Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

Ике составлы һөйләмдәр

38. Ике составлы һөйләмдәрҙең эйәһе һәм хәбәре, уларҙың төрҙәре һәм бирелеше

Ике составлы (компонентлы) һөйләмдәр ябай һөйләмдең төп структур-семантик төрөн тәшкил итә. Уларҙа телмәрҙең иң әһә­миәтле аралашыу берәмеге булған һөйләм өсөн иң хас үҙенсәлек­тәрҙе табырға мөмкин.

Ике составлы һөйләм ике компоненттан: эйә йәки эйә составы­нан һәм хәбәр йәки хәбәр составынан төҙөлә. Күптән йәшәп кил­гән лингвистик традиция буйынса, эйә менән хәбәрҙе һөйләм­дең баш киҫәктәре тип йөрөтәләр, һөйләмдең баш киҫәктәре син­таксик конструкцияның грамматик нигеҙен тәшкил итә, үҙ-ара предикативлыҡ мөнәсәбәтендә була. Тимәк, ике составлы һөйлөм­дәрҙә предикативлыҡ ике компонент аша белдерелә.

Телмәрҙә ябай синтаксик конструкцияның эйә менән хәбәрҙән генә торған нигеҙе эйәрсән киҫәктәр иҫәбенә тарҡаулана, һөҙөм­тәлә эйәгә ҡараусы киҫәктәр эйә составын, ә хәбәргә ҡараған киҫәктәр хәбәр составын барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән, Ташбат­ҡан ауылындағы ҡатын-ҡыҙҙар быға тиклем сепаратор тураһын­да сала-сарпы ишетеп кенә беләләр ине (Ж- Кейекбаев) тигән һөй­ләмдә « Ташбаткан ауылындағы катын-кыҙҙар» эйә составы­на, «быға тиклем сепаратор тураһында сала-сарпы ише­теп кенә беләләр ине» тигән өлөш хәбәр составына ҡарай. Был һөйләмдә эйә төркөмө башта, ә хәбәр төркөмө аҙаҡта урынлашҡан. Айырым осраҡтарҙа шулай ҙа була: ике составҡа ҡараған һөйләм киҫәктәре бер-береһенә үтеп инеп, ике аралағы сикте юялар. Был телмәрҙең мәғәнә нескәлектәре, һөйләм киҫәктәренең актуаллә-шеүе менән бәйләнгән. Эйә составының хәбәр составына үтеп инеүе йышыраҡ күҙәтелә, ә хәбәр төркөмөнөң эйә төркөмөндә урын алыуы һирәк була торған хәл. Миҫалдар: Әхмәҙиҙең тирәк олонона балта менән ҙур итеп һалынған һәнәк тамғаға күҙе төш­тө (Ж Кейекбаев); Бер ниндәй картала ла күрһәтелмәгән Ерекле йылғаһы буйындағы иҫке баракта көндөҙ эшләп арыған кеше­ләр йоҡлай (Н. Мусин), Сәлмән менән мин туғыҙынсыла уҡыған­да таныштым (Ә. Вахитов).

Ике составлы һөйләмдең эйәһе иц тулы дифференциаль билдә­ләр менән характерлана. Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала: 1) эйә һөйләм киҫәктәре системаһында баш киҫәктәр төркөмөнә инә; 2) ул баш киҫәктәрҙец иц бойондороҡһоҙо, хатта хәбәрҙе лә үҙе­нә буйһондора; 3) эйә һөйләмдең структур схемаһын (грамматик нигеҙен) билдәләй; 4) ул хәбәр итеүҙең предметын белдерә һәм төп килештәге формаларҙан яһала; 5) һөйләмдә эйәнең урыны, ғәҙәттә, хәбәрҙән алда була; 6) ул кем? нимә? һорауҙарына яуап ҡайтара һ. б. Эйәне өйрәнеү предикативлыҡ мөнәсәбәтенә ингән компоненттарҙың эйәртеүсеһен өйрәнеү тигән һүҙ.

Мәктәп дәреслектәрендә эйәгә билдәләү биреүҙең классик фор­малары ҡалыплашҡан: һөйләмдә кем йәки нимә тураһында әй­телһә, шул һүҙ эйә була. һөйләмдә кем йәки нимә тураһында һүҙ барғанлыҡты асыҡлау нигеҙендә хәбәр итеүҙең предметы бил­дәләнә. Ошо нигеҙҙә «Хәбәр итеүҙең предметын белдергән һүҙҙәр эйә була» тигән билдәләүгә күселә. Махсус әҙәбиәттә эйә төшөнсә­һенә мөмкин тиклем тулы һәм фәнни билдәләү бирергә ынтылыш яһала. Бына шуларҙың бер өлгөһө: Һөйләмдә кем, нимә тураһын­да һүҙ барғанын аңлатҡан, эш-хәрәкәттең эшмәкәрен белдергән баш киҫәк эйә тип атала1. Был билдәләүҙә, бүтән үҙенсәлектәр менән бер рәттән, эйәнең эш-хәрәкәттец эшмәкәре булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

һөйләмдең эйәһенең дифференциаль билдәләре уның грамматик бирелешендә асыҡ күҙгә ташлана.

