайтырға сыҡтылар (3. Биише-Еа). Өйөлгән бойҙай эҫкерттәре аҙна аҙаҡтарында һуғылып бөтөп, молотилка эшләүҙән туҡталғас, гөрләп торған иген баҫыуы тып-тын булып ҡалды (Я- Хамматов). Кистәрен офоҡтар тағы ла нығыраҡ зәңгәрләнеп, яҙҙың тәүге һулышы күңелдәрҙе елкендергән миҙгелдә, ярмалан/ан ҡарҙарҙы аҡтарып, Рәми Ғарипов сәскәләр цлэргә ярата торғайны (Р. Бикбаев).
Урын һөйләм тиң булырға мөмкин. Миҫалдар: Бер үкел ғҫеп, бер үк ямғыр яуған ерҙәрҙән дә төрлө уңыш алып ҡуялар (Р. Солтангәрәев). Мине дөрөҫ аңлау өсөн, мин йөрөгән, мин күр-аән ерҙәрҙә булып ҡайтырға кәрәк (3. Ғәлимов).
Сәбәп һөйләм тиң була. Миҫалдар:
Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә оло булғанға, полкта минән башҡа йәштәр бул мағанға күрә генә, мин һеҙгә малай булып күренәм (С. Агиш) Һуғыш бөткәнгә, атыш туҡтағанға, иҫән ҡалып, еңеү көнөн күр гәнгә ҡыуанып, күктәге ҡояшҡа ҡыуанып атлай (Ә. Мирзаһитов) Советта ашығыс эштәр килеп сығыу сәбәпле, Галкин ауылда тороп ҡалғанлыҡтан, был рейсҡа башлыҡ итеп Әхтәм тәғәйенләнгәйне (Ғ. Лоҡманов).
VIII. һөҙөмтә һөйләм тин, булып килә. Мәҫәлән:
Ҡара урман бөгөн ышыҡланы Яраланған туған улдарын, Шуға күрә был тән тыныс түгел, Шуға күрә әрнеп һулай ул (Ғ. Ғүмәр).
IX. Маҡсат һөйләм тиң булып килергә мөмкин. Миҫалдар: Пар- тия съезы, донъялар имен булһын өсөн, совет кешеләре ижади хеҙ- мәт итһен өсөн, тыныслыҡ тантанаһы хаҡына тейешле ҡарар ҡа- бул итәсәк («Башҡ. ҡыҙы»).
Мәскәү күге нурлы булһын өсөн. Сәскә атһын өсөн баҡсалар; Йәш түкмәһен өсөн ҡарт әсәләр, Шат йылмайһын өсөн балалар, Мин һуғыштым (Х. Кәрим).
X. Рәүеш һөйләм тиң була. Миҫалдар: Йәшен йәшнәп, күк күкрәп, ямғыр яуа башланы (Ә. Хәкимов). Эште бөтә техника тулы ҡеүәтендә файҙаланырлыҡ итеп, һәр кеше бөтә көсөн биреп эшләрлек итеп ойошторорға кәрәк («Совет Башҡ.»).
XI. Дәрәжә-күләм һөйләме тиң булып килә. Миҫалдар: Яҙ, туғаным, ҡулыңа сөйәл сыҡҡансы, саф йөрәгең һуңғы тапҡыр һуҡ- ҡансы! (С. Ҡудаш). Ауырыу кеше ни тиклем тиҙерәк врачҡа кү- ренһә, уға ни тиклем тиҙерәк медицина ярҙамы күрһәтелһә, ул шул тиклем тиҙерәк һауыға (Ш. Янбаев). Алтынсәс, иптәш ҡыҙ- ҙарына ҡушылып, аяғы талғансы бейене, тамағы ҡарлыға башла- ғансы йырланы (Ә. Хәкимов).
XII. Сағыштырыу һөйләме тиң булып килергә мөмкин. Миҫал- дар: Әҡлимәнең һағышлы йөҙө теге йылдарҙың йылы еле бәрелгән- дәй, шул йылдарҙың дәрте һирпелгәндәй асылып уҡ китте (Ш. Бик- ҡол). Майлы бутҡа йыш булмай, маҡтаулы һүҙ күп булмай ти- гәндәй, Зәйнәп тә оҙаҡ һөйләп тора алманы (И. Ғиззәтуллин).
Пиҙер ҡот осҡос гөрһөлдәй,
Таш ямғыр яуған һымаҡ.
Ер ярылып киткән кеүек,
Ҡаялар ауған һымаҡ (Ш. Бикҡол).
