Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Башкорт теленэн яуаптар 2003.doc
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

Был донъяның хикмәттәре шундай ҡыҙыҡ: Берәү тарта тормош йөгөн ҡыҙып-ҡыҙып,

Ә берәүҙәр йөк өҫтөндә барһалар ҙа.

Бара улар тәгәрмәскә таяҡ тыгып (Ф. Ғүмәров).

53. ТЕҘЕМДӘР

Теҙемдәр үҙенсәлекле ҡатмарлы синтаксик конструкция һанала. Шуныһы характерлы: улар бик күп тиц киҫәкле, тиң хәл әйтемле ябай тарҡау һөйләм формаһында ла, теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләм рәүешендә лә бирелә. Профессор Ж- Ғ. Кейекбаев әйте­үенсә, үҙенец күләме, ҡатмарлы һәм күп яҡлы фекерҙе бер һөй­ләм формаһында уратып килтереп, төйнәп биреүе яғынан теҙемдәр бәләкәй генә бер иншаға оҡшай. Ритмик-мелодик һәм синтаксик яҡтан төҙөк булыуы менән теҙем бүтән һөйләмдәрҙән айырылып тора. һәр теҙемдең үҙенә генә хас темаһы була, ул бер һөйләм эсендә асыла. Башҡорт телендәге теҙемдәр түбәндәгесә белдерелә.

I. Теҙем тиң эйәле ябай тарҡау һөйләм рәүешендә килә. Мәҫә­лән:

Фронтҡа хат яҙыусы йәш кәләштәр, Совнаркомға килгән наркомдар, Роль уйнаусы халыҡ артисткаһы, Госпиталдә ятҡан батырҙар, Тәүге секретары Обкомдың, Һыуҙан ҡайтып килгән матур ҡыҙҙар, Бюро члендары райкомдың, Партияға яңы инеүселәр, Ерҙе тентей торган гилимдар,

һәм Верховный Совет депутаты. Балалар һәм ҡарттар, әбсйҙәр — Бета Ватан алҡыштар күкрәтә Батырҙар һәм еңеү хаҡына (Р. Ыигмәтн).

II. Теҙем тиң хәбәрле ябай тарҡау һөйләм формаһында бире

лә. Мәҫәлән:

Тоҡомом — бәһлеүән ишле,

Сыныгып үҫкән тоҡом,

Иле өсөн баш аямай,

Ут аша үткән тоҡом;

Үлемде йөрәге менән

Томалап ҡуйған током;

Донъяны таңға ҡалдырған,

Ҡыйыу, күңелле тоҡом;

Бөркөт ҡанатлы, мәңге йәш,

Мәңге үлемһеҙ тоҡом (Ш. Бикҡол). *

III. Теҙем тиң аныҡлаусылары булған ябай тарҡау һөйләм си- фатында белдерелә. Мәҫәлән:

Әллә Уралда түгелгән Батырҙарҙың ҡанынан, Ҡан илаған әсәнең Һыҡрап биргән һөтөнән Дейеүҙәрҙән ҡурҡмаҫтай, Шүлгәндә лә батмаҫтай, Һыу батлианан өркмәҫтәй, Йәшкә мансылған Уралым Көләс итер беләкле, Әсә итер йөрәкле

Йәш батырҙар үҫтеме? (С. Мифтахов).

IV. Теҙем~тиң тултырыусылары булған синтаксик конструкция

тибында килә. Мәҫәлән:

Урал тауының йәмен, Иҙел һыуының тәмен; Шылтырап шишмә ағыуын, Кисен ҡояш байыуын; Халҡыбыҙҙың азатлығын. Гүзәл тормош ҡороуын; Беҙҙең йәшәү гөлдәргә тиң Сәскә атып тороуын — Барыһын яҡлап егеттәр Атакаға ташландыҡ, Ошо ерҙә дошманды Сигендерә башланыҡ.