Грамматик бирелештәре буйынса баш киҫәктәр ябай һәм ҡушма булалар. Ябай эйәләр тулы мәғәнәле бер генә һүҙ менән бирелә. Был саҡта айырым һүҙ типтары (тамыр, яһалма, ҡушма һәм пар­лы һүҙҙәр) эйә вазифаһында сығыш яһай. Тел практикаһында ҡуш­ма һүҙҙе ҡушма эйәгә (йә булмаһа ҡушма хәбәргә) тиңләп ҡарау бар. Ләкин бының менән тулыһынса килешеү мөмкин түгел. Исем менән алмаш — эйәнең грамматик асылын билдәләүсе һүҙ төркөм­дәре. Уларҙың категориаль мәғәнәләре булып предметлыҡ төшөн­сәһен атау һәм күрһәтеү тора, йәғни субстантивлыҡ һанала.

1. Ябай эйәләр бойондороҡһоҙ төп килештәге иҫемдәрҙән килә. Исемдең категориаль мәғәнәһенә ярашлы рәүештә, эйәләр кешене (кем? һораулы) һәм кешенән башҡа предметтарҙы (нимә? һорау­лы) аңлата. Мәҫәлән: Атай, әсәй, олатай, өләсәй — бөтәһе лә гел мин тигәнде генә эшләп торалар (С. Агиш); Аҙаҡтан маҡ­тап йөрөрһөң: башкорт ҡунаҡсыл икән! (М. Кәрим); Шау-гөр килеп ирҙәр өрлөк күтәрә (3. Ураҡсин); Иптәштәр мине Ғәҙел тип кенә йөрөтәләр (3. Биишева).

Шуныһы үҙенсәлекле: айырым осраҡтарҙа эйә (эшмәкәр) ва­зифаһын «кеше» тигән һүҙ үтәп йөрөй. Ул һөйләүсене (беренсезатты) алмаштыра: Бында кеше арып, йәне сыға яҙып, саҡ ҡайтып килә!...— тип әрләп ташланы (Йәнғәле) (Н. Мусин).

Алмаштарҙың бөтә төркөмсәләре лә эйә була ала. Тик зат алмаштарынан башҡа төркөмсәләр был осраҡта үҙ аллы ҡулланы­лырға, исемләшергә тейеш була. Миҫалдар: Уҙған йыл мин малай ғына булғанмын икән (С. Агиш); Үҙе бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә ке­үек (3. Биишева); Былар — эшкә, һабан-һуҡа артынан йөрөүгә һыуһаған кешеләр (А. Карнай); Һуғыш алдынан игендәр бик уңды. Ҡайһы берәүҙәр икмәк ҡәҙерен белмәй башланы (3. Ураҡсин).

Сифат, һан, ҡылым, рәүеш һәм мөнәсәбәт һүҙҙәр, ғәҙәттә, исемләшеп, эйә булып йөрөйҙәр. Мәҫәлән: Бөркөтлөләр үҙ их­тыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар (М. Кәрим); У тызы ла берҙәм рәүештә атакаға ташланалар (К. Мәргән); Был фани донъя­ла ғәриплек менән дә, матурлыҡ менән дә һатыу итеүҙәр бар шул әле (М. Кәрим); Минең йылғыларҙың күбеһе йә үлгән, йә хәбәрһеҙ юғалған (Ш. Бикҡол); Бар — баҡыр, юк — алтын (әйтем).

Теләһә ниндәй һүҙ (һүҙ формаһы), ғөмүмән алғанда, хәбәр­ҙән алдағы позицияла тороп эйә була ала. Был һүҙҙәрҙең эйә уры­нында нығыныуынан, исемләшеүенән һәм хәбәр тарафынан бил-дәләнеүенән килеп сыға. Миҫал өсөн: Һәм — теркәүес; И-их — ымлыҡ һ. б.

Быға тиклем һүҙ эталон эйәләр хаҡында ғына барҙы. Әммә телмәрҙә ҡатмарлыраҡ күренештәр ҙә байтаҡ. Эйәнең грамматик бирелеше ҡатмарланған һайын, уның мәғәнәһе үҙгәрмәй, әлбиттә.

Ҡушма эйәләр һүҙбәйләнештәрҙән төҙөлә. Уларҙың иң ҙур күп­селеге исемдәш һүҙбәйләнештәрҙән тора, йәғни һөйләмдең эйәһе ролен бойондороҡһоҙ төп килештәге исемдәш һүҙ менән уға эйә­реп килгән киҫәктәр теҙмәһе башҡара. Миҫалдар: Иҙелбай ауы-лыныкылар ун бишләп һыбай килгәйнеләр (А. Карнай); Кешелек донъяһы тормош йәмен, бөгөнгөһөн һәм алдағы көндәрен ғүмер-ғүмергә балалар менән бәйләп килгән («Совет Башҡ.»); Кемдәрҙең-дер кыскырып һөйләшкәндәре ишетелеп тора (Ф. Иҫәнғолов);— Ана, Гөлсирәнең Гөлсирәһе бер яулыҡ тағып сығарҙы (Ж- Кейек­баев).

Килтерелгән һөйләмдәрҙең барыһында ла эйәнең ҡатмарлашы-уы эйәртеүле (гипотаксик) нигеҙгә ҡоролған. Бынан башҡа ҡушма эйәләр барлыҡҡа килеүҙең теҙмә (паратаксик) юлы ла бар. Улар, ғәҙәттә, тулы мәғәнәле ике һүҙ менән белдерелә һәм бер-береһен асыҡлап йөрөй. Мәҫәлән: Һуңғы көндәрҙә Тимербай үҙе лә бик ныҡ үҙгәрҙе (С. Агиш); Бүлмәлә Камалов менән секретарь Хәй­ри икеһе генә йоҡлайҙар ине (А. Карнай); Һыу һөлөгө кеүек ат­тар. Улар береһенән-береһе матур, береһенән-береһе күркәм һәм һомғол («Совет Башҡ.»).