XIII. Шарт һөйләм тиң була. Миҫалдар: Мин һуғышҡа китһәм, һин бында илап ултырһаң, эш нисек булып сығыр? (М. Ғафури). Беҙ тартышмаһаҡ, беҘ берләшмәһәк, кем бирер хоҡуҡ, беҙ көрәш- мәһәк? (С. Ҡудаш).
Рәхәт — донъя һәр саҡ имен булһа,
Гөрләп торһа эшсән уңғанлыҡ,
Кеше йөрәгенә үрелеп үҫһә
һуғыш түгел— дуҫлыҡ, туғанлыҡ (3. Биишева).
һуғыш булмаһа, тыуған илгә фашист илбаҫарҙары тығылмаһа, халыҡ былай интегер инеме ни? (Я. Хамматов). Кистәрен тулҡындар өҫтөндә бәрҙе ҡарпымаһа, томбойоҡтарҙа суртан шаптырламаһа, йылғаның ни йәме?! (Ш. Янбаев). Совет иҫән булһа, колхоз иҫән булһа, беҙҙең кеүектәрҙең донъяһы бөтөн булыр әле (Ә. Мирзаһитов).
XIV. Ахыр сиктә, кире һөйләм тиң булып килә. Миҫалдар: Тән ни тиклем ҡараңғы булмаһын, поездар ни тиклем ҡыҙыулыҡ менән үтмәһендәр, ҡараңғылыҡты тишеп, төбәлеп ҡараған күҙҙәр вагон площадкалары өҫтөндә барған нәмәләрҙең шәүләләрен бик асыҡ айыралар (С. Ҡудаш). Хужалар бик ҡыҫтаһалар ҙа, ҙур самауыр паровоз һымаҡ шаулап, парҙарын юғары күтәреп беҙҙе өҫтәл эргәһенә саҡырып торһа ла, беҙ сәй эсмәҫкә, ә тиҙерәк китергә булдыҡ (Ғ. Ғүмәр). Республиканың территорияһы тулыһы менән мәңгелек туң зонаға тап килһә лә, донъяның иң һыуыҡ урындары — һалҡынлыҡ полюсы шулай уҡ Якутстанда булһа ла, якут халҡы быуаттар буйы ошо ерҙәрҙе үҙенең йөрәк йылыһы менән йылытҡан, талантлы ижады менән йәмләгән (Р. Бикбаев).
Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
Әгәр күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм бер баш һөйләмдән һәм төрлө һорауға яуап ҡайтарыусы ике йәки бер нисә эйәрсән ,һөй-д ләмдән төҙөлһә, ул ябыҡ структуралы тип йөрөтөлә. Бындай эйәр-ir теүле ҡушма синтаксик конструкцияларҙы артабан дауам итеп, үҫтереп булмай. Контексҡа ҡарап, ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ле ҡушма һөйләм составында ҡаршы ҡуйыу, йыйыу, сәбәп, һөҙөмтә теркәүестәре урын алырға мөмкин. Башҡорт телендәге ябыҡ
''структуралы күп "эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр түбәндәгесә төҙөлә. I. Бер баш һөйләмдән, эйә һөйләмдән һәм ваҡыт һөйләмдән, .//тәҫәлән: Ауылда атыш башланғас та, бер тауыштан көслө итеп Лу «.ура» ҡысҡырһағыҙ, шул еткән (Ә. Чаныш).
* a II. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм бер баш V'г .Һөйләмдән, хәбәр эйәрсән һөйләмдән һәм тултырыусы һөйләмдән
III. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конст- рукция бер баш һөйләмдән, хәбәр эйәрсән һөйләмдән һәм аныҡ- лаусы һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән:
Эш шунда:
Был күҙлекте кейеп алған һәр бәндә
Һис бер һүҙһеҙ ҡалыр һин ҡалған хәлдә (С. Ҡудаш).
IV. Баш һөйләм, ләкин теркәүесле хәбәр эйәрсән һөйләмдәр
ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Йыһандың бөйөк көсө шунда: унда өҙлөкһөҙ хәрәкәт, ләкин ул хәрәкәт гел бер төрлө генә түгел (М. Кәрим).
V. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм бер баш һөйләмдән, аныҡлаусы һөйләмдән һәм ваҡыт һөйләмдән тора. Ми- ҫалдар: Кәбәндең башы ябылып бөткәндән һуң, Сөләймән ҡарт Фа- тима килтереп ҡуйган баҫҡыс буйынса ергә — түбәнгә төштө (Ғ. Хәйри).
Беҙ үҫтергән миләш— Һаман һылыу, йәп-йәш, Ҡыҙарып тәлгәшләнә, Көҙ еткәс (3. Биишева).
