- •37. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре
- •Раҫлаусы һәм инҡаь итеүсе һөйләмдәр
- •Ике составлы һөйләмдәр
- •38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше
- •42. Бер составлы һөйләмдәр
- •Билдәле эйәле һөйләмдәр
- •Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр
- •Инфинитив-модаль һөйләмдәр
- •Атама һөйләмдәр
- •Аныҡлаусы
- •Тултырыусы
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе
- •45. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре
- •Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы ]
- •46. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыуы
- •6) Һирәкләп булһа ла, өндәш һүҙҙәр исемләшкән сифаттарҙан, һандарҙан, алмаштарҙан да килергә мөмкин.
- •Вокатив һөйләм
- •Инеш һүҙ менән инеш һүҙбәйләнештәр
- •Инеш һөйләмдәр
- •47. Ҡушма һөйләм ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә
- •Теҙмә кушма һөйләм Теҙмә ҡушма һөйләм тураһында дөйөм төшөнсә
- •49. Эйәртеүле кушма һөйләм
- •Аныҡлаусы һөйләм
- •Аналитик-синтетик аныҡлаусы һөйләм
- •Тултырыусы һөйләм
- •Аналитик тултырыусы һөйләм
- •Урын һөйләм
- •Аналитик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик сәбәп һөйләм
- •Аналитик-синтетик рәүеш һөйләм
- •Аналитик-синтетик дәрәжә-күләм һөйләме
- •Сағыштырыу һөйләме
- •Синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик сағыштырыу һөйләме
- •Аналитик-синтетик шарт һөйләм
- •Кире һөйләм
- •Синтетик кире һөйләм
- •51. Катмарлы синтаксик конструкциялар
- •Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм
- •52. Ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Асыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Ябыҡ структуралы ҡатнаш ҡушма һөйләм
- •Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,
- •54. Тура телмәр
- •Полилог
- •Ситләтелгән телмәр
- •Пунктуация
- •58. Жәлил кейекбаев
- •Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.
Инфинитив-модаль һөйләмдәр
Бер составлы һөйләмдәрҙең инфинитив-модаль тип исемләнгән төрө айырым хеҙмәттәрҙә, мәҫәлән, мәктәп дәреслектәрендә, эйәһеҙ һөйләмдәр рәтендә ҡарала. Уны таныған хәлдә лә берҙәм ҡараш юҡлығы һиҙелә: ҡайһы бер телселәр инфинитив һөйләмдәр рәтенә тик бойондороҡһоҙ инфинитивтан булған бер составлы һөйләмдәрҙе индерһәләр, икенселәр хәбәре уртаҡ ҡылымдың ниндәй төрөнән булыуына ҡарап тормайҙар. Ошо ҡараштар нигеҙендә хәбәре уртаҡ ҡылымдан (инфинитив) булған бөтә бер составлы һөйләмдәрҙе инфинитив-модаль һөйләмдәр итеп тикшереү дөрөҫлөккә яҡын булырҙай 7.
Инфинитив-модаль һөйләмдең исемендә үк уның төҙөлөшөнә һәм мәғәнәһенә ҡараған ике мөһим үҙенсәлеге билдәләнгән: 1) һөйләмдең грамматик нигеҙен инфинитив төҙөй; 2) ул ниндәй ҙә булһа модаль мәғәнәгә эйә була.
һөйләмде ойоштороусы предикатив үҙәк булған инфинитивтың тәбиғәтенә ярашлы рәүештә, инфинитив-модаль һөйләмдәрҙең ике төрә билдәләнә: 1) хәбәре вазифаһын бойондороҡһоҙ инфинитив башҡарган һәм 2) хәбәре бойондороҡло инфинитивтан булған һөйләмдәр.
Бойондороҡһоҙ инфинитив хәбәр ролендә сығыш яһау нигеҙендә инфинитив-модаль һөйләмдәрҙең бер нисә схемаһы ҡалыплашҡан.