Ҡайһы бер осраҡтарҙа һөйләмдең эйәһен формаль нигеҙҙә тү­гел, бәлки мәғәнәүи-логик планда билдәләргә тура килә. Миҫал өсөн: Сәхипьямалынан алып Гөлйөҙөмөнә кәҙәр сер бирмәҫкә тырыша (Х. Ғиләжев); Был көндәрҙә ауылдың хеҙмәт халкы.

олоһонан алып иң кесеһенә тиклем бөтәһе лә баҫыуҙа Ш- Иҙелбай).

Ҡушма эйә булып хатта һөйләм дә килеүе мөмкин. Мәҫәлән: Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр. Һәнәре бар мал таба (мәҡәлдәр); Актарҙың эше мөшкөл икәне әллә ҡай­ҙан күренеп тора ине (Ф. Иҫәнғолов); Һәнәре бар күрһәтә үҙ һәнәрен,һөнәрһеҙҙәр күрһәтәләр үҙҙәрен (М. Кәрим). Был рәүеш­ле «һөйләм эсендәге һөйләмдәрҙе» телдәге синонимика күренеше нигеҙендә аңлатып була. Йәнә килеп, был күренештең контексту­аль характерҙа булыуын, синтаксик конструкцияларҙың эллипсисы (ҡыҫҡартылыуы) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүен әйтергә кәрәк.

Ике составлы һөйләмдең хәбәре мәғәнәүи яҡтан да, структур-йәһәттән дә һөйләм киҫәктәре араһында ҡатмарлы күренеш һа­нала. Ул түбәндәге билдәләр менән файҙалана: 1) һөйләмдең струк­тур схемаһында баш киҫәктәр төркөмөнә ҡарай; 2) эйәгә буйһона; 3) эйәнән һуң урынлаша; 4) һөйләүҙең яңылығын хәбәр итә; 5) зат­лы ҡылымдар, исемдәш һүҙ төркөмдәренән килә; 6) һөйләү пред­метын предикативлыҡ яғынан асыҡлай һ. б.

Был үҙенсәлектәр хәбәрҙең дифференциаль билдәләре йыйылма­һын тәшкил итә. Ике составлы һөйләмдең хәбәрен өйрәнеү ул пре­дикативлыҡ мөнәсәбәтендә торған баш киҫәктәрҙең эйәреүсеһен өйрәнеү булып сыға.

Мәктәп дәреслектәрендәге «Эйә тураһында ниҙер белдергән, хәбәр иткән һөйләм киҫәге хәбәр була» тигән билдәләү менән бер рәттән, махсус әҙәбиәттә «Эйә (эшмәкәр) хаҡында ни ҙә булһа белдергән, һөйләмдәге уй-фекерҙең тамамланыуын күрһәтеүсе баш киҫәк хәбәр тип йөрөтөлә» рәүешле билдәләүҙе лә осратырға мөмкин2.

Үҙҙәренең категориаль мәғәнәләренә ярашлы рәүештә, ҡылым хәбәрҙәр эйәнең (эшмәкәрҙең) эш-хәрәкәтен белдерә. Исем хәбәр­ҙең төрлө төрҙәре иһә эйәнең конкретлаштырылған йәки дөйөмләш­терелгән атамаһын, билдәһен реалләштерә.

Эйә һымаҡ уҡ, хәбәр ҙә ябай һәм ҡушма булырға мөмкин. Ябай хәбәрҙәр тулы (реаль) мәғәнәле бер генә һүҙ формаһынан торһа, ҡушма хәбәрҙәр иң кәмендә ике һүҙҙән, йәғни һүҙбәйләнештән, барлыҡҡа килә. Был юлы ла ҡушма һүҙ менән ҡушма хәбәр ара­һында тигеҙлек билдәһе ҡуйырға ярамаҫ.

Исем хәбәрҙәр эйәнең икенсе атамаһын аңлаталар. Ике состав­лы һөйләмдәрҙең иң ябай схемаһы исем + исем, зат алмашы + исем рәүешендә булып, исем хәбәрҙәр, ғәҙәттә, эйәне конкретлаштырып, төркөм төшөнсәһенән төр төшөнсәһенә күсерә, йә булмаһа дөйөм­ләштереү нигеҙендә төр төшөнсәһенән төркөм төшөнсәһенә үҙ­гәртә. Әммә исем хәбәргә ҡараған аныҡлаусылар уның мәғәнәһен конкретлау өсөн хеҙмәт итәләр. Сағыштырығыҙ: һабантурғай — ҡош һәм һабантурғай — осҡанда һайрай торған берҙән-бер ҡош; Ағиҙел — йылға һәм Ағиҙел — Уралдағы иң ҙур йылға һ. б.

затты) алмаштыра: Бында кеше арып, йәне сыға яҙып, саҡ ҡайтып килә!...— тип әрләп ташланы (Йәнғәле) (Н. Мусин).

Алмаштарҙың бөтә төркөмсәләре лә эйә була ала. Тик зат алмаштарынан башҡа төркөмсәләр был осраҡта үҙ аллы ҡулланы­лырға, исемләшергә тейеш була. Миҫалдар: Уҙған йыл мин малай ғына булғанмын икән (С. Агиш); Үҙе бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә ке­үек (3. Биишева); Былар — эшкә, һабан-һуҡа артынан йөрөүгә һыуһаған кешеләр (А. Карнай); Һуғыш алдынан игендәр бик уңды. Ҡайһы берәүҙәр икмәк ҡәҙерен белмәй башланы (3. Ураҡсин).

