Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.

Эй, һин!..

Тереләргә кәрәк булған хөрмәт Үлеләргә лә ул бик кәрәк (Ғ. Байбурин).

Үҙем яҡҡан усаҡ эргәһендә

Йылытыр инем һине, нәҙерлем (М. Ғәли).

Тарҡау өндәш һүҙҙәрҙең үҙҙәренә ҡараған аныҡлаусылары була, ҡайһы бер өндәш һүҙҙәргә ҡараған өҫтәлмәлектәрҙең дә булыуы мөмкин. Мәҫәлән:

Урал ҡаяһынан алыҫ илдәр

Имен түгел һаман был саҡта,

Шуға ер шарының эшен байҡап,

Гранит кая— Урал, мин һаҡта (С. Кулибай).

Етен сәсле етмеш йәшлек әсәләр!

Ышанмағыҙ, аҡара хат» килтерһәләр (М. Кәрим). Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте,

Һин дә миңә шулай күкрәп кил,

Батырҙарын иҫкә алғанда,

Онотмаһын мине лә Тыуған ил! (М. Харис).

Телмәргә эмоциональ биҙәк биреү маҡсатында бер үк затты йәки предметты белдергән бер нисә өндәш һүҙҙең дә һөйләмдә ҡулланылыуы мөмкин:

Эй Тыуған ил, ап-аяҙ күкле Ватан! Көндәр уҙа, кис килә, һарғая таң (М. Кәрим).

Өндәш Һүҙҙәр алдында әйтергә теләгән фекерҙең эмоциональ биҙәгенә ярашлы ымлыҡтар ҙа килә ала. Был саҡта өндәш һүҙҙәр йәнле предметтарға ҡарата ҡулланылһа, ымлыҡ менән өндәш һүҙ араһында тыныш билдәләре ҡуйыла, ә инде өндәш һүҙҙәр йәнһеҙ предметтарға, тәбиғәт күренештәренә һ. б. ҡарата әйтелһә, ымлыҡ­тарҙаьГһуц тыныш билдәләре, ғәҙәттә, ҡуйылмай. Мәҫәлән: Эй, Садрислам улым, шул Ҡасим тип, тешегеҙ төштө иллә... (Ф. Иҫәнғолов). Их, ағакайым! — Бикморат уны ҡосаҡланы; күңеле тулышты, тамағына ниҙер килеп тығылғандай булды (Н. Мусин).

Ай Уралым, Уралым, Күгәреп ятҡан Уралым, Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым!

(С. Юлаев)

Һөйләүсе өндәш һүҙҙәр ярҙамында шәхескә йә предметҡа төрлө мөнәсәбәтен белдерә, уларға характеристика бирә, улар телмәрҙең эмоционаллеген, тасуирлылығын арттыра, стилистик биҙәктәрен барлыҡҡа килтерә.

Вокатив һөйләм

Телмәрҙең кемгә йәки нимәгә төбәлгән булыуын күрһәтеүсе бер генә баш киҫәге булған бер составлы һөйләм вокатив һөйләм тип атала.

Өндәш һүҙҙәрҙән вокатив һөйләмдәр шул ягы менән айырыла: өндәш һүҙҙәр телмәрҙең кемгә йәки нимәгә төбәлгәнен генә бел­дерәләр, ә вокатив һөйләмдәр әйтелгән фекергә ҡарата һөйләү­сенең төрлө хис-тойғоларын: шатланыуын, аптырауын, теләген, йәлләүен һ. б. аңлаталар. Тыныш билдәләренең ҡуйылышы ин­тонацияға һәм вокатив һөйләмдән аңлашылған хис-тойғоға бәй­ле: Молодец, Тимерка!(Б. Бикбай). Эй, Гөлсөмкәйем,— Нурия уны ҡосаҡлап алып һикегә ултыртты (Н. Мусин).— Эх, һин! Алдансы! Касьяновты үлтереп, алтын приискыһына үҙең генә хужа булмаҡсы булаһыңмы? (Я. Хамматов). Аһ-аһ!Килен!Мәли-кә килен! (Ф. Иҫәнғолов).— Эх, егет, егет. Бер еңгәне лә еңеп, көмөш балдағын талап ала алмағас... (һ. Дәүләтшина).

Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр

Инеш һүҙҙәр һәм инеш һүҙбәйләнештәр һөйләм киҫәктәре ме­нән грамматик бәйләнештә тормай, һөйләүсенең әйтелгән фекергә ҡарата төрлө мөнәсәбәтен белдереү өсөн ҡулланыла. Улар мәғә­нәләре буйынса тотош һөйләмгә, йә уның ниндәй ҙә булһа киҫә­генә ҡарайҙар һәм һөйләмдең башында ла, уртаһында ла, һуңында ла килә алалар, һөйләм менән мәғәнә яғынан һәм интонацион бәй­ләнештә торғанға күрә, улар һөйләм интонацияһына ҡарағанда түбәнерәк тон менән, шәберәк әйтеләләр, паузалар менән айыры­лалар, ғәҙәттә, үҙҙәре ҡараған һүҙ эргәһендә киләләр һәм тыныш билдәләре менән айырылалар, һөйләмдең дөйөм мәғәнәһенә ҡа­раған инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр күберәк һөйләм ал­дында килә. Мәҫәлән: Ә кладовщик, исмаһам, күңел өсөн бер һүҙ ҙә өндәшмәне шунда (Б. Бикбай). Кыҫкаһы, атайым ҡайҙа эшлә­һә, беҙ шунда булдыҡ (Ә. Бикчәнтәев).

Инеш һүҙ функцияһын төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараган һүҙ­ҙәр һәм һүҙбәйләнештәр башҡара. Мәҫәлән: ахырыһы, исмаһам, күрәһең, дөрөҫ, хәйер, ғәҙәттә, тимәк, минеңсә, беҙҙеңсә, һеҙҙең­сә, әйтеүенсә, раҫлауынса, әйтәйек, имеш, ғөмүмән, ихтимал, бәлки, зинһар, мәҫәлән, һис шикһеҙ, бәхеткә ҡаршы, әйтергә кәрәк, әйтергә мөмкин, әйтеүенә ҡарағанда, һөйләүенә ҡараған­да, уның раҫлауынса, үкенескә ҡаршы, дөрөҫөн әйткәндә, ғәҙәт буйынса, ҡабул ителгәнсә, бер яҡтан, икенсе яҡтан, беләһең кил­һә, әйтһәм әйтәйем, тураһын әйткәндә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге лә баяғы, икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин, шикләнмәйенсә әйтергә була, дөйөм алғанда, гүйә, шулай итеп, нигеҙҙә, башлыса, бынан тыш, ысынлап та, ахырҙа һ. б.

Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәрҙе, аңлатҡан мәғәнәләре һәм телмәрҙәге функцияларына ҡарап, түбәндәге төп төркөмдәр­гә бүлергә мөмкин.

һөйләмдә әйтелгән фекерҙең сығанағын аңлатыусы инеш һүҙ­ҙәр, һүҙбәйләнештәр: беҙҙеңсә, уныңса, һеҙҙеңсә, уҡытыусы феке­ренсә, шаһиттарҙың күргәненсә, ғалимдарҙың раҫлауынса һ. б.; Ми­неңсә, улар яҡшы кешеләр (И. Абдуллин). Һөйләүенә караған-да, ул Өфөнө алыуҙа бик күп ярҙам иткән (Ф. Иҫәнғолов). Минең белеүемсә, Артем Дмитриевич, һеҙҙең был мәсьәләлә һынатҡа­нығыҙ юҡ (Н. Мусин).

һөйләмдә әйтелгән фекерҙең һөйләүсе тарафынан шиклән-мәҫлек итеп раҫланыуын, һығымта яһауҙы аңлатыусы инеш һүҙ­ҙәр, һүҙбәйләнештәр: дөрөҫ, һис шикһеҙ, бәхәсһеҙ, әлбиттә, ти­мәк, дөрөҫөн генә әйткәндә, ысынлап та, ҡыҫҡаһы һ. б.; Ысын­лап та, әйҙәгеҙ беҙҙең менән. Беҙгә күңеллерәк тә булыр (И. Аб­дуллин). Тимәк, ҡайынлыҡ артында йә йылға, йә әрекмәндәр үҫә торған еүеш соҡор бар (И. Абдуллин).

3) һөйләмдә әйтелгән фекергә һөйләүсенең шикләнеберәк, икеләнеберәк ҡарауын йә берәй өлгөгә, миҫалға таяныуҙы белде- реүсе инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр: бәлки,- ихтимал, ахырыһы, буғай, моғайын, ни өсөндөр, күрәһең, ысынлап та, миҫал итеп ал- ғанда, уйлап ҡарағанда һ. б.

Таныш моңдоң, бәлки, меңенсе ҡат Яңғырауы булыр ошо йыр (М. Кәрим).

