- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
Әгәр ҡатмарлы синтаксик конструкция кәмендә ике баш һөйләм менән бер эйәрсән һөйләмдән төҙөлһә, ул ҡатнаш ҡушма һөйләм тип йөрөтөлә. Шуныһы характерлы: ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияла баш һөйләмдәр менән үҙ аллы һөйләмдәр эйәрсән һөйләмдәргә ҡарағанда күберәк була. Башҡорт телендәге ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр икегә бүленә: 1) асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм, 2) ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм.
Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
Әгәр ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияла ҡаршы ҡуйыу, сәбәп, һөҙөмтә теркәүестәре бирелмәһә, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләмдәргә теҙмә юл менән бәйләнеүсе үҙ аллы һөйләмдәр урын алһа, бындай ҡушма һөйләмдәр асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм тип атала. Улар поэзиянан бигерәк проза әҫәрҙәренә хас. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр түбәндәгесә төҙөлә:
I. Улар бер аныҡлаусы һөйләмдән, ике баш һөйләмдән тора. Мәҫәлән: Ҡайһы илдең ҡоросо, баҡыры күп — шуның ҡоралы яҡ- шы, ҡеүәте ҙур (Ғ. Ибраһимов).
II. Бер аныҡлаусы һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән бер һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Сәхипгәрәй ултырған кы- рандас күҙҙән юғалырға ла өлгөрмәне, Хәбибулла ҡарт менән Миң- леғәле эшкә тотондо (Я. Хамматов).
Бер тултырыусы һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияны хасил итә. Мәҫәлән: Ғүмер ҡыҫҡа, тип һис көйөнмәйек, оҙайтайыҡ изге эш менән; иле, халҡы өсөн янған ғүмер иҫәпләнмәй үткән йәш менән (3. Биишева).
Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм бер ваҡыт Һөйләмдән һәм ике йәки өс баш һөйләмдән төҙөлә. Миҫалдар: Заманалар үтеү менән генә, ҡорал төрҙәре үҙгәргән, уларҙы файҙала-
мы
ныу камиллаштырылған (Ғ. Ибраһимов). Иртәгеһенә иртәнсәк, ҡунаҡ ҡатындар сәй эсеп, ул-был иткәнсе, уйһыулыҡтағы аҡһыл томан таралды, үлән өҫтө кипгпе, ҡояш йылыһы артты (Я. Хамматов). Хәйбулла юҡта, ҡояштың да нуры һүренке, ерҙең дә биҙәктәре тоноҡ, яҡынлашып килеүсе ҡойон да ҡурҡынысыраҡ (Ә. Хәкимов).
V. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер сәбәп һөйләмдән һәм бер нисә баш һөйләмдән тора. Миҫалдар: Ураҡ менән Сүкеш йәшәгәнгә, донъя имен, ерҙә — бәрәкәт (Р. Ға- рипов). Бер юлы унар тонна бомба төшөп уһылдап ярылыуҙан ер һелкенде, тирә-яҡта ут ҡатыш ҡара ҡойон уйнаны, яңы ғына тыуған (ҡалҡҡан.— Ғ, С.) ҡояш һүнгәндәй булды, бөтә донъя ҡараңғыланып китте (Ғ. Аллаяров).
Тыуған илгә һөйөү артҡан һайын, Күрә алмау артты дошманды, Беҙҙең асыу киҫеп ташлай килде Ағыу телле йылан баштарын (Ғ. Сәләм)
VI. Бер сағыштырыу һөйләме, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән тоташыусы үҙ аллы һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Миҫалдар:
Фашистар бүре булһа, А рыҫлан — рус ғәскәре, Арыҫландың туғаны — Данлы башҡорт частары (Ғ. Ғүмәр).
Был замандың намыҫ ҡапҡаларын Ҡағаһы ла күпме ҡағаһы, Утлы тамға битте көйҙөргәндәй. Күпме илдең керһеҙ йөҙкәйенә Килмешәктең уйыла дағаһы (Р. Бикбаев).
Бер шарт һөйләм менән бер нисә баш һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияны хасил итә. Миҫалдар: Айыу йәки бүре килә башлаһа, ҡыуаҡтар шытырҙар, урман шаулар, йә булмаһа вәхши хайуан олорға тотонор (А. Карнай). Ҡыҙҙар иҫкә төшһә, егеттәр икеһе лә үҙгәрә: Михаилдың ҡарашындағы моңһоулыҡ бөтә, күкһел зәңгәр күҙҙәр нур сәсеп яна башлайҙар (И. Ғиззәтуллин).
Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм бер кире һөйләмдән һәм ике баш һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән: һауалар һаман да күҙҙең яуын алырҙай булып зәңгәрләнһә лә, урмандар алтын төҫкә көндән-көн мулыраҡ мансыла, аяҡ аҫтында япраҡтар нығыраҡ ҡыштырҙай (Р. Бикбаев).
