Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

Рсфср кмнкирскии юсударствғиныя уиимтпм доктор филологических наук, профессор киекбаев Дж. Г.

Sue**** ан т**г»" M-U^ ^i^.M^j-1^

'■*~r с-^ттдо^ Ufi'bl^jt^t 'Т^л^ИЧ. U4U., й*«-<См_

ъ-^^ъла#.л.^+**. Л - / L.A Mit-f - ****** \

tJlZ^r*?^ •tow"*

өйрәнеү мәктәбенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Уның был йүнәлештәге мөһим хеҙмәттәренең береһе - «Урал-алтай тел белеменә инеш» тигән китабы, үкенескә ҡар­шы, ғалим үлгәндән һуң, 1972 йылда ғына нәшер ител­де. Ҡулъяҙма хәлендә ҡалған ҡайһы бер тикшере-

неүҙәренең яҙмышы, үкенескә ҡаршы, бөтөнләй билдәһеҙ. Ж. Ғ. Кейекбаевтың урал-алтаистика фәнен үҫтереүгә индергән төп яңылыҡ — билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы. Нәҡ ошо теория нигеҙендә ғалим был телдәрҙең эске төҙөлөшөндә уртаҡ һыҙат­тарҙы билдәләй, грамматик формаларының бер үк тип­та булыуын асыҡлай, шунан сығып, уларҙың алыҫ дәүерҙәрҙә ҡәрҙәш телдәр булғанлығын дәлилләй. Ҡәрҙәш һәм алыҫ ҡәрҙәш телдәрҙе өйрәнеүҙә Ж. Ғ. Ке­йекбаевтың билдәлелек-билдәһеҙлек теорияһы хәҙер ҙә ышаныслы ғилми метод булараҡ киң ҡулланыла. Жәлил Ғиниәт улының университетта башҡорт һәм төрки телдәренең тарихи грамматикаһына арналған лекциялары төркисе ғалимдарҙың республикала өр-яңы быуынын үҫтереүгә булышлыҡ итте.

Ж. Ғ. Кейекбаев тел белеменең, ғилми әҙәби телебеҙ үҫешенең асылда барлыҡ әлкәләрендә лә һиҙелерлек эҙ ҡалдырҙы. Уның, мәҫәлән, кеше исемдәре, топоними­ка мәсьәләләренә арналған мәҡәләләре ваҡытында ҙур шаңдау тыуҙырҙы. 1956 йылда БДУ-ның «Ғилми яҙма­лары »нда рус телендә баҫылып сыҡҡан «Башҡорт то­понимикаһы мәсьәләләре» мәҡәләһе республикабыҙҙа фәндең ошо тармағы менән шөғөлләнеүселәр өсөн төплө ғилми тикшеренеүҙең өлгөһө булды.

Башҡорт тел белемендә Жәлил Ғиниәт улы күтәр­гән бик күп мәсьәләләр буйынса әлдән-әле тәрән йөкмәткеле тикшеренеүҙәр баҫылып тора. Диалектоло­гия, топонимика, башҡорт теленең грамматикаһы әлкәһендә фундаменталь хеҙмәттәр баҫылды.

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев фән донъяһында ҙур абруй ҡаҙанған атаҡлы лингвист, талантлы яҙыусы һәм педагог, саф күңелле, оло йөрәкле ҙур шәхес һәм эшмәкәр ине. Уның башҡорт фәненә һәм милли мәҙә­ниәте үҫешенә индергән хеҙмәттәрен халҡыбыҙ ҙа, хөкүмәтебеҙ ҙә юғары баһаланы. Ғалим Ленин (1967) һәм «Почет Билдәһе» (1961) ордендары менән наград­ланды. Дөрөҫ, был наградалар, исемдәр, вазифаларға ҡарап, арҙаҡлы ғалимдың тормош юлы еңел генә бул­ған тип уйлау урынһыҙ булыр ине. Жәлил ағайыбыҙ башҡорт яҙмышы өсөн айырыуса ауыр йылдарҙа йәшәне. Уға әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татырға тура килә. Ләкин ул бер генә көнөн дә, сәғәтен дә бушҡа үткәрмәй, үҙ алдына оло маҡсаттар ҡуйып, алһыҙ-ялһыҙ ижади хеҙмәт эше менән мәшғүл була. Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормошо — ватаныбыҙға оло мөхәббәт менән, дәртле һәм илһамланып йәшәү, фәнгә

һәм халҡыбыҙға изгелекле хеҙмәт күрһәтеүҙең һоҡ­ланғыс бер өлгөһө. Башҡорттоң рухи мәҙәниәт тари­хында был исем ғүмер-ғүмергә балҡып торасаҡ.

* -к *

Әҙәбиәт: Зәкиев М. 3. Дәртле йыр: Ж. Ғ. Кейекба­евтың тормошо һәм эшмәкәрлеге. Өфө, 1974; Ғәйнул­лин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыу­сылары. Биобиблиографик белешмә. Өфө, 1988; Жәлил Кейекбаев тураһында иҫтәлектәр. Төҙөүселәре Әнур Ва хитов, Әмир Әминев. Өфө, 1989; Профессор Дж. Г. Ки­екбаев: Тезисы докладов и сообщений научной конфе­ренции. Уфа, 1991; Киекбаев Дж. Г. //Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа, 1996; Зәйнуллин М. В. Кейекбаев — ғалим //Ватандаш, 1997, № 1. 168—171-се биттәр.

1

2

3

4 Русская грамматика, т. 2. Синтаксис. М.: Наука, 1980, 348—385-се биттәр.

5 Грамматика современного башкирского литературного языка. М.: Наука, 1981.

6 Хисмәтуллин Б. Ябай һөйләм тураһында ҡайһы бер фекерҙәр.— Башҡор­тостан уҡытыусыһы, 1972, № 4, 37—38-се биттәр.

7 Ишбаев К. Ғ. Инфинитив-модаль һөйләмдәр.— Башҡортостан уҡытыусыһы, 1975, № 1.

8 Грамматика современного башкирского литературного языка. М.: Наука, 1981, 437-се бит.