Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

Ситләтелгән телмәр

Икенсе бер кешенең һүҙҙәрен, уй-фекерҙәрен, яҙғандарын мәғә­нә һәм йөкмәткеһен һаҡлап, грамматик яҡтан бер ни тиклем үҙ­гәртеп биреү ситләтелгән телмәр тип атала.

Грамматик яҡтан ситләтелгән телмәр һүҙбәйләнеш рәүешендә­ге һәм һөйләм формаһындағы ике тәргә бүленә.

Тура телмәрҙе ситләтелгән телмәргә өйләндергәндә ҙур ғына грамматик үҙгәрештәр була: тура телмәр хәбәр һөйләм формаһын­да бирелһә, ситләтелгән телмәрле синтаксик конструкция әйтте ҡылымы менән тамамлана. Мәҫәлән: Әсәйем: «Хәҙисә апайығыҙ кеше ҡайғыһын да, шатлығын да күп күтәрҙе, уртаҡлашты, шу­ға ап-аҡ уның сәсе»,— тине (К. Кинйәбулатова). Әсәйем Хәҙи­сә апайыбыҙҙың кеше ҡайғыһын да, шатлығын да күп күгпәре-үен, уртаҡлашыуын, шуға сәсенең ап-аҡ булыуын әйтте.

Әгәр тура телмәр һорау һөйләм рәүешендә булһа, ситләтелгән телмәрле һөйләмдең аҙағында һораны һүҙе ҡулланыла. Мәҫәлән:

— һөйләйәсәк лекцияғыҙҙың темаһы нисек? — тине Гөлнәфисә Надыровҡа (С. Агиш). Гөлнәфисә Надыровтың һөйләйәсәк лекция­һының ниндәй темаға икәнлеген һораны.

Әгәр тура телмәр бойороҡ, өндәү һөйләмде тәшкил итһә, сит­ләтелгән телмәрле синтаксик конструкцияның һуңғы компоненты вазифаһын кушты ҡылымы үтәй. Мәҫәлән: Командир: «Броне-поездан сығырға һәм юлды төҙәтергә!» — тине (Р. Ниғмәти). Ко­мандир бронепоездан сығырға һәм юлды төҙәтергә ҡушты.

Лингвистик әҙәбиәттә тура телмәр менән ситләтелгән телмәр­ҙән тыш йәнә уртаҡ телмәрҙе айырып йөрөтөү бар. Ҡайһы бер тел­селәр, шул иҫәптән профессор Л. А. Булаховский, уртаҡ телмәрҙе ситләтелгән телмәрҙең бер төрө генә итеп иҫәпләне. Беҙҙең ҡара­шыбыҙ ошо фекер менән тап килә.

ҠЫҘЫЛ ЮЛ (АБЗАЦ)

Ижад иткәндә фекер һәр ваҡыт талғын ғына аҡмай. Бик йыш ҡына фекер ҡапма-ҡаршылыҡтары килеп сыға. Улар телдә төрлөсә сағыла, һәр яңы фекер ҡыҙыл юлдан башлап яҙыла. Берәй мәҡә­лә, монографик хеҙмәт яҙған саҡта ҡыҙыл юлдарҙы «йәнә, тағы, артабан, бынан тыш, быларҙан тыш» кеүек һүҙҙәр менән башларға мөмкин. Әгәр ҡапма-ҡаршы фекер хасил булһа, «шул уҡ ваҡытта, шуның менән бергә» һымаҡ һүҙҙәр абзацты башлап ебәрә, улар төрлө фразаларҙы мәғәнә яғынан бер-береһенә тоташтырыусы грам­матик сара ролен башҡара. Ҡыҙыл юлды «сөнки, шуға күрә, шул сәбәпле» теркәүестәре менән башларға ярамай.

Мәҡәләнең, хеҙмәттең ахырындағы ҡыҙыл юлды «тимәк, шулай итеп, йыйып әйткәндә, ғөмүмән алғанда» һүҙҙәренең берәйһе ме­нән башлау бик отошло, сөнки улар уй-фекерҙең тамамланасағын алдан иҫкәртеп тора.

Сама тойғоһон белеп ҡулланғанда, ҡыҙыл юл текстың мәғәнә­һен аңлауҙы еңелләштерә һәм мәҡәләне, хеҙмәтте биҙәй.