IX. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер кире һөйләмдән, бер баш һөйләмдән һәм уларға теҙмә юл ме- нән бәйләнеүсе үҙ аллы һөйләмдән тора. Мәҫәлән: Шағәлегә ҡа- рағанда Миңлебикә өс-дүрт йәшкә өлкәнерәк, һәм, күпме генә кә- метергә һәм йәшерергә тырышмаһындар, был айырма барыбер хәҙер үк үҙен белдереп тора ине (К. Мәргән).
X. Ике эйә һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы ике һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:
Кемдәр хурлыҡ күргән, кем иҙелгән. Шулар беҙҙең сафҡа теҙелер; Үлгән илдәр яңынан терелер, Ҡоллоҡ сынйырҙары өҙөлөр (М. Ғафури).
XI. Ике аныҡлаусы һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙ- мә юл менән теркәлгән үҙ аллы һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияны хасил итә. Мәҫәлән: Меңле илендә быйыл йыйынды туҡтатҡандар икән, бер ниндәй ҙә бәйге-маҙар булмай икән тигән хәбәр тирә-яҡҡа таралып та өлгөрмәне, эш үҙгәреп китте (К. Мәргән).
XII. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм ике шарт һөй- ләмдән һәм ике баш һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән: Япраҡ ҡыштыр- ланымы, ҡош-ҡорт пырылдап остомо — аттарҙың һырттары де- релдәп ҡуя, ҡолаҡтары тырпайып үрә тора (Ә. Хәкимов).
XIII. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция ике шарт һөйләмдән, бер баш һөйләмдән һәм уларға теҙмә юл ме- нән тоташҡан үҙ аллы һөйләмдән тора. Мәҫәлән:
Ҡайғы баҫһа йөрәгең, Йәш тығылһа күҙеңә, Йылт ит тә бер тышҡа еыҡ, Ел осорор ҡайғыңды (С. Ҡудаш).
XIV. Ике кире һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Йөҙ-битем йыйырсыҡла- нып, сәстәрем ағарһа ла, шул пионер сағым һаман минең күңе- лемдә, ул — минең тынмаҫ йәшлегем шишмәһе, күңелемдең мәңге- лек рухи юлдашы (Х. Ғиләжев).
XV. Өс аныҡлаусы һөйләм, бер кире һөйләм һәм ике баш һөй- ләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияны хасил итә. Л\әҫәлән:
Ҡояш нурын болот ҡаплаһа ла,
Яҙ яҙлығын итә, иретә;
Ҡарҙар бөтөп, ҡара ер йәшәреп,
һандуғастар һайрар көн етә (Ц. Ғафури).
XVI. Ахыр сиктә, асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм ике ваҡыт һөйләмдән, бер кире һөйләмдән һәм ике баш һөйләмдән
төҙөлә. Мәҫәлән: Күлдең тирә-яғы йәй буйына шулай йәнле, күңелле булып торһа ла, көҙ яҡынлашып, һалҡын елдәр иҫә башлау ме-
ныу камиллаштырылған (Ғ. Ибраһимов). Иртәгеһенә иртәнсәк, ҡунаҡ ҡатындар сәй эсеп, ул-был иткәнсе, уйһыулыҡтағы аҡһыл ишман таралды, үлән өҫтө кипгпе, ҡояш йылыһы артты (Я. Хамматов). Хәйбулла юҡта, ҡояштың да нуры һүренке, ерҙең дә биҙәктәре тоноҡ, яҡынлашып килеүсе ҡойон да ҡурҡынысыраҡ (Ә. Хәкимов).
V. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер сәбәп һөйләмдән һәм бер нисә баш һөйләмдән тора. Миҫалдар: Ураҡ менән Сүкеш йәшәгәнгә, донъя имен, ерҙә — бәрәкәт (Р. Ға- рипов). Бер юлы унар тонна бомба төшөп уһылдап ярылыуҙан ер һелкенде, тирә-яҡта ут ҡатыш ҡара ҡойон уйнаны, яңы ғына тыуған (ҡалҡҡан.— Ғ. С.) ҡояш һүнгәндәй булды, бөтә донъя ҡараңғыланып китте (Ғ. Аллаяров).
Тыуған илгә һөйөү артҡан һайын, Күрә алмау артты дошманды, Беҙҙең асыу киҫеп ташлай килде Ағыу телле йылан баштарын (Ғ. Сәләм)
VI. Бер сағыштырыу һөйләме, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән тоташыусы үҙ аллы һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Миҫалдар:
Фашистар бүре булһа, А рыҫлан — рус ғәскәре, Арыҫландың туғаны — Данлы башҡорт частары (Ғ. Ғүмәр).