Сифат, һан, ҡылым, рәүеш һәм мөнәсәбәт һүҙҙәр, ғәҙәттә, исемләшеп, эйә булып йөрөйҙәр. Мәҫәлән: Бөркөтлөләр үҙ их­тыярҙары менән ҡайҙағылыр алыҫ ҡалаларға, күҙ күрмәҫ, ҡолаҡ ишетмәҫ илдәргә барып йөрөп ҡайталар (М. Кәрим); Утыҙы ла берҙәм рәүештә атакаға ташланалар (К- Мәргән); Был фани донъя­ла ғәриплек менән дә, матурлыҡ менән дә һатыу итеүҙәр бар шул әле (М. Кәрим); Минең йылғыларҙың күбеһе йә үлгән, йә хәбәрһеҙ юғалған (Ш. Бикҡол); Бар —■ баҡыр, юк — алтын (әйтем).

Теләһә ниндәй һүҙ (һүҙ формаһы), ғөмүмән алғанда, хәбәр­ҙән алдағы позицияла тороп эйә була ала. Был һүҙҙәрҙең эйә уры­нында нығыныуынан, исемләшеүенән һәм хәбәр тарафынан бил-дәләнеүенән килеп сыға. Миҫал өсөн: Һәм — теркәүес; И-их — ымлыҡ һ. б.

Быға тиклем һүҙ эталон эйәләр хаҡында ғына барҙы. Әммә телмәрҙә ҡатмарлыраҡ күренештәр ҙә байтаҡ. Эйәнең грамматик бирелеше ҡатмарланған һайын, уның мәғәнәһе үҙгәрмәй,әлбиттә.

Ҡушма эйәләр һүҙбәйләнештәрҙән төҙөлә. Уларҙың иң ҙур күп­селеге исемдәш һүҙбәйләнештәрҙән тора, йәғни һөйләмдең эйәһе ролен бойондороҡһоҙ төп килештәге исемдәш һүҙ менән уға эйә­реп килгән киҫәктәр теҙмәһе башҡара. Миҫалдар: Иҙелбай ауы-лыныкылар ун бишләп һыбай килгәйнеләр (А. Карнай); Кешелек донъяһы тормош йәмен, бөгөнгөһөн һәм алдағы көндәрен ғүмер-ғүмергә балалар менән бәйләп килгән («Совет Башҡ.»); Кемдәрҙең-дер кыскырып һөйләшкәндәре ишетелеп тора (Ф. Иҫәнғолов);— Ана, Гөлсирәнең Гөлсирәһе бер яулыҡ тағып сығарҙы (Ж- Кейек­баев).

Килтерелгән һөйләмдәрҙең барыһында ла эйәнең ҡатмарлашы-уы эйәртеүле (гипотаксик) нигеҙгә ҡоролған. Бынан башҡа ҡушма эйәләр барлыҡҡа килеүҙең теҙмә (паратаксик) юлы ла бар. Улар, ғәҙәттә, тулы мәғәнәле ике һүҙ менән белдерелә һәм бер-береһен асыҡлап йөрөй. Мәҫәлән: Һуңғы көндәрҙә Тимербай үҙе лә бик ныҡ үҙгәрҙе (С. Агиш); Бүлмәлә Камалов менән секретарь Хәй­ри икеһе генә йоҡлайҙар ине (А. Карнай); Һыу һөлөгө кеүек ат­тар. Улар береһенән-береһе матур, береһенән-береһе күркәм һәм һомғол («Совет Башҡ.»).

Ҡайһы бер осраҡтарҙа һөйләмдең эйәһен формаль нигеҙҙә тү­гел, бәлки мәғәнәүи-логик планда билдәләргә тура килә. Миҫал өсөн: Сәхипьямалынан алып Гөлйөҙөмөнә кәҙәр сер бирмәҫкә тырыша (Х. Ғиләжев); Был көндәрҙә ауылдың хеҙмәт халкы олоһонан алып иң кесеһенә тиклем бөтәһе лә баҫыуҙа (Н. Иҙелбай).

Ҡушма эйә булып хатта һөйләм дә килеүе мөмкин. Мәҫәлән: Беләге йыуан берҙе йығыр, белеме бар меңде йығыр. Һәнәре бар мал таба (мәҡәлдәр); Актарҙың эше мөшкөл икәне әллә ҡай­ҙан күренеп тора ине (Ф. Иҫәнғолов); Һәнәре бар күрһәтә үҙ һәнәрен, һәнәр һеҙҙә р күрһәтәләр үҙҙәрен (М. Кәрим). Был рәүеш­ле «һөйләм эсендәге һөйләмдәрҙе» телдәге синонимика күренеше нигеҙендә аңлатып була. Йәнә килеп, был күренештең контексту­аль характерҙа булыуын, синтаксик конструкцияларҙың эллипсисы (ҡыҫҡартылыуы) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүен әйтергә кәрәк.

Ике составлы һөйләмдең хәбәре мәғәнәүи яҡтан да, структур-йәһәттән дә һөйләм киҫәктәре араһында ҡатмарлы күренеш һа­нала. Ул түбәндәге билдәләр менән файҙалана: 1) һөйләмдең струк­тур схемаһында баш киҫәктәр төркөмөнә ҡарай; 2) эйәгә буйһона; 3) эйәнән һуң урынлаша; 4) һөйләүҙең яңылығын хәбәр итә; 5) зат­лы ҡылымдар, исемдәш һүҙ төркөмдәренән килә; 6) һөйләү пред­метын предикативлыҡ яғынан асыҡлай һ. б.