һөйләмдә әйтелгән фекергә тыңлаусының йәки уҡыусының иғтибарын туплау, фекерҙе асыҡлау өсөн ҡулланылған инеш һүҙ­ҙәр, һүҙбәйләнештәр: ғәфү ит, тыңла әле, ҡара әле, әйтһәм әй­тәйем инде, беләһең килһә, туҡта әле, исмаһам, әйтерһең дә, хәйер һ. б.; Хәйер, төпсөнөп тә нимә аңлай алһындар инде улар, ҡара халыҡ (Б. Бикбай). Әйтерһең, был матур йөҙ бер ҡасан да ҡайғы-хәсрәт күреп борсолмаған (И. Абдуллин). Ғәфү итегеҙ, был әфәнденең исеме кем әле? (Н. Мусин).

һөйләмдә әйтелгән фекергә ҡарата һөйләүсенең мөнәсәбә­тен, төрлө тойғоларын, шатланыуҙы, ғәжәпләнеүҙе, үкенеүҙе, ҡа­рашын белдереүсе инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр: имеш, вай кем, бәхеткә ҡаршы, әлеге лә баяғы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зинһар, йәнә­һе, бәхеткә күрә, үкенескә ҡаршы, биллаһи тим һ. б.; Йыйылышҡа килгәндәр уны волком секретары була, имеш, тип үҙ-ара бышыл­дашалар (Ф. Иҫәнғолов). Мал иҫәбен ҡатыны ғына самаса белгән, имеш (Б. Бикбай). Миңлегөлдөң яраһы, бәхеткә каршы, ярһып шешеп китмәне, әллә ни һыҙламай ҙа (Н. Мусин).

һөйләмдәге фекерҙе һөйләүсенең күптән билдәле, иҫбат ителгән, ғәҙәттәге күренеш итеп ҡабул итеүен белдереүсе инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр: ғәҙәттә, ғәҙәттәгесә, тәбиғи, иҫбат ителгәнсә, ғәҙәт буйынса, ҡабул ителгәнсә, билдәле булғанса һ. б.; Ротаға йәшерен листовкалар, ғәҙәттә, уның ҡулынан үтеп тара­ла ине (Ф. Иҫәнғолов).

һөйләмдә әйтелгән фекерҙең мөнәсәбәтен күрһәтеүсе инеш һүҙҙәр, Һүҙбәйләнештәр: тураһын ғына әйткәндә, иң яҡшыһы, дөрөҫөрәге, иң мөһиме, өҫтәүенә, шуның менән бергә, киреһенсә, миңә тимәгәйе, ғөмүмән, дөйәм алғанда, шулай итеп, мәҫәлән.

Был төркөмгә ингән инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һөйләмдең айырым киҫәктәрен бер-береһенә бәйләү, ҡаршы ҡуйыу, сағышты­рыу, айырып күрһәтеү, күптән әйтелгән фекерҙе иҫкә төшөрөү, һүҙҙе йомғаҡлау, асыҡлау һәм башҡа мөнәсәбәттәрҙе күрһәтеү өсөн дә ҡулланылалар: Миңә тимәгәйе, йыл буйы йәшә (И. Аб­дуллин). Нисек кенә булмаһын, Миңлегөл шатлығынан бер ҡа­рышҡа үҫеп киткәйне (Н. Мусин).

8) Инеш һүҙ менән һүҙбәйләнештәрҙең икенсе бер төркөмө һөй- ләмдә әйтелгән фекерҙең иҫәбен, тәртибен, эҙмә-эҙлелеген йәки уларҙың әһәмиәтле булыу күҙлегенән дәрәжәһен күрһәтәләр, был төркөмгә ҡараған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр иҫәбенә беренсенән, икенсенән, өсөнсөнән, берҙән, бер яҡтан һ. б. инә: Берҙән, мин Шакир түгел, икенсенән, ниңә шулай инәләһең әле? (Б. Бикбай).

һөйләм составында йыш ҡына инеш һүҙ функцияһын модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар үтәп йөрөй, улар һөйләмгә модаллек күҙлеге­нән төрлө мәғәнә биҙәктәре биреү өсөн ҡулланыла, мәҫәлән: Юк, быныһы ярамай, аслан риза түгелмен (Б. Бикбай). Ярай, ул хаҡ­та шуның менән бөтһөн (Ә. Вәли). Ай-һай, һиҙгер була шул әсә йөрәге (Ф. Иҫәнғолов).