(«Дон далаларында» бәйете)

V. Теҙем күп урын хәлле синтаксик конструкция рәүешендә бирелә. Мәҫәлән:

Тау түштәрен алһыулап,

Ошо таңыбыҙ атҡанда,

Алтын йомшаҡ-ал ҡояш

Ерҙе урап ҡайтҡанда.

Йәйрәп ятҡан ете ер —

Шул ете ер артында,

Ташып ятҡан ете күл —

Шул ете күл артында;

Шаулап торған ете урман —

Шул урмандар артында,

Ҡайҡайып торған ете тау —

Шул ете тау артында;

Белоруссия илендә,

Тап Полесье күгендә

Ҡара ҡоштар осҡанын,

Ергә бомба ҡоҫҡанын

Күреп торҙо Уралтау (Р. Ниғмәти).

VI. Теҙем тиң шарт хәлле синтаксик конструкция формаһын- да белдерелә. Мәҫәлән:

Ҡояш йылыһы булһам, Өйҙәр йылытыр инем; Елеп иҫкән ел булһам, Төрмәләр ватыр инем; Диңгеҙ тулҡыны булһам, Батшаны баҫыр инем; Әгәр бейек тау булһам, Байҙарға ауыр инем; Болот булһам, ҡурғаш булып Мин ергә яуыр инем (М. Хәй).

VII. Теҙем күп хәл әйтемле синтаксик конструкция сифатында килә. Мәҫәлән:

Уралып ятҡан Уралда: Аҡбуҙ аттай ат менеп. Ыласындай тиҙ елеп; Уҡ-һаҙагын ҡулға алып, Кәрәк әйберен юлға алып. Ил-йорт менән хушлашып; Булырҙай менән дуҫлашып, Булмаҫтай менән үсләшеп, Яуға ҡаршы яу сабыр Батыр-батыр ирҙәр бар.

(«Уралып ятҡан Уралда» ҡобайыры)

Бер минутҡа ҡапыл тормош һүнде Ҙур Союздың һәр бер ягында: * Ҡапыл сапмаҫ булды паровоздар, Сапмаҫ булды ауыр вагондар; Вышкалар ҙа нефть атмаҫ булды, Пар сыгармаҫ булды гудоктар; Әйләнмәҫкә булды пропеллерҙар, Тынып ҡалды ҡырҙар, таулыҡтар — Бары ла тынды... (Ғ. Сәләм).

IX. Теҙем күп эйәрсәнле ҡушма синтаксик конструкция рә­үешендә белдерелә. Мәҫәлән:

Кем Ватанды ут, ялҡындар, Көслө дауыл аша үткәргән; Кемдең даны батыр ыласын булып Күтәрелгән тиңһеҙ күктәргә; Кем халыҡҡа матур тормош биргән, Бәхет, шатлыҡ менән һуғарып; Кем кешене, уның хисен ҡуйған Барлыҡ байлыҡтарҙан юғары — Шуның гүзәл исеме ҡабатлана һәр бер телдә бер үк әйтелеп (Р. Нигчотн).

Х. Ахыр сиктә, теҙем ҡатнаш ҡушма синтаксик конструкция

-формаһында килә. Мәҫәлән:

Алпан-толпан атлаған Айыуы күп еребеҙ; Алырын аңдып йөрөгән Бүреһе күп еребеҙ; Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ Ҡуяны күп еребеҙ; Ыҫпай баҫып йөрөгән Төлкөһө күп еребеҙ; Балыгы аттай тулаған, Ҡамаһы ҡуйҙай һулаған, һыуы ярына һыймаған

Йылғаһы күп еребеҙ («Урал батыр» эпосы).

ТУРА ТЕЛМӘР МЕНӘН СИТЛӘТЕЛГӘН ТЕЛМӘР

Tvna телмәр менән ситләтелгән «Х^ЦаыЖ сынын Г)еРәи нәмәгә, фактҡа, күренешкә, хәл-ваҡиғаға ҡарата бул­ған Мө(,әсә°әте лә сағылдырыла.