Был үҙенсәлектәр хәбәрҙең дифференциаль билдәләре йыйылма­һын тәшкил итә. Ике составлы һөйләмдең хәбәрен өйрәнеү ул пре­дикативлыҡ мөнәсәбәтендә торған баш киҫәктәрҙең эйәреүсеһен өйрәнеү булып сыға.

Мәктәп дәреслектәрендәге «Эйә тураһында ниҙер белдергән, хәбәр иткән һөйләм киҫәге хәбәр була» тигән билдәләү менән бер рәттән, махсус әҙәбиәттә «Эйә (эшмәкәр) хаҡында ни ҙә булһа белдергән, һөйләмдәге уй-фекерҙең тамамланыуын күрһәтеүсе баш киҫәк хәбәр тип йөрөтөлә» рәүешле билдәләүҙе лә осратырға мөмкин3.

Үҙҙәренең категориаль мәғәнәләренә ярашлы рәүештә, ҡылым хәбәрҙәр эйәнең (эшмәкәрҙең) эш-хәрәкәтен белдерә. Исем хәбәр: ҙең төрлө төрҙәре иһә эйәнең конкретлаштырылған йәки дөйөмләш­терелгән атамаһын, билдәһен реалләштерә.

Эйә һымаҡ уҡ, хәбәр ҙә ябай һәм ҡушма булырға мөмкин. Ябай хәбәрҙәр тулы (реаль) мәғәнәле бер генә һүҙ формаһынан торһа, ҡушма хәбәрҙәр иц кәмендә ике һүҙҙән, йәғни һүҙбәйләнештән, барлыҡҡа килә. Был юлы ла ҡушма һүҙ менән ҡушма хәбәр ара­һында тигеҙлек билдәһе ҡуйырға ярамаҫ.

Исем хәбәрҙәр эйәнең икенсе атамаһын аңлаталар. Ике состав­лы һөйләмдәрҙең иң ябай схемаһы исем -f- исем, зат алмашы -f- исем рәүешендә булып, исем хәбәрҙәр, ғәҙәттә, эйәне конкретлаштырып, төркөм төшөнсәһенән төр төшөнсәһенә күсерә, йә булмаһа дөйөм­ләштереү нигеҙендә төр төшөнсәһенән төркөм төшөнсәһенә үҙ­гәртә. Әммә исем хәбәргә ҡараған аныҡлаусылар уның мәғәнәһен конкретлау өсөн хеҙмәт итәләр. Сағыштырығыҙ: Һабантурғай — ҡош һәм һабантурғай — осҡанда һайрай торған берҙән-бер ҡош; Ағиҙел — йылға һәм Ағиҙел — Уралдағы иң ҙур йылға һ. б.

исем хәбәрле синтаксик конструкцияларҙы ысынбарлыҡ күре­нештәрен тасуирлаған һөйләмдәрҙә йыш осратырға була. Миҫал­дар: Урман бит ул тәбиғәт тарафынан бирелгән байлык (И. На-сыри); Беҙ Муса Йәлил менән якташтар ғына түгел, бала сак­та бер үк мәктәптә укыған кешеләр (С. Агиш). Башҡортос­тан тигән һуҙ тау-таш, ялан-болон, кала-ауыл, юл-һукмак кына түгел, Башҡортостан — ата-бабаларҙың тере рухы ул. (Ә. Вахитов).

Исем хәбәрҙәр төп килештән башҡа хәл мәғәнәһен аңлатҡан төбәү, сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәрҙәге һүҙ формаларынан да була ала. Мәҫәлән: Күпселек ауылда калыу яғында (Ә. Вахитов); Эшкә яраған халыҡ Бишуба һыртындағы баҫыуҙа (3. Ураҡсин).

Художестволы әҙәбиәттә, бигерәк тә поэзияла ҡулланылған исем хәбәрҙәргә образлылыҡ хас. Ошо фекерҙең дөрөҫлөгө түбән­дәге юлдарҙа бик асыҡ күренә:

Ейлн — йәш арыҫлан. Бар ҡеүәте тимер тырнағында. Атаһы — йөк аты. Бар мөлкәте алтын тояғында. Олатаһы — терпе. Уның инде хәле аяныслы: Тырпайырға торған энәләре — барлыҡ таянысы (М. Корим).

Сифат хәбәр эйәгә (эшмәкәргә) билдә характеристикаһы бирә. Миҫал өсөн: Имай атаһына ҡарағанда күп уҫал, каты, һаран (һ. Дәүләтшина); Уның оҙонса йөҙө турғай йомортҡаһы төҫлө сып-сыбар (Х. Мохтар); Ул (Ғәлимә) йәй ҙә шат, көҙҙә шат, ки­сә генә шат ине... (М. Ғафури); Бурыл уҫал,Ғәләмшә әбей йыуаш, Бурыл ялкау, Ғәләмшә әбей егәрле. Бурыл һимеҙ, Ғәләмшә әбей ябык (С. Агиш); Был аулаҡ мөйөштә һауа ла сафырак һәм тал-ғынырак (Ф. Иҫәнғолов); Урман йәйге сыуаҡ көндә генә матур (Н. Мусин).

Һандан килгән хәбәрҙәр эйәнең иҫәп билдәһен аңлата. Мәҫә­лән:— Нисә атығыҙ бар?—Егерҙәйе — егерме ете {Н. Мусин); Еңгәләрем, минең еңгәләрем, берәү генә түгел, алтау һеҙ (М.. Ил­баев); Хәҙер беҙ дүртәү (С. Шәрипов).