Был замандың намыҫ ҡапҡаларын Ҡағаһы ла күпме ҡағаһы, Утлы тамға битте көйҙөргәндәй, Күпме илдең керһеҙ йөҙкәйенә Килмешәктең уйыла дағаһы (Р. Бикбаев).
Бер шарт һөйләм менән бер нисә баш һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияны хасил итә. Миҫалдар: Айыу йәки бүре килә башлаһа, ҡыуаҡтар шытырҙар, урман шаулар, йә булмаһа вәхши хайуан олорға тотонор (А. Карнай). Ҡыҙҙар иҫкә төшһә, егеттәр икеһе лә үҙгәрә: Михаилдың ҡарашындағы моңһоулыҡ бөтә, күкһел зәңгәр күҙҙәр нур сәсеп яна башлайҙар (И. Ғиззәтуллин).
Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм бер кире һөйләмдән һәм ике баш һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән: Һауалар һаман да күҙҙең яуын алырҙай булып зәңгәрләнһә лә, урмандар алтын төҫкә көндән-көн мулыраҡ мансыла, аяҡ аҫтында япраҡтар нығыраҡ ҡыштырҙай (Р. Бикбаев).
IX. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция бер кире һөйләмдән, бер баш һөйләмдән һәм уларға теҙмә юл ме- нән бәйләнеүсе үҙ аллы һөйләмдән тора. Мәҫәлән: Шағәлегә ҡа- рағанда Миңлебикә өс-дүрт йәшкә өлкәнерәк, һәм, күпме генә кә- метергә һәм йәшерергә тырышмаһындар, был айырма барыбер хәҙер үк үҙен белдереп тора ине (К. Мәргән).
X. Ике эйә һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы ике һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:
Кемдәр хур.шҡ күргән, кем иҙелгән, Шулар беҙҙең сафҡа теҙелер; Үлгән илдәр яңынан терелер, Ҡоллоҡ сынйырҙары өҙөлөр (М. Ғафури).
XI. Ике аныҡлаусы һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларға теҙ- мә юл менән теркәлгән үҙ аллы һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияны хасил итә. Мәҫәлән: Меңле илендә быйыл йыйынды туҡтатҡандар икән, бер ниндәй ҙә бәйге-маҙар булмай икән тигән хәбәр тирә-яҡҡа таралып та өлгөрмәне, эш үҙгәреп китте (К. Мәргән).
XII. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм ике шарт һөй- ләмдән һәм ике баш һөйләмдән төҙөлә. Мәҫәлән: Япраҡ ҡыштыр- ланымы, ҡош-ҡорт пырылдап остомо — аттарҙың һырттары де- релдәп ҡуя, ҡолаҡтары тырпайып үрә тора (Ә. Хәкимов).
XIII. Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция ике шарт һөйләмдән, бер баш һөйләмдән һәм уларға теҙмә юл ме- нән тоташҡан үҙ аллы һөйләмдән тора. Мәҫәлән:
Ҡайғы баҫһа йөрәгең, Йәш тығылһа күҙеңә, Йылт ит тә бер тышҡа еыҡ, Ел осорор ҡайғыңды (С. Ҡудаш).
XIV. Ике кире һөйләм, бер баш һөйләм һәм уларга теҙмә юл менән бәйләнгән үҙ аллы һөйләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләмде барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән: Йөҙ-битем йыйырсыҡла- нып, сәстәрем ағарһа ла, шул пионер сағым һаман минең күңе- лемдә, ул — минең тынмаҫ йәшлегем шишмәһе, күңелемдең мәңге- лек рухи юлдашы (Х. Ғиләжев).
XV. Өс аныҡлаусы һөйләм, бер кире һөйләм һәм ике баш һөй- ләм асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкцияны хасил итә. Мәҫәлән:
Ҡояш нурын болот ҡаплаһа ла,
Яҙ яҙлығын итә, иретә;
Ҡарҙар бөтөп, ҡара ер йәшәреп,
!шндугастар һайрар көн етә (М. Ғафури).
XVI. Ахыр сиктә, асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм ике ваҡыт һөйләмдән, бер кире һөйләмдән һәм ике баш һөйләмдән
төҙөлә. Мәҫәлән: Күлдең тирә-яғы йәй буйына шулай йәнле, күңелле булып торһа ла, көҙ яҡынлашып, һалҡын елдәр иҫә башлау менән, күл был йәнлелеген юғалта, әллә ниндәй моңһоу бер хәлгә инә, ҡыр өйрәктәрс һәм башҡа ҡоштар туп-туп булып йылы яҡҡа китәләр (М. Ғафури).