VI. Бер баш һөйләм, аныҡлаусы һөйләм һәм урын һөйләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм хасил итә. Мәҫәлән: Беҙ ебәргән автомашиналар һеҙ эшләгән ергә барамы? (Т. Арслан).
VII. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм бер баш һөйләмдән, аныҡлаусы һөйләмдән һәм сәбәп һөйләмдән төҙөлә. Миҫалдар: Баязит Бикбай тыуҙырған рухи хазиналар, йылдар үт- кән һайын, һаман-һаман ҡәҙерлерәк, ҡиммәтлерәк һәм зиннәтле- рәк була бара (Р. Шәкүр).
Көрәш ҡаны, хеҙмәт тире һеңгән Тыуған ергә дошман баҫҡанға, Беҙ атландыҡ ярһыу асыу менән Оҙон яллы йондоҙ ҡашҡаға (Ғ. Ғүмәр).
Тыныс йәшәү, бәхет теләүселәр Ленин һыҙған юлға тартыла, Сөнки бүтән юлдар кешелеккә Ҡурҡыныслы, зарлы барыһы ла (Ҡ. Даян).
VIII. Бер баш һөйләм, аныҡлаусы һөйләм һәм һөҙөмтә һөйләм
ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Туҡталмай яуған ябалаҡлы ҡарҙарға күмелгән төнгө урман шундай тыныс, хатта йөрәк типкән, тын алған тауыш та ап-асыҡ ишетелә (Я. Хамматов).
IX. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм бер баш һөйләмдән, аныҡлаусы һөйләмдән һәм кире һөйләмдән тора. Миҫалдар:
Күп батырҙар үлеп ҡалһалар ҙа
Йылға, урман, тауҙар артында,
Әл дә улар баҫып тора төҫлө
Байраҡ торған урам сатында (Ғ. Сәләм).
Яҡшы радиохимик-физик разведка инструменттары булыуға ҡарамаҫтан, ерҙе бырауламай тороп, уның ҡатлауҙарының ҡалынлығын, нефть ятҡан ҡатлауҙың тәрәнлеген белеп булмай (Ә. Бикчәнтәев).
X. Бер баш һөйләм, тултырыусы һөйләм һәм ваҡыт һөйләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде хасил итә. Мәҫәлән: Эштәр тамамланырға өс көн ҡалды тигәндә, сезондың ударникта- рын бүләкләнеләр (И. Насыри).
XI. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм бер баш һөйләмдән, ваҡыт һөйләмдән һәм сәбәп һөйләмдән төҙөлә. Мәҫә- лән: Беҙ барғанда, Ағиҙелдә яҙғы ташҡын булғанлыҡтан, балыҡты яр буйлап йөрөп, һөҙгөс менән генә тоторға тура килде (Х. Ғилә- жев).
XII. Бер баш һөйләм, ваҡыт һөйләм һәм һөҙөмтә һөйләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Ҡар ҡалынайыу менән, автомашиналар йөрөй алмаҫ булдылар, шуға күрә Ҡарасәй менән станция араһында трактор һәм аттарҙа йөрөргә тура килде (Ә. Бикчәнтәев).
Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конструкция бер баш һөйләмдән, ваҡыт һөйләмдән һәм шарт һөйләмдән тора. Мәҫәлән: Елләп-дауыллап ямғыр яуып торғанда, ҡояш күренһә, кем быға вайымһыҙ ҡалыр? (Ә. Хәкимов).
Бер баш һөйләм, урын һөйләм һәм шарт һөйләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде хасил итә. Мәҫәлән: Элек кеше йәшәгән ергә өй һалырға ярамаһа, хәҙер ер шарында һөрөп ашлыҡ сәсерлек тә урын ҡалмаҫ ине (Р. Солтангәрәев).
XV. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик кон- струкция бер баш һөйләмдән, урын һөйләмдән һәм кире һөйләм- дән төҙөлә. Мәҫәлән: Алтын сыҡҡан ергә китеп барыу былай кү- ңелле булһа ла, күптән түгел яуған ямғырҙан бысранған юл менән йәйәү барыуы башта уҡ ауыр төҫлө һиҙелде (М. Ғафури).
XVI. Бер баш һөйләм, маҡсат һөйләм һәм шарт һөйләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Йылғасылар, боҙ ҡыҫмаһын өсөн, судноларҙың тирә-яғын һаҡлыҡ менән генә соҡоп, таҙартып торҙолар, ҙурыраҡ мәшәҡәт- тәр тыуһа, цехтарға барҙылар (Р. Низамов).