Алмаштар хәбәр вазифаһында ҡулланылғанда, ниндәй төркөм­сәнән булыуға ҡарап, алда һаналған мәғәнәләрҙең берәүһен реал­ләштерәләр: Көҙөн таңдан ҡара төнгә саҡлы һуҙылып киткән ерҙең хужаһы — мин (М. Кәрим); Йөрәктауҙың был аҡланы бер кемдеке лә түгел ине — беҙҙеке генә (Ш. Янбаев); Уйҙарым — һин, йырҙарым — һин, Көндәрем — һин, төнөм — һин. һис тә баштарыма һыймай. Әйтсе, минең кемем һин? (Г. Юнысова).

Рәүеш хәбәрҙең мәғәнәһе сифаттан булған хәбәргә тап килә тип әйтерлек. Ә модаль һүҙҙәрҙең ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, кәрәк) хәбәр позицияһында ҡылымға яҡынлаша. Миҫалдар: Вәкил ип­тәштеке дөрөҫ (Ә. Вахитов); Ҡарасәйҙә икһеҙ-сикһеҙ далалар бар {Ә. Бикчәнтәев); Ҡалала йәшәгәнлектән, ауылдан күптән инде хәбәрем юк шул (Ә. Вахитов).

Ябай исем хәбәрҙәр исемдәш һүҙ төркөмдәренең үҙ аллы, яң­ғыҙ ҡулланылышына нигеҙләнә. Улар эйәнең статик билдәһен, даи­ми атамаһын күрһәтәләр. Телдәге махсус хәбәрлек ялғауҙары исемдәш һүҙ төркөмдәрен хәбәр позицияһында бер-береһенә яҡы­найтыу хеҙмәтен үтәйҙәр. Мәҫәлән: Үҙем Өфөлә йәшәһәм дә, күңе­лем менән гел тыуған яктарҙамын (3. Биишева); Мин хеҙмәтем, ғүмерем, уйым менән Бурыслымын бөйөк халҡыма (Р. Ниғмә­ти); Мин үҙем дә һунарға әүәҫмен (С. Шәрипов).

Хәбәрҙең модаллек һәм заман мәғәнәләрен формалаштырыуҙа һәм ошо нигеҙҙә исем хәбәрҙе ҡылым хәбәргә яҡынлаштырыуҙа ҡушма исем хәбәр составына инә торған берәмектәрҙең (ярҙамсы һәм үҙ аллы ҡылымдар, мөнәсәбәт һүҙҙәр, киҫәксәләр һ. б.) әһә­миәте ҙур. Ҡыҫҡаһы, модаллек һәм заман категориялары аффикста­ры исем хәбәрҙең ҡушма төрөн барлыҡҡа килтереп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылым хәбәргә лә күсерә алалар. Тәүҙә исемдәш һүҙ төр­көмдәренең үҙҙәре иҫәбенә яһалған ҡушма хәбәрҙәргә миҫал ала­йыҡ: Был йәйләү бик иҫке замандарҙан бирле маҡталып килгән бай йәйләүҙәрҙең береһе (һ. Дәүләтшина); һабаш ауылы — Күл-баш волосында игенгә бик бай ауылдарҙың береһе (А. Карнай).

Хәбәрлек парадигмаһының тулы булмауынан сығып, шуны әй­тергә була: боронғораҡ тел күренештәре хәбәрлектең 3-сө заты­ның махсус күрһәткесе булыуы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән: Беҙнең еденче атамыз Бөрйән бине Иләкдер (шәжәрәнән); Күлдең күрке ҡамыштыр, әҙәм күрке намыҫтыр (ҡобайырҙан); Ҡаҙаҡ туған­дарыбыҙ тоғро һүҙгә бик тиҙ төшөнә торған халыҡтыр (М. Ға­фури). Парадигманы тулыландырыуға булған ынтылыш хәҙер ҙә күҙәтелә. Шуларҙың беренсеһе — ул алмашын хәбәр эргәһендә ҡулланыу: Икмәк — кешене кеше иткән, уға тәбиғәт алдындағы көсөн, аҡылын байраҡ иткән нәмә ул (Ә. Вахитов). Икенсе үҙен­сәлек булып эйәнең дә, хәбәрҙең дә бер үк һүҙҙән килеүе тора. һөҙөмтәлә исем эйә менән исем хәбәр араһында тигеҙлеккә, яра­шыуға өлгәшелә. Миҫалдар: Эш менән үткән ғүмер — алтын ғү­мер (мәҡәл); Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл, тирә-яғы ҡарауыл (бәйет­тән); Порт-Артур тигән таш кала — Күп ҡалаға баш кала (йырҙан).

Ҡылым хәбәрҙең ябай һәм ҡушма төрҙәре телдә айырыуса киң таралған. Улар эйәнең (эшмәкәрҙең) эш-хәрәкәтен, хәл-торошон модаллек менән заман категорияларының бөтә нескәлектәрендә сағылдырырға һәләтле.

