- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Полилог
Өс һәм унан артыҡ персонаждың (кешенең) үҙ-ара һөйләшеүе, фекер алышыуы формаһында бирелеүсе тура телмәр полилог тип атала. Ул түбәндәгесә белдерелә.
I. Өндәү һөйләмдәр формаһында. Миҫалдар:
Тағы ла бандиттар аҡырышты. Уларҙың ларылдауҙарын еңеп, урам баҡсаһы аша йәштәр тауышы ишетелде.
Беҙҙең бөтә иптәштәргә сәләм!
Беҙ үлмәбеҙ!
Беҙ үлһәк тә, беҙҙең көс ҡалыр!
Йәшәһен революция!
Йәшәһен бөйөк Ленин!... (һ. Дәүләтшина).
Уның балалар һымаҡ шатланып әйтеүе бөтәһен дә йәнләндерҙе...
һа-ай, Юлай! Ҡотло булһын Салауатың!
Батыр йөрәге менән тыуһын!
Хоҙай оҙон ғүмер бирһен!
Мәргән атһын, айбарлы аҙаматтар сафы артһын! (Ғ. Ибраһимов).
IL Полилог һорау һөйләм рәүешендә бирелә. Мәҫәлән: Миңә һорауҙар яуҙыралар:
һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙан берәй яҙыусы булғанмы?
Бэлла Ахмадуллина менән Евгений Евтушенконың шиғырҙарын яратаһығыҙмы?
Болгар яҙыусыларынан кемдәрҙе беләһегеҙ?
Сит ил яҙыусыларынан СССР-ҙа кемдәрҙе яратып уҡыйҙар?
— Болгарияға ниндәй маҡсат менән килдегеҙ?
— Рус шағирҙарынан кемде һеҙ нығыраҡ яратаһығыҙ? (Ә. Бикчәнтәев).
III. Полилог өндәү һөйләм сифатында ла, һорау һөйләм тибын-да ла килергә мөмкин. Миҫалдар: Урмансылар бөтәһе бер юлы ғауғалаша башланы:
Туҡтамайбыҙ!..
Көндө юҡҡа әрәм итәйекме ни?..
Лесниктың ни ҡыҫылышы бар беҙгә?..
Әйҙәгеҙ, уның һүҙенә ҡарап торорға теге!.. (Н. Мусин).
Ярар, Сәлимгәрәй, барған ерҙәрең уң булһын, үпкәләп китмәйһеңдер бит?
Юҡ-юҡ та беҙҙе лә иҫкә ал, был яҡҡа юлыға ҡалһаң, үҙемә төш!
Ҡыҙың менән кейәүеңә ҡунаҡҡа килмәй ҡалмаҫһың, беҙҙе лә онотма!..
Эй, Сәлимгәрәй ҡорҙаш, йәш саҡтар бергә үтте, һине һағынып иҫкә алырға ғына ҡалырмы икән?
— Ярар, нисек тә бәхетле йәшәгеҙ!.. (Д. Бүләков).
Тура телмәр менән автор һүҙҙәре араһындағы синтаксик мөнәсәбәткә килгәндә, улар араһында, ғәҙәттә, эйәртеүле бәйләнеш була: автор һүҙҙәре баш һөйләм вазифаһын үтәй, тура телмәр баш һөйләмдән — автор һүҙҙәренән сығып бирелгән һорауға яуап ҡайтара, тултырыусы һөйләм йәки аныҡлаусы һөйләм булып килә. Әгәр автор һүҙҙәрен тура телмәргә «тип» бәйләүесе тоташтырһа, тултырыусы һөйләмле эйәртеүле ҡушма синтаксик конструкция менән эш иткән булабыҙ; инде автор һүҙҙәре менән тура телмәр араһында «тигән» һүҙе ҡулланылһа, автор һүҙҙәре — баш һөйләм, тура телмәр аныҡлаусы эйәрсән һөйләм була. Миҫалдар: Бәләкәй саҡта урамдан илап инһәм, әсәйем әллә нисек ятһыныбыраҡ ҡарап тора ла, мине күкрәгенә ҡыҫып: «Бибигөлөм, һарыҡай гөлөм, мин бит һине алһыу-һары таң һыҙылғанда, һандуғастар һайрағанда таптым да һары һандуғас төҫөнә манып ҡулыма алдым»,— тип йыуата торғайны (Ғ. Әхмәтшин).
Ғимадиев Лениндың саҡырыу телеграммаһындағы «.Ҡораллы башҡорттарҙың Петроград эшселәре менән тығыҙ аралашыуы уларҙың коммунизм рухында тығыҙ бәйләнешен һәм үҙ-ара ихтирамын тәьмин итәсәк» тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен тағы ла тәрәнерәк итеп аңлағандай була һәм ысынлап бойомға ашырылыуына сикһеҙ шатлана (Ф. Иҫәнғолов).
Әгәр тура телмәр бер генә һорауға яуап биреүсе, бер лексик әһәмиәткә эйә булыусы һүҙҙән торһа, ул автор һүҙҙәренә ҡарата тултырыусы йәки аныҡлаусы булып килә.