Пунктуация

Яҙыуҙа ҡулланылған тыныш билдәләре системаһы һәм улар­ҙың ҡуйылыуы тураһындағы ҡағиҙәләр йыйылмаһы пунктуация тип атала. Пунктуацияның эшләнеү дәрәжәһе^яҙма телдең~тарихы-на, традицияһына, китап сығарыуҙың, теге йәки был тел хаҡында­ғы ғилемдең тарихына тығыҙ бәйләнгән.

Бөгөнгө яҙыуҙы тыныш билдәләренән башҡа күҙ алдына килте­реүе ҡыйын. Телдәге һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр үҙ­ҙәре генә уй-фекерҙе тулыһынса аңлатып еткермәйҙәр әле. Бил­дәле уй-фекер тыңлаусының йәки уҡыусының аңына барып етһен өсөн, телмәр ритмы, пауза, интонация һәм тауыш тоны булырға тейеш, һөйләү телмәренең был мөһим компоненттары яҙған саҡта төрлө тыныш билдәләре менән белдерелә.

Боронғо дәүерҙә яҙыуҙа тыныш билдәләре аҙ булған һәм һирәк ҡулланылған. Мәҫәлән, Орхон-Енисей яҙмаларында (V—VII бы­уаттар) ике нөктә генә ҡулланылған, ул һәр һүҙ араһына ҡуйылыр булған. Боронғо рус яҙма ҡомартҡыларында (XV—XVI быуаттар) тыныш билдәләре бөтөнләй булмаған, һүҙҙәр бер-береһенән айы­рылмайынса яҙылған; тик XVI быуат баштарынан ғына аҡрынлап нөктәләр ромбигы, ике нөктә, өтөр, йәйәләр, нөктә, һорау бил­дәһе ҡулланыла башлай.

Тора-бара баҫма китаптарҙа бүтән тыныш билдәләре лә күренә башлай. Рус теле пунктуацияһы системаһын формалаштырыуҙа рус лингвистары менән яҙыусылары ҙур роль уйнаған. М. В. Ломоно­совтан башлап, күпселек лингвистар рус пунктуацияһының ниге­ҙе итеп логик (мәғәнәүи) һәм структур-синтаксик (формаль-грам-матик) принциптарҙы алһалар, А. М. Пешковский менән Л. В. Щер-ба интонацион принципты күрһәтә.

Төрки телдәрҙең пунктуацияһына килгәндә, ул әлегәсә аҙ тикшерелгән. Башҡорт тел ғилемендә тыныш билдәләре махсус рә­үештә һуңғы осорҙа ғына өйрәнелә башланы.

Мәғлүм булыуынса, Октябрь революцияһына тиклем башҡорт яҙма әҙәби теле булманы, яҙма тел вазифаһын «төрки» теле үтәп йөрөнө. Был телдә тыныш билдәләренә тейешле әһәмиәт бирелмә­не, шунлыҡтан хатта XX быуатҡа тиклем «төрки» телендә баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрҙә тыныш билдәләре бик һирәк ҡулланылды. Мә­ҫәлән, күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев үҙенең «Татар нәхеүенең мохтасары» (Ҡазан, 1901 й.) тигән китабында «әлифле нөктә» (өндәү билдәһе), «нөктәле ҡармаҡ» (һорау билдә­һе), нөктә, әтерҙәрҙең рус текстарында ҡуйылыу урындарын күр­һәтә; «төрки» яҙыуында был тамғаларға мохтажлыҡ юҡлығын, улар­ҙың тик тәржемә әҫәрҙәрендә генә ҡулланылыу мөмкинлеген әйтә.

Октябрь революцияһынан һуң да 20-се йылдарҙа сыҡҡан грам­матика дәреслектәрендә тыныш билдәләренә әһәмиәт бирелмәне. Тик партия Үҙәк Комитетының урта мәктәптәр өсөн стабиль дә­реслектәр булдырыу тураһындағы 1933 йылғы махсус ҡарарынан һуң ғына башҡорт теле дәреслектәрендә тыныш билдәләренә те­йешле характеристика бирелеп, улар үҙ урындарын ала башланы.

Бөгөнгө көндә башҡорт телселәре, яҙыусылар, фән һәм культура работниктарының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә башҡорт теле пунк­туацияһының төҙөк системаһы барлыҡҡа килтерелгән, йәғни баш­ҡорт теле пунктуацияһының принциптары билдәләнгән, тыныш бил­дәләренең функциялары асыҡланған һәм уларҙың ҡуйылыу осраҡ­тары күрһәтелгән.