Ике составлы һөйләмдәрҙең хәбәре ролен предикативлыҡ менән характерлана торған затлы формалар — ҡылым һөйкәлештәре баш­ҡара. Хәбәр һөйкәлешенең төрлө заман формаларына бер нисә миҫал: Лев Толстой Ырғыҙ буйы башҡорттарына килер булған (3. Шәрҡи); Ғәлиәкбәр менән беҙ беренсе кластан уҡ бергә укы-нык (3. Биишева); Культура йорто асыуҙы колхоз етәкселәре тан­таналы үткәрергә булдылар (Ә. Вахитов); Болоттарға ашҡан бейек тауҙар Ҡалкып тора беҙҙең киң илдә (Р. Ниғмәти); Шулай инде, тыуа кеше, үҫә, йәшәргә өйрәнә, төрлө һәнәрҙәрҙе үҙләш­терә, тәжрибә һәм акыл туплай, шуны үҙенән һуң килгәндәргә калдыра (Ә. Вахитов); Улай булһа, Айбулат, ошо айҙың ун биш­тәре тирәһендә мин һиңә хәбәр итермен (һ. Дәүләтшина).

Хәбәрҙең бойороҡ, теләк-өндәү, шарт һөйкәлеше ҡылымдары­нан килеүенә миҫалдар: Донъялыҡта һәр кем үҙ көнөн үҙе күрһен әйҙә (Ж- Кейекбаев); Хәҙер Ғәләү йән көйҙөргөс берәй хәбәр ыскын­дырһын ғына! (С. Шәрипов); Беҙ уның үҙен күреп, эш һорамай­сы инек (М. Ғафури); Әхмәҙулла бабай мине, үҙе әйтмешләй, тү­тә юл» менән алып кайтмаксы булды (Ә. Вахитов); Бер өйрәк осраһасы (Ә. Вахитов).

Ике составлы һөйлөмдәрҙә ҡылым хәбәрҙең теләк, шарт һөйкә­лештәренән булыуы һирәгерәк осрай. Шарт һөйкәлеше ҡылымы, мәҫәлән, йә эйәрсән киҫәкте, йәки эйәрсән һөйләмдең хәбәрен реалләштереү өсөн хеҙмәт итә.

Ябай һөйләм синтаксисында ҡушма ҡылым хәбәр ҙур урын то­та. Был осраҡтарҙа ҡушма хәбәрҙең грамматик күрһәткесе үҙ ал­лы йәки ярҙамсы ҡылым булып, ә уға эйәреүсе берәмектәр исем­дәш һүҙ төркөмдәренән, затһыҙ ҡылымдарҙан яһала. Миҫал өсөн: Сәрбиямал уҫал, яуыз катын ине (3. Биишева); Фазулла бабай бесәнселәрҙе салғы тоторға, ҡырҡып сабырға, әйләндереп һелтәр­гә өйрәтеп йөрөй (3. Ураҡсин); Йәкшәмбе көндө иртәнән алып кискә тиклем ямғыр ҡатыш ҡар яуып торҙо (Н. Мусин); Бы­йылғы яҙ совхоздың баш агрономы Шәрип өсөн оло һынау була-сак (Ә. Вахитов).

Эйә менән хәбәрҙең ярашыу-ярашмау мәсьәләһенә килгәндә, берҙән, был ике баш киҫәктең тәүгеһенең икенсеһен буйһондороуын иҫтә тоторға кәрәк. Икенсенән, башҡорт телендә (ғөмүмән, төрки телдәрҙә) ярашыуҙың тулы булмауы иҫбат ителгән күренеш һа­нала. Ошо сығанаҡ иҫкәрмәләргә таянып, тәүҙә ҡылым хәбәрҙең, һуңынан исем хәбәрҙең эйә менән ярашыуын ҡарайыҡ.

Ҡылым хәбәрҙәрҙең һөйләүсе һәм тыңлаусы заттарҙы күрһәт­кән эйә (эшмәкәр) менән затта ярашыуы даими күҙәтелә. Был ос­раҡта һанда ярашыуҙа ла эҙмә-эҙлелек күренә. Миҫалдар: Бы­йылғы экспедицияла мин ғәжәп бер китап таптым (Ә. Вахитов); Беҙ вагонда барабыҙ (С. Агиш); Һеңлем — үҙебеҙҙә, ә мин күрше ауыл мәктәбендә укыйбыҙ (Ә. Вахитов); Бәйҙәге эт — иреккә, иректәгеһе ситлеккә ынтылып ғүмер үткәрәләр (3. Ураҡсин).

Өсөнсө затҡа ҡараған ҡылым хәбәрҙең затта ярашыуы күҙә­телһә лә (уның күрһәткесе — нуль аффиксы), һанда ярашыу һәр ваҡыт булмай. Ярашыуға миҫалдар: Байгилде ағай фронтта күп кенә яҡташтарына тап булды (3. Биишева); Пассажирҙар пер­ронға, буфетҡа ашыктылар (С. Агиш). Әллә нишләне Ислам карт һуңғы йылдарҙа (Ә. Вахитов); Беҙҙең яҡтан йөрөгән поезд Өфөгә иртә килеп етә (3. Ураҡсин); Шакир Насыров менән Фәрит Иҫәнғолов — башҡорт халҡының тел байлығын проза өсөн оҫта файҙаланыусы, үҙ әҫәрҙәрен яғымлы юмор менән йылыта алған лирик хикәйәселәр (С. Агиш). Ярашмауға миҫалдар: Уны (Әхмә-диҙе) якын туғандары ла, алыҫ туғандары ла, тиңдәш дуҫ­тары ла, күршеләре лә, байы ла, ярлыһы ла сакырҙы (Ж. Кейекбаев). Ҡыҙҙар бөгөн баракта уйын ойошторорға бул­ды (Н. Мусин); Күңелле халыҡ йәшәй һаранйылғала. Кинокарти­наларҙы ла яратып, дәррәү карай улар (Ә. Вахитов).