Хәбәре тик бойондороҡһоҙ инфинитивтан килгән һөйләмдәр. Миҫал өсөн: Приказды оҙон тәнәфес ваҡытында уҡытыусылар бүлмәһендә бөтә уҡытыусылар алдында укырға (С. Агиш); — Бар, апайыңдар менән еләк йыймаға (Ж- Кейекбаев); Эй, һеҙҙең менән һөйләшеп тел әрәм итергә (Ф. Иҫәнғолов); Беренсе майға ауылда Ильич лампалары балкытырға! (Н. Мусин).
Хәбәре бойондороҡһоҙ инфинитив менән һорау алмаштары булған (а) йә булмаһа төрлө киҫәксәләр ҡулланылған һөйләмдәр (б): а)— Ҡасан китергә?—- Иртәнән һуңға китергә (М. Ғафури); Ҡайҙа касырға? Ҡайҙа булһа ла (Ф. Иҫәнғолов); Ни эшләргә? Тәүәккәлләргәме? (Н.Мусин); Инде ни эшләргә? Ҡайҙа ғына башты касырырға? (3. Ураҡсин); б) — Һеҙгә сәй яһарғамы?— тине Гөлнәфисә (С. Агиш); — Ауылға етә яҙғас, өҫ бысратып, өйгә сусҡа һымаҡ ҡайтып-инергәме ни? (Н. Мусин); Хәҙер үк өйөнә инеп сығырғамы әллә? (3. Ураҡсин).
Инфинитив-модаль һөйләмдәрҙең икенсе төрөнөң хәбәре бойондороҡло инфинитив + модаль һүҙ (йәки модаль мәғәнәле ҡылым) ҡушылмаһынан яһала. Үҙҙәренең грамматик структураһы һәм мәғәнәләре буйынса бындай инфинитив-модаль һөйләмдәрҙең ошондай типтарын күрһәтергә мөмкин.
Бойондороҡло инфинитив + кәрәк (кәрәкмәй, кәрәк түгел...) Мәҫәлән: Аҡһыҙ нисек түҙҙермәк кәрәк бала-сағаны? (Ж. Кейекбаев); — Бала-сағанан урҙырып, игенде әрәм-шәрәм итмәҫкә кәрәк (М. Ғафури); Һаман да кордон хеҙмәтен башкарыр-ға кәрәк ине әле (Ғ. Ибраһимов); Кешеләргә кисекмәҫтән дөрөҫөн белергә кәрәк ине (Ф. Иҫәнғолов); Ҡарағайлы участогында өс ҙур ғына күперҙе яңынан һалырға кәрәк (Н. Мусин).
Бойондороҡло инфинитив+жөж/сйк (мөмкин түгел, ярай, ярамай...) Миҫал өсөн: — Был ҡаҙармала беҙгә лә кунырға ярай торғандыр бит? (М. Ғафури); Берәй йомош табып Фатима кискә Салихаларға килергә мөмкин (Ж- Кейекбаев); Юҡ, һис былай калдырырға ярамай (Ф. Иҫәнғолов); Игенде ырҙында кышла-тырға ярамай (3. Ураҡсин).
Бойондороҡло инфинитив + тура килә (була, тура килмәй...). Миҫалдарҙың бер нисәһе: Миңә лә бер нисә көн эшһеҙ ка-лырға тура килде (М. Ғафури); Миңә ун биш йыл самаһы әҙәбиәт укытырға тура килде (С. Агиш); Башҡортта ҡатын-ҡыҙҙарға элек-электән ат өҫтөндә йөрөргә тура килгән (Ғ. Ибраһимов); Хәҙер инде Йәмиләгә Мөхәмәҙғәлене тынысландырырға тура килде (Ф. Иҫәнғолов); Сафа ҡартҡа ауылдарҙа оҙаҡ йөрөргә тура килмәне (Ғ. Әмири); Ләкин тәбиғәттең күркәмлеге менән оҙаҡ кинәнергә тура килмәне (Ә. Гәрәев); Ситтән тороп булһа ла, укырға тура килер (Н. Мусин); Тамсылы дарыуҙы эсергә була (С. Агиш); Айырылырға яҙмаһын бындай ҡулдарҙан (Н. Мусин).