Башҡорт теле пунктуацияһы семантик, структур-грамматик һәм интонацион принциптарға нигеҙләнә. Тыныш билдәләрен ҡулланыу ҡағиҙәләре системаһы текстың, яҙма телмәрҙең семантик киҫәк­тәргә бүленешен (семантик принцип), яҙма телмәрҙең, уның соста­вындағы һөйләмдәрҙең синтаксик структураһын (структур-грамма­тик принцип) һәм текстың, һөйләмдең интонацион бүленешен (ин­тонацион принцип) иҫәпкә алып төҙөлгән.

Башҡорт яҙыуының тыныш билдәләре йыйылмаһына нөктә, өндәү һәм һорау билдәләре, өтөр, нөктәле өтөр, күп нөктә, ике нөктә, һыҙыҡ (тире), йәйәләр, тырнаҡтар инә; шулай уҡ ҡыҙыл юл да (абзац) тыныш билдәһе функцияһын башҡарып йөрөй.

Тыныш билдәләре телмәрҙе мәғәнәле өлөштәргә, киҫәктәргә бүлә, телмәргә өҫтәмә рәүештә төрлө төҫмөрҙәр бирә. Ошонан сы­ғып, уларҙың бер функциялы һәм күп функциялы төрҙәре айыры­ла. Бер функциялы тыныш билдәләрен шартлы рәүештә ике төр­көмгә бүлергә мөмкин: 1) айырыусы тыныш билдәләре һәм 2) бү­леүсе тыныш билдәләре.

Айырыусы тыныш билдәләре төркөмөнә яңғыҙ ҡулланылыусы тыныш билдәләре (нөктә, нөктәле өтөр, өндәү һәм һорау билдә­ләре, күп нөктә, ике нөктә; шулай уҡ ҡыҙыл юл) ҡарай; улар яр­ҙамында һөйләмдәр, ҡушма һөйләмдәрҙең компоненттары, һөйләм­дең тиң киҫәктәре һәм башҡа ҡайһы бер конструкциялар бер-бере­һенән айырылалар.

Бүлеүсе тыныш билдәләренә йәйәләр, тырнаҡтар инә. Улар парлы тыныш билдәләре иҫәпләнәләр һәм инеш һүҙҙәр, инеш һүҙ­бәйләнештәр һәм инеш һөйләмдәрҙе (йәйәләр) һәм тура телмәрҙе {тырнаҡтар) ике яҡтан да бүлеп алыу өсөн ҡулланылалар.

Күп функциялы тыныш билдәләренә өтөр менән һыҙыҡ (тире) инә. Улар, контексҡа ҡарап, йә айырыу, йә бүлеү функцияһын баш­ҡарып йөрөргә мөмкиндәр. Мәҫәлән, өтөр һөйләмдең тиң киҫәк­тәрен һәм ҡушма һөйләм компоненттарын бер-береһенән айырыу өсөн дә, шулай уҡ айырымланған һөйләм киҫәктәрен, өндәш һүҙ­ҙәрҙе, инеш һүҙ, инеш һүҙбәйләнеш һәм инеш һөйләмдәрҙе башҡа һөйләм киҫәктәренән бүлеп алыу өсөн дә ҡулланылып йөрөй, һы­ҙыҡ үҙ сиратында тиц киҫәктәрҙе дөйөмләштереүсе һүҙҙәрҙән айы­рыу өсөн һәм инеш һүҙ, инеш һүҙбәйләнеш Һәм инеш һөйләмдәр­ҙе бүтән һөйләм киҫәктәренән бүлеү өсөн ҡулланыла ала.

Тура телмәрле һөйлөмдәрҙә лә бер үк ваҡытта айырыусы Һәм бүлеүсе тыныш билдәләре ҡуйылырға мөмкин.

Интервью тамам. Яҙыусы менән хушлашып, ҡай­тырға сығам.

Кис. Өфө өҫтөндә, башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле аяҙ һәм яҡты күк йөҙөндә йондоҙҙар емелдәй. Айырма шунда ғына: һауала — ғинуар сафлығы, тирә-яҡта һәм аяҡ аҫтында — яңы яуған аҡ ҡар юрғаны. Мин яҡты, матур баш ҡалабыҙ урамдары буйлап ат­лайым. Э күңелде арҙаҡлы яҙыусы, башҡорт халҡы­ның талантлы ҡыҙы Зәйнәб Биишеваның үткән тор­мош юлы һәм ижади хеҙмәт батырлығы менән ҡыуа­ныу һәм һоҡланыу тойғоһо йылыта.