Тәүге ике затҡа ҡараған исем хәбәрҙәр эйә менән ярашып та, ярашмай ҙа ҡулланыла. Ярашҡанда исем хәбәрҙәр хәбәрлек күр­һәткесен ҡабул итәләр. Өсөнсө заттың хәбәрлек аффиксы юҡ икән, тимәк, бында ярашыу ҙа булмай тигән һүҙ. Эйә менән хәбәр сос­тавында бер үк компоненттарҙың булыуын үҙ сиратында баш ки­ҫәктәрҙең ярашыуға булған ынтылышы тип баһаларға кәрәк. Яра­шыуға миҫалдар: Атай малы— ҡатай малы. Күрше хаҡы — тәң­ре хаҡы (мәҡәлдәр); Мин был ауылдың урта хәлле крәҫтиәндәре-нең берәүһемен (Ғ. Дәүләтшин); Ниңәлер, минең иң яҡын дуҫтар кәүҙәгә оҙондар ине (С. Агиш); Эй Тыуған ер! һин балаларыңа ҡа­рата ниндәй йомартһың (Х. Ғиләжев); Мин ғәмһеҙмен, йәшмен, йүгәнһеҙмен — Мин әле лә минмен! (М. Кәрим). Ярашмауға һөй­ләмдәр: — Беҙ һеҙҙең туғандарығыҙ! (Д. Юлтый); Беҙ үҙебеҙ өс ағай-эне (С. Агиш); Мин хәҙер ҙур. Хәҙер бик ҙур инде (М. Кәрим); Мин ил балаһы түгел, Моратша балаһы (Ә. Вахитов).

Эйә менән хәбәр араһында тыныш билдәһенең булыу-булмауы баш киҫәктәрҙең грамматик һәм интонацион үҙенсәлектәренә бәйләнгән. Ғәҙәттә, һөйләмдең эйәһе лә, хәбәре лә бер үк һүҙ төркөмөнән йәки мөнәсәбәттәш һүҙ формаларынан булһа, улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла. Тел практикаһында һирәкләп булһа ла эйә менән хәбәр араһында пауза булған осраҡта өтөр ҡуйыу кү­ренеп ҡала. Әммә был бары тик аңлашылмаусанлыҡ ҡына. Сөн­ки баш киҫәктәр араһында йә бөтөнләй бер ниндәй ҙә тыныш бил­дәһе ҡуйылмай, ҡуйылған хәлдә лә тик һыҙыҡ ҡына файҙаланыла. Мәҫәлән: Төп йорт — төпсөктөкө (әйтем); Студент саҡта Са­фый менән Ғирфанды йән дуҫ иткән төп сәбәптәрҙең береһе — фи­зика-математика фәндәрен берҙәй үк яратыу ине (3. Биишева); Был яҡ—Башҡортостандың ялан райондарынан береһе (С. Агиш); Әйҙә, Дон аты — Дондыҡы, Орел юртағы — Орелдыҡы, беҙҙең ат беҙҙеке булып ҡалһын (Ә. Вахитов).

Ике составлы һөйләмдәрҙе өйрәнгәндә ярым предикативлыҡ менән характерланған синтаксик конструкцияларға иғтибар итер­гә кәрәк. Сағыштырығыҙ: Ауыл да, яландар ҙа әле кар аҫтын­да. Март баштарынан уҡ, беренсе ҡояш нурҙары төшөү ме­нән битен аса торған яланғас Мәмбәт тауы ла ап-ак кар аҫ­тында ята (С. Агиш).

Синтаксик конструкцияларҙа хәбәрҙең тотош төркөмгә ҡараты-лыуы, ҡыҫҡартылып ҡулланылыуы телмәрҙе ыҡсымлай, тел сара­ларын экономиялы файҙаланырға мөмкинлек бирә. Хәл мөнәсә­бәтен белдергән берәмектәрҙең синтаксик кимәлдәге күсеше, син­кретик тәбиғәте лә ошо маҡсаттарҙан сығып аңлатыла. Миҫал өсөн: Хаттарҙың берәүһе генә атайымдарҙан килгән, ҡалғандары — кыҙ-ҙарҙан (Ғ. Дәүләтшин); Кешене — эш, ҡоросто һыу менән ут сы-ныктыра (Ә. Вахитов).

Эйәлек категорияһының йөкмәткеһенә һәм структур үҙенсәлек­тәренә ярашлы рәүештә, «Мин уның (Ағиҙел йылғаһының) башлан­ған урындарында ла, уртаһында ла, тамағында ла булғаным бар (С. Агиш)» кеүек һөйләмдәр ике составлы да (оригиналдағы ва­риант), бер составлы ла итеп ҡаралырға мөмкин: Минең Ағиҙел йылғаһының башланған урындарында ла, уртаһында ла, тамағын­да ла булғаным бар. Әйтергә кәрәк, телдә ошо уҡ синтаксик схе­ма буйынса ике составлы һөйләмдәр төҙөлә. Миҫалдар: Минең тел менән ҡыҙыҡһына торған ғәҙәтем бар (С. Агиш); Минең үлә яҙып бәшмәк ярата торған бер дуҫым бар(3. Ураҡсин); Әхмәҙулла ба­байҙың өй артында бәләкәй генә баксаһы бар (Ә. Вахитов).

Килтерелгән һөйләмдәр хәҙерге башҡорт телендә синтаксик конструкцияларҙың ике составлы һөйләм менән бер составлы һөй­ләм араһында торған күсмә типтары булыуы хаҡындағы фекергә урын ҡалдыра.