XVII. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конст- рукция бер баш һөйләмдән, рәүеш һөйләмдән һәм шарт һөйләм- дән тора. Мәҫәлән: Барыһы ла Юлай һөйләгәнсә булһа, ниндәй матур, рәхәт тормош ҡороласаҡ! (С. Мифтахов).
XVIII. Бер баш һөйләм, рәүеш һөйләм һәм сағыштырыу һөй- ләме ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм хасил итә. Мәҫәлән: Кем ҡайһы ҡиәфәттә ултырһа, шул килеш бөтәһе, йылан арбағандай, ҡатып ҡалды (Ә. Хәкимов).
XIX. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конст- рукция бер баш һөйләмдән, сағыштырыу һөйләменән һәм шарт һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән: Кеше менән кеше мөнәсәбәте һәр ва- ҡытта ла ал да гөл генә икән, ул ифрат күңелһеҙ һәм тора-бара, туйғас бал да әсе тойолған шикелле, туйҙырыр ине (Н. Нәжми).
Бер баш һөйләм, шарт һөйләм һәм кире һөйләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Армия ниндәй генә көслө булмаһын, әгәр уның штабы насар булһа, аҡыллы эшләй белмәһә, стратегик һәм тактик пландарҙы дөрөҫ төҙөй алмаһа, ул армияның яҙмышы мөшкөл (И. Абдуллин).
Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конструкция бер баш һөйләмдән, эйә һөйләмдән һәм ике аныҡлаусы һөйләмдән тора. Мәҫәлән:
Күҙ алдымда:
Петроградты яҡлап
Юденичты туҡмай башҡорттар,
Чапай азат иткән Ағиҙелем,
Хоҙайбирҙин алған таш форттар (Ғ. Рамазанов).
XXII. Бер баш һөйләм, ике аныҡлаусы һөйләм һәм сәбәп һөй- ләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде хасил итә. Мәҫәлән: Әсәһе ҡараһыу-зәңгәр бәрхәткә ынйы-мәрйен теҙеүле ҡашмауын да һандыҡ төбөнән алып кейҙергәс, Мәликә бығаса Ҡуш- тирәктә һис кем кермәгән, һис кем белмәгән илаһиә затҡа әүе- релде лә ҡуйҙы (Ә. Хәкимов).
Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конструкция бер баш һөйләмдән, аныҡлаусы һөйләмдән һәм ике рәүеш һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән: Мин Бәхтиәр ҡусты заказ биргән райондар менән, һөйләшә-һөйләшә телдәрем көрмәлеп, баштарым зыңҡып ҡайтып йығылам (Н. Ғәлимов).
Бер баш һөйләм, аныҡлаусы һөйләм, сағыштырыу һөйләме һәм шарт һөйләм ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Ял етһә, ир балалар ҡарттарға ярҙам кәрәк тигән һылтау менән ҡайтырға ашҡынһа, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйебеҙҙең аҡыллы һүҙен тыңлар өсөн йыйылабыҙ («Башҡ. ҡыҙы»).
XXV. Ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конст- рукция бер баш һөйләмдән, аныҡлаусы һөйләмдән, сәбәп һөйләм- дән һәм кире һөйләмдән тора. Мәҫәлән: Мөхәмәтйән ҡарт күр- һәткән китаптар фән өсөн бик ҡиммәтле булһа ла, һоҡланыу тойғоһон артыҡ һиҙҙермәҫкә тырыштым, сөнки ҡайһы бер хужалар бындай ваҡытта хаҡты бик юғары бесә башлайҙар йә һиңә кә- рәкте бөтөнләй бирмәй ҡуялар (3. Ураҡсин).
Бер баш һөйләм, ике тултырыусы һөйләм һәм сағыштырыу һөйләме ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмде хасил итә. Мәҫәлән: Күптәр намыҫ тигән нәмәне алғы планға ҡуйып эшләһәләр, Сәғиттән ҡалышмаҫҡа тырышһалар, арала көн уҙһын, сабата туҙһын, тип йөрөүселәр ҙә бар (И. Ғиззәтуллин).
Ахыр сиктә, ябыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конструкция бер баш һөйләмдән, сәбәп һөйләмдән һәм ике шарт һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән:
Барған һуҡмағың упҡынға илткән икән,
Йә ул оло юлға етмәй бөткән икән,
Ҡәһәрләмә ул һуҡмаҡты, ул яҡтарҙы:
Беҙ үҙебеҙ һалабыҙ бит һуҡмаҡтарҙы (Р. Шэголнев).
